» Гәзиттең номеры: 58

[b]Күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек[/b]21.07.2017

Күрһәткестәр
ҡәнәғәтләнерлек


Район хакимиәтендә кәңәшмә үтеп, Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең 2017 йылдың 6 айындағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, БР буйынса министрлыҡ вәкиле Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы начальнигы урынбаҫары Шамил Айҙарбеков, район-ара прокурор вазифаһын башҡарыусы Александр Попов ҡатнашты.
Төп доклад менән бүлек начальнигы Илдар Абдраҡипов сығыш яһаны, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары һәм подразделение етәкселәре телмәр тотто.
Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда Учалы ра-йоны биләмәләрендә 4,5 процентҡа енәйәттәр әҙерәк теркәлә, ә уларҙы асыҡлау, киреһенсә, 3,4 процентҡа артҡан - 74 процент. Был юғары күрһәткес тип иҫәп-ләнә, бик хуп. Шуныһы ла яҡшы - элекке йылдарҙа ҡылынып, золомсолар яуапҡа тарттырылмаған енәйәттәр ҙә ярайһы асыҡланған. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә бит ул.
(№ 58)

Битараф булмайыҡ!21.07.2017

алауат Нәжип улы Лоҡманов урындағы инициатив төркөм ағзалары менән берлектә кәңәшмә уҙғарҙы.
Был кәңәшмәнең маҡсаты етди һәм ул тиҙ арала тормошҡа ашырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Быйылғы йылда ла Ураҙ ауылы «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы»нда ҡатнашып проектта еңеп сыҡты һәм хоккей коробкаһы төҙөү өсөн республика бюджетынан аҡса алыуға хоҡуҡ алды. Ләкин был ҙур эштең башы ғына. Иң мөһиме - халыҡтың да ошо эшкә дәррәү ҡушылып, күпмелер сумма аҡса менән ҡатнашыуы. Инициатив төркөм ағзалары шулай уҡ ситтә йәшәгән һәм эшләгән ауылдаштарыбыҙҙың, урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙың да ситтә ҡалмай ҡатнашыуына өмөт итә. Ни тиһәң дә, Ураҙ ҙур һәм күркәм ауыл. Ураҙ ауылы киләсәктә тағы ла матурыраҡ һәм сәләмәт тормош менән йәшәр, балалар ғына түгел, ололар ҙа спортҡа ылығыр тип ышанаһы килә, шуға ла ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙып ебәрәйек.
Земфира АЙБАТОВА.
Ураҙ ауылы.
(№ 58)

Һәйтәктә - «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»21.07.2017

Һәйтәктә -  «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»Ошо көндәрҙә Һәйтәк ауылы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын уҙғарҙы. Сара сиктәрендә шулай уҡ Һәйтәк мәҙәниәт йортоноң 50 һәм «Арғымаҡ» халыҡ театрының 70 йыллыҡ юбилейҙары ла билдәләнде. Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя ҡорған, мәртәбәле урындарҙа эшләгән ауылдаштарын ҡаршылау өсөн әҙерлек эштәре алдан башланы һәйтәктәр. Ойоштороу комитеты булдырылды, эш планы билдәләнде. Ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Әлфиә Ғәбиҙуллина, Әлфиә Шакирова, Флүзә Сәғиҙуллина, Ғәлиә Сафиуллина, Әнисә Ғәликәйева, Нәжибә Исаева, Әнүзә Йәһүҙиналар элеккесә ҡолға тотоп өй буйынса йөрөп уйындар үткәрергә аҡса, ваҡ-төйәк әйбер йыйырға ла өлгөрҙө.
(№ 58)

Ике «бишле» менән ҡаршыланылар21.07.2017

Ике «бишле» менән ҡаршыланыларОшо көндәрҙә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Валентина Терешкова исемендәге һауыҡтырыу лагеры үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Юбилярҙарҙы ҡотларға тау-байыҡтырыу комбинаты, ойошма-предприятие етәкселәре, Урал тау металлургия компанияһы-холдингы вәкилдәре килде. Байрамда мәртәбәле ҡунаҡ - Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ҡатнашыуы айырыуса әһәмиәтле булды.
Йәмле Ҡалҡан буйында балалар өсөн лагерь элекке комбинат етәкселеге ҡарары менән ойош-торола. Ул ваҡытта йыһанға тәүге осош яһап Юрий Гагарин бөтә ғаләмде таң ҡалдырһа, ике йылдан һуң йыһан киңлегенә ҡатын-ҡыҙ - Валентина Терешкова оса. Күп уйлап тормай, лагерҙы уның исеме менән атарға ниәтләйҙәр.
(№ 58)

«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»19.07.2016

«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»Тәбиғәт ҡосағында барған байрамда өҫтәренә баҫылған камзулдар кейгән, ҡулдарына биҙәкле кейеҙҙәр тотҡан, йөҙҙәренән нур сәселеп торған апайҙарҙың сығыштарына ҡарап хайран ҡалдым. Уральск ауылының «Йәйғор» фольклор түңәрәге районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ла данлы исемгә ирешкән. Күңел көрлөгөндә тормоштоң тәмен һәм йәмен тойоп йәшәгән был һәләтле апайҙар менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы. Фольклор түңәрәге етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
(№ 58)

Был донъяла ниҙәр бар?19.07.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,4 мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә. Йыл башында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 26 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған булған. Ә республиканың вакансиялар банкында 36,4 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Тимәк, эш урындары булһа ла, эшләргә теләмәүселәр күп, тип һығымта яһарға була. [/b]
(№ 58)

