» Гәзиттең номеры: 55

Был донъяла ниҙәр бар?11.07.2017

«Рәсәй почтаһы» компанияһы генераль директоры менән контракт оҙайтылманы, 1 июлдән эшһеҙ ҡалды. 2014 йыл эшмәкәрлеге өсөн 95,4 миллион түгел, ни бары 13,4 миллион һум премия алырға тейеш, тип былтыр зыҡ ҡубып алғайнылар бит инде, яза ошо булғандыр!
(№ 55)

Йән-фарман елде «тимер ат»тар11.07.2017

Учалыла һабан туйы кеүек ифрат күп кеше йыйған тағын да бер халыҡ байрамы барлыҡҡа килде тиерлектер. Ул да булһа - авторалли ҡарау. Һәр хәлдә лә, тамашаға килгән яҡташтарыбыҙҙың автомобилдәре бәйгелә ҡатнашыусылар һанынан байтаҡҡа күберәк булды. Кешенең дәртенә аптырарһың - таяҡҡа таянған ҡарттар, саҡ атларға өйрәнгән сабыйҙар, йөклө ҡатындар - барыһы ла бар ине. Үкенес, бер-ике иҫерек тә күҙгә салынды.
Хәбәр иткәйнек, 7 июль Мәскәүҙә «Ебәк юлы» тип аталған халыҡ-ара ралли старт алды. Дүрт тиҫтәләп илдән бихисап еңел һәм йөк ав-томобилдәре уҙыша. Ике меңләп саҡрым ара үткән бәйгеселәр 10 июль беҙҙең район биләмәләренә килеп еттеләр. Учалы районы аша барған трасса 54 километр тәшкил итә, Сәфәр, Учалы һәм Ахун ауыл ултыраҡтары ерҙәре аша һуҙылды.
(№ 55)

Еләккә хаҡ төшөрмө?08.07.2016

Еләккә хаҡ төшөрмө?Йәй - ҡыҙарып еләк бешкән, бесән өлгөргән иң матур һәм шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле лә осор. Йәйге көн йылды туйҙыра тигәндәй, ауыл халҡы ең һыҙғанып эшкә егелә. Аҙаҡ ҡыш буйы хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеүҙәре үҙе ни тора! Баҡса үҫтереүселәр өсөн дә эштәренең емештәрен тәмләү ваҡыты етте - баҙарҙа үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләк күпләп һатыла башланы. Ҡала баҙарында ташландыҡ баҡсаларҙан ҡурай еләген йыйып сауҙа итеүселәр күренгеләй.
Июлдең уртаһына етәбеҙ, әммә шуға ҡара-маҫтан, сауҙа өҫтәлдәре бер ҙә емеш-еләктән һығылмай. Быйылғы һауа шарттарының йо-ғонтоһолор, күрәһең. Йәй һалҡын торҙо, етмәһә, ҡырау төшөп үҫентеләрҙе һәләк итте. Яуым-төшөм дә аҙ булды. Һуңғы йылдарҙа берәй сәбәбе сығып ҡына тора. Былтыр ямғыр күп яуып еләктәрҙе сереткәйне, хәҙер үткән йылдағынан айырмалы рәүештә, ҡо-ролоҡ йонсота. Әлеге мәлдә ер еләгенең дә, баҡса еләгенең дә хаҡы алтынға бәрәбәр, икеһе лә бер иш. 0,5 банкаһы - 100-150 һум тора. 5 литрлыҡ биҙрәһе - 1000 һум, 3 литрлығы - 600 һум. Һатыулашҡанда хаҡын 500-550 һумға төшөрөргә була. Ҡурай еләгенең 0,7 литрлыҡ һауыты - 100 һум тора. Ҡайын еләге бер урында ғына, 0,5 литрлыҡ банкаһына 250-300 һум һорайҙар.
(№ 55)

