» Гәзиттең номеры: 59

Уңыш йыйыу мәле етә25.07.2017

Уңыш йыйыу мәле етәРайон хакимиәтендә хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған семинар-кәңәшмәлә быйылғы иген уңышын йыйыу һәм ужым сәсеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмәлә мал аҙығы әҙерләү кампанияһының барышы менән таныштырҙылар.
Тотороҡһоҙ һауа шарттары агра-рийҙарҙың эшенә ҡамасаулай. Июнь айында 87 мм яуым-төшөм яуған, норма - 77 мм, июлдең ике декадаһы эсендә 80,6 мм яуым-төшөм булған, норма - 61 мм. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. Садыҡов крәҫтиән-фер-мер хужалығы, «Юрға» йәмғиәте ҡышҡылыҡҡа етерлек запас туп-лаған, «Байрамғол» агрофирмаһы планға ҡарата 50 процент үтәгән.
(№ 59)

Был донъяла ниҙәр бар?25.07.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Будапешт ҡалаһында һыу спорты бу-йынса донъя чемпионаты үтә. Рәсәй делегацияһының айырым вәкилдәре «СССР» яҙыуы, ҡыҙыл йондоҙ һүрәте менән футболка кейгән була. Стадионға инер алдынан кейемде алмаштырырға мәжбүр итәләр, йәнәһе лә, фашизм, коммунизм символикаһын пропагандалау Венгрияла тыйылған. Был ике төшөнсәне өтөр аша ҡуйыуҙары аяныс! Бәлки онотҡандарҙыр, Икенсе Донъя һуғышында Венгрия немец фашистары ҡуштаны булып СССР-ға ҡаршы алышты һәм еңелде... Ә бына шул уҡ йондоҙҙар төшкән Ҡытай флагына һүҙ ҙә әйтергә ҡурҡалар, чемпионат үткәнсе ғорур елберҙәй.
(№ 59)

Алған да, биргән дә ғәйепле25.07.2017

Алған да, биргән дә ғәйеплеНимә ул коррупция? Вазифалы кешенең вазифа биргән вәкәләт һәм хоҡуҡтарын үҙ файҙаһына ҡайырып, дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәренә зыян килтереүе. Әйткәндәй, вазифалы кешенең ришүәт алыуы РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы менән баһаланһа, йәнәш килгән 291-се статьяла вазифалы кешегә ришүәт биргән өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған (вазифалы кешенең ҡурҡытып теләнселәүе асыҡланһа, йә ришүәт биреүсе коррупция хаҡында шундуҡ тейешле органдарға хәбәр итһә, йә тәфтиш алып барылыуға булышлыҡ итһә, яуаплылыҡтан ҡотҡарыла).
(№ 59)

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!26.07.2016

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!Йылға-күлдәрҙә һыу инеү - йәй айының иң күркәм мәлдәренең береһе. Уның сәләмәтлегебеҙгә файҙаһы ҙур: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, организм сыныға, һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта.
(№ 59)

Һалым ҡайтармаһын юллағыҙ26.07.2016

Һалым ҡайтармаһын юллағыҙБөгөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү иң актуаль проблемаларҙың береһелер. Бигерәк тә йәштәргә «ҡыйыҡлы булыу» өсөн ғәйәт ҙур сығымдар түгергә тура килә. Күптәр ипотека, кредит һаҙлығына бата. Ә бит байтаҡ йәштәр торлаҡ һатып алғанда йәки йорт һалғанда һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы икәнлектәрен белмәйҙәр ҙә. Күптән түгел редакцияға ошо хаҡта аңлатма биреүҙе һорап шылтыратыу булды. Һалым ҡайтармаһын алыуҙа, шулай уҡ торлаҡ һатҡанда һалым түләүгә ҡағылышлы ҡайһы бер нескәлектәргә төшөндөрөүен һорап беҙ БР буйынса 20-се район-ара федераль һалым хеҙмәте инспекцияһының иҫәп һәм теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары Планида Планит ҡыҙы Миниәхмәтоваға мөрәжәғәт иттек.
(№ 59)

