» Гәзиттең номеры: 68

Ҡояш кәрәк, ҡояш25.08.2017

Ҡояш кәрәк, ҡояшБыл аҙнала районда ураҡ эштәре старт алды. Беренсе булып «Күмәс-Агро», «Юлдаш», «Байрамғол» агрофирмаһы», «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының Учалы филиалы кеүек предприятиеларҙа, ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында уңыш йыйыуҙы башланылар. Һәммәһе 13,5 мең гектарҙа иген урыу бурысы тора, 700 гектары - ужым культуралары.
МТС-тың Учалы филиалы техника хеҙ-мәтләндереүе күрһә-теү менән генә сик-ләнмәй, үҙе лә иң ҙур хужалыҡтарҙың бере-һенә әйләнде - 2 мең гектар һөрөнтө ерҙәрҙе арендалайҙар.
Беҙ барғанда Йәм-йылға буйындағы «Утар арты» тип аталған ерлектә «MacDon» сапҡысы арыш саба ине. 130 гектарлыҡ киң баҫыу. Гектарынан 15 центнер сығырҙыр, тип самалайҙар. Ә тәүләп 19 августа МТС 60 гектар ужым бойҙайын яҫмаларға һалды. Унда ла уңыш шул сама.
(№ 68)

Иң хәүефле һәм ауыр һөнәр25.08.2017

Иң хәүефле һәм ауыр һөнәрБашта аңлатма биреп китергә кәрәктер: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 3 төп производствонан ғибәрәт - Учалы һәм Үҙйылға рудниктары, байыҡтырыу фабрикаһы. Үҙйылға руднигы Межозерный ҡасабаһынан 5 километр алыҫлыҡта, Үҙйылға, Талған һәм Йәштәр баҡыр-цинк рудаларын үҙләштерә. Мәғдәндең өҫкө ярусы 150 тирәһе метрҙан башланһа, аҫтағыһы - 600-700 метрҙа. Бөгөнгө көндә был рудник УТБК өсөн төп сеймал сығанағы. Ә комбинат эшмәкәрлегенең бөтә районыбыҙҙың йәшәйешенә тура ҡағылыуы сер түгел инде. Иң хәүефле һәм ауыр һөнәр
(№ 68)

Дөйә юлында йөк ҡалмаҫ16.06.2014

Дөйә юлында йөк ҡалмаҫБыйылғы район һабантуйы парадта ысын дөйә үтеүе менән күптәрҙең хәтеренә уйылып ҡаласаҡ. Айыу бейеткәндән дә мауыҡтырғыс тамаша килеп сыҡты бит. Әйҙәгеҙ, был «Шәмбе бите»ндә ошо ғорур һәм үҙенә күрә камил йән эйәһе тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Донъяла 20 миллионлап дөйә аҫрала. 7 миллион самаһы - Самали, 3,3 миллиондан ашыуы Судан тигән илдәрҙә. Шулай уҡ Һиндостанда, Мавританияла, Пакистанда, Эфиопияла күп улар. Рәсәйҙә әле башлыса арвана тигән бер үркәсле һәм ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ, монгол тоҡомондағы ике үркәсле дөйәләр таралған. Һәммәһе күпме иҫәпләнәлер - билдәһеҙ, был хаҡта мәғлүмәт таба алманыҡ.
Кем белһен, бәлки Баттал ауылындағы Вәсил - Василий Алибабаевич «мая» булып, төбәгебеҙҙә дөйәселек тармағы йәйелә башлар? Һәр хәлдә, тәбиғәт шарттары быға кәртә булып тормай.
Онотолған таныш
Белеүебеҙсә, Учалы ҡалаһы гербына кеҫәртке төшөрөлгән. 5-6 йыл элек символды яңыртыу тураһында һүҙ сығып алғайны. Конкурс комиссияһына кәйлә тотҡан айыу, бүре менән бер рәттән дөйә төшкән вариант та тәҡдим ителә. Заманында дөйәләргә тейәп алтын рудаһын Бөйҙөләге фабрикаға ташығандар бит. Хатта әлеге ҡала биләмәләрендә Ҡаҙаҡ ауылы ҡалҡып сыҡҡан була.
(№ 68)

