» Гәзиттең номеры: 53-54

Ҡабул итеүгә яҙылығыҙ12.05.2014

Ҡабул итеүгә яҙылығыҙҮҙәк ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиникала терапевҡа, педиатрға, стоматологҡа (ололар өсөн), гинекологҡа, дөйөм практика табибына (ғаилә табибы) беренсел ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин. Бының өсөн поликлиниканың регистратураһына шәхси мөрәжәғәт итергә йәки 8 (34791) 3-65-01 телефоны буйынса шылтыратырға була. Кеҫә телефондарынан МТС, Билайн, Мегафон өсөн бушлай номер - 09383, ЛПУ коды - 210. Поликлиникала урынлаштырылған инфомат та һеҙгә ярҙам итә ала. Республика интернет-порталынан табипҡа яҙылыу: https://rb.k-vrachu.ru/kiosk/82/; дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең федераль порталы: http://www.gosuslugi.ru.
(№ 53-54)

Күмәкләгән – яу ҡайтарған12.05.2014

Күмәкләгән – яу ҡайтарғанАуылдарҙы сағыштырып ҡараһаң, улар бер-береһенә оҡшаған. Тик кешеләр төрлөсә булған кеүек, һәр ауылдың үҙенә генә хас айырмалыҡтары, характеры бар.

Был үҙенсәлектәр унда йәшәгән кешеләрҙең холҡона бәйлелер. Татыу, берҙәм халыҡ көн күргән ауыл да күркәм. Һуңғы йылдарҙа илдә барған иҡтисади, социаль һәм сәйәси реформалар ауылдарҙағы күпселек кешеләрҙең баҙар шарттарына яраҡлаша алмауын күрһәтте. Эшһеҙлек иң киҫкен проблемаларҙың береһенә әйләнде. Әхлаҡ нормалары юғала барыу, эскеселек, наркомания, енәйәтселек - былар барыһы ла бөтөн организмды хәтерләткән ултыраҡтың «ауырыу симптомдары». Кешеләрҙең эшкә, аралашыуға, уҡыуға, мәҙәниәткә, спортҡа ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә шарттар юҡ икән, үрҙә телгә алынған «сир» аҙа ғына барасаҡ…
(№ 53-54)

Еңеү яуланылар12.05.2014

Еңеү яуланыларРәхмәт һиңә, ветеран!
Беҙ йырлайбыҙ һиңә дан!

Ошо һүҙҙәрҙе ауылыбыҙҙа иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Һибәтулла Ғиниәтуллинға бағышлағым килә.

Һибәтулла Һидәй улы 1924 йылдың 18 авгусында донъяға килә, Ҡобағош мәктәбендә башланғыс белем ала. Бәләкәйҙән эш һөйөп үҫкән малай һуғышҡа тиклем колхозда ат ҡараусы булып эшләй. 1942 йылдың авгусында Совет Армияһы сафына саҡырыла. Әлкә уҡсылар полкында өлкән сержант званиеһын ала һәм өсөнсө Белоруссия фронтына эләгә. Каменск-Подольск ҡалаһы өсөн фашист көстәре менән ҡыҙыу алыш ваҡытында Һибәтулла Һидәй улы ауыр контузия ала. Аҙаҡ Чернигов ҡалаһында 3 айға шоферҙар әҙерләү курсына ебәрелә. Унан һуң 2-се Украина фронтында дошмандарға ҡаршы көрәшен дауам итә.
(№ 53-54)

Тормош хәтирәләренән12.05.2014

Тормош хәтирәләренәнҠолош ауылының тарихын, халыҡтың үткәнен белеү, музейға материал туплау ниәте менән ололарға барып, һорап, яҙып алып сыҡтым. Башлап Миңһылыу апайға керҙем. Ул миңә әсәһе Миңзифаның еңел булмаған тормошо хаҡында һөйләне. Уның һөйләгәндәрен тыңлап ултырыуы миңә лә бик ауыр ине.

