» Гәзиттең номеры: 72

Шәрифә тауы08.09.2017

Беҙҙең Учалы районы тарихҡа бай. Һәр бер ауылда тау-йылға атамалары ҙур хәтер һаҡлай. Тик уларҙың сығышы һәм тәрән мәғәнәһе онотола бара. Ә бит атамаларҙа йәш быуын фәһем алырлыҡ ата-бабаларҙың тормош ваҡиғалары сағылған.
Учалы-Белорет юлында йәйрәп ятҡан Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылын ғына алайыҡ. Башта зауряд-есаул Зәйнәкәй Бикбавов (1766-1838 йылдар) хөрмәтенә Зәйнәкәй тип атала. Кантон заманында халыҡ тирә-яҡтан күсенгәс (күберәге Ҡаҙаҡҡол ауылынан), рәсми рәүештә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол исеме тағыла. Аҙағынан ошолай тип тә һамаҡлап мәрәкәләйҙәр: «Зәйнәкәй, минең Зәйнәкәй! Ни өсөн һин бәләкәй? Ә шуға һин бәләкәй - Ҡаҙаҡҡол бит Бәләкәй!».
Ауылдың бер яғында Миндәк йылғаһы аға, икенсе яғында - Яланғас тауы. Алыҫ ҡына, көнсығышта, Йүкәле тауы ҡалҡҡан. Ә бына мәсет артында ғына башланған тауҙың исеме онотола бара. Тауҙың төп исеме - Шәрифә. Аяныс хәл, карталарҙа күп атамалар йә алмаша, йә боҙоп яҙыла. Ярар ҙа, Шәрифә тауы дөрөҫ теркәлгән.
(№ 72)

Сертификаттар тапшырылды08.09.2017

Йәш ғаиләләргә булышлыҡ итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә район хакимиәтендә бер төркөм яҡташтарыбыҙға бала тыуғанда бирелгән социаль түләү таныҡлыҡтары тапшырылды.
(№ 72)

Тәүәккәл йәштәр кинәнә08.09.2017

Тәүәккәл йәштәр кинәнәНимә ул скейт-парк? Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән майҙансыҡ. Скейтборд (тәгәрмәсле таҡта), велосипед һәм роликлы коньки менән ҡатмарлы трюктар башҡарыу өсөн махсус фигуралар (ҡоролмалар) урынлаштырыла. Фигураларҙың исемдәре лә ниндәй бит әле - «разгонка», «перила», «рампа», «фанбокс» һәм башҡа.
Күпмелер ваҡыт элек район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән студенттарҙың осрашыуы үткәндә, йәштәр тап скейт-парк булдырыу теләген бел-дергәйне. Һәм был ниәт ошо көндәрҙә тормошҡа ашты - ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркында яңы спорт объекты тантаналы рәүештә асылды. «Ра-йон ҡаҙнаһы төрлө юҡ-барға сарыф ителә!» - тип һуҡраныусылар ҙа табылыуы мөмкин, шуға ла һыҙыҡ өҫтө-нә алырға кәрәктер - аҡса маҡсатлы рә-үештә республика бюд-жетынан килде. Теүәл әйткәндә, муниципаль «Заман ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» тип аталған федераль программаһы сиктәрендә башҡарыла.
(№ 72)

Лайыҡлы баһа08.09.2017

Лайыҡлы баһа 6 сентябрҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Фиҙаҡәр, ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тип һүҙ тотто Республика Башлығы, - һеҙҙең үҙегеҙгә һәм һеҙ эшләгән коллективтарға, сөнки яңғыҙыңа ғына бындай ҡаҙаныштарға ирешеп булмай. Барығыҙға ла ҙур өмөттөр бағлайбыҙ - артабан да әүҙем хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барырһығыҙ, яңынан-яңы уңыштар менән шатландырырһығыҙ, тип көтәбеҙ!
57 бүләкләнеүсе араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Бөтә учалылар яратып ҡараған «Учалы телерадиостудияһы» муниципаль автоном учреждениеһының баш редактор-директоры Лариса Рифат ҡыҙы Самойловская «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
(№ 72)

