» Гәзиттең номеры: 67

Нисә һумға төшәсәк?19.08.2016

Нисә һумға төшәсәк? Яңы уҡыу йылы башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Магазиндарҙа балаларына кейем-һалым, дәфтәр-ручка алыусы ата-әсәләр әүҙемлеге һиҙелә. Әхирәтем ҡыҙы Ләйсәндең быйыл 1-се класҡа барасағын шатланып хәбәр иткәйне. Сауҙа нөктәләренең береһендә һуңғы осрашҡанда йәш әсәнең «кикреге төшкән».
- Тәү тапҡыр мәктәпкә барғас барыһы ла тейешенсә, матур булһын, тип теләгәйнем. Әммә магазиндарҙағы кейем-һалымға булған хаҡтарҙы күреп бер аҙ аптырап ҡалдым. Әлегә тиклем әйберҙәрҙе берсә күп итеп алырға тура килгәне юҡ бит. Мәктәпкә әҙерләнер өсөн «түңәрәк» кенә сумма кәрәк икән. Юр-ғанға ҡарап аяҡты һуҙабыҙ инде.
(№ 67)

Ғәзиз ҡан төҫөндә19.08.2016

Ғәзиз ҡан төҫөндәМышарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында легенда-мифтар бихисап. Йәнәһе лә, ожмахтан ҡыуылған Һауа күҙ йәштәре түккән урында тәүләп үҫеп сыға. Ә миләштең ниңә әсе икәнлеген беләһегеҙме? Белорустарҙың легендалары буйынса, башта ныҡ татлы, әммә ен-пәрейҙәр өсөн ағыулы була. Алданып ашап ырыуҙаштары харап булмаһын өсөн бер аҡыллыраҡ мәхлүк әсе тәм өҫтәй.
Юҡҡа ғына ғаилә символы түгел инде. Скандинавия легендалары буйынса, бер ир ҡатынын дошмандарҙан һаҡлап һәләк була. Һөйгәне ҡанһырап йығылғас, ҡатын Хоҙайға ялбара - айырма беҙҙе, тип үтенә. Һәм шундуҡ ҡәбер өҫтөндә үҫкән ағасҡа әйләнә, емештәре иптәшенең ғәзиз ҡаны төҫөн ала.
Христиандарҙың «рябиновцы» тигән тармағы булған. Һүрәт төшөрөлгән иконаларҙы һанға һуҡмай, мышар ағасынан ҡоролған тәреләргә ҡарап ғибәҙәт ҡылалар. Фәҡәт мышар ағасынан яһалған тәрелә Ғайса-пәйғәмбәр язаланған, тип ышаныуҙан килә был.
(№ 67)

Һабантуй йәме - тирмәләр11.06.2014

Һабантуй йәме - тирмәләрБыйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр сараға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Улар буйлап йөрөгәндә үткәндәргә, тарихҡа тағы ла бер байҡау яһамайынса ҡалмайһың. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы ла нәҡ ошонда, тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр. Боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтырған тирмәләр оло йыйынға йыйылыусы район халҡында ғына түгел, ә сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙа, башҡа милләт вәкилдәрендә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Һабантуйҙа 19 тирмә ҡоролғайны. Конкурстан тыш «Энергосбыт» йәмғиәте лә тирмә ҡуйған. Тыш яҡтан һәр тирмә сағыу милли орнаменттар менән биҙәлгән. Ә эсенә иһә ҡул эштәре, һандыҡ өҫтөндәге сергетыштар, ҡорама, түшәктәр, боронғо селтәрҙәр, аҫалы балаҫтар эленгән. Элекке көнкүреште сағылдырыусы балыҡ-сылыҡ, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ мөйөштәре лә булдырылған. Ағас һауыт-һабалар, ҡолға, ҡул тирмәне, сиртмәле ҡоҙоҡ, тирмә эргәһенә ҡоролған ҡыуыштар һәм шулай уҡ милли аш-һыуҙың төрлөлөгө лә боронғо тормошто бөтә ысынбарлығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Һәр биләмә үҙенсә тырышҡан, ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйған, милли йыһаздар менән тирмәһен биҙәгән һәм комиссия ағзаларына йола байрамдарынан өҙөктәр әҙерләгән.
(№ 67)

Һабантуй батырҙары11.06.2014

Һабантуй батырҙарыТамашасылар ат сабышы яланындағы ҡыҙыу ярышты күҙәткән арала көрәш майҙансығында ла хистәр ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Төп приз - тәкәне быйыл ҡайһы батыр елкәһенә күтәреп һалыр? Был һорауға яуап көрәшселәрҙән дә, күҙәтеүселәрҙән дә сыҙамлылыҡ талап итте.