- Атайым Махиян менән әсәйем Миңзифаның ғаиләһе бик ҙур булды. Атайым, өйҙә әсәйемә балалар аҙыраҡ ҡалһын өсөн, өлкән Фәйзрахман ағайымды үҙе менән Тирлән яғына, Мисәлегә күрен ҡырҡырға алып киткән. Унда эшләгән өсөн көнөнә ике йөҙ грамм икмәк биргәндәр. Атайым алған икмәген йыйып барған. Үҙе улы менән кешегә утын ярып, тамаҡ туйҙырғандар. Әсәйем бер улын эйәртеп, икмәкте алырға барған. Алып ҡайтып килгәндәрендә алты урыҫ малайы туҡмап, икмәкте иҙгеләп бөтөргәндәр.
(№ 53-54)

Һынауҙарға бирешмәне12.05.2014

Һынауҙарға бирешмәнеЕңеү көнөн яҡынлаштырыуға Ишмәкәй ауылы уҙамандары - беҙҙең атайыбыҙ Фәтхетдин Фазлетдин улы Фазлетдинов, уның ағалары Ямалетдин һәм Фәсхетдин, Ҡустыһы Тажетдин үҙ өлөштәрен индерҙе. Ауылыбыҙҙан фронтҡа киткән яугирҙарҙың өстән бер өлөшө генә кире ҡайта алды. Ҡайһылары ауырыу, ҡайһылары ғәрип көйөнсә. Быйыл ауылда бер генә лә һуғыш ветераны 9 Май байрамын ҡаршыламай. Ләкин улар хәтерҙәребеҙгә мәңгелеккә уйылған, барыһына ла дан !

Атайыбыҙ 1908 йылғы. Граждандар һуғышы арҡаһында йәшләй атайҙан ҡалып, ауыр шарттарҙа үҫәләр. 1942 йылдың баштарында атайыбыҙ һуғышҡа алына. Ошо йылдың 12 авгусында Волоколамск ҡалаһы янында ҡаты яралана. Госпиталдәрҙә бер аҙ дауаланғас, 1944 йылдың апрелендә өйгә ҡайтып йығыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре килтерә, үҙе атлай алмай - бер аяғы бот төбөнән юҡ, икенсеһе лә ҡат-ҡат һыныуҙарҙан деформацияланған… 1-се төркөм инвалиды тип таныла.
(№ 53-54)

Ғәлиәхмәр яугирҙары12.05.2014

Ғәлиәхмәр яугирҙарыБыйыл Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына 69 йыл. Был һуғыш илебеҙ өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе булды. Немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә бөтә Рәсәй халҡы ҡатнашты. Был дәһшәтле алышта туғандарын, аталарын, ағай-энеләрен юғалтмаған ғаилә һирәктер.

Өлкән ағайым Зариф Закиров 1940 йылда хеҙмәткә алынып, Кенигсберг (Калининград) ҡалаһында хеҙмәт итеп, һуғыштың тәүге көндәренән үк хәбәрһеҙ юғала. Ә икенсе ағайым Фәтих Шакиров разведка командиры булып хеҙмәт итә, Днепр аша сыҡҡанда батырҙарса һәләк була.
Районыбыҙҙың бәләкәй генә Ғәлиәхмәр ауылынан 47 ир-ат яуға китә, уларҙың ун өсөнә генә кире әйләнеп ҡайтырға яҙа. Ҡайтҡандарының күбеһе һуғыш яраларынан интегеп йәшәне. Ләкин уларҙың лайыҡлы донъя көтөүгә, эшләүгә ихтыярҙары көслө булды. Тере ҡайтҡан ун өс яугирҙың күптәре менән миңә аралашырға, фекер алышырға тура килде.
Һуғыш яланында ятып ҡалған атай-ағайҙар халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Фекерҙәшем Ғәлиәхмәр ауылы егете Айрат Хатипов һөйләгәндәренән: «Атайым Фитрат, Фәтих Лоҡманов менән колхоз ойоштороуҙа бик әүҙем ҡатнашҡан.
(№ 53-54)

Егеттәр һынатманы12.05.2014

Егеттәр һынатманыРеспубликала беренсе тапҡыр хәрби-ҡулланма спорт төрҙәре буйынса спартакиада үтте.

