» Гәзиттең номеры: 56

Парлап уҙған ғүмер14.07.2017

Парлап уҙған ғүмерЙәш парҙарҙың иң тантаналы, иҫтә ҡалырлыҡ мәле, моғайын никахлашыуҙыр. Ап-аҡ күлдәк кейгән кәләш, «фыртауай» костюмда кейәү егете, парлы балдаҡтар, шаһиттар алдында мәңге бергә булырға әйтелгән вәғәҙә анты. Һәр кем туй тантанаһын ғүмергә хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә теләй. Хәҙерге замана йәштәре үҙҙәренең никахын матур һандар менән бәйләргә тырыша, мәҫәлән быйыл күптәр туй көнө итеп 7.07.2017 датаһын һайлаған. Ҡала-районыбыҙ-ҙа ла никахлашыу өсөн мотлаҡ ете һандары булған көндө түҙемһеҙлек менән көтөүселәр бихисап булды. 7 июль ҡала филармонияһында ғүмерҙәренең иң тантаналы мәлен теркәнеләр. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, матур датала өйләнеү өсөн сират ҙур. Ғаризалар ярты йыл элек үк ҡабул ителә башлаған.
(№ 56)

«Йәшел ураҡ» тотҡарлана14.07.2017

«Йәшел ураҡ» тотҡарланаБыйылғы һауа торошоноң көйһөҙлөгө тамам үҙәккә үтә. Йылы йәйҙе көтә торғас июлдең уртаһын да еткерҙек, ике аҙнанан августҡа аяҡ баҫабыҙ. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр, һүрән ҡояш ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең дә эшенә ныҡ аяҡ салды. Былтыр был ваҡытта хужалыҡтар дәррәү мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл булһалар, быйыл эш тотҡарлана. Әлеге мәлдә «Байрамғол» агрофирмаһы, «Юрға» йәмғиәте һәм Садыҡов крәҫтиән-фермер хужалығы сенаж сабыуға төшкән һәм «Юлдаш» йәмғиәтендә бесән әҙерләү бара. План буйынса 30 мең тонна сенаж әҙерләргә тейештәр, бөгөнгө көндә ни-бары 8 мең тонна сенаж һалынған, уның 5 мең тоннаһы «Байрамғол» агрофирмаһына тура килә.
(№ 56)

ОСАГО һаман «саға»...12.07.2016

Һеҙгә автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) полисын һатыуҙан баш тарттылармы? Бөгөн ул ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара. Ләкин закон был полистан тыш автомобиль йөрөтөүҙе тыя. Штраф түләтеүҙәре бер хәл, әгәр инде, Алла һаҡлаһын, берәйһенең машинаһын төкөтһәң, ни эшләргә? Үҙ машинаңды һатырға тура килмәгәйе... Нисек хәл итергә был сетерекле мәсьәләне?
(№ 56)

Учалы «Ебәк юлы»н сәләмләне12.07.2016

Учалы «Ебәк юлы»н сәләмләнеДүшәмбе көн дауамында тиерлек Первый Май ауылы янынан «Transorietale» символикалы мотоцикл-дар, КамАЗдар, спорт машиналары елеп үтте. Учалылар мөһим ваҡиғаға Мәскәү - Астана - Пекин Халыҡ-ара ралли-рейды шаһиты булды. Был ярышҡа тантаналы старт 8 июлдә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан бирелде. Маршрут буйынса Татарстанда туҡталғандан һуң автоуҙышсылар Башҡортостанға йүнәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа шарттарының насар булыуы арҡаһында Татар-станда билдәләнгән мах-сус участка буйынса үтмәгәндәр. Өфөлә уларға Халыҡ-ара аэропортта палаткалы лагерь асылды. Сарала ҡатнашыусылар төнгөлөккә шунда туҡ-талды. Республика баш-лығы Рөстәм Хәмитов спортсылар менән ос-рашып, һынауҙарҙы еңел үтеүҙәрен теләне.
(№ 56)

Таҙа мөхиттә йәшәргә хаҡлыбыҙ16.05.2014

Таҙа мөхиттә йәшәргә хаҡлыбыҙМансур ауылынан 1 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан саңғалыҡ диорит карьерында барлығы 400 кеше эшләй. Уларҙың 30-ы - Мансур һәм Ильинка ауылдарынан. Производство һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән туҙан был ауылдар халҡының йәшәү сифатын түбәнәйтә. 2013 йылдың декабрендә эшләнгән анализ һөҙөмтәләре буйынса, һауалағы саң миҡдары максималь рөхсәт ителгән норманан 5,9 тапҡырға күберәк.

Әлбиттә, закон буйынса һәр кем экологик яҡтан имен мөхиттә йәшәргә хаҡлы һәм Мансур ауылы халҡы ошо хоҡуҡтарын яҡлап, тағы ла сходҡа йыйылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был мәсьәләне улар 2012 йылда ла дәррәү күтәреп сыҡҡан ине. Был юлы ла үҙҙәрен ойошҡан халыҡ итеп күрһәтте. Сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан иләзетдинов, саңғалыҡ диорит карьеры директоры вазифаһын башҡарыусы Валерий Холодов, шулай уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитетының баш белгес эксперты Айбулат Байғарин ҡатнашты.
(№ 56)

Дәртле йәшәйҙәр15.05.2014

Малай Муйнаҡ ауылынан мәҙәниәт йорто мөдире Гөлфиә Әйүпова ауылдаштарының ихтирам-хөрмәтенә лайыҡ кеше.

