» Гәзиттең номеры: 51

«Ҡунаҡ ҡына беҙ бит был донъяла»03.07.2017

«Ҡунаҡ ҡына беҙ бит был донъяла»Хөрмәтле «Яйыҡ» уҡыусылары!
Бөгөнгө «Шиғриәт тулҡынында» рубрикаһында мин һеҙгә үҙемдең ижад емештәремде ауыҙ иттерергә батырсылыҡ ҡылдым.
Тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе, мәңгелек ҡиммәттәр тураһындағы шиғырҙарҙы быға тиклем үҙем өсөн генә яҙҙым. Күптән түгел уларҙы интернет селтәре аша шиғриәт һөйөүселәргә тәҡдим иттем. Гәзит-журналдарҙа баҫылғаным юҡ, тимәк, был минең беренсе «ҡоймаҡ», уның төйөрлөмө, төйөрһөҙмө икәнлеген билдәләүҙе лә тап һеҙгә - «Яйыҡ»тың иң тоғро уҡыусыларына ышанып тапшырам.
Аллаһ бойорһа, «Яйыҡ» биттәрендә күп тапҡырҙар осрашырбыҙ әле тигән өмөттә ҡалам.
Һаулыҡ, именлек теләп, һеҙҙе яратып һәм ихтирам итеп
Римма СОЛТАНОВА.
(№ 51)

Был донúяла нè´ºр бар?29.06.2017

Рәсәйҙә үлем кимәленең кәмеүе һәм ил халҡының ғүмер оҙонлоғо артыуы күҙәтелә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың тәүге өс айында, 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, илдә 5035 кешегә әҙерәк үлгән. Үлем кимәле туберкулездан - 15, яман шештән - 2,8, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан 1,5 процентҡа кәмегән. Уның кәмеүе менән граждандарҙың ғүмер оҙонлоғо артҡан. Беҙҙә хәҙер уртаса йәш - 72.
(№ 51)

Бергә булдыҡ,бергә ҡалайыҡ!29.06.2017

Бергә булдыҡ,бергә ҡалайыҡ!Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, «Аҙна һайын приз» уйыны аҙағына ла яҡынлашты. Ошо бәләкәй генә арауыҡта тиҫтәнән ашыу гәзит уҡыусыбыҙҙы бүләкле итеп, шатлыҡ һәм ҡыуаныс хистәрен өләшә алыуыбыҙға һөйөнәбеҙ. Күңелдәрҙе төшөрөргә сәбәп юҡ, сөнки 30 июнгә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу декадаһы иғлан ителде, тимәк «Яйыҡ»ҡа осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була. Мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Шулай итеп, һуңғы уйыныбыҙҙың өс еңеүсеһе билдәләнде. Тәүгеләрҙән булып Ураҙ ауылынан Земфира Айбатованың квитанцияһы сыҡты. Был бүләк отоу-сыбыҙҙың исеме гәзит уҡыусыларға таныш. Сөнки, Земфира Мөхәммәт ҡыҙы даими рәүештә баҫмабыҙға хаттар яҙып, ауылында булған хәл-ваҡиғалар, хөрмәтле кешеләр менән таныштырып тора. Еңеүсебеҙ 1966 йылда Ҡотой ауылында тыуған. Бала сағында ғаиләһе Ураҙға күсеп килә һәм ошонда төпләнә. Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә бәйләй. Ситтән тороп ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ дәүләт пе-дагогия институтын тамамлай. 28 йыл һөнәренә тоғро ҡалып хеҙмәт итә, әммә әсәһе ауырып китеү сәбәпле эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бейеүгә ға-шиҡ Эльвира сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаған, бөгөн Өфөлә йәшәй, эшләй.
(№ 51)

