» Гәзиттең номеры: 66

Белгестәр әҙерләнәсәк18.08.2017

Белгестәр әҙерләнәсәкЯңы уҡыу йылында ҡала мәктәптәрендә инженер кластары асыласаҡ, буласаҡ белгестәрҙе тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн әҙерләйәсәктәр. Ошо турала Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығында уҙған кәңәшмәлә бәйән ителде. Ултырышта район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Урал тау-металлургия компанияһының персонал буйынса идаралыҡ начальнигы Ольга Смирнова, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының персонал буйынса идаралыҡ начальнигы Людмила Андросенко, мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова һәм ҡала мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Кәңәшмәлә инженер кластарын нисек ойоштороу тураһында һүҙ алып барылды.
(№ 66)

Гөрләп үтте һабан туйы10.06.2015

Гөрләп үтте һабан туйы Ғәҙәттәгесә, ҡала-район предприятиелары саранан ситтә ҡалманы. Һәр ҡайһыһы үҙе етештергән продукцияны бар сағылышында тәҡдим итте, яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Шулай ҙа һабантуй майҙанында халыҡ кәсептәре менән ныҡлап шөғөлләнеүселәр, ауыл техникаһын үҙ ҡулдары менән ҡороусылар иғтибар үҙәгендә булды.
Өргөн ауылынан Айрат Хажиев үҙ ҡулдары менән эшләгән бильярд өҫтәлен алып килгәйне. Былтыр бүлмә фонтанын килтергән булған.
Һабантуйға килгән халыҡ айырыуса һауала өйөрөлөп осоп йөрөгән моделле самолеттарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Виктор Пестряков белдереүенсә, Балалар ижад йортонда ике ай элек моделле түңәрәк асылған икән. Әлбиттә, һауалағы моделдәр түңәрәккә йөрөүселәрҙеке түгел әле. Улар Виктор Павловичтың саҡырыуы буйынса Мейәс ҡалаһынан килгәндәр.

- Түңәрәккә 11 йәштән алып ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөй. Әлегә беҙ иң-иң ябайҙарын ғына эшләргә өйрәнәбеҙ. Киләсәктә, әлбиттә, ҡатмарлыраҡ моделдәрҙе лә өйрәнәсәкбеҙ, - ти түңәрәк етәксеһе.
Ауыл хужалығы техникаһы янынан, ғәҙәттәгесә, кеше өҙөлмәне. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар бихисап ине. Райондаш оҫталар үҙ ҡулдары менән ҡорған техника өлгөләренә битараф ҡалыусылар булмағандыр. Беҙҙең күңелгә иһә, Ҡунаҡбай ауылынан Фәнүр Солтановтың «Ярҙамсы» мини-автомобиле айырыуса хуш килде. Беренсенән, матур. Икенсенән, мини-автомобиль тип аталһа ла, 1,5 тонна йөк ташый. Ә өсөнсөнән, лебедка механизмдары аша үҙбушатҡыс итеп ҡоролған. «Мини-трактор ҡороп һабантуйҙа беренсе урын алған булды инде, был автомобилем дә уңайлы ғына килеп сыҡты, буғай. Утын-бесән, башҡа йөк ташығанда һәләк тә «ярҙамсы». Киләсәккә пландарым - тейәгес машина һәм ҙур тәгәрмәсле, ҡайҙан да үтә алған транспорт йыйыу», - тип пландары менән уртаҡлашты алтын ҡуллы оҫта.
(№ 66)

