» Гәзиттең номеры: 53

Был донъяла ниҙәр бар?04.07.2017

Тормош ауыр, тип һыҡтарға яратһаҡ та, Росстат мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо тарихи рекордҡа еткән икән - 71,87 йыл (2015 йыл менән сағыштырғанда 171 көнгә күберәк). Иң оҙағы Ингушетияла йәшәйҙәр - уртаса 80,8 йыл, унан ҡала Дағстан (77,2) һәм Мәскәү (77). Рейтинг исемлегенең ҡапма-ҡаршы яғында Тыва (64,2) һәм Чукотка (64,4). Әйткәндәй, Ингушетия менән Тыва бала тыуыу буйынса илдә иң алғы рәттәрҙә, ти.
(№ 53)

Изгелек бүләк иттеләр04.07.2017

Мәҙәниәт һәм ял паркында яңғыраған дәртле музыка тауышы әллә ҡайҙан уҡ ишетелә. Уның эргәһенән тыныс ҡына үтеп булмай, һәр кем ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай паркка ыңғайлай. Майҙан эргәһендә тирмә ҡоролған. Эсе башҡорттарҙың милли йыһаздары менән биҙәлгән, боронғо ҡомартҡылар ҙа бар, мөйөштә бишек эленгән. Балалар тирмәгә инеп ҡомартҡылар менән таныша, өлкәндәрҙән үҙҙәренең һорауҙарына яуап ала.
Нисек кенә аяныслы булмаһын, донъяла физик кәмселеге менән башҡаларҙан айырылған, тормош шатлыҡтарынан мәхрүм булған кеше-ләр - инвалидтар бар. Уларҙы яҡлау, мәрхәмәтлек күрһәтеү - һәр кемдең көндәлек бурысы. Бөгөнгө һабантуй байрамы физик мөмкинлектәре сик-ләнгән балалар өсөн уҙғарылды. Ҡыҙ-малайҙар төрлө спорт уйындарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынанылар. Конкурстарҙа ҡатнаштылар, аттрак-циондарҙа йөрөү мөмкинлеге лә булды.
(№ 53)

«Бәхетле авто» еңеүселәре01.07.2016

«Бәхетле авто» еңеүселәре«Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә «Яйыҡ» гәзите ойошторған «Бәхетле авто» конкурсы хаҡында алдан иғлан иткән инек. Гәзитебеҙгә 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында уйнатылды лотерея. Уйынсылар һандар яҙылған махсус наклейкалар алдылар. Һәр һан аҫтындағы кешенең исем-шәрифтәре беҙҙә лә теркәлә барҙы. Ошо көндәрҙә «Бәхетле авто» конкурсы еңеүселәре, ниһайәт, билдәле булды.
Һандар яҙылған ҡағыҙ-ҙарҙы лототрондан алыуҙы хәбәрселәребеҙгә
(№ 53)

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын01.07.2016

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһынРамаҙан айы тамамланып Ураҙа байрамы етә, быйыл ул 5 июлгә тура килә. Иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә. Был көндө диндарҙар бер-береһен «Ғәйет мөбәрәк булһын» тип сәләмләйҙәр. Байрам көнө алдынан һәм шул көндө мотлаҡ рәүештә саҙаҡа - Зәкәт әл-фитр йыйыла. Йыйылған саҙаҡа мохтажлыларға таратыла.
Байрам көнөндә мо-солмандар ғәйет (бай-рам) намаҙын ҡыла-лар, иң яҡшы кейемдәр кейәләр, традицион аш-һыуҙар бешереп байрам табыны әҙерләйҙәр һәм күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыралар, күңел асалар.
Балалар был көндө төрлө уйындарҙа ҡатна-шалар, күршеләрен тәб-рикләйҙәр - улар хәйер итеп балаларға тәм-том тараталар. Был көндө шулай уҡ ярлыларға иғәнә бирергә, бүләктәр тапшырырға һәм бер-береһенән ғәфү үтенергә ҡабул ителгән.
Байрам көнөндә мә-сеттә ике рәкәғәт ғәйет намаҙы уҡыла, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә әйтелә.
(№ 53)

Данлыҡлы Мөхәммәт мулла01.07.2016

Учалы районы Ҡолош ауылында 1891-1956 йылдар аралығында Мөхәммәт Хәҙисов исемле бик уҡымышлы, һәләтле мулла йәшәгән. Күренекле шәхес Зәйнулла ишан Рәсүлевтың шәкерте булған. Троицк ҡалаһында белем алған. Муллалығы өсөн 1937 йылда төрмәгә лә ултырып сыҡҡан. Төрмә ишегенең йоҙаҡтарын күҙ ҡарашы менән генә аса алған, тип һөйләйҙәр ололар. Үҙе менән һәр саҡ серле таяғын һәм китаптар йөрөткән. Ауылдан-ауылға йөрөп халыҡты, кескәй балаларҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалаған. Бигерәк тә быума ул замандарҙа көслө булған. Мулла доғалар уҡып, өшкөрөп, имләп аяҡҡа баҫтырған. Исемдәр ҡушҡан, мал-тыуарға ла тоҙ өшкөрөп биргән.
(№ 53)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.