» Гәзиттең номеры: 52

Һау бул, мәктәбем!03.07.2017

Һау бул, мәктәбем!27 июндә мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре уҙҙы. Быйыл ҡала-районыбыҙ мәктәптәрен 374 уҡыусы тамамланы, уларҙың 52-һе белем усағын миҙал менән бөттө. Иң күп миҙал 10-сы мәктәптә - 16 кеше, «Иң белемле класс» исеменә ошо уҡ мәктәптең 11 «А» класы лайыҡ булды, бер класта - 13 миҙалсы.
Ниһайәт, дәүләт имтихандары артта ҡалды. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ һынауҙарҙы яҡшы үтте. 100 балл йыйыусылар бул-маһа ла, юғары балға имтихан тапшырыусылар байтаҡ ҡына.
(№ 52)

Яугир хәтирәләре01.07.2016

Яугир хәтирәләреБөтә ғүмерен хәрби тормошҡа арнаған, тыуған илен һаҡлап тоғро хеҙмәт иткән гвардия подполковнигы, алты орден кавалеры һәм бик күп миҙалдар менән наградланған Зияф (Әхмәтзияф) Әхмәтсәйәф улы Таһиров илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған данлыҡлы шәхестәребеҙҙең береһе.
Тыуған ере - Көсөк (Маяҡ) ауылы. Улар ғаиләлә дүрт малай, алты ҡыҙ үҫәләр. Малай-ҙарҙың дүртеһе лә хәрби юл үтә: иң ололары Ғәбделхәбир граждандар һуғышы яугиры, полит-рук, Төркөстанда бас-мачтар менән алышта башын һала; унан ҡала өлкән лейтенант Ғаб-дулхаҡ Бөйөк Ватан һуғышында вафат була; гвардия подполковнигы Әхмәтзияф фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронттарын үтеп, 1980 йылда 71 йәшендә ба-ҡыйлыҡҡа күсә; иң ке-селәре рядовой Ҡотдос шулай уҡ һуғышта йәш-ләй генә һәләк була.
(№ 52)

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша30.06.2016

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша 25 июндә республиканың бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында, лицей һәм гимназияларында сығарылыш кисәләре үткәрелде. Ниһайәт, дәүләт имтихандары артта ҡалды. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ һынауҙарҙы яҡшы үтте. Һөҙөмтәләр ярайһы ғына. Математика фәненән уртаса һөҙөмтә 4,4 балл, былтырғынан юғарыраҡ. Рус теленән шул уҡ кимәлдә ҡалған - 63 балл. Иң ҙур, 100 балл йыйыусылар әлегә юҡ, шуға ҡарамаҫтан, инша яҙған 36 уҡыусының һөҙөмтәһе 81 балдан юғарыраҡ булған, былтыр ундайҙарҙың һаны 34 ине.
Сығарылыш кисәһе - ул бала саҡ менән хушлашыу, үҙ аллы тормоштоң башы. Башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаҫ көн ул. Ҡала-районыбыҙҙа ла сығарылыш уҡыу-сыларының хушлашыу балы үтте. Быйыл белем усаҡтарын 388 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың 57-һе «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалдарын алды. Сара район хакимиәтенең ҙур залында башланды. Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, хаки-миәт башлығының социаль сәйәсәт бу-йынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге на-чальнигы Ләйсән Фазлетдинова сығыш яһап, уҡыусыларҙы мәктәпте тамамлауҙары менән тәбрикләне. Уҡыусыларҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Фәрит Фәтих улы уҡыусыларҙы тантаналы рәүештә матур байрамдары менән ҡотланы. Киләсәктә лә үҙҙәренең мәктәбенең данын күтәрерҙәй шәхестәр булыуын теләне.
(№ 52)

Тыл батырҙары06.05.2014

Зәкиә Рәхмәтуллина-Кейекбаева үҙе эшләгән музейҙа һаҡланған белешмәләр ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарының, ирҙәре мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡалған тол ҡатындарҙың, тылдағы көс еткеһеҙ эштәрҙе башҡарырға мәжбүр булған үҫмерҙәрҙең исемлеген асыҡлау, уларҙы тулыландырыу өҫтөндә байтаҡ иҫтәлектәр тупланы. Үкенескә ҡаршы, ул саҡтағы тере шаһиттарҙың байтағы фани донъяла юҡтар инде. Ҡасандыр оло быуын һөйләгәндәрҙән туҡылған хәтернамәләр менән Зәкиә Заһит ҡыҙы бөгөн ихлас уртаҡлаша.
1941-1945 йылдар тылдағылар өсөн дә оло һынау осоро булды. Оло быуын вәкилдәре, ҡарт-ҡоро, ирҙәрен яу ҡырына оҙатып та ғүмер ахырынаса һөйгән йәрҙәренә тоғро ҡалған тол һалдаткалар, киләсәктә һөйөп-һөйөлөп йәшәү өмөтөн һүрелтмәгән йәш ҡыҙ-ҡырҡын, быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән үҫмерҙәр - барыһы ла үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн, ал-ял белмәй, урманда, ҡырҙа, ырҙында тир түгәләр. Ошо хаҡта, мәҫәлән, Нурулла Баһауетдинов һөйләгәндәренән: «Ул замандарҙа ауыл хужалығында ниндәй эш бар, ауыл малайҙары, шул иҫәптән, мин дә кесе йәштән шуға егелдек. Һайланып торорға ваҡыт юҡ. Шулай ҙа, атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, мин балта оҫтаһы булараҡ танылыу яуланым. Мәктәп, база, контораны төҙөүҙә өлөшөм ҙур. Уның араһында ауылдағы өйҙәргә тәҙрә рамдары, ҡапҡастар, ишек яңаҡтары эшләнем».
(№ 52)

Нисек ҡотолорға?06.05.2014

Нисек ҡотолорға?«Учалы ҡалаһында йәмғиәтте һауыҡтырыу механизмын булдырыу» тигән девиз аҫтында район хакимиәте эргәһендәге ведомство-ара кәңәшмә үтте.