Паралимпия чемпионы - беҙҙә ҡунаҡта19.07.2016

Паралимпия чемпионы - беҙҙә ҡунаҡтаТәү башлап ҡышҡы Паралимпия уйындары 1976 йылда Швецияла үтә. Шунан бирле был ярыш дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелеп, инвалид спортсылар араһында йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулай. Уйындарҙа Рәсәй спортсылары дөйөм команда беренселегендә юғары урындарға күтәрелә. Илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәренең дә еңеүҙәрҙә тос өлөшө бар.
Яҡташыбыҙ Ирек Зариповты ғына алайыҡ. Хайран ҡалырлыҡ шул. 17 йәшендә мотоциклда ҡурҡыныс аварияға ос-рап ике аяғын юғалта, ләкин яҙмышына баш эймәй, спортҡа килә. Һәм бушҡа түгел. «Мин илемә файҙалы кеше булырға тейешмен», - ти ул. Ирек маҡсатына ирешә. Төрлө ярыштарҙа урындар ала башлай, ә инде спорт-сының йондоҙло сәғәте 2010 йылда Ванкувер ҡалаһында үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында һуға. Ирек Зарипов был уйындарҙа дүрт тапҡыр еңеүсе була. Ауыр тор-мош һынауҙарына биреш-мәгән, ныҡышмал, сәм-ле егет күптәргә өлгө булырлыҡ.
(№ 58)

Яҡташыбыҙ беренсе20.05.2014

Яҡташыбыҙ беренсеБДУ-ның Учалы вәкиллеге студенты Руслан Шакиров Мәскәү ҡалаһында үткән «Башҡорт йыры» фестивалендә беренсе урын яулаған.

Композитор С. Низаметдинов иҫтәлегенә бағышланған конкурста студенттарҙың һәләте баһаланған.
Фестивалдә башлыса С. Низаметдинов яҙған йырҙар башҡарылған. Ә бына Учалы районы егете үҙе ижад иткән йырҙы жюри хөкөмөнә сығарып, «Автор йыры»» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған. Руслан Шакиров үҙе яҙған башҡорт йырҙарын гитарала башҡара. Тәрән мәғәнә һалынған ижад емештәрен тиҫтерҙәре лә бик йылы ҡабул итә.
Быға тиклем Мәскәү дәүләт университетында белем алған егет уҡыуын БДУ-ның Учалы вәкиллегендә дауам итергә булған. Ул милли иҡтисад факультетында белем ала.
(№ 58)

Лайыҡлы шәхес20.05.2014

Лайыҡлы шәхесКүренекле ғалим-педагог, мәшһүр фольклорсы Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың тыуыуына 80 йыл

Башҡорт дәүләт университеты бай тойғоло, кешелекле, ғилем донъяһына бар булмышы менән ынтылған педагог өсөн белем мәккәһе булды. Уның ҡулы аҫтында белем алған студенттар республикала, уның сиктәрендә төрлө тармаҡтарҙа эшләйҙәр. Марат Хәләф улының эскерһеҙ ярҙамында билдәле шәхестәр үҫеп сыҡты. Милли кадрҙар әҙерләүҙә күптәр менән бергә Марат ағайҙың да өлөшө ҙур.


Уның шәкерттәренән бөгөн БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә-композитор, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Фәйзуллина, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, БР ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, БАССР-ҙың, һуңғараҡ РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, филология фәндәре докторҙары, профессорҙар Фәниә Дәминдәрова, Ғәлимйән Ҡаһарманов, Хәҙисә Солтанбаева, филология фәндәре кандидаты, доцент Әхәт Вилданов, филология фәндәре кандидаты, доцент, билдәле яҙыусы-журналист, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Ризуан Хажиев, БР Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, яҙыусылар Факиһа Туғыҙбаева, Таңсулпан Ғарипова, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, журналист Фәүзиә Латипова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ғалим-педагог Ишмөхәмәт Шарапов, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Филүзә Фәттәхова, профессор Илдус Бүләков, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Бүләкованы һ.б. миҫалға килтерергә мөмкин. Уларҙың һәр ҡайһыһы остаз-уҡытыусыһына әле булһа рәхмәтле, матур иҫтәлектәр һаҡлайҙар, күптәре «Яҡшы хәтер» китабына хис-тойғоға тулған хәтирәләр яҙҙылар. Был йыйынтыҡ уҡыусы күңелен дә яулар тигән өмөттәбеҙ.
(№ 58)

«Урал батыр» йондоҙо20.05.2014

«Урал батыр» йондоҙоМәҙәниәт йылы айҡанлы майҙың йәмле көнөндә, мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә мәртәбәле сара үтте. Иртәнсәктән старт алған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү марафон-эстафетаһын тамамлау һәм ҡомартҡының йөкмәткеле һәм фәһемле 29 юлын флешмоб, йәғни халыҡ менән бер тауыштан һөйләү ойошторолдо. Аңлайышлы булһын өсөн ваҡиғаларҙы рәтләп бәйән итәйек.

Районыбыҙҙың 27 мәктәбенә алдан билдәләнеп бүленгән «Урал батыр» эпосының юлдары таратылды. 15 май көнө иртәнге сәғәт туғыҙҙа Озерный мәктәбе уҡыусылары 4640 юлдың тәүгеләрен ятлауҙы башлап ебәрҙе. Сылбыр буйынса, районыбыҙҙың көньяғынан төньяғынаса үтеп, эпосты ятлау киске сәғәт дүрттә Иманғол мәктәбендә туҡталды. Һәр белем биреү учреждениеһы үҙ сығыштарын видеояҙмаға төшөрөп, «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәренең «Башҡорт телен ҡәҙерләйек» исемле төркөмөнә сығарып һалды. Был акция Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, мәғариф бүлеге, балалар ижады үҙәге инициативаһы һәм ярҙамынан, БДУ-ның Учалы вәкиллеге тарафынан ойошторолдо.
(№ 58)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.