» Гәзиттең номеры: 67-68

Үткәндәргә кире ҡайтып15.06.2015

(Дауамы. Башы 64-65-се һандарҙа).
Әсмә апайҙың яҡты иҫтәлеге хаҡына мәҡәләнең алдағы өлөшөндә телгә алынған очеркты биреү артыҡ булмаҫтыр:
Дүртенсе көн инде яуа ла яуа. Әйтерһең дә, күктең төбө тишелгән һәм хәҙер гел шулай ямғыр яуып торасаҡ. Юҡ. Шулай ҙа көҙгө ямғыр кеүек ялҡытҡыс түгел был яҙғы ямғыр. Ана ҡара, Ҡапсығай тауындағы ағастар эҫелеккә түҙә алмайынса һарғая, үләндәр ҡорой башлаған ине бит, ә хәҙер, күр, ниндәй матур, үҙҙәренең йәшел шәлдәренә төрөнөп, тәбиғәтте тағы ла йәмләндереп ебәрҙеләр. Ә көҙгө ямғыр булһа ни эшләр ине?
Эх, ғүмер! Йылдар, йылдар! Һинең һәр миҙгелеңдең үҙенә күрә күркәмлеге, матурлығы бар. Ямғырлы көҙ етһә, матур яҙҙы һағынаһың, эҫе йәйең килһә, һалҡын ҡышты көтәһең һәм ғүмереңдең тын ғына аҡҡан йылға кеүек ағып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Әсмә апай Мөслимова, ошондай уйҙарҙан арына алмай, бүлмә буйлап ары-бире йөрөй. Ә уйҙар бер туҡтауһыҙ башҡа керәләр ҙә керәләр. Ул өҫтәл тапҡырына еткәс, туҡтаны ла:
«Берәй эшләнмәй ҡалған эш ятмаймы шунда?» - тигән кеүек, бүлмәгә күҙ йүгертеп сыҡты. Бүлмәнең һәр мөйөшө, ундағы һәр әйбер бөхтә итеп йыйыштырылған, һауыт-һаба ла йыуылған, үҙ урындарын алған. Артыҡ бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмағас, ул өҫтәлдә ятҡан конвертты ҡулына алып бер аҙ ҡарап торҙо ла, кире урынына һалды.
(№ 67-68)

Изге бурыс үтәйҙәр15.06.2015

 Изге бурыс үтәйҙәрҠала-районыбыҙҙа социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 497 кеше эшләй. 9 июнь көнө район хакимиәтендә байрам уңайынан тантаналы ултырыш үтте.
- Бөгөн беҙ ярҙамға һәм күңел йылыһына мохтаж булғандарҙы бағыу кеүек мөһим, яуаплы бурыстарҙы үҙ иңенә алған һөнәр эйәләрен тәбрикләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, был өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ. Бар булмышы менән ярҙамсыл, изгелекле, миһырбанлы кешеләр генә эшләй ала бында, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Был көндө иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп Хөрмәт грамоталары тапшырылды. РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһына Учалы психоневрология интернатының фельдшер-лаборанты Вера Кожевникова лайыҡ булды. Тармаҡтың 12 хеҙмәткәре БР Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Хөрмәт грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Эшенә яуаплы ҡарағандары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн 17 социаль хеҙмәткәргә район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталары тапшырылды.

Сараға Илсе ауылынан Зөлфиә Хәлилова ла килгән. Ҡатын социаль хеҙмәткәр булып 20 йыл эшләй. Уның яуаплылығында 12 кеше. Ялсығолдан Фәниә Ильясова өс ауылды хеҙмәтләндерә, ул 12 әбейҙе ҡарай, биш бала әсәһе. Комсомольскийҙан Айгөл Булатова, Анфиса Йосопова, Туңғатарҙан Ләйлә Ельчибаеваларҙың да эш стажы ике тиҫтәгә яҡын. Бөгөн был ҡатындар районда өлгөр, уңған социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һанала.
«Беҙҙең өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләргә тейеш түгел», - ти халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү комплекслы үҙәгенең бүлек етәксеһе Лариса Сәлихова. «Барыһы ла тырыш, уңған, береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел. Яуаплылыҡтары ҙур, әммә эш хаҡтарының түбән булыуы кәйефте ҡыра. Киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителер моғайын», - тине Лариса Абдулла ҡыҙы.
(№ 67-68)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.