» Гәзиттең номеры: 61

Сит ил вожатыйҙары - «Йәйғор»ҙа01.08.2017

Сит ил вожатыйҙары  - «Йәйғор»ҙаАхун ауылы эргәһендәге «Йәйғор» муниципаль һауыҡтырыу лагерында йыл һайын 7 йәштән 15 йәшкәсә йөҙәрләгән бала ял итә. Лагерға нигеҙ 1987 йылда һалынған, учреждение матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, тирә яғын мөһабәт ҡарағайҙар уратып алған, эргәлә генә күл йәйрәп ята. Көрсөк заманында илебеҙҙә күп кенә лагерҙарҙың хәле мөшкөлләнде, сөнки уларҙы тәьмин итеү өсөн аҡса кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, әлеге ваҡытта һауыҡтырыу учреждениеһы Учалы районы хакимиәте һәм Туризм үҙәге ярҙамында финанслана. Үҙҙәренең баланстарына алынғас, һәр яҡлап төҙөкләндерелә, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Әлбиттә, был йәһәттән лагерь коллективының да хеҙмәте ҙур. Етәксеһе, ҡаланың 5-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Мәғәсүмова эшенә яуаплы ҡарай, учреждениены беренсе йыл ғына етәкләмәй ул.
(№ 61)

Был донъяла ниҙәр бар?01.08.2017

Беренсе Советтар Союзы миллионеры Артем Тарасов үпкәгә һыуыҡ тейеүҙән өйөн-дә яңғыҙы үлеп ятҡан. «Медицинала яңы технологиялар индереү өҫтөндә эшләгән, үҙе 200 йыл йәшәргә ниәтләнгән эшҡыуарҙы 69 һумлыҡ ҡәҙимге антибиотик ҡотҡарыр ине», - тип үкенес белдерҙе билдәле иҡтисадсы һәм сәйәсмән Михаил Делягин. ...төпсөнә башлаһаң, уйға һалырлыҡ факттар ҙа ҡалҡып сыға. Баҡһаң, А.Тарасов үҙен донъяла иң бай кеше тип иҫәпләгән була. 1991 йыл 3 миллиард совет һумдарына 1982 йылғы дәүләт займы облигацияларын алған икән. Ҡайһы-бер сит ил эксперттары раҫлауынса, ошо ҡиммәтле ҡағыҙҙар өсөн әлеге мәл ҡаҙнанан 205 миллиард доллар талап итергә хаҡлы була, ти.
(№ 61)

Тәүге медиация үҙәге01.08.2017

Тәүге медиация үҙәгеНимә ул медиация? Квалифика-циялы аралашсыны йәлеп итеп, бәхәсләшеүселәрҙең ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән килешеүенә килтереү алымы. Тәбиғи, был эш ирекле һәм конфиденциаль рәүештә генә башҡарыла. Алдынғы Көнбайыш илдәрендә иҡтисади һорауҙар буйынса ла, ғаилә, кеше хоҡуҡтары өлкәһендә лә киң таралған, ти. Хәҙер Рәсәйҙә лә ҡулланыла башланы.
27 июль Учалы ҡалаһында Ле-нин урамы, 14-се йорт адресы бу-йынса Башҡортостанда беренсе Медиация үҙәге асылды. Был эш менән шөғөлләнгән адвокаттар әле лә юҡ түгел, ләкин рәсми рәүеш-тә махсуслашҡаны, ысынында ла, беренсе. Тантанала район хакими-әте вәкилдәре, юрист һәм адво-каттар ҡатнашты, ошо айҡанлы Башҡортостан Адвокаттар палатаһы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов килде.
Булат Ғүмәр улы урындағы жур-налистарға ҡыҫҡаса интервью биргә-нендә, түбәндәгеләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды:
(№ 61)

Олоһо ла, кесеһе лә02.08.2016

Интернет, мобиль телефон элемтәһе - яңы күренештәр шул, ҡайҙа һәм нисек төп башыңа ултыртыу мөмкинлегенә һаман да төшөнә алмағандар күп. Был ҡармаҡҡа ололар ғына түгел, компьютер-фәләнде яҡшы белгән йәштәр ҙә эләгә. Ҡалғандарға иҫкәртеү рәүешендә ошондай ике осраҡ тураһында яҙып китәйек.
(№ 61)

