» Гәзиттең номеры: 71

Был донъяла ниҙәр бар?05.09.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Сириялағы Хмеймим базаһындағы Рәсәй хәрбиҙәренә ҡунаҡҡа Рио-де-Жанейро Олим-пиадаһы чемпиондары һәм призерҙары килеп китте. Ауыр хеҙмәт үткән ватандаштарыбыҙҙы дәртләндерергә яҡташтарыбыҙ Артур Әхмәтхузин менән Тимур Сафин да баралар. Атаҡлы чемпионка Елена Исинбаева иртәнге 7-лә һалдаттар өсөн физзарядка ойоштора.
(№ 71)

Һөйрәткән атҡа тейәйҙәр02.09.2016

Һөйрәткән  атҡа  тейәйҙәр Һорауҙарға яуап бирегеҙ ҙә, түбәндәге нисбәт буйынса сумманы иҫәпләгеҙ: «гел шулай» - 4 балл; «йыш» - 3 балл; «һирәк» - 2 балл; «бер ваҡытта ла улай булмай» -1 балл.
1. Башҡаларҙы йәлеп итмәй барыһын да үҙегеҙ хәл итергә ынтылаһығыҙмы?
2. Көтөргә тура килһә, тү-ҙемһеҙләнә башлайһығыҙмы?
3. Йыш ҡына нимәгәлер ва-ҡыт етмәй ҡаламы?
4. Бер юлы ике кәмә ҡойороғон тоторға тырышаһығыҙмы?
5. Эш юҡ икән, үҙегеҙгә урын таба алмай башлайһығыҙмы?
6. Үҙегеҙгә ҙур яуаплылыҡ алырға күнеккәнһегеҙме?
7. Бер юлы ике-өс эш баш-ҡараһығыҙмы?
(№ 71)

Уҡыу йылын асты ҡыңғырау02.09.2016

Уҡыу йылын асты ҡыңғырауҠала-райондың 13292 балаһы өсөн был кесаҙна иртәһе ғәҙәти булманы. Каникул мәлендәге кеүек туйғансы йоҡлауҙар, көн дауамында уйнауҙар артта ҡалды. Яңы уҡыу йылы башланды. Әммә мәктәптә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы өс ай эсендә һағынып өлгөргән класташтары, дуҫтары көтә, уҡытыусылар менән улар яңы белем, ҡыҙыҡлы шөғөлдәр үҙләштерәсәк. 1 сентябрь - 1-се класҡа барыусылар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс мәл. Учалыла быйыл 1100-ҙән ашыу бала тәү тапҡыр парта артына ултырҙы.
Рысай урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә был көндө 122 уҡыусыһына йәнә ишектәрен асты.
(№ 71)

Батырҙарға - һәйкәл19.06.2014

Батырҙарға - һәйкәлБыйыл Рәсәй һәм Европа союздаш ғәскәрҙәренең Парижды алыуына һәм Наполеондың хурлыҡлы еңелеүенә 200 йыл тулды. Билдәле булыуынса, 1812 йылда Ватан һуғышы башланғас та, рәсәйлеләр менән берлектә кµрәшкә башҡорт халҡы ла күтәрелә.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә полктар ойошторолоп, һуғышҡа оҙатыла. Һәйтәк ауылы ҡаһармандары ла һуғыштан ситтә ҡалмай. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, уларҙың 14-се башҡорт полкында һуғышыуҙары мәғлүм. Һәйтәк ауылынан француздарға ҡаршы яуға 24 кеше китә. Уларҙың унауһына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Тере ҡайтҡандарҙың барыһы ла һуғышта ҡатнашҡандары һәм Парижды алғандары өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнәләр.
Уҙған аҙнала Һәйтәк ауылы халҡы ошо уңайҙан тантаналы ваҡиғаның шаһиты булды.
(№ 71)

Миҙал булдырыласаҡ19.06.2014

Миҙал булдырыласаҡБашҡортостанда «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын булдырыу -«Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында»ғы закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты БР Хөкүмәте ултырышында тикшерелде.