Йәшлегем мөхәббәте30.06.2016

Фәхерниса инәй бөгөн ваҡ-төйәк эштәрен иртәрәк бөттө лә, телевизор алдына ултырҙы. Зәңгәр экранда уңыш йыйыуҙы күрһәтәләр, комбайндар баҫыуҙы иңләй. «Беҙҙең дә йәш саҡтар бар ине, колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған саҡтары. Ҡырҙа ятып бесән сабыуҙар, бесән өйөүҙәр», - тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Шул ваҡыт телевизорҙа һинд киноһы башланды. Фәхерниса инәй тертләп ҡуйҙы. Ошо киноларын ҡараһа, йөрәге телгеләнә. Ғүмерлеккә онотолмаҫ ваҡиғаларҙы иҫләтә. Әбей уйҙары менән йәшлегенә әйләнеп ҡайтты.
Эҫе көн, ураҡтың иң ҡыҙған мәле. Эшселәрҙең барыһы ла яланда. Бригадаларында йәмғеһе 11 кеше. Асия апай аш бешерә. Араларында Рәшит исемле үҫмер ҙә бар. Үҫмер йөҙгә һөйкөмлө, эшкә лә уңған, талымһыҙ. Атаһы һуғышта бер күҙен ҡалдырып ҡайтты. Тимерлектә эшләне, колхозға кәрәк-яраҡ йүнәтеп, ат дағалап көн күрҙе. Әсәһе лә бик егәрле. Ғаиләлә алты бала, үҙ-ара татыуҙар. Өләсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Рәшитте иҫкә төшөргәс, Фәхерниса инәйҙең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
(№ 51)

Ярты быуат элек30.06.2016

Ярты быуат элекБөгөн, 25 июнь, урта мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар өсөн ҡала майҙанында бал үткәрелә. Алда улар өсөн - осо-ҡырыйы күренмәгән оҙон тормош. Тик бына «оҙон» тигәне лә бик шәп үтә икән шул, һиҙелмәй ҙә ҡала. Ошо көндәрҙә хәҙер инде олоғая төшкән апай-ағайҙар Наурыҙ урта мәктәбен тамамлауҙың 50 йыллығын билдәләнеләр.
- 10«а» класында 17 бала инек, осрашыуға 10 кеше килде, ярар ҙа «б» класынан да өҫтәлделәр, - тип һөйләп үтте фотография килтергән Хәснә Сәйетғәлина (Шабаева), - барыһы ла иҫән түгел шул бөгөнгө көндә. Ғорурлыҡ менән билдәләй алам - класташтарым барыһы ла лайыҡлы кешеләр булдылар. Мәҫәлән, Фәниә Дәминдәрова - фән докторы, профессор, Ғәбдрәүеф Ҡотоев яҡшы педагог һәм етәксе булды, Наурыҙ мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы. Мөхтәр Иш-мөхәмәтов саңғы буйынса спорт мастеры дәрәжәһенә иреште. Әйткәндәй, заманында Мөхтәр, мин үҙем һәм класташым Лилиә Солтанова йыйылма команда составында мәктәп данын яҡлай инек.
(№ 51)

Шешлек бешерәсәктәр30.06.2016

Шешлек бешерәсәктәр2016 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ниһайәт, бөгөн беҙ, гәзитебеҙ уҡыусылары араһында һуңғы лотереябыҙҙы уйнатабыҙ. Был юлы бәхет кемдәргә йылмайғанын асыҡларға ваҡыт етте. Редакция хеҙмәткәрҙәренең еңел ҡулы менән төп приздың хужаһы билдәләнде. Шешлек бешерә торған мангалға Рудник ҡасабаһынан Флүзә Сәләхова эйә булды. Флүзә Ғәли ҡыҙы «Яйыҡ» гәзитенең тоғро дуҫы, егерме йылдан ашыу баҫмабыҙҙан айырылғаны юҡ.
- Айырыуса «Шәмбе бите» оҡшай, төрлө ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙыла, йыр рубрикаһы ла күңелгә яҡын. Берәй йырҙың һүҙҙәрен белгебеҙ килһә, редакцияға шыл-тыратабыҙ. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмайҙар, баҫып сығарырға тырышалар. Яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Гәзит артабан да йәшәһен, - тигән теләктә ҡала ханым.
(№ 51)

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»05.05.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Раушания ӘХМӘТЙӘНОВА

1998 йылдың 31 майында Баттал ауылында тыуған.

Озерный мәктәбе Баттал филиалының 9-сы класында белем ала.

Бейергә, спорт менән шөғөлләнергә, музыка тыңларға ярата.

Киләсәктә имтихандарҙы уңышлы тапшырып,

юғары уҡыу йортона инергә хыяллана.
(№ 51)

Алдан яҙылығыҙ05.05.2014

Алдан яҙылығыҙБелорет ҡалаһы һәм районындағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге филиалының Учалы ҡалаһы һәм районындағы бүлеге граждандарҙы алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә.

