» Гәзиттең номеры: 64-65

Батыр даны онотолмай08.06.2015

Милли көрәш...Уның тарихы халҡыбыҙҙың боронғо легендаларына барып тоташа. Элек-электән төрлө йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа көрәш халыҡтың иң яратып, сәмләнеп, тулҡынланып ҡарай торған спорт төрө булып һаналған. Халҡыбыҙҙың был йолаһы бөгөнгө көндә лә иғтибарҙы үҙенә ылыҡтырған тамаша. Милли көрәш хәҙер үҙенең икенсе йәшлеген кисерә, тиһәк һис тә яңылышмаҫбыҙ.
Батыр даны онотолмайСпорттың был төрө Бөтә Союз берҙәм спорт классификацияһына индерелде, көрәшселәрҙе дәртләндереп, илһамландырып спорт разрядтары, спорт мастеры тигән исем бирелә. Хәҙер Бөтә Донъя, Рәсәй беренселеге даими рәүештә үткәрелеп килә. Шуныһы ҡыуаныслы - нигеҙҙә беренселек өсөн Башҡортостан, Татарстан батырҙары алышып ҡына ҡалмай, һәр саҡ еңеү яулай. Шундай ҙур ярыштарҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреү үҙе үк һоҡландыра.
Ошо көндәрҙә Ишмәкәй ауылында милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры мәрхүм Радик Әүхәҙей улы Зәйнуллин призына уҡыусылар араһында ете йәштән ун ете йәшкә тиклем төрлө ауырлыҡтары буйынса дзюдо, ә ветерандар араһында милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо. Ярышта Балалар спорт мәктәбе, Балалар ижад йорто, 10-сы, Ҡотой, Ишмәкәй мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Барлығы ике йөҙләп көрәшсе килгәйне. Шуларҙың егермеһе - ҡыҙҙар.

Төрлө ауырлыҡтар араһында Балалар ижад йортонан Владимир Ильясов, Эмиль өбәйҙуллин, Надир Мәғәсүмов, Әмир Шәрипов, Руслан Хәлилов; Балалар спорт мәктәбенән Азалина Сафина, Денис Усманов, Артур Йәшелбаев, Тимур Байбулатов, Родион Юнысов, Арсен Камалов; 10-сы мәктәптән Айлина афарова, Диана Таһирова, Эльвина Астанова; Ҡотойҙан Нургиз Камалетдинов, Зариф Сөләймәнов, Илдар Сафин; Ишмәкәйҙән Виктория Фазлетдинова, Айгүзәл Ваһапова (күнекмәләргә Иҫтамғол ауылынан йөрөй), Самир Абыҙгилдиндар үҙ ауырлыҡтарында чемпиондар булһа, командалар араһында 1-се урынға Ишмәкәй көрәшселәре сыҡты (тренеры Ф.З. Шакиров), 2-се урынға Балалар ижад йорто (А.Ю. Воронцов), өсөнсөгә Балалар спорт мәктәбе һәм 10-сы мәктәп (И.Г. Харисова, А.А. Шумков) командалары сыҡтылар. Ә милли көрәштә ветеран көрәшселәр, спорт мастеры, «Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре», Рәми Гарипов исемендәге башҡорт гимназияһы ның тренеры Жәлил Йосопов, спорт мастеры, 2001 йылда Республика һабантуйында еңеү яулап машина отоусы Илдус Әсәҙуллин, спорт мастеры кандидаттары Дамир Зарипов, Йәүҙәт Сафин һәм Радик Әүхәҙей улының ауылдашы, балалыҡ дуҫы Аусаф Ишмөхәмәтов көрәш майҙанына сығып, таһыллыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең йәшлектәрен иҫтәренә төшөрҙө.
(№ 64-65)