Закон проекты «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы менән, үҙ ҡаҙаныштары менән Башҡортостанды данлаған, балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе бүләкләүҙе ҡарай. Ҡаҙаныштар спортта ғына түгел, ижадта ла, хәрби хеҙмәттә лә булыуы мөмкин, шулай уҡ ғәҙәти тормоштағы батырлыҡтар ҙа билдәләнәсәк.
Бынан тыш, ун йылдан ашыу өс һәм унан күберәк ғәрип бала тәрбиәләүсе ғаиләләр миҙал менән бүләкләнәсәк.
- Был башланғысты хупларға кәрәк, беҙҙә бындай наградаға лайыҡлы ғаиләләр бик күп, - тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. - Рәсәй Президенты Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләһенә «Ата-әсәләр даны» орденын тапшырҙы. Улар менән тағы бер ҡат осрашып был награда менән ҡотлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, республика исеменән «Газель» микроавтобусын тапшырасаҡбыҙ. Республиканың бындай ғаиләләре менән ғорурлана алыуы бик яҡшы. Яңы миҙалды булдырыу идеяһын тағы бер ҡат хуплайһым килә. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙә шикләнеүселәр юҡтыр тип уйлайым.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың әйтеүе буйынса, был награда күпләп тапшырылмаясаҡ. Йылына унлаған ғаиләне бүләкләү планлаштырыла, ата-әсәләрҙең береһе 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, 15 майҙа, тапшырасаҡтар.
Закон проекты эшләнеп бөтөп июнь аҙағына БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына ҡарауға тәҡдим ителәсәк.
(№ 71)

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә19.06.2014

Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының спорт майҙансығында физкультура уҡытыусыһы Әмир Нурмөхәмәтов етәкселегендә Чечня һуғышында һәләк булған Ҡалуй ауылы батыры Дим әфүр улы Юлдашев иҫтәлегенә алтынсы тапҡыр футбол буйынса ярыштар уҙғарылды.

Тәүге төркөмдә Ҡотой һәм Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол уҡыусылары командалары көс һынашты. 4:7 иҫәбенә майҙан хужалары беренселекте яуланы.
Икенсе төркөмдә Сораман, Килмәк, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, әлиәхмәр йәштәре ярышты. 1-се урынға Сораман футболсылары, 2-сегә - килмәктәр, 3-сө һәм 4-се урынға Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол менән әлиәхмәр командалары сыҡты. Дим Юлдашевтың ата-әсәһе Әлфиә һәм әфүр Юлдашевтар иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһына, иң яҡшы һөжүм итеүсегә, иң яҡшы һаҡсыға бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ярыштың бағыусылары - шәхси эшҡыуарҙар Марат Хәбибрахманов, Фәрүәз Ишбаев, Әсғәт Хәсәншин футболсыларҙы бүләктәр, тәм-томдар менән шатландырҙы. Ата-әсәләр, уҡыусылар һәм йәштәр исеменән сәләмәт тормошто пропагандалауға үҙ өлөштәрен индергән бағыусыларыбыҙға, Юлдашевтарға, Нурмөхәмәтовтарға рәхмәт белдерәбеҙ.
(№ 71)

«Һары яу» сафтары ишәйә19.06.2014

«Һары яу» сафтары ишәйәМоғайын да, ололарҙың «…ахырызаман яҡынлашһа, донъяны һары яу баҫыр», - тигәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. «Һары яу» тигәнде барыһы ла ҡытайҙар тип күҙ алдына килтерә торған. Ә бит саранча исеме лә фәҡәт төркиҙәрҙең «һары» һүҙенән килеп сыҡҡан… Ысын ахырызаман булмағанда ла, был бөжәктәр ишәйһә, донъя бер ҙә гүзәл булып күренмәҫ! Ҡыҙыҡ - һуңғы көндәрҙә төбәгебеҙҙә дауыл ҡубып, борсаҡ яуғанда саранча байтаҡ ҡырылған икән. Улар өсөн иң ҡулайы - ҡоро һәм эҫе һауа. Тик бына яуым-төшөмгә генә япһарып булмай шул, саранча ут һымаҡ бит, берәй ерҙә бәләкәй генә «осҡон» ҡалһа ла, йәһәт бар йәшеллектән ҡара ер генә ҡалдырған «янғынға» әйләнеп, үрсергә әҙер генә тора.