Ҡабул итеү графигы: дүшәмбе - кесаҙна 11.00-15.00 сәғәттәрҙә. 11-се кабинетта (тел.: 6-81-71) балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау, 8-се кабинетта (тел.: 6-24-57) ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре ҡарала.
Алдан яҙылыу өсөн граждан үҙе килергә һәм исем-шәрифен, адресын, контакт телефондарын һәм ниндәй төр социаль ярҙам алырға теләүен әйтергә тейеш. Гражданға теркәлеү хаҡында талон биреләсәк. Ҡабул итеүгә һуңлап килеүселәр дөйөм сират буйынса ғына инә аласаҡ.
(№ 51)

Ни сәсһәң, шуны урырһың05.05.2014

Ни сәсһәң, шуны урырһыңКөндәр йылытыу менән баҡса мәшәҡәттәре лә күбәйә. Көҙ мул уңыш алам тиһәң, хәҙерҙән үк ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк. Ҡайһы бер уңғандар февраль, март айҙарында уҡ үрсетмәләр үҫтерә башланы, әлбиттә, әле лә һуң түгел. Ҡояш нурҙарын яҡтыраҡ һипһә, түтәлдәргә орлоҡ ултыртырға ла мөмкин.

Орлоҡтарҙың төҫөнә иғтибар итегеҙ - уларҙың яңылары сағыу була, иҫкеләренең төҫө тоноҡлана. Һәйбәттәренең еҫе ҡырҡыу булыуы менән дә айырылып тора, бигерәк тә кишер, петрушка һәм әнистеке. Шулай уҡ орлоҡтарҙы тотҡолап та ҡарайҙар - улар дымлыраҡ, һалҡынса була. Һәм, әлбиттә, ҡабына яҙылған яҙыуҙарға иғтибар итегеҙ - теплицағыҙ булмаған осраҡта оҙаҡ өлгөрә торған сорттарҙы алмай тороғоҙ.
Ҡасан сәсергә?
(№ 51)

Хәтергә төшөрөп ята05.05.2014

Кем нисектер, ә үҙем бер килке асҡыстар менән тамам һаташып алдым. Кемдер минән, бәлки, көлөп тә ҡуйыр, әлегә үҙенең хәтере тарҡалмаған булһа. Хәл торошо шунда: баҡсабыҙ ҙа, гаражыбыҙ ҙа бар. Тимәк, тегеһенә лә, быныһына ла икешәр йоҙаҡ кәрәк тигән һүҙ. Әйткәндәй, йоҙаҡтары ла бер төрлөрәк бит әле - теге элеп ҡуя торғандар.
Көҙгө көндәрҙең береһендә, тәүге ҡар яуып ҡына үткән осорҙа, әлеге шул еләк-емеш ҡайнатмаһына, картуф-фәләнгә гаражға юлландым. Тамаҡ тигән нәмәгә кәрәк бит инде. Ҡалын уҡ кейемдә булғас, яйлап атлаһам да, тирләтеп үк ебәрҙе. Кеҫәләге асҡыстарҙы сығарып, йоҙаҡтарҙы асайым тиһәм, мә һиңә - асҡыстарым баҡсаныҡы булып сыҡты, әй, сәнселеп киткере! Асылған ауыҙымды яба алмай ҡаңғырып байтаҡ ҡына асҡыстарыма текәлеп торҙом. Үҙем был хәлгә ышанмайым. Нисә кеҫә бар - тикшерҙем. Юҡ, ҡороғоро, алмағанмын. Ни хәл итмәк кәрәк - баш эшләмәгәс, үҙемде тиргәй-тиргәй фатирға һыпырттым. Тиҙләтмәҫ инем дә ул - көн ҡыҫҡаҡ.
Шулай итеп, ул көндө алты саҡрым юл үттем.
Фатирға ҡайтҡас, киләсәктә был асҡыстар менән ниҙер эшләргә кәрәклеген уйлап баш ваттым һәм тәки таптым бит тейешлеһен: оҙаҡҡа сыҙарлыҡ итеп, ҡатырғанан бирка яһаным да «Ҡайҙа барғаныңды белеп сыҡ!» - тип яҙып ҡуйҙым.
Хәҙер йән рәхәте: «Башың эшләй, афарин, ҡартая белмәгән ҡарт ишәк», - тип үҙ-үҙемдән көлөп, биркалы асҡыстарҙы ҡурҡмай кеҫәгә тығып сығып китәм гаражға йомошомдо йомошларға. Күршем әйтмешләй, башты эшләтһәң, апаруҡ эшләй икән ул. Сөнки асҡыстарға беркетелгән яҙыулы бирка ҡайҙа йыйынғанды хәтергә төшөрә һала. Бынан башҡа тағы ни кәрәк?!
(№ 51)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.