» Гәзиттең номеры: 62

Йыландың ағы ла - йылан, ҡараһы ла - йылан04.08.2017

Быйыл еләк бигерәк уңған. Әлеге ваҡытта халыҡ урмандан ҡайтмай, еләкте йығылып ятып йыя, тиһәң дә була. Ғөмүмән, йәйгеһен тәбиғәт ҡосағына сығып, ял итеп ҡайтыуы үҙе бер ғүмер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт урманда беҙҙе ниндәй хәүеф көткәне тураһында онотоп ебәрәбеҙ. Етмәһә һуңғы арала, быйыл йыландар бигерәк күп, тигәнде йыш ҡына ишетергә тура килә. Айырыуса бейек булып үҫкән үлән араһында йылан күп күренгеләй икән. Уларҙан зыян күреүселәр ҙә бар, мәҫәлән, ошо көндәрҙә төбәгебеҙҙә еләк йыйырға барған ирҙе йылан саға, уны тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Тағы бер оло йәштәге ир ҙә еләк йыйған мәлендә йыландың ҡорбанына әйләнә, әлдә ваҡытында тиҙ ярҙам күрһәтеп өлгөрәләр. Ирҙәрҙең һаулығына әлеге мәлдә хәүеф янамай, имен-аман ҡотолғандар. Йәй дауам итә, шуға ла бәләгә тарымаҫ өсөн һаҡланыу сараларын алдан белеүҙең зыяны юҡ. Йәки йылан һөжүм итә ҡалһа, юғалып ҡалмаҫ өсөн нимә эшләргә? Бигерәк тә ағыулыһы саҡһа, үҙеңде нисек тоторға.
(№ 62)

Был донъяла ниҙәр бар?04.08.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Оппозицияла торған сәйәси көстәр РФ Премьер-министры Д.Медведевты законһыҙ юл менән сереп байыуҙа ғәйепләне, 26 март көнө байтаҡ ҡалалар-ҙа халыҡты демонстрацияларға алып сыҡтылар. Һуңынан РФ Президенты В.В.Путин, коррупцияға ҡаршы көрәш - бик ыңғай күренеш, әммә сәйәси спекуляция объектына әйләнмәһен, тип сығыш яһаны, барыһы ла закон сиктәрендә булырға тейеш. Эйе, башҡа миҫалдарға ҡағылмайынса, күрше Украинаға күҙ һалыу ҙа етә: бурҙарға ҡаршы көрәш һылтауы менән власҡа бурҙар килде, халыҡтың хәле элеккегә ҡарағанда ла күпкә насарайҙы. Иң яманы - власть сарсыған «либералдар» йәштәрҙең башын бутай. Интернет селтәрендә, власть рөхсәт итмәгән де-монстрацияға сығып, полиция ҡулға алһа, бының өсөн судлашып 10 мең евро алып бирәсәкбеҙ, тигән иғландар сығарыла бит. Әлбиттә, тормошта бер ни аңламаған үҫмерҙәр был ҡармаҡҡа әүрәй. 10 мең евро - 600 мең һум тирәһе! Ә бит ғәрәп илдәрендәге фажиғәле «революциялар» тап йәштәрҙең бол-ғаныштарынан башланды... Ярар ҙа, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре законһыҙ митингыларҙы ҡыуғанда бик һаҡсыл ғына эш итәләр, провокацияларға юл ҡуйылмай. Мәскәүҙә фонарь бағанаһына менеп ултырған йәш ахмаҡтар айырыуса билдәлелек алды, «геройҙарға» әйләнделәр. Властарға ҡаршы шул тиклем ҡыйыу күтәрелгән, йәнәһе лә ғәҙеллек талап иткән ике егеттең береһе - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Максим Шингаркиндың 17 йәшлек улы. Һуңғы һайлауҙар күрһәтеүенсә, учалыларға ҡапыл һөйөклөгә әйләнгән ЛДПР фракцияһынан, ә 2011 йылға тиклем был әфәнде РФ Президенты эргәһендәге Модернизация һәм иҡтисадтың техник үҫеше буйынса комиссияла вазифа биләй. Аптырарһың, бындай түрәнең балаһына ни ет-мәйҙер инде? Коррупция тәҡәтен ҡорота икән, үҙе «ҡара халыҡ» кеүек йәшәп ҡараһын: 18 йәште тултырыу менән әрмегә барһын, дөйөм нигеҙҙә уҡырға инһен, йүнле эш эҙләп интекһен... Эт һимерһә, хужаһын тешләй, тигәндәре шул булалыр инде!
(№ 62)

«Ҡымыҙ илендә» булдыҡ04.08.2017

«Ҡымыҙ илендә» булдыҡЭх, ҡымыҙының шәплеге, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт бирә!
- Ғәли ағай, шифалы эсемлегегеҙ тәме менән башҡаларҙыҡынан ныҡ айырыла, эсеп туйғыһыҙ. Эшләгәндә үҙегеҙ генә белгән берәй сер ҡулланаһығыҙмы әллә?
- Бер сере лә юҡ уның, башҡорт тоҡомло йылҡыларҙың борон-борондан ҡымыҙы тәмле булған, иң мөһиме - халыҡҡа оҡшаһын, - тип яуапланы әңгәмәсем. Ғәли Шәүкәт улы күп һөйләргә яратмай, әйт-һә, берәгәй әйтә. Әле лә ниңә тап уларҙың ҡымыҙы тәмле икәнлеге беҙгә сер булып ҡалды.
(№ 62)