Даны ҡайтты иленә08.07.2016

Даны ҡайтты иленәҠапҡа тыштарына шарҙар эленгән, һыйлы өҫтәлдәр күренә, урамда осрашҡан кешеләр күрешә, ҡосаҡлаша, музыка, гармун тауышы яңғырай. Көсөк-Маяҡ ауылында оло йыйын - ауылдаштар осраша. Байрам ошо ауылдан сыҡҡан башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды.
Төрлө тарафтарҙа йәшәүсе ауылдаштар, яҡташтарҙан тыш халҡыбыҙ геройы иҫтәлегенә арналған сараға билдәле шәхестәр - республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе, яҡташыбыҙ Рәшиҙә Солтанова, филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова килгәйне. Ҡунаҡтарҙы хәрби кейемдәге һыбайлылар ҡаршы алып, полководец музейына саҡлы оҙата барҙылар.
Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 декабрендә Күбәләк-Тиләү волосының Көсөк ауылында донъяға килә. 1912 йылдың көҙөндә батша хөкүмәтенә хеҙмәткә алына һәм артиллерия подразделениеһына тәғәйенләнә. 1914 йылдың йәйендә һуғыш башланғас, ул хеҙмәт иткән артбригада румын фронтына күсерелә.
(№ 55)

Ике шағир, ике яҙмыш13.05.2014

Ике шағир, ике яҙмышБынан 65 йыл элек була был хәл. 1949 йылда Урал армыттарын өҙөлөп һағынған торналар йылы яҡтан ҡайтышлай ҡанаттарынан моң түгеп уҙа. Уларҙың уғата һарһылып сыңрашҡан тәңгәле киртләс түбәле тауҙар, уларҙың итәктәрен сайып, бормаланып аҡҡан Миндәк, Яйыҡ йылғалары, күҙҙәй мөлдөрәшеп ятҡан күлдәр өҫтөндә була. Һәм, бына мөғжизә! Торналарҙың илаһи моңо яңғырағандан һуң күп тә үтмәй, Учалы районы ауылдарында бер-бер артлы ике сабый донъяға килә.

Иң ғәжәбе шул: тыуған көндәре араһындағы айырма айлап ҡына булған балаларҙың икеһе лә шағирлыҡ мөһөрө менән күренә. Моғайын, тәбиғәттең беҙ аңлап етмәгән төпкөлдәге серҙәре, Аллаһы Тәғәләнең зиһен иңләмәҫ ҡөҙрәттәре күптер. Әгәр шағирҙар ҙа Тәңре илселәре булһа, уларға ниндәй миссия йөкмәтелде икән? Илһамлы һүҙҙәре менән халыҡтың һуғыштан һуңғы күңел яраларын дауалатыр өсөнмө?
(№ 55)

Үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирәйек13.05.2014

Үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирәйекРайоныбыҙҙа ауыл халҡы ла, фермерҙар ҙа күпләп мал аҫрай. Ә бына етештергән итте ваҡытында һатыу өсөн мөмкинлектәр юҡ тигәндәй. Август, сентябрь, октябрҙә тереләй мал һатып алыусылар күбәйә. Малдың ҙурлығына ҡарап хаҡ ҡуялар. Башлыса көньяҡ халҡы килә торған. Үҙегеҙҙең яҡтарға алып ҡайтаһығыҙмы тип һорашһаң, юҡ, тиҙәр.

