» Гәзиттең номеры: 57

Был донъяла ниҙәр бар?18.07.2017

Халыҡ-ара һөйләшеүҙәр уратып-уратып ҡына алып барыла торған. Шулай ҙа, ҡайһы саҡ күҙгә тура бәреп әйтеү ҙә кәрәктер. Һәр хәлдә лә Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров Көнбайыш йәмәғәтселеген шаңҡытты. АҠШ телеканалына интервью биргәндә, «... Америка Рәсәйгә ҡаршы бара. Беҙ атом ҡоралына эйә булған көслө дәүләт. Илебеҙҙе кемдер тар-мар итеп өлгөргән осраҡта ла, яуаптан ҡотола алмаясаҡ - автоматик рәүештә үҙенә ҡарата ракеталар осасаҡ, донъяның аҫты өҫкә киләсәк», - тип ҡырт киҫә. Шулай инде, быға тиклем булған донъя һуғыштарындағы һымаҡ, ситтән генә ут төртөп, кеше үлемендә байыу форсаты бер кемгә лә ҡалмаҫ - тик бындай хәл-ваҡиғаларҙан Хоҙай һаҡлаһын!
(№ 57)

Уҡ ҡөҙрәте ян керешендә18.07.2017

Уҡ ҡөҙрәте ян керешендә14-16 июль Ғәҙелша ауылы янында, Янтыҡбаш тауы ҡаршыһындағы яланда «Ай, Уралым, Уралым» тип аталған фестиваль үтте. Сара төп өс өлөштән торҙо: «Урал-батыр» (йәш батырҙар турниры), «Сал Ирәмәл ауазы» (халыҡ ижады коллективтары) һәм «Семәр» (милли костюм тегеү оҫталары) конкурстары. Быныһы мәҙәни программа булһа, барыһын да иң ҡыҙыҡһындырғаны - халыҡ-ара кимәлдә «Мәргән уҡсы» турниры үтте. «Мәргән уҡсы» ла еңеүселәр иртәгеһенә «Евразия кубогы» халыҡ-ара турнирында көс һынашты.
(№ 57)

«Самбист»15.07.2016

«Самбист»Ким Хәсән улы Латипов 1959 йылдың 31 майында Туңғатар ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Кимгә дүрт йәш тулыуға төҙөлөштә эшләп йөрөгән атаһы Хәсән ағай, әсәһе Роза апайҙы ике бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.
Ким бәләкәйҙән тәр-биәле була: әсәһенең ҡушҡандарын урынына еткереп эшләй, кәңәштәрен тыңлай, тырышып уҡый. Һәр саҡ ололарса фекер йөрөткән егет бала саҡтан спортты үҙ итә. Турникта күтәрелә, йүгерә, волейбол, футбол уйнай. Урамға сыҡһа, тиҫтерҙәрен әйҙәп тә-биғәт ҡосағына алып килә һәм үҙ-ара көрәш ойоштора. Урта буйлы, йомро кәүҙәле малайға тиңләшеүсе булмай. Ул бер ваҡытта ла маһаймай, үҙе белгән көрәш алымдарын дуҫтарына өйрәтә. Шуға ла уны малайҙар хөрмәт итә.
(№ 57)

Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәк15.07.2016

Етешһеҙлектәр бөтөрөләсәкХәҙерге йәшәйешебеҙҙе сифатлы, уңайлы юлдарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Автомобиль трассаһынан бер нисә сәғәттә республиканың теге йәки был төбәгенә барып етеү бер ни ҙә тормай. Әммә ҡайһы ваҡыт тигеҙ асфальттан елдереп барыу тәтемәй шул. Юлдарҙың сифаты үҙәкте өҙә, хәүефле участкалар бигерәк күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл проблемаһы һаман да Рәсәйгә хас төп бәләләрҙең береһе булып ҡала. Йыл һайын тармаҡты үҫтереү өсөн миллиардлаған һум аҡса бүленә, әммә асфальттағы соҡор-саҡыр, ярыҡтар йәки бөтөнләй юлһыҙлыҡ кәмемәй.
(№ 57)

Урман ҡаҙнаһы асылды19.05.2014

Урман ҡаҙнаһы асылдыОло быуындың әйтеме булған: «Ҡара ергә баҫһаҡ, бирешмәбеҙ!» Мәғәнәһе шул инде - ҡышты аслы-туҡлы үткәреп ебәргән кешеләргә, яҙ еткәс, тәбиғәт ниғмәттәрен йомарт өләшә башлай, үләндәрҙе белгән кеше астан үлмәҫ. Ашарға яраҡлы ҡырағай үҫемлектәр бихисап бит ул беҙҙә. Йыуа, һаҙ йыуаһы, бетлекәй, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ҡуян тубығы, ҡуҙғалаҡ, һарына, әттек, кәкүк аяғы, кәзә һаҡалы, бесәй күмәсе һәм башҡа. Үкенес, йәш быуын быларҙың һирәген белә хәҙер. Бәлки, биология-ботаника уҡытыусыларына балаларға ҡоро фән төшөндөрөү менән сикләнмәй, был үҫемлектәрҙең һәр береһен танырға өйрәтеү файҙалыраҡ булыр ине? Аҙыҡ-түлек етеүен, шөкөр, етә, ләкин, был үләндәр туҡлыҡлы ғына түгел, сихәтле лә бит. Юҡҡамы ни, ҡаҡы-балтырған менән үҫкән оло быуындың сәләмәтлеге йәштәргә ҡарағанда байтаҡҡа нығыраҡ…

