» Гәзиттең номеры: 73

Был донъяла ниҙәр бар?14.09.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Көнсығыш иҡтисад форумы (ВЭФ) сес-сияһында РФ Хөкүмәтенең 1-се вице-премьеры Игорь Шувалов ғәҙәти булмаған тәҡдим яһаны: беҙҙең Сахалиндан япондарҙың Хоккайдо утрауына тиклем автомобиль һәм тимер юлы күпере төҙөргә. 43-45 километр оҙонлоҡта булыр ине. Риза булмаясаҡтары алдан билдәле булһа ла, беҙҙекеләр эре сирттереп бындай тәҡдим яһай ала инде - Ҡырым һәм Краснодар крайын тоташтырған күперҙе төҙөү уңышлы бара бит, август аҙағында 45 метр бейеклектә 227 метр оҙонлоҡта тороҡ (пролет) урынлаштырылды. Хәҙер аҫтынан диңгеҙ караптары иркен үтә. 19 километрлыҡ күперҙе киләһе йылдың аҙағында асыу планлаштырылған.
(№ 73)

Эш сәфәрҙәре һөҙөмтәле булды14.09.2017

Эш сәфәрҙәре һөҙөмтәле булдыАлдан хәбәр иткәйнек инде: 6 сентябрҙә бер юлы ике РФ Дәүләт Думаһы депутаты беҙҙең районға эш сәфәре менән килделәр.
Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина тәүҙә Учалы ауылындағы Башҡорт гимназияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Был уҡыу учреждениеһы 1996 йылда барлыҡҡа килә, әле иң ҙур мәктәптәрҙең береһе (Учалы, Өргөн, Һәйтәк ауылдарынан 530 баланы 55 педагог уҡыта). Депутат уҡыу кластарын, спорт залын ҡарап сыҡты. Залда ике йыл элек капиталь ремонт үтә, хәҙер мәктәп-ара ярыштар үткәреү ҙә оят түгел. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы уҡыусылар менән аралашып, балаларҙың ҡыҙыҡһыныусан, уҡы-мышлы икәнлектәрен, заман менән бергә атлауҙарын ҙур ҡәнәғәтлек менән билдәләй. «Вундеркиндтар, индиго-балалар! - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге шәхси битендә. - Ә иң мөһиме - туған тел һәм мәҙәниәтен дә яҡшы беләләр».
(№ 73)

Картуф уңышы ҡыуандырмай09.09.2016

Картуф уңышы ҡыуандырмайКөҙ - муллыҡ, сәскән емештәреңде йыйып, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен барлау миҙгеле. Быйылғы уңыш бер ҙә зарланырлыҡ түгел. Йылына ҡарап, хатта ныҡ яҡшы, тип әйтергә мөмкин. Баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсә ишелеп уңды. Хужабикәләр әлеге ваҡытта мәж килеп тоҙламалар, салаттар эшләй. Ә бына картуфҡа килгәндә яңы уңыш ул тиклем ҡыуандырмай. Урыны менән генә яҡшы. Үҫентеләрҙең үҫер сағында, июнь-июль айында ямғырҙың булмауы насар йоғонто яһаны, күрәһең. Әле күп кеше картуфын ҡаҙып алып, баҙҙарына һалып ҡуйған. Хәтеремдә, бынан биш-алты йыл элек тотош республикала картуф уңмағайны. Ана шунда белде лә инде халыҡ «икенсе икмәк» тип йөрөтөлгән ғәҙәти ризыҡтың ҡәҙерен. Мысыр, Израиль, Беларусь һәм тағы ла әллә ҡайҙарҙан килтерелгән йәшелсәне сараһыҙҙан һатып ала инеләр. Ысынлап та, күнегелгән әйбер юҡҡа сыҡҡас ҡына ҡәҙерле була. Үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән ҡәҙимге картуфтың тәмен дә, туҡлыҡлығын да шунда ныҡлап аңланылар.
(№ 73)

Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн09.09.2016

Ҡорбан байрамы - иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, Зөлхизә айының унынсы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Быйыл ул 12 сентябргә тура килә. Был көндө барлыҡ мәхәлләләрҙә лә ҙур байрам саралары үтәсәк. Мосолман халҡына хас булған ҡорбан салыу йолаһы бик кешелекле һәм оло эштәрҙән һанала.
(№ 73)