Талайҙар, туҡмайҙар02.08.2016


БР буйынса Эске эштәр министрлығы ошо көндәрҙә Учалы ауылында булған ваҡиға тураһында хәбәр итте. Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡһаған, тип әйтелһә лә, бында киреһенсәрәк килеп сыға.
(№ 61)

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бара02.08.2016

 Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу бараМалсылыҡ тармағы өсөн иң мөһим осор етте - районда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һуңғы арала яуып үткән ямғырҙар үләнгә һиҙелерлек күтәрелергә булышлыҡ итте. Әле көндәрҙең ҡоро тороуы ҡулай, ауыл хеҙмәтсәндәре тиҙерәк бесән һәм йәшел масса әҙерләп ҡалырға тырыша. Тап ошо мәл малсылыҡтың киләсәген билдәләй, һөтсөлөк тармағының ҡышҡы осорҙа нисек эшләүенә нигеҙ һала.
(№ 61)

Учалыла Еңеү байрағы27.05.2014

Учалыла Еңеү байрағы«Гагарин көндәре» акцияһы сиктәрендә 6-23 майҙа республикабыҙҙа «Еңеү байрағын ҡаршылау» тип исемләнгән сара үтте.

Еңеү байрағы, теүәл әйткәндә, 150-се уҡсылар дивизияһы флагы. 1945 йылдың 1 майында Ҡыҙыл армия хәрбиҙәре Алексей Берест, Михаил Егоров һәм Мелитон Кантарий тарафынан Берлин ҡалаһының Рейхстаг көмбәҙенә ҡаҙалған. Рәсәй ҡануниәте менән «1942-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының һәм уның Хәрби көстәренең фашист Германияһын еңеүе символы, Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы» тип танылған.
Байраҡтың төп нөсхәһе Хәрби көстәрҙең үҙәк музейында һаҡлана, 9 Май, 23 февраль байрамдары айҡанлы ғына күтәрелә һәм Мәскәүҙән сығарылмай. Акция сиктәрендә Рәсәй субъекттары ҡабул иткән байраҡ күсермәһе төп нөсхәгә тиң хоҡуҡтарға эйә. Байраҡты ҡабул иткән һәр ҡалаға сертификат бирелә, был ҡала-район өсөн ҙур баһа һанала.
Акцияла ҡатнашыу өсөн райондар үҙ төбәгенең еңеү яулауға индергән өлөшөн туплап, байраҡты үҙендә ҡабул итергә лайыҡлы булыуын раҫларға тейеш ине.
(№ 61)

Күҙ йәшенә йыуынма27.05.2014

Күҙ йәшенә йыуынмаҠоро, эҫе, көслө елдәр иҫә. Янғын йәһәтенән үтә хәүефле осор. Барыбыҙҙан да айырыуса һаҡлыҡ талап ителә. Бәләкәй генә булып күренгән ҡайтышлыҡ та оло бәләгә еткереүе мөмкин. Район буйынса надзор бүлеге етәксеһе Рим Йәриев хәбәр итеүенсә, йылына йөҙләп объектты ентекләп тикшереп торалар икән. Тикшереүҙәр исем өсөн генә башҡарылмай. Һәм «ҡоро бәйләнеү» өсөн түгел.

Хәтерегеҙҙәлер, 2009 йылда ҡаланың төп мәҙәни объекты - филармония фәҡәт янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелмәү сәбәпле ябылғайны. 23 ҡағиҙә боҙола! Күпмелер ваҡыт уңайһыҙлыҡтар кисереп алдыҡ, әммә бөгөн капиталь ремонт үтеп, сигнализация ла ҡуйылған, төтөн һурыу һәм һыу һибеү системалары ла эшләй, биҙәлеш конструкциялары ла ут тиҙ тоҡанмаған материалдан һәм башҡа. Күҙәтеү алып барыусылар күрмәмеш булып ҡалһалар, һаман мәҙәниәт һарайы хәүефле хәлдә ҡалыр ине, ә кеше күп йыйылғанда ут сығыу ихтималы тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатыу ҡурҡыныс… Шулай икән, бөтә күрһәтмәләрҙе теүәл үтәү хәйерле, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәҫ.
(№ 61)

