» Гәзиттең номеры: 60

«Австрия технологиялары башҡорт ерендә: үҫтерергә ярамай туҡтатырға». Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға?28.07.2017

Республика халҡына «Ласселсбергер» компанияһы «Өфө-Аэропорт» юлындағы рус һәм инглиз телдәрендә неон хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәр аша ғына таныш ине. Һәм ошондай уҡ атама аҫтында сыҡҡан керамик плитка ла күптәргә билдәле. Бер йыл элек концерн етәкселеге Башҡортостанда ҙур инвестиция пландарын тормошҡа ашырырға ниәтләүе хаҡында белдергәйне. Сәйәхәтсе Алексей Валерьянов юлъяҙмаларында ла ошо пландар, Рәсәйҙә һәм Көнбайыш Европала «Ласселсбергер» холдингы эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында бәйән итә.
(№ 60)

Аямай йәшен - олоһон һәм йәшен28.07.2017

Аямай йәшен - олоһон һәм йәшенҺуңғы ваҡытта күк күкрәп, йәшенләп яуған ямғырҙар йышайҙы. Әле унда, әле бында йәшендән зыян күреүселәр хаҡында хәбәрҙәр ишетелә. Күптән түгел районыбыҙҙа «Ахун» ял базаһы эргәһендә 49 йәшлек ирҙе йәшен һуғып үлтерҙе. Музыканттар тәбиғәт ҡосағына ялға сыҡҡан булалар, көтмәгәндә йәшенләп көслө ямғыр яуа башлай. Барыһы ла тиҙ генә ағас сатыр эсенә инеп йәшенә. Шул ваҡыт сатырға йәшен ата, көслө заряд иргә тейә, ул шундуҡ йән бирә. Эргәһендә ултырған кеше лә зыян күрә, шулай ҙа уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалалар. 49 йәшлек музыкантты ҡотҡара алмайҙар, йәне йәннәттә булһын инде. Өлгөлө ғаилә башлығы, тырыш хеҙмәткәр, булды тип ҡылыҡһырлайҙар үҙен.
(№ 60)

Хәл тотороҡло28.07.2017

Хәл тотороҡло26 июль райондың 2017 йылдың 6 айындағы социаль-иҡтисади үҫешен йомғаҡлауға бағышланған ҙур кәңәшмә үтте. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин, предприятие, дәүләт һәм муниципаль органдарының етәкселеге ҡатнашты.
- Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, - тип билдәләне Алексей Иванович, - төп план күрһәткестәре үтәлә, ауыл хужалығында ғына хәлдәр киҫкенерәк - оҙайлы ямғырҙар күп райондары-быҙҙы ҡаҡшата.
(№ 60)

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа02.08.2016

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуаКүп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ ата-әсәгә отпускы ваҡытын оҙайтыу һәм 14 йәшкә тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособиены минималь эш хаҡы күләменә еткереү тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһында тикшереләсәк. Атап әйткәндә, уларҙың йыллыҡ түләүле отпускыһын 31 көнгә тиклем (әле отпускының ваҡыты 28 көн тәшкил итә) күбәйтеү күҙ уңында тотола. Бынан тыш, теләктәре булмаһа, эш биреүсе уларҙы көҙөн йә ҡышын отпускыға ебәрә алмай, йәғни ял ваҡытын ата-әсә үҙе һайлау хоҡуғына эйә.
(№ 60)

Был донъяла ниҙәр бар?26.07.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларына тиклем өс йыл бар. Шулай ҙа документтың әле үк ҡабул ителеүе был ваҡиғаның ни тиклем тарихи әһәмиәтле булыуын раҫлай. «Республика халҡы өсөн был - тарихи дата. Бер нисә йыл элек Рәсәй Хөкүмәтенә әлеге юбилейҙы юғары дәрәжәлә үткәреү тураһында тәҡдим индергәйнек. Хөкүмәт уны хупланы һәм байрамды ил кимәлендә билдәләү инициативаһы менән Рәсәй Президентына сыҡты. Владимир Путин башланғысыбыҙҙы хупланы», - тип үҙ фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
(№ 60)

Полиция менән берлектә26.07.2016

Полиция менән берлектә22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Солтанова алып барҙы.
Республикабыҙҙа Йәмәғәт советы ун икенсе йыл эшләй. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшмәкәрлеге йәмәғәтселек менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү формаһы булып тора. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған. Министрлыҡ советы составына төрлө һөнәр белгестәре инә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Йәмәғәт советы ағзалары БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге менән берлектә граждандарҙы ҡабул итә, йәмәғәтселек менән килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.
(№ 60)