Ҡарт Муйнаҡ ауылынан Рәмзис Ғәбиҙуллин Мейәс ҡалаһында геология-разведка колледжының II курсын тамамлаған. Егет һигеҙ йәшенән ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Бөгөн ул спорт мастеры кандидаты.
- Милли көрәш менән күптән түгел генә шөғөлләнә башланым. Быйыл һабантуй майҙанында көсөмдө һынап ҡарарға баҙнат иттем. Үткән йылда Мулдаҡай ауылында уҙған һабантуй байрамында - I, Советтар Союзы Геройы Ж. Сөнәғәтуллин призына ярышта II урын яулаған инем. Бөгөн дә уңыш миңә йөҙө менән боролор тип ышанам, - тип, тәьҫораттары менән бүлеште 18 йәшлек егет.
(№ 67)

Уттай елә толпарҙар11.06.2014

Уттай елә толпарҙарАт спорты ярыштары - һабантуйҙың төп биҙәктәренең береһе. Күптәр тап ошо бәйгене ҡарар өсөн генә лә хеҙмәт байрамына килә. Быйыл да тантаналы өлөштән һуң ат сабышына сират етеүе иғлан ителгәс, йәше-ҡарты, яҡшыраҡ күренгән уңайлыраҡ урын һайлап, ярышты тамаша ҡылырға әҙерләнде. «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Ҡороҡсолар» бейеүе менән күтәрелгән дәртте арғымаҡтарға атланған һыбайлылар күтәреп алды.

Тиҫтә йылдан ашыу ат сабыштарының алыштырғыһыҙ комментаторы Салауат Тимербаев тәүге заезд - 4 километр алыҫлыҡҡа башҡорт тоҡомло аттар алышына старт бирҙе. Һигеҙ ярышсының береһе тәүге минуттарҙа уҡ дистанциянан сығырға мәжбүр булды, ә ҡалған ете һыбайлы саң туҙҙырып алға ынтылды. Дистанция үҙ эсенә ике түңәрәкте ала. Ҡыҫҡа арауыҡты яҡшы старт менән башлау уңышлыраҡ тигәндән сығыптыр инде бөтә һыбайлылар ҙа арғымаҡтарын ысҡындырҙы. Шулай ҙа тәүге урауҙан һуң лидерҙар төркөмө билдәләнде. «Байрамғол» агрофирмаһынан «Сапфира» исемле байталды атланған Илдар Игликов төркөмдән күпкә алға сыҡты. Унан «Солтан»ды һыбайлаған Тимур Колмаков («Байрамғол» арофирмаһы) менән «Тигр»ҙы эйәрләгән Руслан Денисламов («Байрамғол» арофирмаһы) ҡалышырға уйламай ине. Һуңғы түңәрәктә алыш тағы ҡыҙа төштө: күп йылдар рәттән һабантуй ярыштары еңеүсеһе 17 йәшлек Тимур Колмаков («Солтан») «Сапфира»ны (Илдар Игликов) уҙып китеп, беренселекте алды. Ә өсөнсө булып финиш һыҙығын «Рада»ны атланған Илнур Хисмәтов («Хисамов» шәхси йорт хужалығы, Сәфәр ауылы) үтте.
Шул уҡ дистанцияла икенсе заезға ярым тоҡомло аттар әҙерләнгәнсе тамашасыларҙың байрам кәйефен «Хазина» фольклор ансамбле сығышы дәртләндерҙе
(№ 67)

Хеҙмәт һәм шатлыҡ байрамы11.06.2014

Хеҙмәт һәм шатлыҡ байрамыҺабантуйҙы халыҡ һөйләшендә йышыраҡ «майҙан» тип атайҙар. Украиналағы «майдан» бола, талаш-ыҙғыш һәм ҡан ҡойош ояһына әйләндерелһә лә, беҙҙеœ майҙан боронғо асылына тоғро ҡала - ялан батырҙарына дан йырлау, ижади илһам һәм татыулыҡ тантанаһы.

7 июнь көнө Ҡалҡан күле буйында йыйылған район һабантуйы һәр ваҡыттағыса әһәмиәтле һәм масштаблы, күœелле һәм сағыу ваҡиғаға әйләнде.
Яҡташтарының байрамын уртаҡлашырға БР Премьер-министр урынбаҫары Лилиә үмәрова ла килде. Лилиә Салауат ҡыҙы ҡыҫҡаса ғына сәләмләү телмәре тотоп, башта БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың учалыларға байрам менән ҡотлауын еткерҙе. Республика һәр саҡ ауыл хужалығына ярҙам итә, былтыр был маҡсатта 7,5 миллиард һум бүленде, быйыл да ошо йүнәлеш һаҡланасаҡ һәм көсәйтеләсәк. Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән 10 төбәге исемлегенә керә, был ҡаҙанышҡа учалылар ҙа үҙ өлөшөн индерә, тип ғорурлыҡ менән билдәләнде.
Ә «Урал аръяғы-Агро МТС-ы» дәүләт предприятиеһының генераль директоры Ирек Хәсәнов БР Ауыл хужалығы министры Николай Коваленконың сәләмен еткерҙе, үҙенең исеменән дә ихлас ҡотланы. Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл хужалығы тармағының торошона ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
(№ 67)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.