Урып-йыйыу тамамланды05.09.2016

Урып-йыйыу  тамамландыБыйыл район хужалыҡтарының ураҡ эштәрен иртә тамамлауҙары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, әлбиттә. Быға тиклем мөһим кампания сентябрь аҙағынаса һуҙыла торғайны. Көндәрҙең аяҙ тороуын файҙаланып, бөтә хужалыҡтар ҙа бар көстәрен урып-йыйыу эштәрен башҡарыуға һалды.
Әлбиттә утыҙ градус эҫелек игенселәргә өҫтәмә ауырлыҡтар ҙа килтерҙе. Әммә үҫ-терелгән уңышты ям-ғырҙар башланғансы нисек тә йыйып алдылар. Әлеге ваҡытта 11 мең гектар майҙанда иген һуғылған, тағы ла 1300 гектарҙы йыйып алырға кәрәк. Нигеҙҙә һуң өлгөрә торған культуралар ҡалған. Уңыштың гектар ҡеүәте уртаса 15 центнер тәшкил итә. Сағыштырмаса яҡшы уңыш «Байрамғол» агрофирмаһы, «Авангард», «Күмәс-Агро» хужалыҡтарында. Йәй-ҙең ҡоро тороуы, июнь айында ямғыр яумауы культураларға насар йоғонто яһаны. Шуға ҡарамаҫтан уңыш са-малы булһа ла, сифатлы. Эҫе көндәрҙә иген культуралары тураға һуғылды, ошо йәһәттән сығымдар ҙа әҙерәк китте. Ужым культураларынан алынған уңыш ярайһы ғына.
(№ 72)

Байбыҙ икән23.06.2014

Байбыҙ икәнБөтә Рәсәй халыҡ фронты берекмәһенең республика бүлексәһе «2014 йылда сығарылыш кисәләрен үткәреүгә иғәнә күләме» проектының һөҙөмтәләрен бәйән итте.

Бәғзе мәктәптәрҙә ата-әсәләр 15 меңешәр һумдан күберәк аҡса йыялар икән. Ҡайһы мәктәбебеҙ сәбәпсе булғандыр инде, әлегә әйтә алмайбыҙ, әммә нәҡ ошо белем усағы арҡаһында ҡиммәтсел 14 район исемлегенә беҙҙең Учалы районы ла ингән. Башҡортостандың күпселек мәктәптәрендә иғәнә 5 мең һумдан артмаған.
Яҡшы даныбыҙ ҙа сыҡты - ҡаланың 5-се мәктәбенең 11 «а» класында 26 бала уҡыһа, 18-е алтын миҙал аласаҡ! Шуныһы ғына үкенес, миҙалдар әлегә әҙер булмағас, көҙөн генә тапшырасаҡтар.
(№ 72)

Бәләһенән баш-аяҡ23.06.2014

Бәләһенән баш-аяҡ«Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте» муниципаль учреждениеһы туристарҙы, тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеүселәрҙе иҫкәртә - оҙайлы һәм ҡатмарлы маршрутҡа йыйынаһығыҙ икән, башта теркәлергә кәрәк. Ошо осраҡта ғына, мохтажлыҡ килеп сыҡһа, ҡотҡарыусылар оператив ярҙамға килә аласаҡ. Теркәлеү өсөн 2-08-08 (112) телефоны аша шылтыратып хәбәр итергә генә кәрәк. Бер юлы файҙалы кәңәштәр ҙә алырһығыҙ.
(№ 72)

Ситтә ҡалмағыҙ23.06.2014

Ситтә ҡалмағыҙРайон хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге хәбәр итеүенсә, 1 июлдән районыбыҙҙа «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы старт ала.

Күп балалы, тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға шатлыҡ бүләк итеү ҙур сауап булыр. Яңы уҡыу әсбаптары, форма, портфелдәр, китаптар һәм башҡа кәрәк-яраҡ Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең комплекслы үҙәгендә ҡабул ителәсәк - Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 9, 17, 27-се кабинеттар. Тәүҙә 6-26-90 телефоны аша белешмә алыу артыҡ булмаҫ.
(№ 72)

Рәхмәт ишеттек23.06.2014

Рәхмәт ишеттек12 июндә Ҡонашаҡ районында Силәбе өлкәһе һабантуйы үтте, 15 меңләп кеше йыйыла.

