» Гәзиттең номеры: 69

Был донъяла ниҙәр бар?29.08.2017

Был донъяла ниҙәр бар?АҠШ Милли разведкаһының элекке директоры Джеймс Клэппер борсолоу белдер-ҙе: атом ҡоралы системаһы шулай ҡоролған, әгәр ҙә Дональд Трамп Кореяға һөжүм итергә булып китһә, бер кем дә ҡамасаулап өлгөрә алмаясаҡ. Сәйер донъяла йәшәйбеҙ инде - демократия, халыҡ власы тик күпме генә һөйләнмәһен, һуғыш башланыу-баш-ланмауҙы бер генә әҙәм хәл итә! Һуғыш сығыу-сыҡмау гел генә иҡтисади сәбәптәр менән нигеҙләнә. Американың милли бурысы 20 триллион долларға етеп килә. Беҙҙең аҡсаға күсергәндә, бөтөнләй ишетеп тә белмәгән һандар менән яҙырға тура килә -1 квадриллион 200 триллион (1 триллионда - 1000 миллиард) һум. Бер ваҡытта ла түләй алмаясаҡтары көн кеүек асыҡ...
(№ 69)

Заман ниғмәте29.08.2017

Заман ниғмәте22 августа Илсе ауылында ул-тыраҡ эсендәге газ торбалары селтәре тантаналы рәүештә сафҡа тапшырылды. Илселә 1302 кеше көн күрә, йәштәр байтаҡ, тимәк, ауыл йәшәйәсәк әле, ҡоромаясаҡ. Әлеге ваҡытта һыу үткәреү сис-темаһы ла төҙөлә башлаған. Бар эштәр тамамланғас, күркәм ауылда тормош тағы ла йәмлерәк булып ҡалыр.
(№ 69)

Еңеүҙәр - хеҙмәт аша26.08.2016

Еңеүҙәр - хеҙмәт ашаКөҙҙөң тәүге байрамы - Белем көнө алдынан изге йолаға әүерелгән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған уҡыу йылына һөҙөмтәләр яһау, киләһе йылға маҡсаттар билдәләү менән бер рәттән ҙур уңыштарға өлгәшкән остаздар, ветеран уҡытыусылар һәм яңы эш башлаусы йәш белгестәр тәбрикләнде.
Быйыл өс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы юғары еңеүҙәргә лайыҡ булды. Мулдаҡай мәктәбенән Зөлфиә Әминева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡы-тыусыһы - 2016» төбәк-ара конкурсы лауреаты булараҡ республика август кәңәшмәһендә Рөстәм Хәмитов тарафынан тәб-рикләнде һәм премия менән бүләкләнде. Учалы ауылы Башҡорт гим-назияһы уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова Рә-сәй президенты гран-тын алды. «Иң яҡшы башҡорт һәм рус те-ле уҡытыусылары» кон-курсында Башҡор-тостан хөкүмәтенең 50 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булыусы 50 остаз араһында Илсе мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова ла бар.
(№ 69)

Баллы тормош хеҙмәт ярата19.06.2015

Баллы тормош хеҙмәт яратаҺәйтәк ауылы тәбиғәттең ғәжәп матур мөйөшөндә урынлашҡан. Ауылдаштарым уңайлы шарттарҙы, мөмкинлектәрҙе оҫта файҙалана. Күпләп мал үрсетәләр, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа йәштәр умартасылыҡҡа етди иғтибар бирә башланы. Әйтергә кәрәк, ауылда бал ҡорто тотоусылар электән бар. Заманында олатайым Нияз Фәррәхов, бабайым Яуымбай Байморатовтар ҡортсо ине. Бөгөн ауылым аҡһаҡалдары араһында Закир Исаев «бал бабайы» булып танылған. Күп көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән, әммә нескәлектәрен белеп, дөрөҫ алып барғанда үҙен аҡлаған шөғөл 83 йәшлек Закир Хәлиулла улының табыш сығанағы ғына түгел, йәшәү рәүешенә лә әүерелгән. Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән кәсебе менән 40 йылға яҡын шөғөлләнә ул. Нисек умартасы булып китеүен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй.
1940 йылдарҙа ауылыбыҙға Шишмә районынан бихисап ғаиләләр, шул иҫәптән, Закир ағайҙың ата-әсәһе лә күсеп килә. Был ваҡыт уға ни бары 8 йәш була. Күп тә үтмәй, атаһын һуғышҡа алалар, шул китеүенән Хәлиулла ағай әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Аслыҡ-яланғаслыҡты иңендә күп татый малай. Шулай ҙа ауырлыҡтар алдында теҙ сүкмәй, киреһенсә, сыныға ғына. Бәләкәйҙән уҡыуға тырыш егет бер нимәгә ҡарамай 10-сы класты тамамлай. Ул йылдарҙа 10 класс белемлеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ була, хатта ҡыҙҙарға ла урта белем алыу мөмкинлеге һирәк тейә. Һуңынан төҙөлөш техникумын тамамлай, колхозда прораб, иҫәпсе булып эшләй.
(№ 69)

Эшегеҙҙән ҡыуанһындар17.06.2014

Эшегеҙҙән ҡыуанһындарКүҙҙәр... Ошо ике «төймә» беҙгә тирә-яҡтың матурлығын күрергә, донъяны танып-белергә ярҙам итә. Ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙе уларһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашабыҙ, яратабыҙ, яратылабыҙ, тел менән әйтеп бирә алмаған һүҙҙәребеҙҙе лә күҙҙәребеҙ еткерә.

