» Гәзиттең номеры: 70-71

Афарин, Шәһүрә!19.06.2015

Афарин, Шәһүрә!Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбендә ҙур сара булып үтте. Ул ошо ауылда тыуып-үҫеп, белем алып, Белорет педагогия училищеһын уңышлы тамамлағандан һуң, артабанғы яҙмышын Учалы менән бәйләгән Шәһүрә Әхмәҙиеваға бағышланды. Яңыраҡ уның Учалы ҡала типографияһында баҫылған «Бөрйәнемдең тамғалы ҡарағайҙары» исемле китабы сыҡҡайны. Кисәлә ошо китаптың исем туйы үтте. Автор был китабында Ғәлиәкбәр ауылының яҙмыштары фәһем алырлыҡ ағинәйҙәренең, олатайҙарының тормош юлдарын, Үткәндәрен тасуирлап ҡына ҡалмай, уларҙың өлгөһөндә йәштәргә өгөт-нәсихәт еткерә.
Ғәлиәкбәр ауылы төпкөл, район үҙәгенән йыраҡ булһа ла, халҡы элек-электән белемгә һыуһап, уҡыйым, кеше булайым, тип тырышып йәшәй. Улар эшсән, ныҡышмалы, түҙемле, сабыр холоҡло, изге күңелле.

Шәһүрә Шакир ҡыҙы Әхмәҙиева ла нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ул 1952 йылдың 16 ғинуарында эшсе ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт юлын 1971 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Үҙе менән бергә Белорет педагогия училищеһында уҡыған Учалы егете Кәтип Әхмәҙиев, армия хеҙмәтен бөтөрөп, район үҙәгенән 40 саҡрымдан ашыу араны йәйәүләп үтеп, һөйгәне эргәһенә ашҡынып килеп етә. Бер-береһен һөйгән егет менән ҡыҙ өйләнешә. Шәһүрә тормош иптәшенең тыуған ауылына күсеп килә һәм Ҡәйепҡол башланғыс мәктәбендә эш башлай.
(№ 70-71)

Һауынсылар ярышты19.06.2015

Һауынсылар ярыштыЙәй айында район хужалыҡтары араһында машина менән һыйыр һауыу операторҙарының конкурсын уҙғарыу күптән матур традицияға әйләнгән. Быйыл сара Рысай ауылының «Прогресс» крәҫтиән-фермер хужалығында үтте.
Хужалыҡ етәксеһе Мирхәт Хисмәтуллин районыбыҙҙа алдынғы, уңышлы эшләгән фермерҙарҙан һанала, оҙаš йылдар һөт етештереү менән мәшғүл. 200 башҡа яҡын мал-тыуары, 300 гектар майҙанда ере бар. Әйтергә кәрәк, былтыр Хисмәтуллиндар 1 млн. һум грантҡа эйә булғайнылар. Был аҡсаға һөт һыуытҡыс һатып алғандар. Тәүлегенә 1 тоннаға яҡын һөт һауыла, уны ҡалаға алып барып һаталар. «Ниагара» магазины һәм филармония артындағы майҙанда сауҙа нөктәләре бар. 500 литрға яҡын һөттө халыҡҡа һатһалар, 500-гә яҡынын Учалы-һөт заводына тапшыралар. Артҡанынан эремсек, ҡорот эшләйҙәр. Хисмәтуллиндар фермерлыҡ йөгөн бөтә ғаилә ағзалары менән алға тарта. Берҙәмлектә - көс, тиҙәр, улар быны яҡшы белә. Мирхәт ағайҙың уң ҡулы - улы Радим, хужалыҡты ул уға ышанып тапшырған. Атай кеше продукцияны һатыу мәсьәләһен хәл итһә, Радим иҫәп-хисапты, мал аҙығын әҙерләү, баҫыу мәшәҡәттәренә ҡағылышлы һорауҙар менән булыша. Радимдыœ šатыны Алина ла фермерлыҡ һурпаһын татып өлгөргән. Ошо көндәрҙә ул Хөкүмәттән 1 млн. һумдан ашыу грант алырға тейеш. Аҡсаға трактор, урғыс алырға йыйыналар. Киләсәктә Радим менән Алина Мирхәт ағай кеүек үҙ хужалығын булдырырға ниәтләй. ¤лкән улдары Радик та хәленән килгәнсә ярҙамлаша. Тормош иптәше Дания ханымдың үҙ мәшәҡәте - ул һыйырҙар һәм быҙауҙар өсөн яуап-лы, һауын барышын тикшерә.

Бөгөнгө конкурстың Хисмәтуллиндарҙың йәйләүендә ойошторолоуы юҡҡа түгел, һауынсыларға тәжрибә уртаҡлашып ҡайтыу өсөн яҡшы форсат. Быйыл үҙҙәренең оҫталығын «Рысай» МУП-ынан, «Күмәс» йәмғиәтенән, «Садиҡов», «Аҡҡужа», «Шәрипов», «Прогресс» крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан Эльвира Маннапова, Зөлфиә Усманова, Фәүриә Тажетдинова, Гөлнара Диваева, Фәнүзә Гәрәева, Резеда Ғәзизова, Шәүрә Ғибәҙуллина һынаны. Ярышҡа килеүсе һауынсыларҙың хеҙмәт стажы төрлөһөнөң төрлөсә: ике ай, өс-дүрт йыл, егерме биш, утыҙ йыл. Рысайҙан Шәүрә Ғибәҙуллинаның стажы 20 йыл, әлеге ваҡытта ул «Рысай» МУП-ында эшләй. Ярышта былтыр үҙ көсөн һынап, Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнгәйне. 2005 йылда Һөйөндөктә уҙған конкурста икенсе урын алған булған. Гөлнара Диваева быға тиклем «Ташъяр» йәмғиәтендә һауынсы булып эшләгән. Хужалыҡ тарҡалғас, «Шәрипов» КФХ-žына урынлаша, һауынсы стажы - 4 йыл. Сарала тәүгә ҡатнашыуы.
(№ 70-71)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.