Ошо арала төбәгебеҙгә БР Ауыл хужалығы министрлығының Yҫемлекселектә прогрессив технологиялар һәм мелиорация бүлегенең баш агрономы Радик Хәмиҙуллин етәкселегендә эш төркөмө килеп, урындағы белгестәр менән берлектә ошо ҡурҡыныс ҡоротҡостоң таралыу кимәлен тикшерҙеләр. 1 квадрат метр сәсеүлектә 10-15 бөжәк иҫәпләнһә, «иҡтисади зыян тупһаһы» тип атала, йәғни һиҙелерлек кимәлдә уңышты кәметә башлайҙар. Беҙҙә байтаҡ урындарҙа был күрһәткес әленән үк 23 сиңерткәгә еткән!
(№ 71)

Ялға - Ҡырымға19.06.2014

Ялға - ҠырымғаҠырымда һәм Севастополдә урынлашҡан шифаханаларҙа һәм лагерҙарҙа балаларҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереү менән бәйле сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға 18 миллион 450 мең һум аҡса бүленгән.

2014 йылда Ҡырымда балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороуға бюджет-ара трансферттарҙы бүлеү тураһындағы бойороҡто Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған.
Документ Ҡырымда 2014 йылда 33,5 мең баланың ялын һәм сәләмәтләндереүен финанслауҙы тәьмин итә.
Федерацияның 71 субъекты бюджетына трансферттар бүленгән. Трансферттар Ҡырымда балаларҙы ял иттереү һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороуға путевкаларҙың хаҡын түләү буйынса, ҡала-ара транспортта балалар төркөмөн йөрөтөүгә сығымдарҙы финанслау өсөн бирелә.
(№ 71)

Газға хаҡтар арта19.06.2014

Газға хаҡтар арта2014 йылдың 1 июленән алып 2015 йылдың 30 июненә тиклем газға яңы хаҡтар билдәләнә.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ҡушымта «Газпром төбәк-ара газ»дың рәсми сайтында баҫылған.
Счетчик булған осраҡта газ плитәләрендә бешереү һәм һыу йылытыу өсөн тотонолған газдың бер кубометры 4 һум 72 тин торасаҡ, иҫәпләү ҡоролмаһыҙ - 6 һум 71 тин.
Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм өлөшләтә милектәге ҡаҙанлыҡтар менән йылытыуға, бер үк ваҡытта газды башҡа маҡсаттарға ҡулланыу өсөн газға счетчиктар булған осраҡта 4 һум 72 тин, иҫәпләү ҡоролмаһы булмағанда 3 һум 44 тин түләргә кәрәк буласаҡ.
(№ 71)

Әсәлек капиталына - торлаҡ19.06.2014

Әсәлек капиталына - торлаҡ«Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостан Республикаһында 181 мең ғаилә Пенсия фондынан Әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат алды.

Әсәлек капиталы аҡсаһын ғаиләләр йыш ҡына үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона. Ошо маҡсаттарҙа республикала 108 мең ғаилә 36,1 миллиард һум аҡса йүнәлтте, шуларҙан 76 мең ғаилә Әсәлек капиталы менән 26,8 млрд һум күләмендә тулыһынса йәки өлөшләтә торлаҡ кредитын ҡапланы. 32 меңдән ашыу ғаилә кредит алып тормайынса, 9,3 млрд һумдан ашыу суммала Әсәлек капиталын туранан-тура торлаҡ һатып алыу, төҙөү һәм йүнәтеүгә йүнәлтте.
Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәре буйынса, Әсәлек капиталын 2,5 мең ғаилә - баланы уҡытыуға, 200 ғаилә балалар баҡсаһы өсөн түләне, ә 90 әсә буласаҡ пенсияларының тупланма өлөшөнә йүнәлтте.
Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың ваҡыты сикләнмәгән, шуға күрә аҡсаны тотонғанда уның күләменең йыл һайын индексацияланыуын иҫәпкә алып башҡарырға кәрәк. Әйткәндәй, уның иң тәүге суммаһы 250 мең һум тәшкил иткән булһа, 2014 йылдың 15 майына Әсәлек капиталы күләме 429 408 һумға барып етте. Әсәлек капиталының бер өлөшөн тотоноп өлгөргән сертификат эйәләренең ҡалған суммалары шулай уҡ йыл да индексациялана.
(№ 71)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.