» Гәзиттең номеры: 63

Бер кем дә онотолмай...08.08.2017

Бер кем дә онотолмай...2 август көнө Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығының конференц-залында тантана үтте - бер төркөм геологтарға «Ятҡылыҡ асыусы» знактары тапшырылды. Награданың статусы юғары - уны биреү тураһында РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында приказ сығарыла.
Яңы Учалы ятҡылығының төп «руда тәне» 1986 йылдың 28 майында асыҡлана, 2292-се һанлы скважина быраулаусылар 700 метр тәрәнлектә тап итә. Был баҡыр-колчедан ятҡылығы ҡаланан көньяҡта, әле үҙләштерелгән Учалы ятҡылығынан ни бары 2 километр алыҫлыҡта.
Ятҡылыҡ табылыу менән эҙләү эштәре проекты төҙөлөп, СССР Төҫлө метал-лургия министрлығы Урал геологоразведка экспеди-цияһының Межозерный пар-тияһы сиктәрҙе билдәләү, запастарҙы баһалауға ныҡлап тотона. Күп йылдар үткәс кенә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был ятҡылыҡты артабан разведкалау, баҡыр, баҡыр-цинк рудаһы табыу өсөн лицензия юллай, шуға тиклем запаста ята.
(№ 63)

Был донъяла ниҙәр бар?08.08.2017

Бер төркөм АҠШ сенаторҙары рәсми рәүештә Халыҡ-ара футбол федерацияһына мөрәжәғәт итте. 2018 йылғы донъя чемпионатын Рәсәйҙә үткәреүҙе тыйыуҙы талап итәләр. Йәнәһе лә, чемпионат объекттары төҙөгәндә Төньяҡ Корея эшселәре мәжбүри рәүештә эшләтелгән була. «Баштарына тай типкәндер!» - тиеүҙән башҡа бер ни әйтерлек тә түгел. «Үзбәктәр» йә «украиндар» тип алдаһалар, ышаныслыраҡ яңғырар ине - Кореянан килгән бер гастарбайтерҙы ла күргән юҡ әле.
(№ 63)

Еләк йыйҙым силәк- силәк08.08.2017

Еләк йыйҙым силәк- силәкИл етәкселеге нисек кенә, тормошобоҙ яҡшы, халыҡ етеш йәшәй, тип тынысландырырға тырышмаһын, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, кешеләргә донъя көтөүе ауырлашты. Ҡиммәтселек, эш хаҡтарының түбән булыуы һәр кемдең үҙәгенә үткәндер, моғайын. Бөгөнгө заман булдыҡлылыҡты талап итә. Халыҡ йүнен күрәйем, аҡса табайым, тип тырыша. Айырыуса ауыл кешеһенә ҡырмыҫҡалай бил бөгөп хеҙмәт итергә тура килә. Хәҙер элеккесә аҡсаға эшләрлек колхоз-совхоздар юҡ, төп табыштары мал-тыуар, ҡош-ҡорт үҫтереп һатыу. Түҙемлелегең етһә, егәрле булһаң ғына яйы табыла. Мәҫәлән, күптәр йәйгеһен емеш-еләк йыйып һатып аҡса эшләй.
(№ 63)

97 кандидат теркәлде09.08.2016

97 кандидат теркәлдеРайоныбыҙҙа 18 сентябрҙә бер юлы өс кимәлдәге һайлауҙар үтәсәк: 7-се саҡырылыш РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына, 4-се саҡырылыш Учалы муниципаль район Советына, 4-се саҡырылыш Учалы ҡала ултырағы Советына. Бынан тыш Мансур, Учалы, Миндәк ауыл ултыраҡтарында өҫтәмә һайлауҙар уҙғарылып, берәр округтарҙа берәр депутат һайланасаҡ.
(№ 63)

Берҙәм эш һөҙөмтә бирәсәк09.08.2016

Район хакимиәтендә үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, фельдшер-акушер пункттары, табип амбулаториялары мөдирҙәре, ауыл Советы башлыҡтары, белем биреү, социаль учреждение вәкилдәре ҡатнашлығында медицина советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев алып барҙы.
(№ 63)

«Мин ҡайтырмын»02.06.2015

Сәфәр ауылында йәй айының эҫе бер көнө. Тирә-яҡ тынып ҡалған. Эҫенән хәлһерәгән үләндәр талғын ғына иҫкән елгә баштарын күтәрәләр ҙә кире эйәләр. Ишек алдында тауыҡтарҙың ҡытҡылдап йырлағаны ишетелә.
Мөхәмәтша ҡарт менән Өммөкамал ҡарсыҡ ҡара-ҡаршы ултырып, төшкө сәй эсәләр. Икеһе лә шымып ҡалған, бар уйҙары илде ҡара ҡайғыға һалған һуғыш, фронтҡа алынған улдары Ғәҙелша тураһында. Мөхәмәтша ҡарт сәйен эсеп сынаяғын ауҙарҙы ла һүҙ башланы:
- Донъялар шулай үҙгәрер, тип кем уйлаған. Был Гитлер тигәнең ҡалай яуыз булып сыҡты. Аждаһа кеүек ҡала-ауылдарҙы баҫып алып килә. Яндыра, ҡыйрата, юҡҡа сығара. Йәш балаларҙың йәндәре ҡыйыла.

