» Гәзиттең номеры: 54

Яңы бүлек асылды07.07.2017

Үҙәк ҡала дауаханаһында ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға булды. Күптән көтөлгән, хәҙерге ваҡытта йөрәк, нервы ауырыуҙары менән яфаланыусы кешеләр өсөн бик кәрәкле бүлек - интенсив терапия блогы асылды.
Район хакимиәте башлығының со-циаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко дауахана хеҙмәт-кәрҙәрен күркәм сара менән ҡотла-ны.
- Яңы бүлек асылыуы учалылар өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу йәһәте-нән табиптар ҡулдарынан килгән-дең барыһында эшләргә тырыша. Сәғәттең һәр минуты, секунды ҡәҙерле булғанда ауыр сирлеләрҙе Белоретҡа ебәрмәй, тиҙ арала үҙебеҙҙә дауалау мөмкинлеге булдырылды. Үҙәк ҡала дауаханаһында халыҡҡа медицина хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу артабан да дауам итәсәк. Әйткәндәй, дауаханала быйыл бихисап эштәр башҡарылды, күреүебеҙсә әлеге ваҡытта поликлиниканың беренсе ҡатында ремонт бара. Регистратураны үҙгәртеү, өҫтәмә алдан тикшерелеү бүлмәләре булдырыу сират мәсьәлә-һен хәл итер, тип ышанабыҙ. Дауахана хеҙмәткәрҙәренә киләсәктә лә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, са-бырлыҡ теләйем, - тине Зөһрә Мәү-литбай ҡыҙы.
(№ 54)

Яңы майҙансыҡлы булдылар08.07.2016

Яңы майҙансыҡлы  булдыларМода донъяһында билдәле модель, «Асыҡ йөрәктәр» хәйриә фонды етәксеһе Наталья Водянова Учалы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Өмөт» социаль приютына ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уҙған йылдың август айында урындағы хакимиәт ярҙамы менән социаль учреждение конкурсҡа кәрәкле документтар әҙерләп ебәргән. Быйыл мартта ыңғай яуап алына - фонд уйын майҙансығы өсөн 500 мең һумлыҡ аҡса бүлгән. Бар ҡорамалдар ҙа урынлаштырылып, балаларға шатлыҡ һәм файҙалы ял бүләк итеүгә әҙер булғас, майҙансыҡ тантаналы асылды.
Яңы уйын урыны бик йәнле килеп сыҡҡан, күҙгә бәрелеп тора. Бында бәүелсәктәр, яһалма тауҙар, үҙенсәлекле эскәмйәләр бар. Приют тәрбиәләнеүселәренең ҡыуанысын арттырып көтөлгән ҡорамалдарҙан тыш тағы ике бәүелсәк, ике беседка һәм фигуралары кескәйҙәрҙең буйҙарына тиң күсмәле ҙур шахмат таҡтаһы ла килгән. Бәлки ошондай ғәҙәти булмаған шахмат майҙансығы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа был спорт төрөнә ҡарата оло һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыр.
(№ 54)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.