Шулай уҡ насар уйҙарҙы, теләктәрҙе лә кеше күҙҙәре аша белдерә. «Күҙ алмам», «Күҙ ҡараһы кеүек һаҡла». Ниндәй генә сағыштырыуҙар, маҡтауҙар юҡ улар тураһында? Шуға ла һәр кеше күҙҙәренең һаулығын ҡайғыртырға тырыша. Ул йәрәхәтләнә, йә ауырый ҡалһа, тиҙерәк күҙ табибына күренергә ашығалар. Сәләмәт күҙҙәр бүләк итеүсе, яҡты донъяны күреүгә мәхрүм булғандарға ярҙам итеүсе табиптарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
(№ 69)

Шуның менән бөтһөн…17.06.2014

Шуның менән бөтһөн…11 июнь көнө кис етеп килгәндә төбәгебеҙҙә дауыл ҡупты, боҙборсаҡ һәм ҡойма ямғыр шашынды. Ни бары 50 минутта күктән 37 мм яуым-төшөм урғыла. Ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ташлағас, ни кимәлдә мәхшәр ҡубыуын күҙ алдына килтереп була инде. «Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте» муниципаль учреждениеһы мәғлүмәттәре буйынса, дауыл ҙур матди зыян килтерҙе.

Бәләнең эпицентры Аҡҡужа һәм Илтабан ауылдары булғандыр. Аҡҡужала тиҫтәнән ашыу йорттоң ҡыйыҡтары, мәсет зыян күрә. Иң аянысы - күп балалы Ямаловтар ғаиләһенең Дуҫлыҡ тыҡрығында төҙөлөп бөткән һәм хужалар күсенеп сығырға йыйынған өйҙәре тулыһынса емерелде. Шлакоблоктарҙан һалынған бинаны туҙҙырып һалыу, айырым конструкцияларҙы 300 метрға тиклем осороу өсөн күпме ғәйрәт талап ителәлер инде! Ярар ҙа хужалар күсеп өлгөрмәгән була.
(№ 69)

Был донъяла ниҙәр бар?17.06.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?Телевизорҙан Алексей Митрофановты йыш күргәнегеҙ барҙыр. Барыһына ла аҡыл өйрәтеүҙән бушаманы. Ябай депутат ҡына түгел, РФ Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе бит! Ситтәргә мул өләшкәс, аҡыл үҙенә наҡыҫыраҡ ҡалғандыр. Һәр хәлдә лә, коллегалары депутат иммунитетынан мәхрүм итеү тураһында ҡарар ҡабул иттеләр. Арбитраж судында уның файҙаһына ҡарар сығартабыҙ, тип бер эшҡыуарҙан 200 мең доллар теләнселәүҙә ғәйепләнә.

РФ Дәүләт Думаһында яңы закон ҡарала. Ҡабул ителһә, губернатор һәм бер мандатлы округ буйынса депутат итеп был төбәктә барлығы кәмендә 8-10 йыл йәшәгәндәр генә һайлана аласаҡ. Бик мәслихәт, килмешәктәрҙән ни файҙа?

Украина үҙендә үҫтергән картуфтың 90 процентын Рәсәйгә һата ине. 16 июндән туҡтатылды. Ысын сәбәбе сәйәсәткә бәйлелер, әммә һылтау ҙа юҡ түгел - күрше илдә нематода тигән паразит ныҡ таралған. Заманында ҡәһәр һуҡҡыры Колорадо ҡуңыҙы ла беҙгә фәҡәт Украинанан килде бит. Йәнә бер ыңғай яғы - бәлки, үҙебеҙҙә үҫтерелгән бәрәңгене һатып алыу хаҡы бер аҙ күтәрелер.
(№ 69)