Ауыл тәртиптә - ил муллыҡта26.07.2016

Ауыл тәртиптә - ил муллыҡта1 июлдән Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. Кампания 15 авгусҡа тик-лем дауам итәсәк. Сара барышында ер, сәсеүлек майҙандары, баҡсалар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт иҫәпкә алынасаҡ. Әлеге ваҡытта кампания ойошҡан рәүештә үтә. Иҫәп алыусыларға ҡала-районыбыҙҙа 17 мең объектты теркәү күҙ уңында тотола. Улар - ауыл хужалығы ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың фермер, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары. Төбәгебеҙҙә был сараға 41 иҫәп алыусы йәлеп ителгән. Башлыса ауыл тормошо һәм халыҡтың көнитмеше менән яҡындан таныш булған, ауылдаштары менән уртаҡ тел таба белгән кешеләр һайлап алынған. Уларҙы «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу» тип яҙылған күк кепкаһы, күк төҫтәге жилеты һәм «Росстат» символикаһы төшөрөлгән портфеле буйынса танырға мөмкин. Иҫәп алыусының таныҡлығы һәм паспорты булырға тейеш. Уның төп бурысы - был яуаплы эшкә етди ҡарау һәм мөмкин тиклем дөрөҫ мәғлүмәт алыу.
(№ 59)

Йомғаҡ яһалды22.05.2014

Йомғаҡ яһалдыТөбәгебеҙҙә дзю-до көрәше тарала башлауға 35 йыл үткән. Үҙенә күрә юбилей. Ошо датаға бәйләп һәм уҡыу йылын (уҡыусы балаларҙың күнекмә һәм ярыш миҙгелен) тамамлап, Учалы ҡалаһында территориаль турнир үткәрелде.

Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Белорет көрәшселәре килеп, 100-гә яҡын спортсы көс һынашты.
Чемпион исемен яулаусылар - Азалина Сафина, Артем Васильев (тренерҙары Ирина Харисова), Марат Төпәев (Александр Шумков), Нургиз Камалетдинов, Линар Хажин, Зариф Сөләймәнов (Фәһим Шакиров).
«Ҡаршылашты иң оҫта алып бәреү» номинацияһында Азалина Сафина һәм Зариф Сөләймәнов айырым рәүештә билдәләнделәр. Өҫтәп, Зариф Сөләймәнов «Турнирҙың техник йәһәттән иң камил көрәшсеһе» исеменә лә лайыҡ булды. Ә Азалина Сафина тотош уҡыу йылының иң яҡшы көрәшсеһе, тип танылды. 2013-2014 уҡыу йылының иң яҡшы дзю-до тренерҙары Фәһим Шакиров менән Ирина Харисова икәнлектәре рәсми рәүештә билдәләнде. Ә иң һөҙөмтәле (28 тапҡыр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа беренсе урын алалар!) клуб - Фәһим Шакиров етәкләгән Ҡотой дзю-до мәктәбе. Барыһын да лайыҡлы баһа менән ҡотлайбыҙ!
(№ 59)

Грант алдылар22.05.2014

Грант алдыларМәҙәниәт йылы айҡанлы, быйыл театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендәге иң яҡшы проекттар Башҡортостан Республикаһы Президентының грантын алды.

