» Гәзиттең номеры: 64

Дауахана халыҡ өсөн кәрәк15.08.2017

Дауахана халыҡ өсөн кәрәкРәсәй халҡының - 26, Башҡортостандың 39,6 проценты (1610,6 мең кеше) ауылда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә - 19 мең, республикала 54 ауыл ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Бының төп сәбәптәренең береһе - тейешле медицина хеҙмәтенең булмауы. 2006 йыл менән сағыштырғанда, медицина учреждениеларына барып етеү ваҡыты һәм юлы өс тапҡырға оҙайған. Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим, айырыуса район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдар өсөн. Мәҫәлән, районыбыҙҙың төньяғында урынлашҡан төпкөл ауылдарҙың береһе - Илсеғол ауыл хакимиәтенә 10 ауыл ҡарай, әлеге көндә Мулдаш, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән, Кәрим, Мулдаш ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй, Илсеғолда участка дауаханаһы ҡабул итеүҙәр ойошторған. Тиҙ ярҙамды кәрәк ваҡытта Комсомольск участка дауаханаһынан саҡырталар.
(№ 64)

Намаҙ тәғлимәттәре11.08.2017

Ни өсөн намаҙ уҡыу кәрәк? Ислам динен тотоусылар өсөн намаҙ фарыз, йәғни мотлаҡ башҡарылырға тейешле ғәмәл һанала. Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем», - ти («Әҙ-Ҙәрийәт» (Елгәреүселәр) сүрә­һе, 51:56). «…Ысынлап та, намаҙ - иман килтергән кешеләр өсөн ваҡыты билдәләнгән йөкләмә» («Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 4:103). «Мине иҫкә алығыҙ, Мин һеҙҙе иҫкә алырмын, Миңә ышаныусыларҙан булығыҙ, Миңә шөкөр итегеҙ! Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Сабырлыҡтан һәм намаҙҙан ярҙам һорағыҙ. Ысынлап та, Алла сабыр иткәндәр менән!» - тиелә («Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 152:153). Әгәр уны ҡылмаһаҡ, беҙгә гонаһ яҙыласаҡ.
Белеүегеҙсә, донъяла ҡылған һәр ғәмәлебеҙ, әйткән һүҙебеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ, иң тәүге һорау намаҙ хаҡында буласаҡ. Шуға ла намаҙыбыҙ менән Аллаһы Тәғәлә риза булһын өсөн, уны ысын күңелдән ихлас һәм дөрөҫ итеп ҡылыу фарыз. Пәйғәмбәребеҙ хәҙ­рәттәре «Намаҙ - диндең терәге» тип намаҙҙың динебеҙҙәге әһәмиә­тен аңлатҡан. Ул кешене тәртипкә өйрәтә, ихтыяр көсөн, һаулығын нығыта, күңелен тынысландыра, әхлаҡи яҡтан таҙарта. Намаҙыбыҙ ҡабул булһын өсөн иң элек ғөсөл һәм тәһәрәт алыуҙы тейешенсә өйрәнеү бурыс. Әгәр кеше үҙ ғүмерен намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәләгә ышанып, әҙәпле, иманлы итеп уҙғарһа, фани-лыҡта ла, әхирәттә лә уны бәхет көтә.
Был донъяға яратылы-уыбыҙҙың асыл нигеҙе - Аллаһы Тәғәләне таныу, Уға ысын күңелдән ғибәҙәт ҡылыу һәм һәр ваҡыт Уны иҫтә тотоу. Йыһанда бөтә нәмә лә Уға буйһона. Мосолман кешеһенә Раббыһына инанып, Уның ҡушҡандарын тулыһынса үтәргә тырышыу мотлаҡ. Намаҙ - ислам фарыздарының береһе.
(№ 64)

