» Гәзиттең номеры: 52-53

Жуков менән дә осрашҡан14.05.2015

Бөйөк Еңеү көнөн билдәләгән мәлдә атайым йыш иҫкә төшә. Йәнә күкрәк тулы орден-миҙалдарын сыңлатып, яғымлы ҡарашын беҙгә төбәп, һуғыш хәтирәләрен һөйләй кеүек…
Шәмсетдин Хөснөтдин улы Ханнанов 1926 йыл Илсе ауылында тыуа.Олатайымды 1941 йылда уҡ фронтҡа оҙаталар. Ир-егеттәр яу ҡырына киткәс, колхоз эшендә күберәге үҫмерҙәр һәм ҡарт-ҡоро ҡала. Атайыма ла иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыу эштәрендә йөрөргә тура килә. Ҡайһы баҫыуҙар ауылдан 8-9 саҡрымда булғас, ҡырҙа ҡунып эшләйҙәр. 1943 йылдың көҙөндә урып-йыйыу эштәрен тамамлап ауылға ҡайтһалар, 1926 йыл тыуған егеттәргә хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙҙары килгән була. Бергә уйнап үҫкән, бер класта уҡыған тиҫтерҙәр һуғышҡа китә. Атайым Украина, Белоруссия, Польша, Латвия, Румыния, Венгрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ул - «Дан» ордены кавалеры, бер түгел, ике «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана, «Сигенеү белмәгән өсөн» тағылған гвардия знагын да ғорурлыҡ менән йөрөттө. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Яраланып йығылғас, уны яу яланынан санитар эттәр егелгән тәпәш кенә арбаға һалып алып сыҡҡан булалар. Егеүле эттәр алдынан миналарҙы урап үтергә өйрәтелгән Вожак ҡушаматлы арлан барған була. Бер-нисә тапҡыр яралыларҙы алып сыҡҡас, Вожак яңғыҙы ғына ҡайта. Ҡалған эттәр һәләк булалар.
Кенигсберг ҡалаһы өсөн барған ҡаты алышта атайым дошмандың ут нөктәһен юҡ итә. Командиры приказ биргәс, уң яҡтан һиҙҙермәй генә яҡынлашып, аҙағынан шыуышып бара - бер снаряд соҡоронан икенсеһенә күсә, ватылған орудиелар артына ышыҡлана. Граната ырғытырлыҡ араға еткәс, дошмандың өнөн тыға.

Кенигсбергтан фашистарҙы бәреп сығарып, батарея эргәһендә ял иткәндә яндарына генерал Андрей Еременко килә. «Ут нөктәһен шартлатыусы һалдат иҫәнме?» - тип һорай. Атайым алға сығып баҫа. Генерал уға рәхмәт әйтеп ҡулын ҡыҫа. Ҡуйы ҡара ҡаштарына, сәсенә, ҡуңырыраҡ йөҙөнә иғтибар итептер инде, һорай ҡуя:
-Милләтең кем, грузинмы әллә?
- Мин - башҡорт.
(№ 52-53)

Туҡмас тәме14.05.2015

Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары менән йыш осрашырға тура килгеләй. Бар донъяны онотоп, хәтирәләрҙе мауығып тыңлайһың һәм хушлашҡанда, башҡа осрашырға тура килмәүе лә бар бит тигән фекер ҙә йөрәкте семетеп ҡуйғылай. Шулай, бер Сталинград алышы яугирына инеп һөйләшергә ниәтләгәйнем, осрашыуға бер көн ҡалғас, вафат булды… Оло быуындың бар күргәндәрен яҙып, теркәп ҡалырға ине - баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тарихи материал, еңеүселәр һабағы һәм тәжрибәһе бит был!
Сәфәр ауылынан Сәғиҙә әбей менән осрашырға һүҙ ҡуйышҡас, оҙаҡҡа һуҙмай, юлға сыҡтым. Алсаҡ, яҡты сырайлы апай, күҙҙәрендә генә ҡаҡшамаҫ рух көсө һәм һағыш сағылғандай. Әбейҙең өйөнә индек. Бындай бөхтә ауыл йортон күргән юҡ ине әле! 1925 йылдың 15 авгусында Ахун ауылында тыуыуы тураһында әйткәс, оло көнөндә лә өлгөлө хужабикә булып ҡала алыуының серенә төшөндөм - ауыл кешеләренә бер осраҡта ла һыр бирмәү, йәшәгән урыныңды таҙа һәм йыйнаҡ тоторға ынтылыу айырыуса хас бит.
Сәғиҙә Кәримова (ире буйынса - Мотаһарова) крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, Ниғмәтйән Кәрим улы, 1875 йылғы, Беренсе донъя һуғышы яугиры. Шәмсиниса Латиф ҡыҙы (1885 йылғы) менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр.

