» Гәзиттең номеры: 65

Ярҙам вәғәҙә ителде15.08.2017

Ярҙам вәғәҙә ителдеОшо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Амангилде ауыл Советы буйынса эш сәфәре башҡарҙы. Иң башта район етәксеһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Бында һәммәһе 102 бала белем ала, шул иҫәптән Ғәлиәхмәр, Амангилде, Ҡалуй ауылдарынан килеп уҡыйҙар. Бының өсөн ПАЗ автобусы беркетелгән. Фәрит Фәтих улы уҡыу кластарын, ашхана һәм спорт залын, мәктәп янындағы баҡсаны (уңышы дөйөм туҡланыу өсөн дә ҡулланыла) ҡарап сыҡты. Мәктәптә яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы уҡыу йылы алдынан косметик ремонт үткән. Тик бына 1978 йылда төҙөлгән бинаның ҡыйығы һәм йылытыу системаһы ремонт талап итә.
(№ 65)

Бәхил бул, Орлик05.06.2014

Бәхил бул, ОрликМин һуғыштан һуң тыуған бала. Ул йылдарҙың бар ауырлығын татырға тура килде. Шулай ҙа ил аяҡҡа баҫты, беҙ ҙә уҡып кеше булдыҡ, ил менән бергә үҫтек. Яҙмыш елдәре мине Балтас районы Иҫке Балтас ауылына алып барҙы. Шунда йәшәүсе Гөлнара Рәхмәтиеваның атаһы Әхмәҙулла ағай Бөйөк Ватан һуғышында булған хәлде яҙып ҡалдырған. Ошо хәл-ваҡиғаны гәзит уҡыусыларға ла бәйән итмәксемен.

Колхоздар ойошторолған ваҡытта кешеләр аттарын, мал-тыуарын биреп колхозға ингән. Әхмәҙулла ағайҙың күршеләре лә яңғыҙ аттары - Орлик исемле ерән ҡашҡаһын йәлләмәй.
Һуғыш башлана. «Октябрь баштары ине», - тип яҙа Әхмәҙулла ағай. - «Генерал-лейтенант К. Рокоссовский етәкләгән Дон фронты. Сталинград эргәһендә йәшәү менән үлем араһында көрәш бара. Дошман бик көслө. Бына аҙ ғына шартлау тауыштары, пуля һыҙғырыуҙары тынып ҡалғандай булды. Ә беҙгә шул ғына кәрәк, «Ура!» ҡысҡырып, атакаға ташландыҡ. Артымдан сапҡан ат тояҡтарын ишетеп, йүгереп барған ыңғайы боролоп ҡараным. Өс мисәүле тачанканы бер ат һөйрәп саба.
(№ 65)

Беҙ - беренселәр05.06.2014

Беҙ - беренселәрБыйыл «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле илле йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был мәҡәлә ансамблдең нисек башланыуына бағышлана.

«Байрамғол» совхозында үҙешмәкәр сәнғәттең үҫеше совхоз директоры итеп Әҙһәм Шәрәфүтдинов тәғәйенләнгәс киң йәйелдерелә башланы. 1964 йылда Белорет ҡалаһында үткән зональ смотрҙа байрамғолдар беренсе урын алды. Бындай һөҙөмтәләргә лайыҡ булыуҙа Фатима Солтанова һәм Әлфиә Мөхәмәтханованың өлөшө ҙур булды.
1966 йылдың ҡышында Уральск ҡасабаһына РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров килде. Тәүҙә «Юлдаш», 1970 йылдан «Ләйсән» ансамбленең бейеүселәренә тәүге дәрестәрҙе ул ҡасабаның иҫке клубында бирҙе. Февраль айында беҙҙе Наурыҙ ауылы клубына күсерҙеләр, сөнки ул күпкә иркенерәк ине. Көслө буран арҡаһында автомобиль үтә алмағас, ауылға Фәйзи Әҙһәм улын сана егелгән ат менән килтерҙеләр. Шулай итеп, кисәңге тракторсылар, малсылар, комбайнсылар, һауынсылар, быҙау ҡараусылар, бухгалтерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре оло энтузиазм менән бейеү хәрәкәттәрен өйрәнеүгә тотондо. Әйткәндәй, тәүҙә физик һәм рухи яҡтан еңелдән булманы, ҡайһылары түҙмәй баш тартты. Иртәнсәк хор, аҙаҡ коллектив, соло бейеүҙәрен өйрәнеү, ғөмүмән, иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем эшләү кәрәк. Фәйзи Әҙһәм улы үтә талапсан, әммә ғәҙел етәксе булды, ул йәштәрҙең һәләт һәм характерын тотоп алып, бейеү ҡуйғанда оҫта файҙалана ине.
(№ 65)