Туғандар осрашты11.08.2017

Июлдең һуңғы аҙнаһында Һө-йәрғол ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы гөрләп уҙҙы. Был көндө байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына әзерлек йыл башынан башланды. Ойоштороу комитеты булдырылды, эш планы билдәләнде.Ауылдың иң әүҙем ҡа-тын-ҡыҙҙары - Зилиә Лоҡманова, Йәмилә Нурдәүләтова, Нилә Минабутдинова, Филү-зә Лоҡманова, Татьяна Мирхәйҙәрова эш планы менән ауыл халҡын таныштырып барҙылар. Сметалар төҙөү, проект-тарҙа ҡатнашыу, дөйөм бер фекергә килеү өсөн йыйылыштар үткәрелде. Моратҡол урамы юлына капиталь ремонт эшләнде. Байрам алдынан ауыл зыяраты ла рәтлән-де, кәртә, бағаналар яңыртылды. Был эштә әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәргә ҙур рәхмәт.
Халыҡ йорт-ҡураһын ипкә килтерҙе, төҙөк-ләндерҙе, буяны. Ауыл халҡының төҙөклән-дереүгә дәррәү ҡушы-лыуы күңелде күтәрҙе. Буяуҙары яңыртылған ҡапҡалар, гөл-сәскәләр-гә күмелгән баҡсалар, төөк, йыйнаҡ йорттар ауылдың йәме булып күҙҙең яуын алып ултыралар ине.
Ауыл халҡы килгән ҡунаҡтарҙы буҙа, йыр менән ҡаршы алды. Матур башҡорт кейемендәге алып барыусылар байрамды асып ебәрҙеләр. Баш һүҙ Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы Сажидә Шәриповаға бирелде.
Ауылдың тарихы ту-раһында һөйләргә һүҙҙе Һөйәрғол ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Учалы ҡалаһында йә-шәүсе БР Почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны Ноғаманов Камил Шамил улына бирелде.
Һуғыш яланында ятып ҡалған атай-олатайҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалғандан һуң, ауылдаштар гөрләшеп, билдәләнгән урынға «Һарайса шишмәһенә» юлландылар. Ауыл урамынан үткәндә өй алдында аш-һыуға һығылып торған өҫтәл эргәһенә туҡталдыҡ. Был йортта атай нигеҙен һыуытмай Башҡортостан Респуб-ликаһының атҡаҙанған шахтеры Ғәйнетдинов Рим Мофассал улы Асия килен менән йәшәй.
Сарала ауылдың иң оло кешеләрен - Фә-ғилә Ғамированы, Мөзәйнә Хәлилованы, Венера Байегетованы, Мәстүрә Солтанованы, Мөнирә Лоҡманованы, Зәйнәб Солтанованы тәбрикләргә һүҙ Сажидә Шәүкәт ҡыҙына бирелде. Ә ауылыбыҙҙың иң йәш ғаиләләрен ҡотлау өсөн һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ артисы, «Юлдаш» радиоһы дикторы Әхәт Мортазин алды.
Ауылыбыҙҙың иң бә-хетле парҙарын - 60 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән Зәйнәб һәм Хәмит Солтановтарҙы, 45 йылдан ашыу бергә иңгә-иң терәшеп йә-шәгән Роза һәм Лоҡ-ман Шаһиевтарҙы, Филүзә һәм Вәлит Солтановтарҙы ҙурла-нылар был көндә. Иң кескәй балалар - Ғә-битов Ильнар менән Ниғмәтуллина Ләйсән дә бүләкһеҙ ҡалманы.
Ауылыбыҙҙың уңған килендәрен дә онотманылар.
Спорт уйындары күңелле үтте, милли көрәш бик сәмле барҙы. Унда беренсе урынды Рөстәм Нурдәүләтов, икенсене - Азамат Мирхәйҙәров, өсөнсөнө Вадим Мөлөков алды.
Ялан уртаһындағы сәхнәлә йырсылар - Ирек Ноғоманов, Илдар Жамалов, Руслан Фазылитдинов, Динар Ғәниев, Ильнар Ғәниев, Диана Ғәйнетдинова моңло йырҙары менән, Руслан Фазылитдинов, Айзилә Нурдәүләтова, Заһир Ғәйнетдинов, Иҙел Бикбаев, Урал Мөлөков, Фәиз Ноғамановтарҙың дәртле бейеүҙәре там-ашасыларҙың кәйефен күтәрҙе.
Майҙан уртаһында шау-гөр килеп уйын-конкурстар уҙған арала ауылыбыҙҙың аш-һыу оҫталары Зилиә Лоҡманова, Әнисә Изахитдинова ҡаҙан тултырып тәмле аш бешереп, килгән ҡунаҡтарҙы һыйланылар.
Ошо күркәм сараны ойошторған ауыл хакамиәте башлығы Сажидә Шәүкәт ҡыҙы-на, ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ ауыл халҡына, бағыусылар Гөлшат Окорачковаға, Ильдар Шәриповҡа, Аида Мөхәмәтоваға, Әнисә Сөләймән ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ошондай саралар тыуған илгә, кесе Вата-ныбыҙға һөйөү, халҡына ихтирам, туғандарына иғтибар тәрбиәләй. Ауылыбыҙҙа байрамдар уҙғарылып торһон, традициялар дауам итһен, ауылдаштар менән бергә йыйылышып осрашырға насип булһын, тип яҡты уйҙар менән таралышты халыҡ.
Йәмилә НУРДӘҮЛӘТОВА.
Һөйәрғол ауылы.
(№ 64)