Бында сирҙе профилактикалау һәм дауалау буйынса социаль әһәмиәткә эйә тип табылған сирҙәр тураһында һүҙ алып барылды. Туберкулез, ВИЧ-инфекция, наркомания буйынса сирлеләрҙең иҫәбе республиканың уртаса күрһәткестәренән түбән булһа ла, улар һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2012 йылда 48 кеше ВИЧ-инфекция менән иҫәптә торһа, 2013 йылда уларҙың һаны 78-гә барып баҫҡан. Туберкулездың актив формаһынан 69 кеше дауалана, йыл һайын 20-22 кеше сирлеләр һанын тулыландыра бара. Яман шеш ауырыуҙары буйынса ла статистика хәүефләнерлек. Әле район буйынса 1018 кеше яман шеш менән яфалана, уларҙың 348-е ауылда йәшәүселәр. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко онкология, туберкулез һәм ВИЧ-инфекция менән сирләүселәрҙе анализлап, уларҙың социаль портретын да билдәләне:
(№ 52)

Донъя хәлдәре06.05.2014

Донъя хәлдәре* Донъялар имен торһа, быйыл декабрҙә Ҡытай менән Рәсәй планета кимәлендәге әһәмиәтле проектҡа тотонорға йыйыналар. Әлегә тиклем Тымыҡ һәм Атлантика океандарын Панама каналы ғына тоташтыра ине. Ул тулыһынса АҠШ контроле аҫтында. Беҙҙекеләр иһә Никарагуа аша яңы диңгеҙ караптары юлы һалырға йыйына. Панаманан оҙонораҡ килеп сыға, 81 километр урынына 286. Ләкин маршрут ифрат ҙур күл аша үткәс, төҙөлөш хаҡы апаруҡ осһоҙая. Өҫтәүенә яңы канал киңерәк итеп ҡаҙыла, күпкә ҙурыраҡ караптар ҙа үтә аласаҡ. Төп инвестор - Ҡытай, ул Никарагуа менән был участканы 100 йылға ҡуртымға ала, 45 миллиард доллар индерә. Рәсәйҙең төп бурысы - был тирәлә хәрби караптар менән һаҡ башҡарыу. Монополия юғалтасаҡ Панама каналы хужаларының төрлө провокация ҡылырға аҙапланасаҡтары алдан билдәле бит инде. Яңы канал өлөшләтә 2019 йылда сафҡа инәсәк.
Көнбайыш илдәренә көстәлмеш дуҫ булып аҙапланғансы, Көнсығыш менән хеҙмәттәшлек күпкә хәйерлерәктер.
(№ 52)

Традициялар тергеҙелә06.05.2014

Традициялар тергеҙеләКитергә теләмәгән ҡыш миҙгелен, ниһайәт, яҙ алыштырҙы. Тәбиғәт уяныу менән бергә кешеләр йөҙөндә лә йылылыҡ, яҡшы кәйеф бөркөлә. Был күңелле мәлгә йәм өҫтәп, Ер шарында майҙың тәүге көнө - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы билдәләнде.

Иртәнге сәғәт ундарға «Таусы» стадионы эргәһендә ҡулдарына шарҙар, флагтар, ҡағыҙ күгәрсендәр тотҡан кешеләр туплана башланы. Был - байрам демонстрацияһына әҙерләнгән ҡала предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре. Ошо уҡ мәлдә мәҙәниәт һәм ял паркында ла халыҡтың ишәйеүе күҙәтелә. Сауҙа эше йәйелдерелгән: бер урында сағыу төҫлө шарҙар һатылһа, икенсе ерҙә тәмле ҡоймаҡ, төрлө тәм-том менән һыйланырға була. Байрамға килеүселәргә яратҡан район баҫмаларына яҙылыу мөмкинселеге лә бирелде. Балалар ата-әсәләрен эшләй башлаған аттракциондар яғына әйҙәһә, оло быуын вәкилдәре тыныс ҡына, осраған таныштары менән аралаша-аралаша демонстранттар килеүен көтә.
(№ 52)

Хакимиәт оперативкаһынан06.05.2014

Хакимиәт оперативкаһынанРайон хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмә уҙған байрамдарға байҡау яһауҙан башланды. 1 Май демонстрацияһында 4 мең кеше ҡатнашҡан, сара ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән.

Бынан тыш, «Таусы» боҙ аренаһында уҙғарылған «Боҙҙа бейеүҙәр» тамашаһы ла ҡала-район халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы күңелһеҙ ваҡиғаларға ла бай булған, кеше ғүмерҙәре ҡыйылған фажиғәләр байтаҡ. Шулай, 2 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән. Баттал-Озерный юлындағы һәләкәттә 4 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән. 16 водитель эскән килеш тотолған.
1998 йылда тыуған үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалып, яҡты донъя менән хушлашҡан.
(№ 52)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.