Өммөкамал да һүҙгә ҡушылды:
- Дөрөҫ, атаһы. Ғәҙелшабыҙҙан һаман хат-хәбәр юҡ. Иҫән була күрһен. Ярай әле Нәҙершаны алманылар. Тағы бер йылдан уҡып бөтһә, мөғәллим буласаš.
Әбейен бүлдермәй тыңлап ултырған Мөхәмәтша һүҙен дауам итте:
- Шулай ҙа ул, әммә тыуған илде дошмандарҙан һаҡлағанда бөтәһе лә фронтта булырға тейеш. Ҡартайҙым, үҙем дә китер инем яуға.
Өҫтәл өҫтөн һөрткән ҡатын ризаһыҙлығын белдерҙе:
- Юҡты һөйләп ултырма, ана бүтәндәр һуғышһын. Бер улым фронтта, шул еткән. Ә һин өй эсендә аяҡтарыңды саҡ һөйрәп йөрөйһөң, сырхауҙан бушамайһың, - тип соланға сығып китте.
(№ 63)

Өйлө булыу - бәхет02.06.2015

 Өйлө булыу - бәхетБер кемгә лә сер түгел: бөгөнгө йәштәрҙе иң ныҡ борсоған проблема - торлаҡ. Әлеге заманда үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалыу йә иһә фатир алыу бик ауырға төшә. Йәштәргә ярҙам итеү йәһәтенән республикала һәм федераль кимәлдә төрлө программалар эшләп килә. Уларға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Әлеге көндә ҡала-районыбыҙҙа был юҫыҡта 1200 ғаилә сиратҡа баҫҡан.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә тантаналы сара үтте. «Йәш ғаилә» республика программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн кредит алған 5 ғаилә сертификат алып һөйөндө. Социаль түләүҙең дөйөм суммаһы 1 млн 128 мең һум тәшкил итте. Программа сиктәрендә уларға балалары тыуған осраҡта торлаҡ кредиты буйынса бурыстың бер ни тиклем өлөшө кәметелә: беренсе бала тыуғанда - һигеҙ, икенсе бала тыуғанда - 12, ә инде өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуғанда 16 квадрат метр иҫәбендәге бурыс иҫәптән алына. Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге етәксеһе Алина Агишева әйтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең барыһына ла бер үк суммала ярҙам күрһәтелмәй. Был уларҙың алған фатирының майҙанына бәйле, ғаиләлә нисә бала үҫеүе лә иҫәпкә алына. Нисек кенә булмаһын, республика программаһына ярашлы күрһәтелгән ярҙам бер кемгә лә ҡамасауламай. Әйтергә кәрәк, йәш ғаиләләргә сертификаттар дүртенсе йыл тапшырыла. Былтыр ошо программа буйынса 8 ғаиләгә 2 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.

Шулай уҡ «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы ауылда йәшәгән ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) сертификаттар тапшырылды. Был программа буйынса субсидия торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ауылда агросәнәғәт комплексы һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә эшләгәндәргә бирелә. Бөгөн программа сиктәрендә 9 ғаилә 8 млн 268 мең һумлыҡ ярҙам алды, һәр ғаилә яҡынса 1 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Уларҙың етәүһе ауыл хужалығы, икеһе һаулыҡ һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә. Программаның төп шарты буйынса сертификатҡа эйә булыусы түләү алғандан һуң, мотлаҡ, кәмендә биш йыл ауылда эшләргә тейеш.
(№ 63)

Бала саҡтың алтын биҙәге02.06.2014

Бала саҡтың алтын биҙәге«Балалыҡ - йә асыҡ аҡыл, йә тотош хыял, йә ул арыҫланға оҡшай, йә ҡурҡаҡ ҡуян», - тигән Мостай Кәрим. Бала саҡ һәр кем өсөн тормоштоң иң татлы, яҡты мәле булып иҫендә ҡалғандыр. Баланың кем икәнен белгең килһә, уйынына ҡара тигәндәр. Халҡыбыҙ борон-борондан киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биргән. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» һәм башҡа байрамдарҙа тап улар өсөн уйындар ойошторолған.