Башҡорт теле бар һәм буласаҡ11.08.2017

Башҡорт теле бар һәм буласаҡҺуңғы арала мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға бәйле төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр ҡуйыра башланы. Туған телде теләк менән өйрәнеү тураһында ла һүҙ барҙы. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәктәптә туған телде өйрәнеүгә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.
Күптән түгел Йошкар-Олала уҙған Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет улты-рышында Рәсәй Пре-зиденты Владимир Путин туған телдәрҙе илебеҙ халыҡтарының байлығы тип атаны, уларҙы яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеген, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм закондары туған тел-дәрҙе сикләүҙәрһеҙ ту-лы күләмдә өйрәнергә хоҡуҡ биреүен бил-дәләүе хаҡында әйтте Башҡортостан Баш-лығы. Шуның менән бергә төп телдәре туған теле булмаған уҡыу-сыларҙы уларҙың телә-генә ҡаршы көсләп өй-рәтергә ярамағанын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
(№ 64)

Элекке дан ҡайтһын!11.08.2017

Элекке дан ҡайтһын!Элекке дан ҡайтһын!Төҙөүселәр көнөн билдәләгәндә, әлбиттә, тәү сиратта хөкүмәттән көтөп ятмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре ҡайғыртҡан, ғаилә нигеҙе булдырыуҙы хәстәрләгән яҡташтарыбыҙҙы ҡотлау урынлы булыр. Түбәндәге һандарға иғтибар итегеҙ әле. 2016 йылда Учалы районында 34035 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә. 86 проценты - шәхси йорттар. Быйыл 35 мең квадрат метр планлаштырылған, 96 проценты шәхси секторға тура килә. 2017 йылдың 6 айында 18 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа инә.
Әүәле йылдарҙағы күләм менән сағыштырырлыҡ та түгел, әммә күп фатирлы өйҙәр төҙөү ҙә туҡтап ҡалманы. 2017 йылда хәҙер инде дүртенсе «эконом-класс» тибындағы 30 фатирлыҡ йорт төҙөп бөтөрөләсәк.
(№ 64)

Фатирлы булдылар09.08.2016

Фатирлы булдыларҠала-районда етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса федераль программа уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә уның сиктәрендә өс кеше торлаҡ менән тәьмин ителде. Йыл башынан был категориянан бөтәһе 7 кеше фатирлы булған. 5 йыл дауамында өй хужалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе ваҡытында алып барһа, квадрат метрҙарын башҡа берәүгә ҡуртымға бирмәһә, ғөмүмән, торлаҡ фонды менән төҙөлгән килешеү талаптарын үтәһә, фатирҙы хосусилаштырыу мөмкин буласаҡ.
(№ 64)

Фажиғә менән тамамлана09.08.2016

6 август көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа Учалы ҡалаһының Энергетиктар урамында фажиғә менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы була. 23 йәшлек ВАЗ-2109 автомобиле водителе велосипед менән идара итеүсе 31 йәшлек ҡатынды тапай.
(№ 64)

Был донъяла ниҙәр бар?09.08.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Сентябрь башында Рио-де-Жанейро ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн Паралимпия уйындары ла үткәреләсәк. Допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп, Рәсәй йыйылма командаһын бөтөнләй ҡатнаштырмау тураһында ҡарар сығарылды. Бер яҡтан «...инвалидтарға көстәре етте!» - тип һуҡранғы килһә лә, ысынлап та, допинг таралған икән - ни үпкә инде? Химик стимуляторҙар кешене биороботҡа әйләндергән нәмә бит инде, ундай спорт булғанға ҡарағанда булмауы хәйерле.
(№ 64)

Беҙҙә яңы цех03.06.2014

Беҙҙә яңы цехУчалы тегеү фабрикаһында һөйөнөслө ваҡиға - 1300 квадрат метр майҙанлы тегеү цехы төҙөлдө. Тантаналы асыу сараһына район һәм һала хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие етәкселәре, шулай уҡ Учалы тегеү фабрикаһында эшләгән хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевҡа һәм «Өфө эш кейемдәре» йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Цукерманға тапшырылды.