Донъя хәлдәре27.05.2014

Донъя хәлдәре* РФ Энергетика министры Александр Новак хәбәр итеүенсә, бер нисә йылдан яңы төҙөләсәк 4,8 мең километр оҙонлоғондағы «Себер көсө» тип аталған селтәр аша Ҡытайға күпләп газ һата башлаясаҡбыҙ. Өс тиҫтә йыл ағымында йылына 38 миллиард кубометр һатыу тураһында һүҙ алып барыла. Контракт хаҡы - 400 миллиард доллар. Күршеләр 25 миллиардын алдан бирергә лә әҙер. Әлегә иҫәпләшеү долларҙарҙа барһа, аҙағынан милли валюталарға ла күсеүебеҙ ихтимал.
Көнбайыш илдәре төрлө санкциялары менән артыҡ ҡурҡытмаһындар, тәбиғәт байлыҡтарыбыҙҙы алырға теләүселәр донъяла уларҙан башҡа ла күп.

* РФ Дәүләт Думаһы яҡшы инициатива менән сыҡты - дәүләт постары биләгән чиновниктарға сит илдәрҙә дауаланыуҙы тыйырға ниәтләнәләр. Ошо осраҡта, бәлки, үҙебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына иғтибарҙары артыр. Юғиһә, әлеге мәлдә йүнһеҙҙән-йүнһеҙ хужабикәне хәтерләтәләр бит: өйҙәгеләргә аш-һыу бешереп, ә үҙе әтмәләгәнде үҙе ашарға сикәнеп, ресторанға эйәләшкән ашнаҡсы һымаҡ. Совет юлбашсылары принципиаль рәүештә ситтә дауаланмаған булалар. Шуның һөҙөмтәһелер инде - 1978 йылда Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы СССР медицинаһын иң яҡшы система тип танығайны. Хәҙер бындай баһа тураһында хыяллана ла алмайбыҙ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан киткән Георгий Шебаев 2010 йылдан Өфөлә эшләне, ә ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәй, тип яҙалар. Ваҡытлы кешенең психологияһы йоғонто яһамай ҡалмай инде ул…
(№ 61)

Әһәмиәтле еңеү27.05.2014

Әһәмиәтле еңеүТөбәгебеҙҙә Ахун келәмдәре борондан дан тота. Маҡтарлығы ла бар шул, үҙемдең тыуған йортомда 37 йыл ята, әле лә өр-яңы һымаҡ! «Үле» синтетиканан түгел, тәнгә «тере» йылы бирә. Ә сағыу биҙәктәре күңелде лә йылытҡан һымаҡ, бындай камиллыҡ һәм гүзәллекте күреү үҙе генә лә кинәнес. Шөкөр, тип әйтәйек, был шөғөлдәре юғалып ҡалмаҫ, артабан киң йәйелер, буғай. Һәр хәлдә лә, келәм һуғыу серҙәренә төшөнгән оҫтабикәләр һаны ауылда бермә-бермә артасаҡ.

Эҙмә-эҙлекле бәйән итәйек. Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды (Тимченко әфәнде илдә иң бай эшҡыуарҙарҙың береһе), Мәҙәниәт менеджерҙары ассоциацияһы «Бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙың мәҙәни мозаикаһы» конкурсы үткәреү тураһында иғлан иткәйне. Конкурстың маҡсаты - мәҙәни мөхиттең һаҡланышына, үҫешенә һәм төрлөлөгөнә булышлыҡ иткән урындағы инициативаларға ярҙам күрһәтеү, бәләкәй ултыраҡтарҙа кеше капиталы үҫешенә шарттар тыуҙырыу. Конкурстың бюджеты - 50 миллион һум. Еңеүселәргә 150 меңдән 700 мең һумға тиклем гранттар вәғәҙә ителде. Тимченколарҙың Хәйриә фонды илебеҙҙә был төр шәхси учреждениеларҙың иң ҙур һәм абруйлыларының береһе, һүҙҙәрендә торорҙар тип ышанырға урын бар.
(№ 61)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.