Хоҡуҡ даирәһе16.06.2014

Һүҙ кеше башына етә
Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, район суды тарафынан 38 йәшлек ир 11 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителде. Элек тә кеше үлтереү өсөн язаға тарттырылған граждан бер ҡатындың үҙенә ҡарата әйткән һүҙҙәренә ғәрләнеп, аҙағынан үс алғанлығы асыҡлана - дүрт тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп йәнен ҡыя. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән, артыҡ йомшаҡ тип һанап, прокуратура юғары инстанцияларға ялыу әҙерләне.
Була шундай әсәләр
Бер ауылда йәшәгән 30 йәшлек ҡатын әле 2008 йылда прокуратура юллауы буйынса 3 балаһына ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән була. Хоҡуҡты тергеҙеүҙе хәстәрләмәй. Улай ғына ла түгел, һуңынан тыуған 3 балаһын да йүнләп ҡарамауы, йыш йортта яңғыҙҙарын ҡалдырып китеүе асыҡланды. Был балаларына ла суд ҡарары менән ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителде. Ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Юл хәүефле
Прокуратура талабы буйынса Учалы район суды бер яҡташыбыҙҙың транспорт менән идара итеү хоҡуғын ғәмәлдән сығарҙы. Баҡһаң, үҙе наркоман булараҡ иҫәпкә алынған, үҙе 2005 йылдан алып бер нисә категория, шул иҫәптән, йөк транспорты йөрөтөүгә таныҡлыҡҡа эйә. Бындай кешеләргә руль артына ултырырға һис тә ирек бирергә ярамай.
Ҡәҙерен белмәгәс
Биш кешелек ғаилә 2007 йылда социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ алған була. 2 йыл элек коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙән туҡтайҙар, һәммәһе 140 мең һум бурыс йыйыла. Бынан тыш, торлаҡ бик насар хәлгә еткерелә, бәҙрәф-крандар емерелә, электр уты өҙөлә, санитария ҡағиҙәләре тупаҫ боҙола. Урындағы властар суд аша социаль найм килешеүен ғәмәлдән сығарыуҙы, торлаҡты бушаттырыуҙы юллай.
Бороп ҡайтармаһындар…
Йәй күп кеше сит илдәргә лә сығып ял итә башланы. Ундайҙарға иҫтә тоторға кәрәк - компьютер селтәрендә берәй ваҡыт берәй төрлө штраф түләп бөтөрмәүегеҙ йә суд ҡарарын үтәмәгәнлегеҙ тураһында мәғлүмәт һаҡланһа, дәүләт сиге аша сығармаясаҡтар. Башҡортса әйткәндә, яр аҫтынан яу килеп сыҡмаһын өсөн, сит илдәргә йүнәлгән һәр кешегә алдан барыһын да теүәл асыҡлау хәйерле. Онотҡан йә берәй сәбәп менән ваҡытында белмәй ҡалған булыуығыҙ ихтимал бит. Ҡатмарлы түгел - интернетта Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығының рәсми сайтында «Башҡарма производство мәғлүмәттәре банкы» («Банк данных исполнительных производств») бүлеген асырға ла үҙегеҙҙең исем-шәрифте индереп ҡарарға кәрәк. Бурыс бар икән, «электрон янсыҡ» аша түләргә, сайттан квитанция өлгөһөн күсертеп алырға ла мөмкин.
(№ 68)

Лауреаттар билдәләнде16.06.2014

Лауреаттар билдәләндеБилдәле булыуынса, гәзитебеҙ 2012 йылда матур башланғысын дауам итеп, үҙенең йыллыҡ премияларын биреүҙе тергеҙҙе.

Премиялар район һәм республика матбуғатында актив эшләгән Ниғмәт Зөлҡәрнәев (Ленин ордены кавалеры, уҡытыусы, оҙаҡ йылдар яҙышҡан хәбәрсе), Хөснә Юлдыбаева (ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә, район һәм республика гәзиттәрендә һәм нәшриәттә актив эшләүсе, Сталин лагерҙарын үтеп, улар хаҡында үҙенең яҙмаларын ҡалдырырға батырсылығы еткән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе) һәм Әҙһәм Ғарипов (йәмәғәтселек тормошонда һәм матбуғатта актив ҡатнашыусы, үҙешмәкәр сәнғәтте яратыусы, ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире булып эшләгән) исемен йөрөтөргә тейеш. Премиялар район тормошон, йәмәғәт ойошмаларының, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшен даими яҡтыртҡан, тел, милли үҙаң, хоҡуҡи дәүләт төҙөү проблемаларын, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ер мәсьәләләрен урынлы күтәргән хәбәрселәребеҙгә бирелә.
(№ 68)

Хыял - ысынбарлыҡта16.06.2014

Хыял - ысынбарлыҡтаВәғәҙә иткәнсә, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыуҙы дауам итәбеҙ. «Еңеүсегә елле бүләк» акцияһына ҡушылыусыларҙың арта барыуы ҡыуаныслы күренеш. Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 60-тан ашыу квитанция килде. Бына көтөп алынған минуттар һуҡты: лотерея уйынына йомғаҡ яһалды. Бер ҡумта квитанциялар араһынан иң бәхетлене асыҡлау өсөн коллектив менән йыйылдыҡ. Ниһайәт, мөхәрриребеҙ Римма Солтанованың еңел ҡулы менән бүләк эйәһе билдәле булды. Был юлы еңеүселәр Ҡоҙаш ауылынан Илзирә һәм Искәндәр Динисламовтар. Сираттағы призды - мультиварканы уларға тапшырҙыҡ.

Динисламовтар 80-се тиҫтәгә яҡынлашыуҙарына ҡарамаҫтан, гәзитебеҙҙең айырылғыһыҙ дуҫтары. Баҫмабыҙҙың бер һанын да ҡалдырмай уҡып баралар.
- Хаҡлы ялға сыҡһаң эш кәмей. Мал-тыуарҙы бөтөрҙөк, шуға ла гәзит уҡып көн уҙғарабыҙ, - тип кинәйәле йылмая Илзирә апай. Ғаилә «Яйыҡ»тың килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡайһы бер ауылдарҙа гәзитте килтермәй, йә һуңлатып ҡаңғыртһалар, ҡоҙаштар был йәһәттән почтальондарынан уңған. Сәлмән Лотфуллин баҫмаларҙы хужаларына ваҡытында тапшырырға күнеккән.
(№ 68)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.