Мөһим эштәр башҡарыла17.06.2014

Мөһим эштәр башҡарылаРәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фонды - ил Хөкүмәте тарафынан, эшләүсе граждандарға уңайлы социаль мөхит тыуҙырыу, социаль яҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ойошторолған ҡеүәтле финанс-кредит ойошма. Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе илебеҙҙәге закондарға таянып эш итеүсе, башҡарыусы орган. Фондтың төп бурысы - республикабыҙ территорияһында Фондтың функцияларын еренә еткереп үтәү. Фонд түбәндәге ике мөһим йүнәлеш буйынса эшләй.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау. Был төр страховкалау иҫәбенән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында (больничныйҙар), йөклөлөк һәм бала табыу менән бәйле (декрет аҡсаһы), йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға һәм бала тапҡандан һуң бер тапҡыр бирелә торған пособиелар түләнә. Ерләү өсөн тәғәйенләнгән түләүҙәр ҙә ошо төр страховка иҫәбенән башҡарыла.
Мотлаҡ социаль страховкалауҙың икенсе төрө - эш урынында бәләгә тарыу осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән страховкалау. Был иҫәптән шулай уҡ күп төрлө түләүҙәр башҡарыла. Был кешенең профессиональ сир йәки эш урынында бәләгә тарыу һөҙөмтәһендә һаулығы ҡаҡшағандан алып, тулыһынса һауыҡҡанға тиклем талап ителгән сығымдарҙы ҡаплау менән бәйле. Эш урынында бәхетһеҙлек осрағы һөҙөмтәһендә инвалидлыҡ билдә-ләнгәндән һуң ай һайын түләнә торған пособиелар ҙа, медицина, социаль һәм профессиональ реабилитацияға, шулай уҡ иртә реабилитацияға кәрәкле сығымдар ҙа Фонд иҫәбенән түләнә.
(№ 69)

Спартакиада тамамланды17.06.2014

Спартакиада тамамландыУҙған уҡыу йылында белем алыусы йәштәр араһындағы спартакиада иҫәбенә еңел атлетика буйынса ярыштар үтте.

Унда ҡалабыҙҙың дүрт уҡыу йорто ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, 100 м алыҫлыҡҡа йүгереүҙә ҡыҙҙар араһында Гүзәлиә Әхмәтйәнова (БДУ вәкиллеге), егеттәрҙән Азат Сафин (98-се һөнәрселек училищеһы), 200 м алыҫлыҡта Айгүзәл Алтыншина (сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы) һәм Рәфис Ғәйфуллин (тау-металлургия техникумы), 400 метрҙа - Гүзәлиә Әхмәтйәнова (БДУ вәкиллеге) һәм Илмир Хәлилов (98-се һөнәрселек училищеһы), 1500 метрға йүгереүҙә Луиза Зарипова (сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы) һәм Борис Киреев (тау-металлургия техникумы), йүгереп килеп оҙонлоҡҡа һикереүҙә Вилена Мосичева (сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы) һәм Фидан Бирғәлин (тау-металлургия техникумы) беренсе урынды яуланылар. Эстафетала тау-металлургия техникумының ҡыҙҙар һәм егеттәр командаһы беренселекте бирмәне. Шулай итеп, ярышта Учалы тау-металлургия техникумы - I, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы - II, 98-се һөнәрселек училищеһы III урындарҙы бүлештеләр. Был спартакиаданың һуңғы ярыштары булды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, тәүге баҫҡысты Учалы тау-металлургия техникумы студенттары, икенсене - БДУ-ның Учалы вәкиллеге, өсөнсөнө 98-се һөнәрселек училищеһы яуланы.
(№ 69)

Көслөләр билдәләнде17.06.2014

Көслөләр билдәләнде«Монолит» спорт клубында район-ҡала үҫмерҙәре араһында 4-се йыл рәттән уҙғарылған бокс буйынса турнир үтте.

Унда «Монолит», «Таусы» һәм Учалы ауылынан «Чемпион» спорт клубтарынан 26 үҫмер ҡатнашты. Спортсылар 2005-2006, 2003-2004, 2000-2002, 1997-1999 йылдарҙа тыуыусы йәш төркөмдәрендә һәм 13 ауырлыҡ категорияларында көс һынашты. Үҙ ауырлығында Эльмин Довлатов («Таусы»), Артур Тажетдинов («Таусы»), Шамил Шәкүров («Чемпион»), Володя Талменев («Монолит»), Денис Рафиҡов («Монолит»), Илнур Нурмиев («Монолит»), Тимур Мөрсәлимов («Чемпион»), Ильясбек Артыков («Таусы»), Даян Ғәлимйәнов («Монолит»), Илдар Минһажев («Монолит»), Руслан Зарипов («Таусы»), Илдар Хәсәнов («Монолит»), Әхтәм Шакиров («Монолит») еңеүсе тип танылдылар. Баш судья коллегияһының «Еңеүгә ынтылыш өсөн» махсус кубогына 25 кг тиклемге ауырлыҡта икенсе урын яулаусы Камил Ишморатов («Таусы») һәм «Иң яҡшы техник әҙерлек өсөн» кубогына Тимур Мөрсәлимов («Чемпион») эйә булды. Ярыштың бағыусыһы, шәхси эшҡыуар Руслан Ғәлиндың махсус кубогы менән Руслан Зарипов («Таусы») билдәләнде. Еңеүсе һәм призерҙарға миҙалдарҙы «Спорт» магазины тәьмин итте.
(№ 69)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.