Баш булайыҡ холоҡҡа05.06.2014

Баш булайыҡ холоҡҡаБер мәл балалар баҡсаһына тормош иптәшем йомош менән инеп сыҡты. Әлбиттә, сабыйҙар тәрбиәселәре менән кем һөйләшә икәнлекте ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтәләр. Ул ҡайтып киткәс, бер ҡыҙсыҡ килеп һорай ҡуйҙы: «Кем булды был бабай? Әллә һинең козелмы ул?» Башта шаңҡып ҡалдым. Баланан уратып-уратып һорашҡас ҡына төшөндөм - тормош иптәштәре «козел» тип аталыуға ысын күңелдән инанып йөрөй икән… Көн кеүек асыҡ - әсәһе хәләл ефетен ошондай бортаҡ һүҙ менән йыш атайҙыр.

Бала бар өйҙә ғәйбәт юҡ, тиҙәр. Алдан иҫкәрмә яһап үтәм - мәҡәләлә килтерелгән миҫалдар тап әле минең төркөмгә беркетелгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тормошонан түгел. Гәзит уҡыусылар, кемдең ғаиләһе икән, тип күрәҙәселек ҡылып ҡаңғырмаһын өсөн, яҙғандарҙы үткән ваҡыттарҙағы эш тәжрибәһе менән дәлилләйем. әйбәт өсөн түгел, ғибрәт өсөн сабыйҙарҙың балалар баҡсаһында һөйләгән хәбәрҙәренән өҙөктәр килтерәм: «Өләсәйем үҙенең ҡыҙҙарына ниндәй шәп бүләктәр бирә ине, минең әсәйгә оялмайынса бер одеколон тотоп ҡына килгән», «Атайым яҡшы кеше лә ул, аҡса табыуға йүнһеҙ», « …кисә мине йоҡларға һалдылар ҙа, атайым менән әсәйем ныҡ итеп ирештеләр. Яндарына сығырға ҡурҡтым. Шым ғына илап яттым».
(№ 65)

Сүплеккә әйләндермәҫкә ине05.06.2014

Сүплеккә әйләндермәҫкә инеБөгөн - Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө. «Кеше тирәләй мөхит проблемалары» исеме аҫтында Стокгольм халыҡ-ара конференцияһы 1972 йылдың 5 июнендә асылыуға бәйле. Һуңынан был дата Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы сессияһы ҡарары менән рәсмиләштерелә. Ә Рәсәйҙә шул уҡ 5 июнь билдәләнгән Эколог көнө РФ Президентының 2007 йылдағы Указына ярашлы ғәмәлгә инде.

Тәбиғәтте һаҡлау менән мәшғүл ғалим һәм вазифалы кешеләрҙең һөнәри байрамдары ғына түгел, тирә-яҡ мөхитте тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоуға битараф ҡалмаған бөтә йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле ваҡиға икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Бик мәслихәт. Фәҡәт киң йәмәғәтселектең ҡатнашыуы арҡаһында Учалы ла республикала иң таҙа һәм йыйнаҡ ҡалаларҙың береһе. «Таҙа кесаҙна» өмәләре үҙҙәре генә ни тора! Быйыл да ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтовтың ҡарары менән 10 апрелдән 16 октябргә тиклемге осорҙа үткәрелә. Әйткәндәй, сарала «Яйыҡ» редакцияһы коллективы ла әүҙем ҡатнаша. «Ветеран» магазины янынан үтергә тура килһә, ҡаршыһындағы газондың таҙалығына иғтибар итегеҙ - беҙгә беркетелгән биләмә.
(№ 65)

Баҫыу эштәре тынмай05.06.2014

Баҫыу эштәре тынмайЯҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында хужалыҡтар сәсеүгә бер аҙ һуңыраҡ төштө. Шулай ҙа баҫыу эштәрен улар ваҡытында атҡарып сыға алдылар. Тиҙ арала пландарын үтәнеләр. Әле иртә өлгөрөүсе бойҙай, һоло кеүек культураларҙы сәсеп бөткәндәр. Ошо арала кампания тулыһынса тамамланырға тейеш.