БР-ҙың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенең был хаҡтағы хәбәрнамәһенән өҙөк килтереү урынлы булыр:
«…Учалы районының тирмәһе айырыуса ҡупшы ине, унда һабантуйҙың бөтә мәртәбәле ҡунаҡтары булып китте. Сағыу концерт программаһы күрһәтелде. Тамашасылар алдында «Уралтау» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, Учалы филармонияһы йырсылары сығыш яһаны. Айырым рәүештә учалыларҙың һабантуйҙа ҡатнашыуын билдәләргә кәрәктер. Учалы районы Ҡонашаҡтың күптәнге һәм һыналған партнеры. Быйыл сараны үткәрергә ярҙам итеү өсөн 100-гә яҡын кеше килде, делегацияны район башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев етәкләне».
Яҡташыбыҙ, йәш көрәшсе Дим Хәйруллин һабантуйҙа абсолют чемпион исемен яулай, тәкә менән бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ!
(№ 72)

Өмөтөн өҙмәй әле23.06.2014

Бик күп тиңдәштәренең яҙмышына хас булғанса, сығышы менән Иҫтамғол ауылынан булған Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы Астанованың бала сағы ла Бөйөк Ватан һуғышы дәүеренә тура килә. Әсәһе Мәрйәм Ғәйнулла ҡыҙы һөйләгәнсә, ире яу юлына китергә тип сыҡҡан еренән өйгә кире әйләнеп кергән. Тап йырҙарҙа йырлағанса, ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тигән кеүек, бишектә ятҡан Зәйтүнәһен ҡыҫып-ҡыҫып һөйә икән. Һуңынан ҡатынына, бына был бәләкәсемде йәлләйем, ә ҙурҙары бирешмәҫ, ти. (Үкенескә ҡаршы, 1937 йылғы Нурҙиҙә апаһы 7 йәшендә генә ҡарасәсәк сиренән вафат булған. Ҙур апаһы, 7 балаһын етем итеп, 1975 йылда гүргә кергән. Үлемесле ауырыуға тарыған ерҙән тере ҡалыуын, моғайын, атаһы фатихаһынандыр, тип уйлай ул). Шул уҡ төндә ауылдың 21 һөлөктәй аҫыл ирҙәрен һуғышҡа оҙаталар. Ә 1943 йылда ғаилә атай кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр ала.
Һуғыш касафаты арҡаһында ауыр йылдар булһа ла, Зәйтүнә Астанова шаянлыҡта уҙғарған ғәмһеҙ бала сағын моңһоу ҡатыш һағыныу менән иҫкә ала. Кескәй сағынан Хөснә, Мәрхәбә әбейҙәре, Ғәтиә, Тайфа өләсәйҙәре, Сажида, Нажия, Флүрә апайҙары ҡарамағында яратылып-һөйөлөп кенә үҫә ул. Тиктормаҫ ҡыҙыҡай әсәһе менән иртәнсәк кишер түтәленә һыу һибә. Ә төштән һуң, иптәш ҡыҙҙары менән өй уйнап, түтәлдең аҫтын-өҫкә килтерә… Был ҡырын эше беленгәс, уның артынан ҡыуа төшкән Фәйрүзә апаһынан ҡасып, әсәһенең киң күлдәк итәге аҫтына кереп сума. Хәйер, әсәйҙең күлдәк итәге уны оятҡа ҡалыуҙан әллә нисә ҡотҡара.
- Миңә 4-5 йәш тирәһе булғанда, - тип иҫкә ала ул, - Көҙөйҙән Бүләкәй апайым килгән ине. Яңы ғына көсөкләгән эттәрен дә ниңә эйәрткәндәрҙер. Бахыр, эттәренең имсәге һөт менән тулышҡан. Үҙе саҡ баҫып тора. Йәлләүҙән ни эшләргә белмәй, өйҙән тәгәс алып сыҡтым да этте һауырға ултырҙым. Шул мәлдә генә өйҙән сығып килгән ҡунаҡтарҙың аптырауҙан аһ итеүҙәре! Был юлы ла мине әсәйҙең киң күлдәк итәге ҡотҡарҙы.