Гранттар суммаһы 1 млн һумдан 15 миллионғаса тиклем тирбәлде. Ижади проекттарын тормошҡа ашырырға йыйыныусылар араһында билдәле З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Башҡорт дәүләт академия драма театры, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы һәм башҡа билдәле ойошма-учреждениелар бар ине. Районыбыҙҙың «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә 2 млн һумлыҡ грант алып һөйөндө. Был аҡсаны бейеү коллективы республикабыҙ буйынса гастролдәргә сыҡҡанда тотонасаҡ.
(№ 59)

Иң яҡшы уҡытыусы22.05.2014

Иң яҡшы уҡытыусыҠалған ваҡытта ла сәхнә йондоҙҙары булып балҡыған яҡташтарыбыҙҙың Мәҙәниәт йылында уңыштарға өлгәшеүҙәре тәбиғи булып тойола.
Бөтә Рәсәй «Балалар мәҙәниәт мәктәбенең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсының беренсе (республика) турында талантлы гитарасы, йырсы һәм педагог Валерий Фишер еңеп сыҡты. Һәммәһе Башҡортостандан 4 уҡытыусы билдәләнә - вокал, һынлы сәнғәт, хореография һәм музыка ҡоралы номинацияларында. Конкурста комиссия рәйесе вазифаһын БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың башҡарыуы еңеүсе дипломына мәртәбә өҫтәйҙер. Хәҙер инде Мәскәүҙә үтәсәк ярышта уңыш юлдаш булһын тип теләп ҡалайыҡ. Бер һүҙһеҙ, Рәсәй кимәлендә танылыу табырға лайыҡ кеше. Гитара класында иң юғары категориялағы уҡытыусы. Ике ярым тиҫтә йыл эсендә йөҙҙән ашыу төрлө, шул иҫәптән, Халыҡ-ара конкурстар дипломанттары һәм лауреаттары әҙерләгән. Ә 12 уҡыусыһы профессиональ гитарасыға әйләнә, быныһы инде айырыуса нескә һәм оҙайлы эш - башта 5-7 йыл балалар музыка мәктәбендә уҡыу, һуңынан сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында.
- Әлбиттә, илһам өҫтәлде, тырышлығыма баһа бирелеү ҡанат ҡуя, - ти Валерий Альбертович. - Шулай ҙа уҡытыусыға иң мөһиме - өйрәнсектәреңдең ышаныслы атлап китеүе. Яңыраҡ үткән «Башҡортостан таланттары» конкурсына жюри ағзаһы итеп саҡырылғайным, яҡташтарыбыҙ Владислав Курочкин һәм Андрей Николаевтарҙың уңышлы сығыштары тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы. Ғорурланып ултырҙым!
(№ 59)

Балаға айлыҡ пособие22.05.2014

Балаға айлыҡ пособие2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте балаға айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индерҙе.

Положениеға ярашлы, 16 йәшкә ҡәҙәр балаға тәғәйен айлыҡ пособиены ата-әсәнең береһе юллау хоҡуғына эйә (дөйөм белем биреү һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһының көндөҙгө бүлегендә уҡыған бала уҡыуын тамамлағансы, әммә 18 йәшкә тиклем). Пособие, Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, айлыҡ килеме һәр ғаилә ағзаһына бүлгәндә йәшәү минимумынан аҙ булған осраҡта, йәғни аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә генә тәғәйенләнә (17.12.2004 йылдан №132-се «БР-ҙа балаға айлыҡ пособие» БР законына ярашлы).
2014 йылдың апреленән айлыҡ пособие тәғәйенләү өсөн йәшәү минимумы 6404 һум тәшкил итә. Балаһы булған барлыҡ ғаиләләр ҙә, әгәр ғаилә килеме (ата-әсәнең эш хаҡы, пенсия, стипендия, алимент, 1,5 йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие һәм башҡа килемдәр) йән башына йәшәү минимумынан артмай икән, айлыҡ пособие алырға хоҡуҡлы. Йән башына килемде бүлгән ваҡытта никахта тороусы ата-әсә һәм улар менән бергә йәшәгән балиғ булмаған балалары иҫәпкә алына. Әгәр ҙә ата-әсә никахта тормаһа, дөйөм ғаилә килемен иҫәпләгәндә әсәһенең килеме һәм балаға түләнгән алимент иҫәпкә алына.
(№ 59)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.