Юл буйында яңғыҙ ҡайын25.06.2014

Ер йөҙөнә йомарт көҙ килде. Ул үҙенең төрлө төҫтәге буяуҙарын тирә-яҡҡа һипте. Баҫыуҙар алтынға мансылды. Ә урманда шундай саф һауа. Ағастарға ҡара әле, һәр береһе үҙенең йәшел күлдәген һалып, бөтөнләй икенсе кейем кейгән. Һары, ҡыҙыл, көрән… - әйтеп бөткөһөҙ матур. Хас та урманда байрам. Тик ғорур ҡарағай ғына үҙенең йәшел тунын һалмаған.
Юл ситендә үҫкән нәфис ҡайын, алтын алҡаларын сыңғылдатып, көҙгө елгә бәүелеп ҡуйҙы. Эргәһендә ҡара күҙле муйылдар, яҡын торған ҡыҙыл муйынсаҡ таҡҡан баландар, ара-тирә ҡарт ҡайындар үҫә. Ә ул нишләптер япа-яңғыҙы юл буйында. Йәйге эҫелә юлсылар ҡайын янына туҡтап хәл йыйып алалар.
Ана, терпе энәләренә бәшмәк ҡаҙап, йүгерә-йүгерә үтеп китте, нескә билле ҡырмыҫҡалар бушамайҙар, һәр береһе нимәлер ташый, урмандағы бар йәнлек, ҡоштар оҙон ҡышҡа әҙерләнә. Ваҡыт үтә, көҙҙөң сыуаҡ көндәре яйлап һалҡын елгә алмашынды. Көслө елдәр ағастарҙың берәм-һәрәм япраҡтарын йолҡоп алды. Әйтерһең дә урманда - төрлө төҫтә япраҡ ямғыры. Ергә аллы-гөллө япраҡтарҙан балаҫ түшәлде. Зифа ҡайын да үҙенең алтын алҡаларын тирә-яҡҡа һипте.
Көндәр һыуынды. Күк йөҙөнән ҡар бөртөктәре, йондоҙсоҡтар ҡойолдо.
Урман йомшаҡ аҡ юрғанға уранып йоҡоға талды. Яңғыҙ ҡайын да аҡ шәлен иңенә һалды. Инде ул, әйтерһең дә туйға әҙерләнгән һылыу кәләш. Ҡояш нурҙарына төрлө төҫтә йымылдашҡан аҫыл таштарға ҡойолған.
Урманда тынлыҡ, тик һайыҫҡан шыҡырлаған, ҡарға ҡарҡылдаған тауыш ишетелеп ҡала. Урман докторы тумыртҡа туҡылдатып, ағастарҙың һаулығын тикшерә.
Шулай ҙа тормош дауам итә. Ҡыҫҡа ҡойроҡ аҡ ҡуян йүгереп үтеп китте. Ҡупшы төлкө эҙҙәрен һеперә-һеперә ҡайҙалыр ашыға. Турғайҙар сырҡылдашып балан емештәрен сүпләй, һайыҫҡандар шыҡырлашып бер-береһе менән гәпләшәләр. Ҡар өҫтөндә ниндәй генә эҙҙәр юҡ, әйтерһең дә аҡ ҡағыҙ битенә кемдер нимәлер яҙып сыҡҡан, тик уҡый ғына белергә кәрәк.
Ҡырыҫ ҡыштың ажғыр бурандары һыҙғырып килеп етте. Ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп алырҙай булып ҡоторондо. Яңғыҙ ҡайын көслө елгә ары һуғылды, бире һуғылды. Бына һынам-һынам, тип уйланы. Күҙ йәштәре ынйы тамсылары булып, боҙ булып ҡатты. Ҡороған еректәр шартлап һынды, ҡарҙарҙы өйөрөлтөп, тауҙар өйөп ҡуйҙы. Инде шағрып туйҙым тигәндәй, буран тынысланды. Күк йөҙөндә ҡояш йылмайып ҡараны. Ағастар турайып ултырҙылар, турғайҙар ҡыуанышып сырҡылдаштылар. Яңғыҙ ҡайындың күҙ йәштәре суҡ булып йәйғор төҫтәрендә йылҡылданы.
Оҙаҡламай Ергә йәшел күлдәкле Яҙ атланы. Ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын йәлләмәйсә һипте. Ҡар аҫтынан яңы ғына моронлаған себештәй һап-һары умырзаялар ҡалҡып сыҡты. Сылтыр-сылтыр көлөп, ҡар һыуҙары аҡты. Ҡоштар парланышып оя ҡорҙолар. Ҡыштың әсе һыуыҡтары онотолдо. Барлыҡ донъя шатлана, терелә. Ағастарҙың бөрөләре шартлап ярылды, хуш еҫле өр-яңы йәшел япраҡ ярҙылар. Ҡоштар иртә таңдан кискә тиклем моңло концерт тапшыралар.
… Ә яңғыҙ ҡайын эргәһендә йәш кенә ҡарағай шытып сыҡты. Көндән-көн матурайып ҡояшҡа үрелде. Аҡ ҡайын шатлығынан ни эшләргә белмәне. «Ҡар бурандарҙан да, ҡояштың эҫе нурҙарынан да һаҡлармын мин һине, бәләкәсем, - тип, йәшел яулығы менән һыйпап-һыйпап алды. - Инде мин яңғыҙым түгел, эргәмдә ҡарағайым бар», - тип башын ғорур күтәреп ултырҙы.
(№ 73)