1949 йылдың 1 сентябрендә тәү башлап мәктәп тупһаһы аша атлап үткән уҡыусы тырышып, бар көсөн һалып уҡый. Был йылдарҙы ул былай тип иҫкә ала:
- Ауылға дүрт уҡытыусы килгән ине. Барыһы ла сәстәрен үреп, оҙон толомдарын баштарына урап ҡуя инеләр. Уҡытыусы халҡы миңә шундай изге йәндәй тойолдо. Хатта, улар ашамай-эсмәй йәшәй икән, тип уйлай торғайным. Оҙаҡ ваҡыт ауырып, дәрес ҡалдырырға тура килгәс, уҡытыусым мине үҙе йәшәгән фатирына - Ҡалҡыу Мәрйәмдең өйөнә алып ҡайтты. Һабаҡтан ҡайтҡас, минең өсөн өҫтәмә дәрестәр ойошторҙо. Уҡытыусым менән мунсаға ла бергә барғас, уларҙың да беҙҙең кеүек ғәҙәти кешеләр икәнлегенә тамам инандым.
Бер аҙ үҫә төшкәс, тормошобоҙҙоң шау шатлыҡтарҙан ғына тормағанлығын аңғарыу кимәленә еткән инем инде. Көндөҙ ваҡыт эш менән үтә. Кистәрен, төтәнәк шәм яҡтыһында, дәрес әҙерләйем. Ул саҡтарҙа әсәйҙең кәрәсинде йәлләү сәбәбен хәҙер генә аңланым. Ул һары таңдан ҡара кискәсә колхоз эшенән бушамай. Йә иһә депутат эше менән ҡайҙалыр китә. Шуға күрә йорттағы хужалыҡ эшендә өләсәйҙең күҙ терәп торған ярҙамсыһы һаналдым. (Өләсәйҙең ике уланы яу ҡырында ятып ҡалған. Ҡыҙы Сәғиҙәне лә Өфөгә хеҙмәт армияһына ебәргәс, әсәй балалары менән өләсәй янына ҡайтырға мәжбүр булған). Ҡайһы саҡтарҙа тиҙәктән һуғылған утыныбыҙ ҙа бөтә. Әсәй менән икебеҙ боронғо зыярат янындағы ағастарҙы, уларҙың ваҡ ҡына сыбыҡ-сабыҡтарын санаға һалып алып ҡайтабыҙ. Самауыр ҡайнатыу өсөн дүңгәк ҡулайлы. Уны йыйыр өсөн йыш ҡына тауға үҙемә йөрөргә тура килә. Көс етмәгәнлектән, дүңгәктәрҙе аяғым менән типкесләп, уларҙы тау битенән аҫҡа тәгәрәтеп төшөрәм. Шул дүңгәк өсөн бригадир ағайҙың әрләй-әрләй мине ат менән баҫтырғанын һаман онота алмайым… Үҙем бәләкәй генә булһам да, арыш ононан күнәктә икмәк баҫам. Өләсәйем, зәғиф Сәғиҙә апайым (ул хеҙмәт армияһында имгәнеп ҡайтҡан ине) мине өйрәтеп ултыралар. Йәштәштәрем Бибикамал, Фариза менән иген утарға йөрөнөк. Эшкә барған көндө бригадир таяҡ һыҙып билдәләй. Башаҡ йыйырға ла барабыҙ.
Әммә, үҫә төшкән һайын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһе - атаһын юҡһыныу тойғоһо һаман көсәйгәндән-көсәйә төшә. Бер мәл ул апаһы менән ауыл клубында «Чапаев» тигән фильм ҡарай. Ҡайтҡас: «Мин атайымды күрҙем, уның һаҡал-мыйығы атайымдыҡы кеүек», - ти. Зәңгәр күкте иңләп самолет осһа ла: «Атайымды ҡалдырып кит», - тип ҡысҡырыр була…
Шул рәүешле, көлә-илай, Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы ла еткән ҡыҙ ҡорона инә. Ауылындағы 7 йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, артабан белем алыуын Миндәктә дауам итә. Уҡыған йылдарынан тағы бер ваҡиғаны онотмай ул. Ашарҙарына икмәктәре бөткәс, йома кис ете ҡыҙ ҡасып ҡайталар. Өс ҡыҙ Зәйнәкәйҙәге Бибикамалдарҙа йоҡлай, ә алда киткәндәр Көҙөйҙә төн үткәрә. Дүшәмбе көн директор быларҙан һорау ала. Аҙыҡ бөттө, тип әйтеү урынына, тәүәккәл Зәйтүнә, барыһы өсөн дә: «Өйҙө һағындыҡ», - тип яуаплай. - «Улай һағынғас, бөтөнләй ҡайтып кит», - ти директор. Класс бүлмәһенә шым ғына кереп ултырғанында тағы берәй уҡытыусы директорҙың һүҙҙәрен ҡабатлаһа, дәрестән сығыр ҙа ҡайтыр ҙа китер ине ул. Хәлдәрен аңлаптыр, бүтәнсә балаларҙы борсомайҙар.