«Кино йорто» гөрләй26.07.2016

«Кино йорто» гөрләйҠала-районда балаларҙың йәйге ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. «Стиль» йәштәр-ял итеү үҙәге, «Ровесник» үҫмерҙәр клубы, туристар үҙәге, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет, мәғариф бүлеге, райондың мәҙәниәт йорттары көндөҙгө уйын майҙансыҡтары ойоштора. Мәҫәлән, Мансур мәҙәниәт йортонда аҙнаһына өс тапҡыр Мансур һәм Ильинка ауылдарының ҡыҙҙары һәм малайҙары өс сәғәт дауамында күңел асыу мөмкинлегенә эйә.
(№ 60)

«Батрак» булма!26.05.2015

Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Рәсмиләштерелмәгән мәшғүллек - хеҙмәт килешеүе төҙөмәй кеше яллау, граждандарҙың теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе. Фиктив хеҙмәт килешеүҙәре лә йыш осрай - ҡағыҙҙа минималь эш хаҡы күрһәтелә, бюджет-фондтарға бар түләүҙәр ошонан сығып башҡарыла, хеҙмәткәр иһә йәшерен рәүештә өҫтәмә аҡса ала.
«Күләгәләге» эш хаҡтары, легаль булмаған эш мөнәсәбәттәре - бар илгә хас социаль һәм иҡтисади бәлә. БР Хөкүмәте 84-се һанлы «Халыҡтың рәсмиләштерелмәгән мәшғүллеген кәметеү саралары һәм эш хаҡтарын ваҡытында түләү тураһында» (20.03.2015 йыл) ҡарар ҡабул итергә мәжбүр була. Башҡортостанда сама менән 116 мең тирәһе легаль булмаған хеҙмәткәр иҫәпләнә, ти. Уларҙы асыҡлау һәм закон талаптарына тура килтереү тәңгәлендә районыбыҙ республикала уртаса күрһәткес менән килә. БР Хөкүмәте аныҡ бурыс ҡуйҙы - районыбыҙҙа 2 мең тирәһе йәшерен эш урындарын рәсмиләштереү.

Учалы район хакимиәте башлығының ҡарары менән рәсмиләштерелмәгән мәшғүллекте кәметеү буйынса махсус комиссия һәм эш төркөмө булдырылған. Унда был өлкәгә ҡағылышлы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, пенсия һәм социаль страховкалау фондтары, һалым һәм хеҙмәт инспекциялары, мәшғүллек үҙәге һәм башҡа хеҙмәттәрҙәге вәкилдәре инә. Эш төркөмө һалым һәм закон менән ҡаралған иғәнәләрҙе түләүҙән ҡасыусыларҙы асыҡлау буйынса даими мониторинг (күҙәтеү) башҡара. Йыл башынан Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының территориаль бүлеге һәм район хакимиәте район-ара прокуратура менән берлектә 22 күсмә тикшереү башҡара, 87 хеҙмәт ҡануниәте боҙолоу осрағы асыҡлана. Шул иҫәптән, рейдтар үткәреү һөҙөмтәһендә хеҙмәт килешеүҙәре төҙөлмәйенсә хеҙмәт эшмәкәрлегенә йәлеп ителгән 43 граждан асыҡлана.
Был мәсьәлә урындағы бюджет өсөн үтә мөһим - байтаҡ өлөшө фәҡәт НДФЛ, йәғни физик шәхестәрҙең (граждандарҙың) килемдәренә һалымдан тулыландырыла бит. Ә урындағы ҡаҙна аҡсаһы нисек тотонолоуы тураһында гәзитебеҙҙә яҙып торабыҙ - юл, балалар баҡсалары, мәктәптәр, медицина. Былар барыһы өсөн дә кәрәк!
(№ 60)