Сәғиҙә 1941 йыл мәктәпте тамамлай. Хәйерһеҙ 22 июнь көнөн дә яҡшы хәтерләй:«Иртән сәғәт һигеҙенсе киткәндә әсәйемде ҡапҡаға тиклем эшкә оҙатып ҡала торғайным, урам гел тын булды. Ә был юлы урам туп-тулы, халыҡ гөр килә. Барыһының да телендә - һуғыш башланыу». Ауылдың ир-атын фронтҡа оҙатҡандан һуң колхоз рәйесе ҡатындарҙы, йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе йыйып ала ла, телмәр тота: «Ҡәҙерлеләрем минең, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы ла ихтимал. Иртәгәнән барыбыҙ ҙа ныҡлап эшкә тотонабыҙ. Көнө-төнө эшләп булһа ла, яугирҙарыбыҙҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейешбеҙ!»
Сәғиҙә әбейгә юрған-мендәр, башҡа әйберҙәрен тотоп иртәнге етегә контораға килергә ҡушыла. Ахундан 15 саҡрым ситкә, Янсап утарына алып китәләр. ¤с бәләкәй бала тәрбиәләгән ҡатындың йортона урынлаштыралар. Хужабикә туҡтай алмайынса илай ҙа, илай. Баҡһаң, ире балаларын туя алмайынса ҡосаҡлап, барыһы менән дә бәхилләшеп фронтҡа сығып киткән мәл була.
(№ 52-53)

Бөтә ил менән яуланған Еңеү!14.05.2015

Бөтә ил менән яуланған Еңеү!Теүәл ете тиҫтә йыл элек Совет һалдаттары Гитлер иғлан иткән, дүрт йылға һуҙылған ҡанлы һуғышҡа нөктә ҡуя. Еңеү илебеҙгә миллионлаған ҡорбандар, селпәрәмә килгән яҙмыштар, тормошҡа ашмаған уй-хыялдар, тән һәм күңел яралары аша ҡиммәт хаҡҡа бирелә. 9 май көнөн һуғыш һәм тыл ветерандары айырыуса тулҡынланып көтөп алалар. Сөнки был - уларҙың байрамы, улар яулаған тыныс тормош тантанаһы. Иҫтәлекле көн айҡанлы ҡалабыҙҙың Дан стелаһы эргәһендә митинг һәм Еңеү парады ойошторолдо.
Районыбыҙҙан фронтҡа 13437 кеше киткән, шуларҙың 9785-е яу ҡырында башын һалған. Бөгөнгө көндә ауыр йылдар тарихын 51 һуғыш, меңдән ашыу тыл ветерандары һаҡлай. Ғәҙәттәгесә, митинг алдынан байрам геройҙары район хакимиәтенә йыйылды. Күкрәктәренә миҙалдарын таҡҡан яу ҡаһармандары йөҙөндә шатлыҡ, шул уҡ ваҡытта моңһоулыҡ та сағыла. Тәбиғәт тә 70 йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫләп, хәсрәтләнгән кеүек. Һауа торошон һәм ваҡыт ағымына бирешкән ветерандарыбыҙҙың сәләмәтлеген иҫәпкә алып, Дан стелаһына тиклемге юлды улар автобуста уҙҙы. Шулай ҙа үҙ көсөнә ышанғандары баштарын ғорур күтәреп, колоннаны етәкләне. Улар артынан хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ҡала-район етәкселәре, башҡа йәмәғәт ойошмалары, «Үлемһеҙ полк» акцияһы вәкилдәре ҡушылды.
(№ 52-53)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.