Силәбе, Мейәс, Магнитогорск, Златоуст ҡалаларына алып барып һаталар икән. Шундуҡ һуйып алып китәләр. Хужаһынан малды тереләй һатып алғас, күпме ит сыҡҡанлығын үлсәп тә тормайҙар. Иттең хаҡы яҡынса 110-145 һумға тура килә. Әлбиттә, осһоҙға китә. Шулай итмәҫ инең, алдағыһы билдәһеҙ. Учалы баҙарында ла алыпһатарҙар осһоҙға алалар. Бында сит илдәрҙән ебәрелгән ит күп һатыла. Үҙем күрҙем - ҙур-ҙур һыйыр боттары… Яһалма аҙыҡ менән ашатып үҫтерелгән һыйыр ите инде. Ситтән килтереп, түбән хаҡ ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең алыпһатарҙарға ҡалдырып китәләр. Ә ул мал ҡайҙа аҫралған, тейешле прививкалар яһалғанмы, анализдар алынып, тикшереү үткәнме - билдәһеҙ.
(№ 55)

Мәкерле әжәл13.05.2014

Мәкерле әжәлЯғып йылытыу миҙгеле тамамланды. Бик күңелһеҙ тамамланды. Бер ай дауамында районда 4 кеше һөрөмгә ағыуланып үлде. 28 мартта Рудник ҡасабаһында, 20 апрелдә Иманғол ауылында ирле-ҡатынлы пенсионерҙарҙың өйҙәрендә үлеүе асыҡланды. Тикшереү күрһәтеүенсә, ике осраҡта ла шиберҙар (төтөн ҡапҡастары) ябылған була, тәҙрә-форточка аша ла һауа инә алмай. Бер осраҡта, хатта, вентиляция каналдарына сепрәк-сапраҡ тығылған була.

Газ менән тәьминәт ойошмаһы белгестәре фекеренсә, бөтә ҡулланыусылар ҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһә, күпселек фажиғәләр булмаҫ та ине. Хәтерләп ҡуйығыҙ:
- газ приборҙары ҡабыҙылған саҡта форточканы асыҡ тотоғоҙ, был айырыуса пластик тәҙрәле бүлмәлә мөһим, юғиһә яныу продукттары кире һурыла башлауы ихтимал. Пластик тәҙрәләр ябыҡ тотола икән, һауа ағымы клапандарын (приточный воздушный клапан) урынлаштыртыу тәҡдим ителә. Һауа етеп, газ нормаль яна икән, ялҡын тигеҙ зәңгәр йә шәмәхә төҫөндә була;
(№ 55)

Донъя хәлдәре13.05.2014

Донъя хәлдәре* Үҙ-ара яҡындар менән һөйләшкәндә асыҡтан-асыҡ фекеребеҙҙе әйтә алабыҙ. Толерантлылыҡ тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Әлбиттә, йәмәғәтселек алдында сығыш яһағанда шул уҡ фекерҙәрҙе йомшағыраҡ формала әйтеү зарур, яңылыш аңлауҙары, кемдер ауырға алып рәнйеүе мөмкин бит. Ҡыҫҡаһы, бынан башҡаларға зыян килмәһә, шәхси мөхите эсендә һәр кем тулыһынса азат.
Демократия һәм билдәлелек төйәге тип иҫәпләнгән Америкала хәлдәр бөтөнләй икенсе икән. «Лос-Анджелес Клипперс» баскетбол клубы эйәһе Дональд Стерлинг үҙенең әхирәте менән телефондан һөйләшкәндә үтенесен еткерә: ҡара тәнле спортсылар менән фотоға төшһәң, уларҙы интернетҡа сығарма, баскетбол негрҙар уйыны тигән ассоциация барлыҡҡа килмәһен мәғәнәһендә. Бәлки, яҡшы хәбәр ҙә түгелдер, әммә бындай уйҙа булырға хаҡы барҙыр бит инде. Юҡ икән, шәхсән әңгәмә йәшерен рәүештә яҙҙырылып, шундуҡ киң йәмәғәтселеккә еткерелә. АҠШ президенты хурлыҡ мөһөрө баҫырға ашыҡты, 2,5 миллион доллар штраф һалынды, башҡа санкциялар ғәмәлгә ашырыла.

