» Гәзиттең номеры: 7

Роботтар яһайҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемын һынайҙар27.01.2017

Райондың иҡтисады сәнәғәт комплексына нигеҙләнә. Белеүебеҙсә, бөгөн хеҙмәт баҙарында эшсе һөнәрҙәр ҙур һорау менән ҡуллана. Учалы тау сәнәғәте колледжы тап ошондай техник белем биреүсе уҡыу йорттарының береһе. Шуныһы мөһим - уны тамамлаусыларҙың күпселеге артабан уңышлы эшкә урынлаша.
Уҡыу йортонда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡта-рын үҙләштереү, электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, фай-ҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы байыҡтырыу, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, компьютер системаларын программалау һәм башҡа йүнәлештәр буйынса белем алырға мөмкин. Бынан тыш, тау ҡорамалдарын ремонтлаусы, проходчик, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, ашнаҡсы, кондитер һөнәрҙәрен үҙләштерергә була.
Колледж студенттары предприятиеларҙа ҡулланылған заманса техника менән эш итә, өҫтәүенә уларҙың оҙайлы практика үтеү мөмкинлеге бар. Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү йорттары араһын-да юғары технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылыу йәһәтенән колледж республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә ал-дынғылар рәтендә.
(№ 7)

Мәктәбебеҙ ғорурлығы27.01.2017

Илсе урта мәктәбен тамамлаусылар араһында данлыҡлы педагогтар, табиптар, алдынғы шахтерҙар, фән эшмәкәрҙәре, теге йәки был өлкәне уңышлы алып барыусы етәкселәр һәм башҡалар бар. Бөгөн һүҙем үҙенең бар булмышын фәнгә бағышлаған уҡыусыбыҙ - Илдар Ғәлимйән улы Насретдинов хаҡында булыр.
Илдар 1974 йылда Илсе ауылында бөтә респуб-ликаға билдәле уҡытыусылар Ләлә Ислам ҡыҙы һәм Ғәлимйән Ғәйнетдин улы Насретди-новтарҙың икенсе улдары булып донъяға килә. Тәбиғәте менән тыныс, әммә бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан малай балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә иптәштәренән зирәклеге, шәф-ҡәтлелеге менән айырылып тора. Дәрестәргә төплө әҙерлек менән йөрөй, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән уҡытыусыларын ҡайһы саҡта йөҙәтеп тә бөтә. Уның китап кәштәһендә һәр саҡ фәнни , фантастик китап-журналдар, брошюралар төп урынды алып тора. Матбуғатта сыҡҡан ҡыҙыҡлы журналдар уларҙың ғаилә китапханаһын тулыландыра. Мәктәптә уҡыған мәленән үк үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап тапмай ҡуймай. Шундай сәмле бала булып үҫә ул.
(№ 7)

Яңы рәйес һайланды27.01.2017

Яңы рәйес һайландыОшо көндәрҙә Учалы ҡала һәм районы башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышы үтте. Комитет рәйесе итеп Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина һайланды. Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы 1974 йылда Килмәк ауылында тыуған. БДУ-ла башҡорт-рус бүлегендә юғары белем ала, 2001 йыл фән кандидаты диссертацияһын яҡлағандан һуң кафедрала эшкә ҡала. 2005 йылдан Учалы факультетында декан урынбаҫары, декан, бөгөнгө көндә - Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге директоры.
(№ 7)

Ҡарға бай ҡыш29.01.2016

Ҡарға бай ҡышБыйылғы ҡыш көтөлмәгән сюрприздарға бай булды. Ҡаты һыуыҡтар, көслө ҡар Рәсәйҙә генә түгел, хатта Европаның ҡайһы бер илдәренә лә барып етте. Гольфстримдың йылы ағымы ла ҡотҡара алманы, әлеге ваҡытта Балҡан, Белгия, Германия, хатта Италияның үҙәк райондары ла ҡар аҫтында ҡалды. Ғинуар айында ғына Мәскәүҙә 100 см бейеклектә ҡар яуған, бындай хәл баш ҡалала бынан 50 йыл элек күҙәтелгән.
(№ 7)

Республикала алдынғы урында29.01.2016

Республикала алдынғы урында«Балаларығыҙға ҡур-ҡыныс янаһа...»
Руслан Рәүеф улы телгә алған хәтер дәфтәренән өҙөктәр килтерәбеҙ (тулы вариантты - http://surb.sledcom.ru/folder/874925 электрон адресы буйынса).
4 «Юҡ!» ҡағиҙәһе:
Урамда таныш булмаған кеше ниҙер тәҡдим итә, ҡайҙалыр саҡыра йә ярҙам һорай икән - юҡ! Таныш булмаған кеше менән бергә подъезға инеү, ишек асыу - юҡ! Яҡшы таныш булмаған кешенең автомобиленә ултырыу - юҡ! Яңғыҙы урамда, айырыуса кистәрен һәм кеше күренмәгән урындарҙа - юҡ!
Таныш булмаған кеше урамда бәйләнә башланы икән:
-үҙеңде тотоп алырға ирек бирмә, ярҙам һорап ҡысҡыр;
-ауыҙыңды ҡаплап маташһа, тешләш;
-башҡа сара юҡ икән, һөжүм итеүсенең йөҙөнә ниҙер бәр ҙә (портфель, кеҫәләге тимер аҡса һәм башҡа), кеше күренгән яҡҡа йүгер;
-эләктереп алды икән
, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡаршылыҡ күрһәт - үксә менән аяҡ бармаҡтарына өҫтән аҫҡа тип, асҡыс, тараҡ, авторучка менән төрт, тырнаш һәм тешләш.
(№ 7)

Ҡотой ауылының күрке29.01.2016

«Заманың ниндәй - яҙмышың шундай», - ти халыҡ мәҡәле. Ир-ат ил һаҡларға яуға киткәс, бөтә ауыр эш ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға иңенә төшә. Бәхетле бала сағы урланған «бәләкәй һалдаттар» ниндәй генә эш башҡарманылар икән ул замандарҙа?!
Шундай һуғыш балаларының береһе Ҡотой мәктәбенең хаҡлы ялдағы уҡытыусыһы Йәркәева Маһира Абдулла ҡыҙы менән туғыҙ йыл бер коллективта эшләргә тура килде. Уның етемлектә үткән бала сағы тураһында һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап булмай торғайны.
(№ 7)

Һаҡ булығыҙ! Киҙеү янай!29.01.2016

Һаҡ булығыҙ! Киҙеү янай!Хәүефле сир ҡала-районыбыҙҙы ла ситләтеп үтмәне. Күптән түгел, 22 йәшлек егеттең сусҡа сире йоҡтороп дауаханаға эләгеүе билдәле булды. Ауырыу кинәт температураһы күтәрелеп, хәле насарайғас бер кµндән һуң табиптарға мµрәжәғәт итә. Анализдар уның ҡурҡыныс вирус йоҡторғанын дәлилләй. Әлеге ваҡытта егет табиптар күҙәтеүе аҫтында дауаланыу үтә. Ошо кµндәрҙә 18 аҙналыҡ ауыры булған ҡатындың сир йоҡтороуы асыҡлана. Уны шундуҡ госпитализациялайҙар. Ҡатындың үҙенә лә, ҡарынында ятҡан балаға ла хәүеф янамай. Әлеге ваҡытта ул инфекция бүлегендә дауалана.
(№ 7)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.