Зәйтүнә ханым алыҫ бала саҡ илендә күргән-кисергәндәре, тәүтөҙөүсе ролендә Учалы ҡалаһында нисек эш башлап ебәргәне, хеҙмәттә сынығыу тәрбиәһе алғаны тураһындағы иҫтәлектәрен айырым бер дәфтәргә теркәп ҡуйған. Ҡулъяҙманың һәр битен асҡан һайын, ҡалалағы объекттарҙың берәм-берәм ҡалҡып сығыуы, уларҙың ни рәүешле төҙөлә барғаны күҙ алдынан үткән кеүек.
Ул ваҡыттарҙағы закон буйынса, уҡыу йортона инер алдынан һәр кем комсомол путевкаһы буйынса ҡайҙалыр эшләп алырға тейеш булған. Миндәк мәктәбен тамамлаған 18 йәшлек ҡыҙҙарҙы: Зәйтүнә Астанова, Маһинур Баһауетдинова, Нажия Йылҡыбаева, Луиза Лоҡманова, Фәрхинур Мөхәмәтйәрова, Мәр-йәм Мөхәмәткилдина, Бүләкәй Сәйфетдинова, Зәкиә Таһированы яңы нигеҙ һалына башлаған Учалы ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Маһинур, Фәрхинур, Зәйтүнәне 1-се төҙөлөш тресына штукатур-маляр эшенә тәғәйенләйҙәр.
- 8 июль көнө, - тип хәтерләй Зәйтүнә апай, - бригадир Фуат ағай электр подстанцияһының бейек-бейек бағаналарын буярға ҡушты. Берҙән-бер хәүефһеҙлек сараһы - билдәргә бәйләнгән билбау, муйындарға аҫылған буяу һауыты һәм итектәргә тығылған щетка, сепрәк. Производство практикаһын үткән осорҙа, хәҙерге тимерле-бетон изделиелары заводы биләмәһендә урынлашҡан конторала йәштәр өсөн кистәрен махсус курстар эшләне. Көнөбөҙ эш менән үтһә, кистәрен беҙгә теоретик белем бирҙеләр. Йәштәргә шефлыҡ эше лә юғары кимәлдә ҡуйыла ине. Мәҫәлән, беҙҙең бригада Межозерныйҙа щиттарҙан йорт төҙөгәндә, Лилиә Хәйбуллина, Мәстүрә апайҙарҙың эшкә өйрәткәндәре өсөн уларға бөткөһөҙ рәхмәтлемен. Сөнки улар тауыш күтәрмәй, йөҙөбөҙҙән алмай ғына, беҙҙең һымаҡтарҙы үҙҙәренең эш өлгөһөндә тәрбиәләнеләр. Ике йыл эсендә, ниһайәт, төҙөүсе эшенең асылына төшөндөрҙөләр. Бергә эшләгән Маһинур, Зәкиә, Луиза Сибай медучилищеһына, Фәрхинур Белорет педучилищеһына, Нажия пединститутҡа уҡырға инделәр. Артабан уҡыу теләге миндә лә көслө ине. Ләкин мөмкинлек менән теләк тура килмәне. Минең ҡарамаҡта олоғайған әсәйем, апайымдың улы Хатип ҡустым. Фатир алыу бәхетенә ирешкәс, икеһен дә үҙемдең яныма күсереп алдым. Шуныһына ҡыуанам: ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында әсәй тыныс, бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе. Ҡустым да төҙөүсе һөнәрен үҙ итте. Тик, Чернобыль фажиғәһе һөҙөмтәһелер, уның ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды. Ә мин яҙмышымды төҙөүсе һөнәре менән бәйләргә ҡарар иттем. 1963 йылда техникумда төҙөлөш һөнәрҙәренә уҡытыу буйынса киске бүлек асылғас, шунда уҡырға керҙем.