Сөнки ул үҙ эшен күңел һалып, яратып башҡара. Ауыл мәҙәниәт усағында төрлө милли-мәҙәни саралар даими үткәрелеп тора. Шулай, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙы күрештереү маҡсатында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын да ойошторҙо ул.
8 Март, Яңы йыл байрамдары ла юғары кимәлдә, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ итеп гөрләп үтә. Дини байрамдарҙа мәҙәниәт йортонда Аллаһ ризалығы өсөн Ҡөрьән мәжлестәре ойошторола. Яҙғы һабантуйҙарҙан да малай муйнаҡтар ситтә тороп ҡалмай. Яуаплы эшендә Гөлфиә Әйүповаға күңел күтәренкелеге менән уңыштарҙың юғарыраҡ баҫҡыстарына күтәрелеүен теләйһе һәм ауылдаштары исеменән ҙур рәхмәт әйтәһе килә.
(№ 56)

Фольклорсылар - сәхнәлә15.05.2014

Комсомольск мәҙәниәт йортонда Поляковка зонаһына ҡараған ауылдарҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.

Һәр ауылдың клуб мөдирҙәре кисәгә матур, үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле тамашалар әҙерләгән ине. Бигерәк тә Абҙаҡ, Малай Муйнаҡ, Поляковка, Һөләймән, Вознесенка, Илсеғол ауылдарының артистары үҙҙәренең сығыштарында оҫталыҡтары, тырышлыҡтары һәм сағыу костюмдары менән айы-рылып торҙолар. Самауыр ҡайнатыу, ҡаҙан аҫыу, ҡумыҙ, ҡурайҙа уйнау һәр сығыштарҙа ла тиерлек күҙәтелде. Комсомольск мәҙәниәт йортоноң йәш артистары Айгөл Бәхтийәрова менән Минзилә Яҡупова башҡарған «Ете ҡыҙ» боронғо башҡорт халыҡ йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Шуныһы ҡыуаныслы - йәштәр менән бер рәттән оло йәштәге апай-ағайҙар ҙа ихлас күңелдән ҡатнаштылар. Тимәк, борон-борондан килгән башҡорт йолалары юғалмаясаҡ һәм киләсәк быуындарға ла еткереләсәк.
(№ 56)

Өмә гөрләп торҙо15.05.2014

Ҡолош ауылында зыяратты таҙартыу, буяу бу-йынса өмә үткәрелде.

Халыҡ бик әүҙем йыйылды. Ирек Әхмәтйәнов зыярат буярға тип 30 кг буяу бирҙе. Халыҡтан һәр бер өйҙән 50-шәр һум аҡса йыйып, кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар буяны, ир-аттар зыярат эсен таҙартты. Өмәлә ололар ҙа ҡатнашты. Мәүлиҙә Ғәйфуллина, Мәһүә Хөснуллина, Сания Нуриева, Зәйет Шакиров оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, йүгереп йөрөнөләр. Ҡолошта бер ваҡытта ла булмаған хәл: өмәгә 56 кеше сыҡты. Көн дә бик матур торҙо. Фәһим Шакиров үҙенең техникаһы менән сүп-сарҙы түкте. Шулай өмәләргә һәр ваҡыт сығып, тирә-йүнде таҙартып торайыҡ. Афарин, ҡолоштар!
(№ 56)

Ике шағир, ике яҙмыш15.05.2014

Ике шағир, ике яҙмыш(Аҙағы)

Мәҫәлән, поэзия секцияларында йәш шағирҙарҙың ҡулъяҙ-маларын тикшергән саҡтарҙа: «Әйҙәгеҙ, ижадҡа етдирәк ҡарайыҡ, башҡорт шиғриәтендә Рәмзилә Хисаметдинова күтәрелгән юғарылыҡ барлығын онотмайыҡ!» - тигәндәрен бер нисә тапҡыр Муса Ғәлиҙән, Рафаэль Сафиндан, Рауил Бикбаевтан ишеткәнем булды.


Әлбиттә, быны әҙәбиәтебеҙҙең ул дәүерҙәге аҡһаҡалдарын инҡар итеү түгел, ә йәштәргә йәштәр ижадын өлгө итеп ҡуйыу, тип аңларға кәрәк. Ысынлап та, әле атап үтелгән дәүерҙә мәшһүр «Буранбай», «Ирәмәл» әҫәрҙәрен яҙып, башҡорт шиғриәтендә милли рух, юғары гражданлыҡ һәм илһөйәрлек темаларын күҙ иңләмәҫ бейеклеккә күтәргән шағирәнең асыштары менән табыштарын өлгө итеп ҡуйырлыҡ ине.
(№ 56)

Ғүмере буйы яратҡан эше менән шөғөлләнде15.05.2014

Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Мәүлетҡолов Сафа Сабир улы 43 йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлай, 35 йыл Рәсүл мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Был мәҡәләне уның яҡты иҫтәлегенә арнайым.

1951-1953 йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған бер төркөм йәштәр Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡыйҙар. Улар араһында афури районы Сәйетбаба ауылы егете Мәүлетҡолов Сафа Сабир улы ла була. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып, ил хәстәре менән үҫкән егет-ҡыҙҙарҙың һәр береһендә белемгә эйә булыу теләге көслө була. Аслы-туҡлы уҡыһалар ҙа, дәртләнеп, тырышып, сәмләнеп уҡығандар, татыу ҙа булғандар.
(№ 56)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.