» Гәзиттең номеры: 73-74

Мутлашыусы тоҙаҡ ҡора30.06.2015

Мутлашыусы тоҙаҡ ҡораБерәүҙәр ете ҡат тирен түгеп аҡса эшләй, икенселәр ҡулын-ҡулға һуғып, еңел ысул менән байырға теләй - кемделер алдап, төп башына ултырта. Һуңғы арала ҡала-районыбыҙҙа мутлашыу ҡорбандарының артыуы күҙәтелә. Тиҙ ышаныусы граждандар, күп осраҡта ололар, уларҙың тоҙағына йыш эләгә башланы.

- 18 һәм 22 июндә Учалы ҡалаһында йәшәүсе ике оло йәштәге ҡатын полицияға мөрәжәғәт итеп, фатирҙарынан аҡса урлауҙары хаҡында хәбәр итә. Дөйөм зыян 50 мең һум тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсионерҙар бурҙарҙы үҙҙәре өйҙәренә индерә. Хәл былай була. Ике ҡатын, тәүгеһендә үҙҙәренең газ хеҙмәте вәкилдәре булыуын һәм газ приборҙарын тикшереүҙәрен әйтә. Пенсионер уны-быны уйламай документ, танытма ла һорап тормай ишек аса. Береһе аш-һыу бүлмәһенә үтә, ниндәйҙер ҡағыҙҙар тултырырға тотона. Барыһы ла шартына килтереп эшләнә. Һуңынан ҡағыҙға хужанан имза ҡуйыуҙарын һорай. Икенсеһе фатир эсен ҡарап йөрөй башлай. Шул мәл кухняла ултырғаны хужабикәнән аҡса купюраһын һорай, купюраның номерҙарын яҙып алырға кәрәклеген әйтә. Пенсионер ҡатын аҡса һаҡлаған шифоньерын асып, 1000 һум алып бирә. Мутлашыусы купюраның номерҙарын яҙа башлай. Ә шул ваҡытта икенсеһе пенсионерҙың барлыҡ аҡсаһын урларға өлгөрә. Ханым бер-нисә көндән һуң ғына 20 меңдән һум ашыу аҡсаһы юғалғанын белеп ҡала.
Икенсе ваҡиғала ҡатындар үҙҙәрен Пенсия бүлеге хеҙмәткәрҙәре, тип таныштыра. Оҙаҡ-ламай аҡса реформаһы буласағын, шуға ла купюраларҙың номерын яҙырға кәрәклеген әйтә. Бында ла фатир хужаһы уны-быны уйламай аҡсаһы ятҡан урынды үҙе күрһәтә. Һөҙөмтәлә 30 мең һумынан ҡолаҡ ҡаға. Һуңынан, ҡатындар сығып киткәс, фатир хужаһы алданғанын аң-лай ҙа ул, әммә һуң була. Әйтергә кәрәк, кеше алдаусылар икеһе лә медицина бирсәткәләре кейеп эш итә. Йөҙгә 30-35 йәштәр тирәһе, буйҙары оҙон түгел, сәстәре аҡһыл. Береһе асыҡ төҫтәге блузка һәм юбка кейгән, икенсеһе һоро салбарҙа һәм ҡара ветровкала, - тине Учалы районы эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы Дмитрий Науменко.
(№ 73-74)

Сенаж һалына башланы30.06.2015

Сенаж һалына башланыРайон хужалыҡтары дәррәү мал аҙығын әҙерләүгә тотондолар. Иң беренселәрҙән булып «Байрамғол» агрофирмаһы кәзә үләне сабырға төштө, уның артынса «Садиҡов», «Прогресс», «Шәрипов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Юрға», «Күмәс» йәмғиәттәре ҡуҙғалды. Аграрийҙарға быйыл 10 мең гектарҙа үлән сабып 6900 тонна бесән, 40 мең тонна сенаж һәм 11500 тонна силос әҙерләү бурысы тора.

- Кәзә үләне өлгөргән, уны сәскә атмаҫтан алда йыйып алырға кәрәк. Юғиһә, сифатын юғалта, гектар көсө 50-60 центнер тәшкил итә. Көндәр һәйбәт торһа, ҡоролоҡ булмаһа, бер миҙгелдә кәзә үләнен тағы ла бер тапҡыр йыйып алырға ниәтләйбеҙ, - ти ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Арслан Шәғәретдинов. «Байрамғол» агрофирмаһы менән «Юрға» йәмғиәте эште тиҙләткән, сенаждан тыш күстерәне сабып бесәнгә өйөү менән мәшғүлдәр. Ҡоротҡос бөжәктәр ҙә йоҡламай, эҫе көндәр улар өсөн ҡулай ғына. Наурыҙ, Амангилде, Илсе биләмәләрендә күпләп күренә башлағандар. Саранчалар күбәйгән урынды шундуҡ эшкәртеп торалар. 40 мең гектар майҙан махсус препарат менән эшкәртелгән дә инде. Арслан Нәзир улы әйтеүенсә, быйыл ҡуҙаҡлы культураларға өкөбаш күбәләге (совка-гамма) һөжүм башлаған, әле кәзә үләне баҫыуҙарында күренгеләй икән. Техника менән проблема юҡ, хужалыšтар «Урал арты МТС-ы», «МТС Учалинская»ның хеҙмәте менән файҙалана.
(№ 73-74)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.