Ҡала Советына депутат итеп һайлағандарында, Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙына ни бары 21 йәш кенә була. Комсомолдың өлкә конференцияһына делегат итеп һайлау ҙа һис осраҡлы булмай. Йәмәғәт эшмәкәре ролендә көндән-көн танылыу яулаған ҡыҙ сессияларҙа әүҙем ҡатнаша. Һайлаусылары менән осраша, күп балалы ғаиләләргә ярҙам ойоштора. Уҡыу йортон да уңышлы тамамлай. Дәүләт имтихандарын тапшырғанда, комиссия рәйесе Дмитрий Карпенко 146-сы трестың ПТО бүлегенә техник итеп эшкә саҡыра. Әҙәм балаһын эсәр һыу ҙа әллә ҡайһы тарафтарға әйҙәп йөрөтөр, ти. Тормош иптәше Тымыҡ океанда һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү сәбәпле Петропавловск-Камчаткала ла йәшәйҙәр. Бында ла йөрәгенә ятҡан эшен дауам итә - «Камчатскгражданпроект»та техник булып эшләй. Вулканология һәм сейсмология фәнни-тикшеренеү институтында ер тетрәгәндә уртаса балл кимәлен билдәләү компанияһында ла ҡатнаша. Хәрби комиссариатта ла хеҙмәт итергә тура килә. Һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Хөрмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1975 йылдың июлендә Зәйтүнә ханым ҡалаға кире әйләнеп ҡайта. ПТЖХ-ла - техник, аҙаҡ мастер була. 1985 йылда ауыл хужалығы идаралығында проект-смета документтарын әҙерләүсе, 1988-1994 йылдарҙа архитектура өлкәһендә инженер-проектсы вазифаһын башҡара. 1994 йылдың февраленән МПМК-ла - мастер, аҙаҡ инженер булып эшләй. Ул һыҙған проекттар буйынса Учалыла - йорттар, психоневрология интернатында - бина, Туңғатарҙа - мәктәп, Сәфәрҙә - балалар баҡсаһы төҙөлә. Клуб, икмәк бешереү цехы, фельдшер-акушер пункттары, музыка мәктәптәре - барыһы ла Зәйтүнә Баһауетдинованың ҡултамғаһы ҡуйылған проекттар буйынса эшләнгән. Эшһөйәр ҡатын ҡайҙа ғына тир түкһә лә, етәкселәренән, ә етәкселәр хеҙмәткәрҙән уңа. Эшен күрә һәм баһалай белгәндәренә рәхмәтле ул. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла ошо хаҡта һөйләй. Тик был донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел. 1995 йылда штаттар ҡыҫҡартылыу сәбәпле, 38 йыллыҡ стаж менән уға яратҡан шөғөлөнән айырылырға тура килә.
Шулай, тәүтөҙөүсе ролендә, Зәйтүнә Баһауетдинованың дәртле йәшлек йылдары ҡалабыҙҙы төҙөү эшмәкәрлеге менән бәйле. Учалының алтын юбилейын билдәләгән ваҡытта, ҡала-район телевидениеһының хеҙмәт ветераны хаҡында махсус тапшырыу әҙерләп күрһәтеүе лә быға дәлил булып тора.
Тәүтөҙөүсенең әйтәһе һүҙе лә бар:
- Элекке объекттарҙың емерек хәлдә булыуҙарына тыныс ҡына ҡарай алмайым, - ти ул.
Тормошонан ҡәнәғәт булһа ла, сабый сағынан оҙата килгән һағыш - атаһы тураһындағы билдәһеҙлек күңеленә һаман тынғы бирмәй. Инде өләсәй ҡорона ингән Зәйтүнә Баймөхәмәт ҡыҙы ҡәҙерле атаһы тураһында хәбәр аласағына ышана. Ҡәберен генә лә таба алһам да, риза булыр инем, тигән йәшерен өмөт менән йәшәй. Нисәмә йылдар арауығында аҙашҡандарҙы табыштырған һәм осраштырған «Көт мине» тапшырыуына яҙған хатына ла быйыл 14-се йыл китте.
(№ 72)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.