Көндәлек тормошта ла сабыйҙарҙың донъяны танып белеүендә, физик һәм рухи яҡтан үҫешендә, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре тәрбиәләнеүендә, һәләттәрен асыуҙа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәтеүҙә уйындар ярҙамға килгән. Уйындар бала саҡтың алтын биҙәге бит ул! Сираттағы «Шәмбе бите» онотола барған халҡыбыҙ уйындарына бағышлана.
«Аҡ тирәк, күк тирәк» - күптәргә таныш һәм яратып уйналған уйындарҙың береһелер. Уның асылы шунда: балалар ике төркөмгә бүленеп, бер-береһенән 20-30 метр алыҫлыҡта ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡапма-ҡаршы баҫалар.
(№ 63)

«Һабантуй -2014»02.06.2014

«Һабантуй -2014»Һабан туйы - хеҙмәт туйы
7 июндә йәмле ҡалҡан күле буйында «Һабантуй -2014» халыҡ байрамы уҙғарыласаҡ. Сараның йылдағыса программаҺы бай Һәм йөкмәткеле. Шулай, 10.00 сәғәттән урындағы тауар етештереүселәрҙең күргәҙмәҺен Ҡарай алаҺығыҙ. 10.30 сәғәттә «Һабантуй-2014» байрамы рәсми асыласаҡ. Халыҡ агросәнәғәт комплексы предприятиелары, ауыл ултыраҡтары ҡатнашлығындағы парадты ҡарап кинәнәсәк. 11.30 сәғәттә халыҡтың иң яратҡан тамашаҺы - ат сабыштары старт аласаҡ. 12.00 сәғәттә Һабантуй спорт уйындары менән биҙәләсәк. Тамашасылар милли көрәш, мини-футбол, волейбол, шахмат, гер күтәреү, армрестлинг, арҡан тартышыу, тура бейек бағанаға менеү кеүек сәмле лә, дәртле лә уйындарҙа ҡатнаша ала. 13.30 сәғәттә районыбыҙҙың ижади коллективтары күркәм концерт программаҺын тәҡдим итәсәк. 14.30 сәғәттә конкурстарға, спорт уйындарына йомғаҡ яҺау, еңеүселәрҙе бүләкләү планлаштырылған. 15.00 сәғәттә Һабантуй тамамланасаҡ.


Елдәй елә толпарым
«Һабантуй - 2014» байрамында ат сабыштарында ҡатнашырға теләүселәр 5 июнгә тиклем яҙма рәүештә судьялар коллегияҺына заявка бирергә тейеш. Ул ҡаланың Әхмәтғәлин урамы, 6-сы йортта урынлашҡан (ветеринар станцияҺы, тел.: 8 (34791) 6-12-16, 6-12-56).
Заявкала дистанцияларҙа күпме ат ҡатнашасағын күрҺәтергә кәрәк:
- 4000 метр - башҡорт аттары (йәше иҫәпкә алынмай);
- 4000 метр - ярым тоҡомло (йәше иҫәпкә алынмай);
- 8000 метр - башҡорт аттары (йәше иҫәпкә алынмай);
- 8000 метр - «Оло бәйге» (тоҡомо Һәм йәше иҫәпкә алынмай).
Заявкала Һыбайлыларҙың хәүефҺеҙлек техникаҺы буйынса инструктаж үтеүҙәре хаҡында ҡултамғалары менән исемлектәре; медицина тикшереүенең Һөҙөмтәләре; балиғ булмаған Һыбайлылар өсөн ата-әсәләренең ризалығы; Һыбайлыларҙы мотлаҡ страховкалау тураҺында документ; аттарҙың милектә булыуы тураҺында белешмә; ветеринар биргән документ (1-се формалағы веттанытма йәки 4-се формалағы ветбелешмә) күрҺәтелергә тейеш. Ат сабыштарында 2014 йылдың 5 июненә тиклем барлыҡ документтарҙы ла йыйып тапшырған хужаларҙың аттары ғына ҡатнашасаҡ.

Халыҡ оҫталары - арабыҙҙа
Һабантуйҙа йыл Һайын халыҡтың ҙур ҡыҙыҡҺыныуын яулаған «Халыҡ оҫталары» конкурсында ҡатнашырға теләҺәгеҙ, 5 июнгә тиклем Гостехнадзор инспекцияҺына (Учалы ҡалаҺы, Карл Маркс урамы, 1, тел.: 8 (34791) 6-17-52) йәки район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә (Карл Маркс урамы, 20, тел.: 6-15-32) ғариза бирергә онотмағыҙ.
(№ 63)

Ҡурсалауға мохтаждар02.06.2014

Ҡурсалауға мохтаждарХалыҡ-ара балалар көнөн үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән.

Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы - донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә.
Балаларҙы яҡлау, һаҡлау, белем биреү, илдең лайыҡлы граждандары итеп үҫтереү өсөн күп эшләнә. Ләкин һәр баланың иң тәүҙә ғаиләһендә төплө тәрбиә алырға хоҡуғы барлығын оноторға ярамай. Ғәзиздәрен илһөйәр, эшһөйәр итеп үҫтереү өсөн ата-әсә бар көсөн һалырға, ваҡытын йәлләмәҫкә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе булып та, етемдәр исемлегендә йөрөгән ҡыҙ-малайҙар артыуҙан туҡтамай. «Кәкүк» әсәйҙәр һәм атайҙар аҙым һайын тиерлек.
(№ 63)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.