Гөрләп үтте һабан туйы - хеҙмәт туйы, хөрмәт туйы10.06.2015

Гөрләп үтте һабан туйы - хеҙмәт туйы, хөрмәт туйы6 июнь көнө үткәрелгән быйылғы район һабантуйы яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуҙы билдәләүҙән тыш, Бөйөк Еœеүҙеœ 70 йыллығына, район барлыҡҡа килеүҙеœ 85 йыллығына һәм тотош Рәсәй һәм беҙҙең Башҡортостанда ла билдәләнгән Әҙәбиәт йылына бағышланды. Һәр дата байрамда сағыу сағылыш тапты. Мәҫәлән, ыҫпай ялан хәрби формаһы кейгән кешеләр (шул иҫәптән сабыйҙар) концерт номерҙары башҡарыусылар араһында ла, сафтарға теҙелеп парад үтеүселәр араһында ла күп булды.
Һуңғы дәүер һабантуйҙарының үҙенсәлеге - ауыл Советтары парады. Райондың 18 ауыл ултырағы вәкилдәре 11 төркөм-колоннаға теҙелеп үтте. Сафтар үткәндә диктор һәр ҡайһылары тураһында ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәрҙе бәйән итте. Ә һуңынан хәрби парад та булды. Ҡала ултырағы, предприятие-учреждениелар күп булғас, айырым парадҡа теҙелеп үттеләр. Шуныһы ғына үкенес - һалҡын ҡойма ямғыр бер аҙ эште боҙҙо. Әммә артистар ҙа, тамашасылар ҙа - сыныҡҡан көслө кешеләр икән, бирешмәнеләр! Оҙаҡламай көн дә асылып китте

Оҫта бейеүселәр ҙә, һандуғастай йырсылар ҙа етәрлек инде беҙҙә. Район барлыҡҡа килеүгә, Бөйөк Еңеүгә бағышланған тарихи-нәфис композицияларҙы («Хеҙмәт-бейеү сюитаһы» һәм башҡа) барыһы ла йотлоғоп, ваҡыты менән күҙ йәштәрен һөртөп күҙәтте. Афарин, башҡа баһа хилафлыҡ булыр! Ямғыр ҙа ҡамасаулай алманы бит әле.
(№ 66)

Тауҙар шатлығы09.06.2014

Тауҙар шатлығыСупермаркеттарҙа «орегано» тип һатылған тәмләткес үләндең тап беҙҙең мәтрүшкә икәнлеге тураһында белә инегеҙме? «Орегано» грек теленән «тауҙар шатлығы» тип тәржемә ителә. Сәскә ата башлағанда йыйыу зарур. Сарҙаҡ йә лапаҫ аҫты кеүек яҡшы елләтелгән, ҡояш тура төшмәгән ерҙә киптерелә. Мейес йә газ духовкаһы ҡулланылһа, йылылыҡ 30-40 градустан ашмаҫҡа тейеш, юғиһә, файҙалы матдәләре тарҡала башлай. Ҡоро үҫемлектәрҙе бөтөн көйөнсә быяла банкаларҙа һаҡлайҙар ҙа, кәрәгенсә ваҡлап алалар. Ваҡланған килеш һаҡлаһаң, эфир майҙары күберәк тәләф була.
Сифат хаҡына мәшәҡәттән ҡурҡмаған кешеләр йәшел япраҡтарҙы һыуытҡыста туңдырып һаҡлай. Тик быныһының әллә ни кәрәге лә юҡтыр.


Тәнгә - дауа
Мәтрүшкәнең сихәт көсө тураһында беренсе яҙма беҙҙең эраға тиклем I быуатҡа тура килә. Боронғо грек табибы Диоскоридос «Дауа үҫемлектәре» китабында телгә ала. Мәтрүшкә - етмеш төрлө ауырыуға дауа, тип әйтелә башҡорт мәҡәлендә. Дарыуҙар булмаған осорҙа һыуыҡ тейеүҙән дауаланауҙың төп сараһы була бит. Һәм юҡҡа түгел икән.
АҠШ ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, мәтрүшкәләге карвакрол тигән матдә айырым төр микроб менән паразиттарға ҡаршы антибиотиктарға ҡарағанда ла эффектлыраҡ. Шул иҫәптән, дарыуҙар менән йүнләп баҫып булмаған һары стафилококты ла дөмөктөрә, ти. Карвакролдан башҡа ла файҙалы өлөштәре күп: эфир майҙары, розмарин һәм аскорбин кислоталары, дуплау матдәләре, тимол, цимол, флавонидтар, терпендар һ.б..
(№ 66)