* Имәнес тойолһа ла, телевизорҙан көнө-төнө күрһәткәстәре, яҙып китергә кәрәктер инде. «Евровидение-2014» конкурсында еңгән һаҡаллы ҡатын Кончита Вурст ысынбарлыҡта 26 йәшлек ир енесендәге Томас Нойвирт икән. Австрияның Гмундене ҡалаһынан, әле Венала йәшәй. Хатта Австрияның үҙендә лә байтаҡ граждандар уның илдәрен вәкилләүгә ҡаршы сыҡҡан булалар, уларҙы бер кем дә тыңлап тормай.
Уға тауыш күп бирелеүгә ҡарап та, заман Европа кешеләренең ниндәйерәк икәнен төҫмөрләргә мөмкин…
(№ 55)

Мөһим ваҡиға13.05.2014

Район хакимиәте башлығының әленән-әле районыбыҙ территорияһы биләмәләренә сығып күсмә ултырыштар уҙғарыуы бөгөн яңылыҡ рәүешендә ҡабул ителмәй. Киреһенсә, ул үҙенә күрә бер күркәм ғәҙәткә әүерелде.

Ауыл хакимиәте башлығы Ләлә Лутова билдәләүенсә, был төбәктә әллә ни ҙур предприятиелар юҡ. Әммә күҙгә элерлек, телгә алырлыҡ эшһөйәрҙәр бихисап. Ҡалуй ауылы халҡының «Айыҡ ауыл» сараһында ҡатнашырға йөрьәт итеүҙәре генә ни тора. Урындағы хакимиәт, клуб хеҙмәткәрҙәре, ауыл интеллигенцияһы ҡатнашлығында уҙғарылған был сара күптәрҙә ниндәйҙер рухи яңырыу, эске күтәренкелек уятты. Уларға яулап алынған ошо бейеклекте юғалтмаһындар, тип теләргә ҡала.
Халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү барышында башлыҡҡа күптәр уй-фекерҙәрен еткерергә тырышты. «100-ҙән ашыу баланы үҙ эсенә һыйындырған ағас мәктәп ҡасан да булһа яңырыр тип өмөтләнәм», - ти Зәйнәкәй мәктәбе директоры Вил Лутов. Был юҫыҡта сорамандарҙың хыялы тағы ла ымһындырғыс. Киләсәктә белем усағының ҡабаттан тергеҙелеүенә ышаныстарын юғалтмаған улар. Әлегә бында башланғыс кластарҙа өс уҡытыусы эшләй.
(№ 55)

Ағас ултыртылды13.05.2014

Ағас ултыртылдыРеспубликабыҙ Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен һәм «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының эш планын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, республикабыҙҙың муниципаль берәмектәрендә 2014 йылдың 15 апреленән 20 майына тиклем «Ағас ултырт» тигән экологик акциялар үтә.

Ул шулай уҡ Ер реформаһының 150 йыллығын байрам итеүгә лә арнала. Акцияның төп маҡсаты - тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу, үҙ биләмәләребеҙҙе төҙөкләндереүҙә һәм йәшелләндереүҙә фиҙаҡәр өлөш индереү. Учалы халҡы ла акциянан ситтә тороп ҡалманы, 8 май көнө бергәләшеп ағас ултыртырға сыҡты. Был сарала ҡала-район етәкселеге, депутаттар, ойошма-предприятие вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Уларҙың тырышлығы менән Әхмәтғәлин урамының «Южный дворик» ресторанына хәтлем юл буйына 160 төп миләш ултыртылды. Учалы ҡалаһы ултырағы хеҙмәткәрҙәре биләмәне сүп-сарҙан таҙартты.
Әйткәндәй, 2013 йылда республикала «Үҙеңдең ағасыңды ултырт» акцияһы барышында 39539 ағас ултыртылған. Урман хужалыҡтарынан һәм БР Урман хужалығы министрлығының ведомство-ара дәүләт унитар предприятиеларынан тыш, был сарала 1300 кеше ҡатнашҡан. Улар араһында студенттар, уҡыусылар һәм башҡа граждандар ҙа бар.
(№ 55)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.