» Гәзиттең номеры: 6

Батыр рухы ҡайтһын халыҡҡа24.01.2017

Батыр рухы ҡайтһын халыҡҡаБашҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә «Урал батыр» эпосын һаҡлау, популярлаштырыу мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Унда мәғариф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, билдәле, абруйлы шәхестәр һәм Израилдән килгән ҡунаҡ ҡатнашты. Әңгәмә йәнле барҙы, ҡайһы саҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә яңғыраны. Иң мөһиме - арабыҙҙа «Урал батыр» эпосы яҙмышына, ғөмүмән, халҡыбыҙ тарихына һәм киләсәгенә битараф булмаған, йөрәктәрендә милли рух ҡеүәте көслө булған кешеләр барлығы асыҡ күренде.
Башҡорт халҡының ру-хи ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосын һаҡ-лап ҡалыу һәм таратыу өсөн республикала бай-таҡ эштәр атҡарыла: йыл һайын ҡобайырҙы ятлау буйынса йәш сәсәндәр ярышы уҙғарыла, кон-ференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, флешмобтар үтә, әҫәр фән күҙлегенән өйрәнелә, уны төрлө тел-дәргә тәржемә итәләр.
(№ 6)

Был донъяла ниҙәр бар?24.01.2017

Давостағы Бөтә донъя иҡтисад форумында аяныс факт бәйән ителде: бар кешелектең 50 процентына ҡарағанда ни бары 8 кешенең байлығы күберәк. Ер йөҙөндә әле иң бай әҙәм балаһы - Билл Гейтс, Майкрософт компанияһын нигеҙләүсе 75 миллиард долларлыҡ активтарға эйә. Социализм системаһы, Советтар Союзы тар-мар ителгәндән һуң капиталистар тамам бәйҙән ысҡынды шул!
(№ 6)

Телеңде йоторлоҡ24.01.2017

Телеңде йоторлоҡ Берәүҙәренең өҫтөндә бесәй, эт, айыу, себеш һындары урын алған, икенселәре сәскәләр, «Тыуған көнөң менән», «Юбилейың менән», «Берҙән-бер әсәйемә», «Минең батырыма» ише яҙыуҙар менән биҙәлгән. Айгөл Ғималетдинованың социаль селтәрҙәге шәхси төркөмөндә торттарҙың фотоларын ҡарап, был матурлыҡты ашауы ла йәл бит, тигән уй килә. Сағыу ҙа, телеңде йоторлоҡ та тәм-томдар бешереүсе оҫтабикә менән яҡындан таныштыҡ.
Комсомольск ауылын-да йәшәүсе Айгөл Радик ҡыҙы һөнәре буйынса ашнаҡсы түгел. Өфө юри-дик колледжында белем ала, бухгалтер. Әлеге көн-дә тегеү фабрикаһында эшләп йөрөй. Аш-һыуға оҫталығы бала саҡтан ки-лә уның.
(№ 6)

Бәлә ишек ҡаҡмаһын25.01.2016

 Бәлә ишек ҡаҡмаһын 2015 йылда 61 янғын теркәлә, бер аҙға (3,2 процентҡа) 2014 йылдан аҙыраҡ. Ә бына утта һәләк булыусылар - 3 кеше (7) һәм имгәнеүселәр - 2 (6) апаруҡ кәмегән. Бәләгә төп өлөштә ут менән һаҡһыҙ тотоноу килтерә - 16 осраҡ, үкенес, фәҡәт ошо позиция буйынса йылдам үҫеш күҙәтелә. Икенсе сәбәп тағы ла аянысыраҡтыр - 15 янғын золомсоларҙың яуыз ниәте менән сыға. 13 осраҡта - электр селтәрҙәре һәм ҡоролмалары, 10 осраҡта мейес төҙөкһөҙлөгө бәләгә килтерә. 22 торлаҡ йорт, 8 баҡса өйө, 42 ҡаралты, 9 берәмек автотрактор саралары зыян күрә, 8 тонналап бесән тәләф ителә. 3 янғын бәләкәй бизнес предприятиеларында теркәлә. Тулайым матди зыян 7 миллион һум тирәһе.
(№ 6)

Эх, һуғаны ла һуғаны!25.01.2016

Эх, һуғаны ла һуғаны!Ил етәкселегенең көрсөк, санкция тип дөбөр ҡағыуҙарын тәүҙә хәүефләнеп ҡабул иткәйнек, хәҙер уларға ла өйрәнеп бөтөп барабыҙ шикелле. Әлбиттә, илдәр араһындағы аңлашылмаусылыҡ һаман хафаға һала, аҙағы хәйерле булһын инде. Санкциялар индереүҙең ыңғай яғы ла бар, ниһайәт, магазин кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек күренә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, импортты алмаштырыуға һуңлап тотондоҡ. Үҙгәртеп ҡороу осоронан алып сит илдәргә ныҡ һалыштыҡ. Нефть һәм газ һатабыҙ ҙа, теләһә ниндәй продукцияны алабыҙ. Сифатлымы-түгелме, ҡарап та тормайбыҙ. Рәсәй аграр тармаҡты икенсе планға ҡуйҙы, хәҙер килеп шуның әсе һурпаһын татыйбыҙ. Сөнки тар-мар ителгән ауыл хужалығын ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаясаҡ.
(№ 6)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.