Был донъяла ниҙәр бар?02.08.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Байтаҡ беҙҙең спортсыларҙы ситкә типһәләр ҙә, Бразилиялағы Олимпиада имен-аман үтеп китһен инде. Юғиһә Бөйөк Британияның Mirror гәзите раҫлауынса, тыйылған ИГИЛ террор ойошмаһы Рио-де-Жанейрола «бысраҡ атом ҡоралын» ҡулланыу планын ҡорған, ти. «Бысраҡ» - ысын атом бомбаһы кеүек ҡеүәтле булмаһа ла, тирә-йүнде радиацияға бысратҡан шартлатҡыс. Радиацион бомба һалыныу-һалынмауҙы асыҡлау һәм эҙләү өсөн Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһы эксперттары Бразилияға алдан йүнәлтелгән, тип хәбәр ителә. «Бысраҡ атом ҡоралы» әтмәләү өсөн сеймалды террорсылар СССР урынына барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙең ғилми үҙәктәренән алған булыуҙары ихтимал, тип алдан һүҙ ҡуйыртыла башланы.
(№ 62)

Резервтар ҙа мөмкинлектәр ҙә бар02.08.2016

Резервтар ҙа мөмкинлектәр ҙә бар
27 июль көнө муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Дәү-ләтгәрәев хәҙер инде йолаға әйләнгән алымды дауам итеп, урындағы журналистар менән осрашты. Ғәҙәттәгесә «тыйылған темалар» юҡ, аралашыу асыҡтан-асыҡ барҙы. Беренсе һорау - район иҡтисадының дөйөм хәле тураһында.
(№ 62)

Ҡалабыҙ - сәскәләр батшалығы02.08.2016

Ҡалабыҙ - сәскәләр батшалығыҠалабыҙ урындағы халыҡты ғына түгел, ҡунаҡтарҙы ла үҙенең күркәм йөҙө менән һоҡландыра. Учалыға килеп инеү менән гөл-сәскәләргә күмелгән урамдар, йәнлектәр, әкиәт геройҙары һындары, фонтандар, һәр ваҡыт тәртиптә тотолған ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ҡаршы ала. Был матурлыҡтың нигеҙендә - кешеләрҙең оло хеҙмәте ята.
(№ 62)

Милләт рухы һағында29.05.2014

Уҙған йылдың декабрендә Учалы районында «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошторолғайны. Был идеяны ауылдар ҙа дәррәү күтәреп алды. Мәҫкәү ауылында «Ағинәйҙәр ҡоро» февралдә барлыҡҡа килде һәм унда ауылдың иң абруйлы инәйҙәре тупланған. Мәүжидә айсина - 6 бала әсәһе. Дин юлында булған инәй аят кисәләрендә тәрбиә тәғлимәттәрен халыҡҡа еткерергә тырыша. Алсаҡ йөҙлө Зәкиә Шәһәрғазина 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. Уның улдары башҡорт рухлылар. Флүрә Садиҡова ла 4 ҡыҙ һәм 1 улға ғүмер биргән. Һәр балаһы тормошта үҙ урынын тапҡан. Зөләйха Мөхтәрова - 4 бала әсәһе. Уны ауылдаштары кешелекле һәм кеселекле итеп беләләр.

Рух һағында тороусы ағинәйҙәр эште милли костюм тегеүҙән башлаған, яға һәм ҡашмауҙарҙы ла үҙ ҡулдары менән нағышлағандар. «Күҙҙәребеҙ насар күрә. Энәгә еп үткәрә алмай аҙапландыҡ. Ярай әле ғаилә ағзалары ярҙамлашты. Тәңкәләрҙе лә улар тишеп бирҙе», - ти ағинәйҙәр. Шулай ҙа атҡарып сыҡҡандар. Хатта яғаның ауырлығын да үлсәп ҡарағандар. Мәҫәлән, Зөләйха Шәрипҡол ҡыҙының түшелдереге 3,5 кг тартҡан. Ынйы-мәрйендәр, тәңкәләр, ҡортбаштар менән биҙәлгән яғалар бик матур. Улар милли костюм өлгөләренә ҡарап тегелгән, боронғо әйберҙәрҙән алынған аҡсалар ҙа бар. Инәйҙәрҙең ҡара ситектәре лә үҙҙәренә бик килешә. Уларҙы урындағы эшҡыуар Әлмира Кәримова бүләк иткән икән. Афариндан башҡа нимә әйтәһең, үҙенә ҙур сауап алған.
(№ 62)

Бурысһыҙ бурыслылар29.05.2014

Бурысһыҙ бурыслылар«Былтыр машинамдан бәләкәй ҡул сумкаһын урланылар, - тип һөйләгәйне бер танышым. - Унда паспортым, фатир асҡыстары, бер аҙ аҡсам бар ине...» Шул көнө үк ул фатир йоҙаҡтарын яңыға алмаштырып ҡуя һәм эске эштәр бүлегенә барып, ғариза яҙа, яңы паспорт юллап ала.