- Инвестиция тураһында бөгөн күп һөйләнә. Был ваҡиға аҙ һөйләп, күп эшләүсе кешеләр барлығына дәлил. 50 млн һумлыҡ инвестиция һөҙөмтәһендә предприятиела өҫтәмә эш урындары булдырыла. Маәсатығыҙ уңышлы булһын, - тине Фәрит Фәтих улы.
- Беҙ бөгөн яңы корпусҡа йән өрәбеҙ. Бында 200 кеше өсөн даими эш урындары булдырыла. Был иһә Рәсәй Федерацияһы, республика һәм урындағы ҡаҙналарҙы тулыландырыу тигән һүҙ. Артабан да заказдарҙы ваҡытында һәм сифатлы башҡарығыҙ. Заказсылар һәр саҡ һеҙҙең эш һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт булһын, - тигән теләктәрен белдерҙе сығышында Михаил Абрамович. Ул йәкшәмбе билдәләнәсәк еңел сәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре көнө менән дә ҡотлап үтте.
(№ 64)

Донъя хәлдәре03.06.2014

Донъя хәлдәре* Америкала «SETI» тигән программа тормошҡа ашырыла икән. Бар эше - сит планета цивилизацияларын эҙләү. Проекттың етәксеһе Дэн Ветаймер АҠШ конгресы алдында сығыш яһап, ғилми эшкә өҫтәмә аҡса бүлеүҙәрен һораны. Уның әйтеүенсә, беҙҙең галактикала бер нисә триллион планета иҫәпләнә, шуға ла Ерҙән ситтәге тормош формаларына тап булыу ихтималы 100 процентҡа яҡын. Киләһе 20 йыл үткәнсе контакт булдырыласаҡ, тип ышандыра.
…Шуныһы бар инде, ғәҙәттәренә тоғро ҡалып, американдар бомба-ракета ярҙамында «йәшел кешекәйҙәр» араһында ла демократия урынлаштырырға булып китмәһендәр! Анекдот та иҫкә төшә. Бер турист аҙашҡан да, берәйһе ишетеп ярҙамлашыр тип өмөтләнеп, ныҡ һөрәнләй икән. Шул саҡ кемдер арттан иңбашына төртә: «Саҡырыуыңды ишетеп килдем. Тик ҡыуанырһыңмы икән?» Турист әйләнеп ҡараһа - ас айыу тора…

* Сингапур - донъяла иң бай, хәүефһеҙ һәм йыйнаҡ ҡалаларҙың береһе. Иҫ киткес бысраҡ һәм тәртипһеҙ ултыраҡ ни бары 40-50 йыл эсендә мөғжизәле рәүештә үҙгәрә. Нисек быға ирештеләр һуң? Урамда төпсөк ырғытһаң, 500 доллар штраф (1 сингапур доллары беҙҙең 27 һумға тиң). Метроға аҙыҡ-түлек тотоп төшһәң - 700 доллар. Аяҡ аҫтына төкөрһәң йә берәҙәк хайуандарҙы ашатһаң - 1000 доллар. Кеше ял иткән урында артыңдан сүп-сар ҡалдырһаң, 800 доллар түләтеүҙәре етмәгән, 3 аҙна көнөнә икешәр сәғәт йыйыштырыусы итеп эшләтәсәктәр. Беҙҙең водителдәр унда әсе күҙ йәштәре менән илар ине. Руль артында кеҫә телефонынан һөйләшһәң - водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағаһың. Рөхсәт ителгән тиҙлекте 10 километрға арттырһаң - 3 айға ҡулға алалар. Иҫерек водителдәрҙе 6 айға төрмәгә ултыртыуҙан тыш, осаһына таяҡ менән һуғалар. Беҙҙә лә ҡатыраҡ тотонһалар, юл-транспорт ҡорбандары күҙгә күренеп кәмер ине.
(№ 64)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.