Тештәр сәләмәтлеге һағында08.06.2015

Тештәр сәләмәтлеге һағында- Кешенең ауыҙ ҡыуышлығында йөҙәрләгән микроб йәшәй. Улар, боҙоҡ тештәр аша ҡанға етеп, етди ауырыуҙар тыуҙырырға һәләтле. Шуға керә тештәргә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. Улар боҙолмаһын өсөн ашағандан һуң даими сайҡатып торорға кәрәк. Йылына ике тапҡыр табипҡа керенеп тороу мотлаҡ. Бының менән кепселек теш сирҙәренең барлыҡҡа килеүен йә булғанының аҙып китеүенән һаҡланырға мөмкин, - тип файҙалы кәңәштәрен бирә ине теш табибы беҙ килеп ингәндә.
Ысынлап та, тип-тигеҙ ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп йылмайған кеше тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу уята. Бөгөн шәхси стоматологиялар быуа быуырлыҡ. Унда тештәрҙе яматырға ла, һурҙырырға ла, профессиональ таҙартыу, үҫтереү һ.б. процедуралар эшләтергә лә була. Кеҫәң генә ҡалын булһын. Мәҫәлән, теш яматыу 2000-3000 һумдан алып, һурып алыу - 500 һумдан башлап…

Был йәһәттән, Сәфәр ауылы халҡы күпкә бәхетле. Сөнки уларға теш дауалатыу өсөн күп суммала аҡса түләргә лә, әллә ҡайҙа йөрөргә лә кәрәкмәй, бары тик ауыл амбулаторияһына килеү ҙә етә. Унда ауыл халҡын тәжрибәле теш табибы Азат Йәнгиров һәр ваҡыт ихлас ҡаршы ала.
Азат Нәжип улы 1977 йылда Учалы ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университеты эргәһендәге медицина колледжының теш дауалау бүлегенә уҡырға инә. Уны 1999 йылда тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Миндәк ауылына эшкә ебәрелә. Яратып башҡарған эшенә ең һыҙғанып тотонған йәш белгесте ауыл халҡы тиҙ арала яратып өлгөрә. 2000 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сәфәр амбулаторияһында теш табибы булып эшләй. Үҙ эшен яратып башҡарған табипты ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә, һәр ваҡыт маҡтап телгә ала.
(№ 64-65)

Сәсеү тамамлана08.06.2015

Сәсеү тамамланаРайонда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ҡайһы бер хужалыҡтар бөртөклө культураларҙы сәсеп бөттө, йылы яратыусы ҡарабойҙай, кукурузға, судан үләненә сират етте. Ауыл хужалығы бүлегенеœ баш агрономы Арслан Шәғәретдинов әйтеүенсә, яҙғы сәсеү ошо көндәрҙә тамамланырға тейеш. Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Сәсеү кампанияһы 21,6 мең гектар майҙанда уҙғарыла.
Илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәсеү майҙандары кәметелмәне. Киреһенсә, ҡайһы бер хужалыҡтар баҫыуҙарын ҙурайттылар. Мәҫәлән, Илсеғол биләмәһендәге «Авангард» йәмғиәте 257 гектарға иген культуралары сәсте, картуф баҫыуын 30 гектарҙан 60 гектарға арттырҙы, йәмғиәт кишер, сөгөлдөр үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Хужалыҡ Сорғот ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек итә,етештергән продукцияһын Ханты-Манси округында һатырға ниәтләй. «Байрамғол» агрофирмаһының сәсеү майҙаны 6160 гектарҙы биләй. Хужалыҡ әле кукуруз сәсергә төшкән. Быйыл агрофирма ике сәсеү комплексы һатып алған, яңы техника менән барлыҡ агротехнологияларҙы ла теүәл үтәгәндә, яҡшы уңышҡа өмөт итергә нигеҙ бар. «Күмәс» йәмғиәте ерҙәрен 3,5 тапҡырға арттырған, быйыл сәсеүҙе 1380 гектарҙа уҙғарғандар.
Районыбыҙҙа ғына түгел, республикала алдынғыларҙан һаналған «Юлдаш» йәмғиәтендә һуңғы гектарҙар сәселә. Хужалыҡтағы эштәр менән яҡындан танышырға булдыҡ.
(№ 64-65)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.