1995, 1996 йылдарҙа тыуған һәм быйыл яҙғы призывта әрмегә саҡырыласаҡ егеттәр ҡатнаша: пневматик мылтыҡтан атыу, тиҙлеккә противогаз кейеү, турникта тартылыу, Калашников автоматын һүтеү-йыйыу, 16 килограмлыҡ гер күтәреү, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен белеү.
Был төр ярыштар тәүҙә бөтә райондарҙа ла ойошторолһа, финалға сыҡҡан 11 команда 5 майҙа көс һынашты.
Октябрьск ҡалаһы егеттәре еңде, учалылар икенсе урында - бик тә лайыҡлы ҡаҙаныш. Өсөнсө урында - Ауырғазы һәм афури райондары призывниктары.
Учалыны Ришат Әхмәҙиев, Айнур Мөрсәлимов, Руслан Исхужин, Салауат Ишмөхәмәтов һәмҡ Илмир Хәнәфиндар вәкилләне. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, егеттәр яҡшы старт алды, хәрби хеҙмәттәре лә ошолай уңышлы үтһен тип теләйбеҙ.
(№ 53-54)

Ҡаһарман яугир12.05.2014

Ҡаһарман яугирБыйыл илебеҙ Еңеүҙең 69 йыллығын билдәләне. Ғүмерҙәрен аямай, тыныс тормош теләп яуға ташланған ветерандарыбыҙға был көн айырыуса иҫтәлекле һәм ҡәҙерле булғандыр. Үкенескә күрә, уларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә.

Бөгөн ҡала-районыбыҙҙа 64 һуғыш ветераны йәшәй. Һәр береһенең тормош юлы үҙе бер китапҡа торошло. Учалы ауылында тыуып-үҫеп, әлеге ваҡытта ҡалала көн күргән 87 йәшлек Әхмәт Вәлиев та бынан ете тиҫтәгә яҡын йыл элек «һуғыш» тигән афәттең илебеҙгә ҡарсығалай ябырылғанын яҡшы хәтерләй.
Әхмәт Хажи улы бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫә. Атаһы менән әсәһе вафат булғас, 13 йәшлек үҫмерҙе апаһы менән еҙнәһе үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Халыҡтың аслы-туҡлы көн күргән мәле. Ашарға ризыҡ, кейергә кейем юҡ. Ошо арҡала мәктәпкә йөрөргә лә форсат теймәй, көс-хәл менән 5 класты тамамлай.
(№ 53-54)

Мәңгелек хәтер12.05.2014

Мәңгелек хәтерБөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙар батырлығы баһалап бөткөһөҙ ҡиммәт. Ҡорал күтәрергә яраҡлы бар ир заты фронтҡа киткәндә, йорт именлеген һаҡлап ҡалған тылдағыларҙың хеҙмәте лә бөйөк.

Ошондай, әҙип теле менән әйткәндә, «погонһыҙ һалдаттар» иҫәбенә мәҡәлә геройыбыҙ Минсара Шакирова ла инә.
Минсара Хәжиәхмәт ҡыҙы 1926 йылда Учалы ауылында, ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Тормоштары еңелдән булмаһа ла ата-әсәле, күңелдәре көр балалар юҡлыҡты тоймай. Әммә, бәлә ағас башынан йөрөмәй шул, 35 йәшендә биш балаһын етем ҡалдырып, әсәләре яҡты донъя менән хушлаша. Минсара әбейгә ул ваҡытта ун йәш булһа, иң кесе туғаны бары тик ике айлыҡ булып ҡала.
- Шәкәр ҙә юҡ исмаһам, имеп ятһын тип туғаныма арыш икмәген сәйнәп марляға һалып ҡаптырабыҙ. Мин алтынсы класта уҡып йөрөйөм. Уҡыуҙан һуң колхозға эшкә барам, аш утарға, бесән йыйырға йөрөйбөҙ. Унда ҡалаҡлап ҡына бирелгән он туғандарға етмәй. Бишектә ятҡан Мәүлиҙә үлеп киткәс, мин уҡыуымды ташлап, торф эшенә барырға булдым. 13 йәш, бәләкәйерәкһең әле тип алмаҫҡа итәләр. Кире ҡайтып, йәшемде бер йылға күбәйтеп яҙҙырып килтерҙем, шулай хеҙмәт юлымды башланым, - тип иҫләй ул.
(№ 53-54)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.