Файҙалы шөғөл26.05.2015

Файҙалы шөғөлУчалы ҡалаһында йәшәүсе Ғилмийәровтар ғаиләһе кәзә үрсетеү менән 2000 йылдан мәшғүл. Осраҡлы ғына һөтөнөң файҙаһы тураһында ишетеп ҡалған Ғәлимулла Кәлимулла улы кәзә һатып алып үрсетә башлай. Әлбиттә, барыһы ла ыңғай бармай. Бер заман хайуанҡайҙарын эт ҡурҡыта, 12 кәзәһе юғала. Эҙләмәгән ере ҡалмай: ҡала эсенән, тирә-яҡтағы урмандарҙы гиҙеп сығалар. Күпмелер ваҡыттан һуң күбеһен табалар, ә ҡалғандары һыуға батҡандай юҡ була. Юғалған һаҡалтайҙарын әле лә һағынып иҫенә төшөрә Миңнинур апай менән Ғәлимулла ағай.
Йылдар үтеү менән кәзәләрен күпкә ишәйтә Ғилмийәровтар. Бөгөн көтөүҙәрендә 50 башҡа яҡын Заанен тоҡомло һаҡалтайҙар бар. Улар ябай кәзәләрҙән айырмалы рәүештә һөт тоҡомло һанала. Шуға йөндәре лә ҡыҫҡа. Яҙҙан алып ҡара көҙгә хәтлем кәзә һөтө, ҡымыҙы менән һатыу итә ғаилә. Бөгөн күптәр кәзә малының һөтө менән итенең файҙалы икәнлегенә ныҡлап төшөндө, буғай. Шуға ла кәзә аҫраусыларҙың күбәйә барыуына аптырарға кәрәкмәй. - Кәзә ҡымыҙын ыҫланған көбөлә махсус әҙерләйбеҙ. Һөтөнән ҡаймаҡ та айыртабыҙ. Эремсеге менән майы ла бик тәмле була. Шифаһы ла ҙур. Әйтергә кәрәк, кәзәнең ите һаулыҡ өсөн файҙалы, организм өсөн кәрәкле матдәләргә бай, - ти хужабикә.

- Кәзә ҡымыҙы бейәнекенә ҡарағанда күпкә ҡуйыраҡ. Ҡуйылығы 5,5 процент тәшкил итә. Шуға ла уны бейәнеке һымаҡ йыш бешергә ярамай, күп болғаһаң майы өҫкә ҡалҡып сыға. Ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләргә бай, - ти хужабикә Миңнинур Ғилмийәрова. Уны урындағы магазиндарға һәм йәрминкәгә сауҙаға сығаралар. Үҙ һатып алыусылары ла бар. Кәзәләрҙе махсус аппарат менән һауалар. Береһе һауҙырыуға, икенсеһе сиратҡа баҫа. Һәр береһенең исемдәре бар - Зөләйха, Стелла, Аппакий һәм башҡалар. Көн дә бер кәзәнән алты литрлап һөт һауыла. Кәзә һөтөнөң дә инде күптән ғалимдар тарафынан әсә һөтөнә тиң булыуы, бигерәк тә яңы тыуған сабыйҙар өсөн сифаты яғынан алдырыуы раҫланған. Кәзәгә теләһә нимә ашатһаң да, туйыр әле, тип уйларға ярамай. Хайуан тик файҙалы матдәләргә бай булған аҙыҡты ғына һайлай. Айырыуса кишер яраталар икән. Ғәлимулла ағай кәзә аҫрау серҙәрен яҡшы белә, бик күп китаптар уҡый, профессорҙар менән дә бәйләнешкә сыға. Быйыл Марий Эл республикаһына барып, тоҡомло тәкә алып ҡайтырға ниәтләй.
(№ 60)

Ҡырҡ йыл үткәс тә…26.05.2014

Башҡа һөнәр эйәләре араһында уҡытыусылар айырым урын биләй. Һәр кемгә биографияның беренсе битен яҙыша бит улар, ҙур тормошҡа путевка бирәләр.

50 йыл элек минең өсөн Ахун урта мәктәбендә беренсе тапҡыр ҡыңғырау яңғыраны. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына тупһа аша атланым. Әммә ҡаушауым шундуҡ юҡ булды - асыҡ йөҙлө, яғымлы Дамира Сафа ҡыҙы Кәлимова ҡаршы алды. Киң күңелле кеше ине, бер ваҡытта ла сабыйҙарҙы айырып ҡараманы. Үҙенең дә беренсе уҡыусылары инек, беҙгә йөрәк йылыһын йомарт өләште. Хөрмәтле һәм һөйөклө Дамира Сафа ҡыҙын хеҙмәт биографияһының алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙ бер аҙ үҫкәс, 5-се класҡа барып еткәс, Йондоҙ Вәли ҡыҙы Вәлиева үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ижади хыялдарға бирелергә, бейергә-йырларға өйрәтте ул беҙҙе. Дәрестәр ҙә ҡыҙыҡ үтте, кластан тыш саралар ҙа мауыҡтырғыс бара - мәктәпкә байрамға һымаҡ йөрөй инек.
(№ 60)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.