Яҙғы баҫыу эштәренә һабантуйҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Белеүебеҙсә, беҙҙә һабан байрамы 7 июнгә билдәләнгән. Әле игенселәр йылы яратыусы культураларҙы сәсеүгә төштө. Ҡарабойҙай, тары, кукуруз һәм судан үләненә сират етте. Ауыл хеҙмәтсәндәренә һәр сәғәт ҡәҙерле, етмәһә, ҡайһы бер хужалыҡтарға, ужым культураларының һәләк булыуы арҡаһында, сәсеүҙе ҡабаттан үткәрергә тура килде. Был үҙ сиратында ваҡытты алды, шулай уҡ өҫтәмә сығымдар ҙа талап итте. Белгестәр быйылғы йәйҙе ҡоро, яуым-төшөм аҙ буласаҡ, тип фаразлай. Ауыл эшсәндәрен һауа шарттары тәүге тапҡыр һынамай. Хужалыҡтар сәсеү менән генә булмай, башҡа баҫыу эштәре лә етерлек. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта иген культураларын химик юл менән утау ҙа әүҙем алып барыла. Ҡоротҡос бөжәктәр ҙә йоҡламай, ҡайһы бер урындарҙа улар күпләп күренә башлаған. Силәбе өлкәһе биләмәләрендәге баҫыуҙарҙа, Ахун, Байрамғол зонаһында күбәйгәндәр. Сәсеүҙе тамамлау менән ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш башлау күҙаллана.
«Рысай» муниципаль унитар предприятиеһында ла сәсеүҙең ҡыҙған мәле. Хужалыҡ 540 гектар майҙанда бойҙай, һоло, мал аҙығы культуралары сәскән. 700 гектарҙа ужым арышы бар. Уның да күпмелер өлөшөн ҡабаттан сәсергә тура килгән. Әлеге мәлдә рысайҙар мал аҙығы культураларын сәсеүҙе дауам итә. Һуңғараҡ тары менән рапс сәсергә ниәтләйҙәр. Баҫыу эштәрендә Нарис Ғәзизов, Данир Нәсибуллин, Алмас Моратов, Руслан Фәхриев, Жәүҙәт Мортазин, Данил Хужәхмәтов, Илһам Мөхәмәтйәровтар ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Бригада баҫыуҙарҙы эшкәртергә, тырматырға, кәтүкләргә ла өлгөрә.
Билдәле булыуынса, предприятие малсылыҡты үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Хужалыҡтың 500 баш эре мөгөҙлө малы бар. Уларҙы яҡшы ҡышлатыу өсөн 5 мең тонна сенаж һәм силос, 400 тонна бесән, 600 тонна һалам талап ителә. Хужалыҡ быйыл мал аҙығын етерлек күләмдә әҙерләй алыуҙарына ышана. Иң мөһиме - йыл яҡшы килһен. Былтырғы кеүек яуым-төшөм әҙерләнгән аҙыҡтың сифатына кире йоғонто яһай күрмәһен. Әлеге мәлдә предприятиела уртаса тәүлек һауым ҡара-ала һыйырҙарҙан - 13, семминталдәрҙән 10 килограмм тәшкил итә. Йәйҙең һуң килеүе арҡаһында йәйләүгә сығыу ҙа бер аҙ тотҡарланды. Әле малдар йәйләүгә тулыһынса күскән, көтөүлектәрҙә йөрөйҙәр. Һөт артыу өҫтөндә, уны литрын 17 һум менән Сыбаркүлгә тапшыралар. Аҡса менән тотҡарлыҡ юҡ, ваҡытында иҫәпләшәләр. Бөгөн һөткә ихтыяж ҙур, уның хаҡы юғары булыуы ла ҡыуандыра. Хужалыҡҡа ең һыҙғанып эшләгәндә, мал һанын ишәйтеп, тоҡомдо яҡшыртыу юлдарын эҙләгәндә, етештереүсәнлекте арттырғанда табыш алырға була.
Алда ауыл хеҙмәтсәндәренә бар мөкинлектәрҙе файҙаланып, мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.
Фотола: Илһам Мөхәмәтйәров «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһында келәт мөдире булып эшләй. Фермаға фураж һәм башҡа төр аҙыҡ тейәп оҙата. Ҡыҙыу сәсеү мәлендә уға ла ваҡытлыса һөнәрен алмаштырып торорға тура килә. Әлеге ваҡытта ир уҙаманы ҡалған механизаторҙар менән бергә көнө-төнө баҫыуҙа йөрөй. Тракторы менән ер кәтүкләй.
(№ 65)

Рөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирә05.06.2014

Рөстәм Хәмитов учалыларға яуап бирә- Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! Учалы-Иманғол автомобиль юлы төҙөлөшө хаҡындағы мәсьәләне хәл итеү ниндәй стадияла? Беҙҙең ветерандарыбыҙ был һорау менән Һеҙгә мөрәжәғәт иткәйне инде. Һеҙ мәсьәләне ҡарарға һүҙ бирҙегеҙ.
- 5,5 километр оҙонлоғондағы Учалы - Иманғол автомобиль юлын төҙөү 2014-2016 йылдарға планлаштырылған. Быйыл, территориаль заказ сиктәрендә, 1 млн һум аҡсаны үҙләштереү планлаштырыла. 2015 йылда - 23,5 млн һум, 2016 йылда был объектҡа 90 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә планлаштырабыҙ. Шулай итеп, төҙөлөштөң дөйөм суммаһы 114,6 млн һумға барып баҫасаҡ.
- Учалы ҡалаһында яңы шәхси төҙөлөш биҫтәләре барлыҡҡа килә. Был яҡшы күрһәткес, тимәк, учалылар тыуған ҡалаһында ҡала һәм актив рәүештә төҙөлөш менән була тигән һүҙ. Беҙ, 8-се, 9-сы биҫтәлә йәшәүселәр, йорттарыбыҙға төрлө йылдарҙа күсеп сыҡтыҡ. Тик канализация селтәрҙәре төҙөү мәсьәләһе һаман булһа хәл ителмәй. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иттек, яуап бер: «Тиҙҙән буласаҡ». Ни әйтерһегеҙ ?
- Учалы ҡалаһының 8-се, 9-сы биҫтәләрендә инженер селтәрҙәре төҙөй башлау ағымдағы йылға планлаштырылған. 2014 йылда, республиканың адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә, 2 млн һум аҡса үҙләштереләсәк, 2015 йылда - 18 млн һум. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 20 млн һум буласаҡ. 6,5 км оҙонлоғондағы селтәрҙәр 2015 йылда сафҡа индереләсәк.
- Учалы районының төньяғында йәшәүселәр ауылдарҙы газға тоташтырыуҙы оҙаҡ йылдар көтә. Уҙған йылда газификация проектының әҙер булыуы хаҡында һөйөнөслө хәбәр килгәйне. Төҙөлөш эштәре ҡасан башланасаҡ?
- Учалы районында газ үткәргестәрҙе төҙөү «2012-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында газ менән тәьминәт һәм газификация үҫеше программаһы» сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. «Газпроммежрегионгаз» йәмғиәте заказсы ролендә сығыш яһай. Илсе, Сәфәр, Ильинка, Мансур ауылдары өсөн ултыраҡ эсе газ үткәргестәрен төҙөүгә проект-смета документтары республика ҡаҙнаһы иҫәбенә әҙерләнде. Төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу буйынса аукциондар уҙғарылды. Төҙөлөш яҡын арала башланасаҡ, 37 млн һумдан ашыу аҡса үҙләштереү планлаштырыла. Проект буйынса Мансур ауылында газ үткәргестең оҙонлоғо 7,55 км тәшкил итәсәк, Сәфәрҙә - 14,72 км, Илселә - 14,024 км, Ильинкала - 2,4 км.
(№ 65)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.