Эс ҡортламаһын!
Балтырған ике йәки күп йыллыҡ үлән үҫемлеге. Урман ситендә, болондарҙа, йылға буйҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған. Урыҫса - борщевик. Латинса, йәғни ғилми телдә - Heraclium - «Геракл үләне», ҙур булып үҫкәне өсөн легендар грек бәһлеүәненә ишара яһала. Айырым төрҙәре 2-5 метрға тиклем күтәрелә икән.
(№ 57)

Матбуғат-201419.05.2014

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

«Еңеүсегә - елле бүләк!» тип аталған лотерея уйынын беҙ бер нисә йыл рәттән көҙгө яҙылыу кампанияһы ваҡытында ғына ойоштора инек. Ағымдағы йылда был акцияны ике тапҡыр уҙғарырға ҡарар иттек. Приздарҙы уйнатыу июнь айы аҙағынаса, бер нисә этапта башҡарыласаҡ. Кем «Яйыҡ»ҡа икенсе ярты йылға яҙылыуын иҫбатлаусы квитанцияһын йәки уның күсермәһен тиҙ арала редакцияға ебәрә, шулар барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ. Акциябыҙға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына.
Беренсе отош 27 май көнө уҙғарыласаҡ. Унда шәп бүләк - мультиварка уйнатыласаҡ.
Мөһим кампаниянан ситтә ятып ҡалмағыҙ, дуҫтар! «Яйыҡ»ҡа яҙылығыҙ һәм отоғоҙ!
Мөхәрририәт.

(№ 57)

Күңел-сафа ҡорғанда…19.05.2014

 Күңел-сафа ҡорғанда…Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев «2014 йылда һыуҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлау саралары тураһында» тигән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта һыу ятҡылыҡтарында ғәмәлгә ашырылырға тейеш именлек саралары планы раҫланды. Ҡала һәм ауыл ултыраҡтары башлыҡтарына түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:

- һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға алыусылар менән берлектә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән сараларҙы башҡарыу;
- халыҡ күпләп һыу буйында ял итеү өсөн урындарҙы билдәләү, ҡотҡарыу постары йыһазландырыу;
- знактар урынлаштырып, тәғәйен булмаған урындарҙа һыу инеүҙе тыйыу;
- һыу буйында үткәрелгән масса сараларында хәүефһеҙлек өсөн яуаплы кешеләрҙе тәғәйенләү;
- билдәләнгән тәртиптә матрос-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләү.
(№ 57)

Геройҙар арабыҙҙа19.05.2014

Геройҙар арабыҙҙаБер ай элек редакцияға шылтыратыу яңғыраны: «Ҡунаҡбай ауылында ир уҙаманы һыуға батҡан баланы ҡотҡарған, ишеттегеҙме?» Шундуҡ ауылға шылтыраттыҡ, әммә унда аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алманылар. Күп тә үтмәй Ҡунаҡбайҙа, ысынлап та, ошондай хәлдең теркәлеүе хаҡында мәғлүм булды. Ауыл Советына шылтыратып, ҡотҡарыусының исем-шәрифен, ҡайҙа эшләүен яҙып алдыҡ та, үҙен күреп-һөйләшергә ашыҡтыҡ.

Марат Аллаяров «Транстехсервис» йәмғиәтендә эшләй. Беҙ килгәндә төшкө ашҡа туҡтап тора ине. 19 апрелдә булған ваҡиғалар тураһында бына нимә һөйләй ул.
Ял көнө ғаилә ишек алдын тәртипкә килтерә. Марат Исрафил улы сүп-сарҙы тракторына тейәп, 11 йәшлек Урал улы менән сүплеккә юллана. Тирә-яҡта яҙ һулышы, ерҙең ҡарҙан әрселгән мәле. Урамдан йөрөрлөк түгел, бысраҡ. Гөрләүектәр йылғалай булып аға. Марат ағай сүплеккә китеп барғанында, ауыл уртаһынан аҡҡан йылғаның текә ҡалҡыулығында ике ҡыҙ баланың ултырғанын шәйләп ҡала. Күпмелер ваҡыттан буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан һиҙемләй, күрәһең. «Ҡалай матур булып ултыралар», - тип уйлап ҡуя ул. Сүп-сарҙы түккәс, тура юл менән ҡайтырға ниәтләйҙәр, әммә юлдың йыуылғанын күреп, кире боролалар. Килгән юлдарына төшөп, ауылға ыңғайлайҙар. Йылға янынан үткән ваҡытта, тауҙа ултырған ҡыҙҙарҙың йылғаны кисеп сығып барғанын шәйләй Марат Исрафил улы.
(№ 57)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.