Шәфҡәт өләшеүселәр09.06.2014

Шәфҡәт өләшеүселәр Ихлас йөрәктән кешегә ярҙам итеү үҙ күңелеңә лә кинәнес өҫтәй. Ә социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн башҡаларға изгелек ҡылыу һөнәрҙәре тарафынан билдәләнгән. Иҫке Байрамғол ауылында йәшәүсе Әлфиә Балташева ошо өлкәлә тир түгеүселәрҙең береһе. Мәҡәлә геройыбыҙҙы юллап районыбыҙҙың төньяҡ тарафтарына юл тоттоҡ. Һәм, ниһайәт, эҙләгән кешебеҙҙе Балбыҡ ауылында, Сәлимә әбейҙең өйөндә тап иттек.

Беҙ барып төшкәндә улар икәүләп ҡаҙ бәпкәләре көтә ине. Хужабикәләренән бигерәк Әлфиә Абдрахим ҡыҙы артынан йүгерешкән ҡояштан һарыраҡ был йән эйәләрен күҙәтә-күҙәтә хеҙмәткәрҙең эше хаҡында һүҙ ҡуҙғаттыҡ.
Әлфиә Балташева 1971 йылда Орловка ауылында тыуып үҫкән. Силәбе ҡалаһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡтан Иҫке Байрамғол ауылына килен булып төшә һәм бына инде 24 йыл бында донъя көтә. Дүрт йыл элек уға ауыл Советы социаль хеҙмәткәр эшен тәҡдим итә, Әлфиә ханым тәүәккәлләргә була. Ошо ваҡыттан алып ул Иҫке Байрамғол, Балбыҡ, Мулдаҡай ауылдарының һигеҙ әбей һәм ике бабайының тормошон еңелләштереү эшендә.
(№ 66)

Изге эш09.06.2014

Абҙаҡ ауылы зыяратында өсөнсө йыл рәттән ҙур өмә ойошторолдо.

Ауылдың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған 70-кә яҡын кеше иртәнге сәғәт 10-да дәррәү эшкә тотондо. Өмәнән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, «Әхирәттәр», «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары, ауылға килгән ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Ҡайһы берәүҙәр трактор, ат менән дә килгәйне. Ауыл халҡы ихлас эшләне, техника, бысҡы тауыштары гөрләп торҙо. Ҡәберҙәр тәрбиәләнде, һурылып торған кәртәләр нығытылды, ауырға әҙер бағаналар алыштырылды, сүп-сар сығарып түгелде. Ауыл тормошонда ҡайнап, бер өмәнән дә ситтә ҡалмай ярҙам итеүселәргә, килгән ҡунаҡтарға ауыл халҡы, ветерандар советы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Өмәгә сыҡмаусылар иһә фәһем алһын ине.
Өмәселәр төшкө сәй эсеп, әруахтар рухына аяттар уҡып, хәйер-саҙаҡалар таратып, тыныс күңел менән таралышты.
(№ 66)

Сәйәхәт ҡылдыҡ09.06.2014

Беҙ Ҡолош, Ҡотой, Ишмәкәй ауылдарынан бер төркөм халыҡ Әүлиә шишмәһенә барып ҡайттыҡ.

Арабыҙҙан Ҡотой ауылы ағинәйҙәре Маһира Йәркәева һәм Рауза Ғиләжева, Ҡолош аҡһаҡалы Зәйет Шакиров та булды. Әүлиә шишмәһенән һыу тәмләп, бәләкәй һауыттарға тултырып алғас, Рамаҙан әүлиәнең ҡәберенә күтәрелдек. Маһира апай Йәркәева әруах рухына аят бағышланы, килгәндәргә үҙе белгән риүәйәтте һөйләне. Тауға менеп төшкәс, шишмә һыуынан сәй табыны ҡороп, килтергән ризыҡтарыбыҙ менән тамаҡ ялғап алдыҡ.
Әүлиә шишмәһенә сәйәхәт ойошторғандары өсөн Ҡолош мәҙәниәт йорто директоры Рима Минһажеваға, водитель Рәлиф Ғиләжевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Матур тәьҫораттар туплап, икенсе йылға ла килербеҙ тигән теләктә ҡайттыҡ.
(№ 66)

Ҡунаҡҡа килегеҙ09.06.2014

Учалы районында асылған тәүге белем усағы - Илтабан ауылы мәктәбенә быйыл 150 йыл тула.