Дөрөҫ, паспорт өҫтәлендә, оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, тигәс, танышым паспортын «урланылар» тип түгел, ә «юғалттым» тип яҙа. Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Рәфис дүрт төрлө банктан бурыстарын кисектермәй түләүҙе талап иткән шылтыратыуҙар һәм хаттар ала башлай. Һис ҡасан булмаған был «бурыстарҙың» дөйөм суммаһы 500 меңдән ашып китә! Асыҡланыуынса, бурҙар уның урланған паспортын файҙаланып, төрлө банктарҙан кредиттар алған булып сыға. Кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, уларға ай һайын тиҫтәләгән ана шундай сигналдар алырға тура килә икән.
Бындай уҫал һәм аяуһыҙ мутлашыуҙарҙың бер нисә төрлө юлы бар. Иң йыш осрай торғаны - урланған документтарҙы файҙаланып, кредит алыу. Бында бурҙар документҡа фотоһүрәтте генә алмаштырып йәбештерә лә - эш тә бөтә. Ә бына ксерокопиялар буйынса бирелеүсе кредит эштәре банк хеҙмәткәрҙәренең енәйәтселәр менән бергәләп хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләй.
(№ 62)

Өлгөрөп ҡалығыҙ29.05.2014

Өлгөрөп ҡалығыҙҺәр кем телевидениенан йыш ишетә, әммә аныҡ ҡына белеүселәр һирәк. Нимә ул «дача амнистияһы»? Теүәл әйткәндә, 2006 йылда ҡабул ителгән «Айырым төр күсемһеҙ милеккә граждандарҙың хоҡуҡтарын ябайлаштырылған тәртиптә рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер РФ закон йыйылмалары акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон (№93-ФЗ, 30.06.2006 йыл). Ошо хоҡуҡи акттың асылы тураһында БР буйынса Росреестр идаралығының Учалы бүлеге начальнигы урынбаҫары - ерҙәрҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Мансур Таймас улы Мортазин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ауыл халҡына ҡағылышы бармы, юғиһә, үҙәк телеканалдарҙан күберәген дача участкалары тураһында хәбәр сыға?
- Әлбиттә! Тәү сиратта фәҡәт ауыл халҡына актуаль, тип иҫәпләйем. Теүәл әйткәндә, ерҙе законға ярашлы ике рәүештә генә биләргә мөмкин - йә эйә булыу (хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ - мотлаҡ шарт), йә килешеү нигеҙендә эйәнән ҡуртымға (арендаға) алыу. Беҙҙә ни, бәғзе ауыл кешеләре, йортом ни заман был участкала тора, ер һалымы түләйем, тимәк, ер ҙә минеке, тип яңылыша. Хоҡуҡ дәүләт тарафынан рәсмиләштерелмәгән икән, кеше хужа булып иҫәпләнә алмай. Йорт-участканы һатырға, бүләк итергә, мираҫҡа ҡалдырырға булып китһә, был мәсьәлә бар киҫкенлегендә ҡалҡып сығасаҡ. «Дача амнистияһы» граждандар электән биләгән ер участкаларына, унда урынлашҡан торлаҡ йорттарға, гараждарға һәм баҡса өйҙәренә хоҡуҡты еңел рәсмиләштерә алһын өсөн индерелде лә инде.
(№ 62)

Өлгөлө магазин29.05.2014

Заманалар үҙгәргән һайын тормош талаптары ла үҙгәреп тора. Элек ауылыбыҙҙа бер генә рабкооп магазины эшләһә, хәҙер эшҡыуарҙарҙыҡы менән бергә биш магазин булып китте.

Шулар араһында иң яҡшыһы - Зөһрә һәм Рим Төхвәтуллиндарҙыҡы. Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән мәҡәл бар. Зөһрә менән Рим йәшләй генә өйләнештеләр, иң тәүҙә заманса йыһазландырылған йорт һалып сыҡтылар. Аҙаҡ бәләкәй генә магазин асып ебәрҙеләр. Хәҙерге көндә уларҙың сауҙа нөктәһе ҙур, яҡты һәм бай. Аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем, төҙөлөш материалдары, бойҙай, ҡатнаш аҙыҡ һ.б. бар. Әйткәндәй, ауылыбыҙ халҡының яртыһынан күбеһе уларҙың магазинына йөрөргә тырыша. Ике һатыусылары сауҙа итә. Шуларҙың береһе Зөлфиә Бикҡужина магазин асылғандан бирле эшләй. Һәр ваҡыт мөләйем йөҙлө, алсаҡ күңелле ул. Шуға күрәлер ҙә ҡасан барма магазин эсе тулы кеше.
Кәрәкле әйбер һорап тирә-яҡ ауылдарҙан, хатта Силәбе өлкәһенән дә киләләр. Был хөрмәт уларҙың тырышлығы һәм талапсанлығы менән бәйле.
(№ 62)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.