» Гәзиттең номеры: 58-59

Һау бул, мәктәп!26.05.2015

Һау бул, мәктәп!22 май ҡала-районыбыҙҙың белем биреү усаҡтары сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙатты. Был көндә 11-се класс уҡыусылары өсөн һуңғы тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Дәрестәр, көтөп алған тәнәфестәр, аҡбур менән һыҙғыланған таҡта, талапсан уҡытыусылар, бер һүҙ менән, шаулы мәктәп тормошо артта ҡалды. Алда еңел булмаған һынау - Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу, буласаҡ һөнәр менән билдәләнеү, теләгән уҡыу йортона уҡырға инеү көтә.
Быйыл ҡала-районыбыҙ буйынса 456 уҡыусы - 11-се, 756 уҡыусы 9-сы класты тамамлай. 3-сө лицейҙың сығарылыш кластары ла һуңғы ҡыңғырау тантанаһын тулҡынланып көтөп алды. Аҡ таҫма, алъяпҡыс таҡҡан мөләйем ҡыҙҙан кисерештәре менән уртаҡлашам. «А» класынан Лидиә Мәҙйәрова лицейҙың алдынғы уҡыусыларының береһе.

- Оло тормоштан беҙҙе һанаулы көндәр айыра. Әлбиттә, ныҡ тулҡынландыра, артабанғы яҙмышты хәл итәсәк дөрөҫ аҙым яһарға кәрәк бит, - тине ул. - Етди һынауҙар алдынан күберәк белем туплап ҡалырға тырышыуҙанмы, әллә һуңғы йыл булғанғамы - уҡыу йылы бик тиҙ үтте. Бар күңелдәрен һалып белем биргән уҡытыусыларҙан, иң сағыу хәтирәләр һаҡлаған лицейҙан, класташтарҙан бөтөнләй айырылаһы килмәй. Иртәнсәк әсәйемдең мәктәпкә оҙатыуын, атайымдың йылмайып ҡаршы алыуын һағынып иҫкә аласаҡмын. Бала саҡтан илемә, ғаиләмә файҙа килтерерлек һөнәр эйәһе булырға хыялландым. Теләгем тормошҡа ашырына ышанам!
(№ 58-59)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.