Үрге Урал уезынан Сибай кантон 1864 йылдың 10 ғинуарында өс рус мәктәбен асырға тигән әмер бирә: Баймаҡта - Темәс, Әбйәлилдә - Рәхмәт, Учалыла Илтабан ауылында. Уездағы ике меңдән ашыу ауыл араһынан өс кенә ауыл һайлап алынған. Рус теле, математика, география уҡытылған. Әхлаҡ һәм дин буйынса указной мулла белем биргән.
Шул мәктәптә белем алып, сит яҡтарға таралышҡан яҡташтарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы саҡырып, осрашыу ойошторорға ине ниәт. Беҙгә белем биргән, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, үткән ғүмерҙәрҙе иҫкә алып, алдағы тормошҡа пландар ҡороп байрам үткәрергә кәрәк. Элекке мәктәп (хәҙерге балалар баҡсаһын) йортон тәртипкә килтерәйек, урамдарҙы, йорттарҙы, баҡсаларҙы матурлап, күтәренке күңел менән ҡунаҡтарҙы ҡаршылайыҡ. Әйткәндәй, ҡунаҡтарҙың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан да килеүе көтөлә. Осрашыу 26 июнь көнө сәғәт 10-да башланасаҡ.
(№ 66)

Кескәйҙәргә тамаша09.06.2014

Балаларҙы яҡлау көнөндә генә түгел, ә даими рәүештә беҙ, ололар, кескәйҙәрҙе яратырға, ҡурсаларға, йәберләмәҫкә бурыслыбыҙ.

Ошо матур көндө Ураҙ ауылында китапхана етәксеһе Нәркизә Шәйәхмәтова һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлнур Сабирова балалар өсөн күңелле тамаша ойошторҙолар. Унда төрлө әкиәт геройҙары ҡатнашты: клоун, Убырлы ҡарсыҡ, Һыу инәһе, бесәй Базилио, төлкө Алиса. Һәр персонаж үҙенең уйындарын уйнатты. Еңеүселәр тәмле приздар менән бүләкләнде. Тамаша аҙығында балалар «Һәр ваҡыт булһын ҡояш» йыры аҫтында күккә шарҙар осорҙолар. «Тирлән» магазины хужабикәһе кескәйҙәрҙе туңдырма менән һыйланы. Фатима Фәттәхова ла күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы.
Тамаша бик күңелле үтте. Бар ойоштороусыларға, бағыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
(№ 66)

Рәхәтләнеп уйнанылар09.06.2014

Балаларҙы яҡлау көнөндә Яңы Байрамғол мәҙәниәт йорто, мәктәп һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, сабыйҙар өсөн күңелле байрам ойошторҙо.

Башта кескәйҙәр асфальт өҫтөнә һүрәт төшөрөү конкурсында кинәнһәләр, һуңынан спорт ярыштарында көс һынаштылар, халыҡ уйындары уйнап күңел астылар. Төрлө йәштәге алты тиҫтәләп бала йыйылды. Бер кем дә татлы күстәнәстәрҙән ҡоро ҡалдырылманы. Ошондай матур байрам үткәрергә матди йәһәттән ярҙам итеүселәр - ауылыбыҙҙың ағинәйе Фәриҙә апай Ҡорманаева, урындағы эшҡыуарҙар Зөһрә Шәрипова һәм Земфира Хужина, клуб хеҙмәткәре Сәйҙә Нәбиуллина. Бала ҡыуандырыу оло сауап тиҙәр, ҡылған изгелектәре үҙҙәренә мең артып, әйләнеп ҡайтһын!
(№ 66)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.