Ураҙ йәшмәһе - Эрмитажда25.06.2014

Урал тауының төрлө ҡаҙылмаларға бай булыуы бөтә донъяға билдәле. Алтынының, тимеренең, баҡырының, төрлө аҫыл таштарының иҫәбе-һаны юҡ. Ураҙ ауылының тирә-яғында ла марганец ятҡылығы, алтын, төҙөлөш өсөн йылға ҡомо кеүек байлыҡтар бихисап.

Мин Ураҙ йәшмәһе тураһында яҙғым килә. Ауылда ете саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшмә ятҡылығы бар. Ҡыҙыл төҫтә, аҡ-ҡара, асыҡ һәм тоноҡ һыҙаттары булған был йәшмәне рус телендә «Мясной агат» тип тә атайҙар. Ятҡылыҡ 200х80х30 метр самаһы. XVIII быуатта Екатеринбург һәм Колыван фабрикаларында унан төрлө ҙурлыҡтағы вазалар, һауыт-һабалар яһағандар. Санкт-Петербург ҡалаһының Екатерина һарайын биҙәгәндә лә оҫта Иван Балакшин Ураҙ йәшмәһен киң ҡулланған. Башҡа төрлө аҫыл таштар менән берлектә ул Агата бүлмәһенә ҡабатланмаҫ төҫлө шәлкем өҫтәгән.
Санкт-Петербург ҡалаһының Эрмитажында Ураҙ йәшмәһенән яһалған ваза тора тигәнде ишеткәнем бар ине. Шул вазаны барып күрергә ине тигән хыялды күп йылдар йөрөттөм, әммә ул яҡҡа һис юл төшмәне. Шул ҡаланың Герцен университетында уҡып йөрөгән Миләүшә ҡыҙым диплом алыу тантанаһына саҡырғас, күптәнге хыялым, ниһайәт, тормошҡа ашырына ҡыуанып, юлға сыҡтым.
(№ 73)

Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә25.06.2014

Тынғыһыҙ эштәренә - мәҙхиә
«Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә…»
Ғабдулла Туҡай.

Таһир Закировтың Ахун ауылы клубында ҡуйылған «Яусылар» комедияһын ҡарағандан һуң, халыҡ күтәренке кәйеф менән таралышты. Улар актерҙарҙың килештереп уйнауҙары тураһында фекер алыша ине.

Район күләмендә маҡтауға лайыҡ үҙеш-мәкәр коллективтың һәр сығышын халыҡ шулай яратып, артистарҙы дәррәү алҡышлап, хуплап ҡаршы ала, уларға дәртләндереү һүҙҙәре, изге теләктәр әйтә. Һүҙ Ахун ауылының Нәзифә Усманова етәкселегендәге «Аҡшишмә» исемле театры хаҡында. Инде бишенсе йыл «Халыҡ театры» тигән мәртәбәле лә, яуаплы ла исем йөрөтә.
(№ 73)

Йәш экологтар ярышты25.06.2014

Йәш экологтар ярышты16 июндән 19 июнгә тиклем төбәгебеҙҙең Өргөн ауылы эргәһендәге Гагарин исемендәге ял һәм хеҙмәт лагерында «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» тип исемләнгән республика фестивале уҙҙы.

Сара 11-се тапҡыр ойошторолдо, тәү тапҡыр уны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә 2001 йылда уҙғаралар. Фестиваль тарихына байҡау яһағанда шуныһы мәғлүм: 2001 йылда Америка Ҡушма Штаттары ҡарамағындағы Тотороҡло Берләшмәләр институтының «Ҡурсаулыҡтар» үҙәге рәсәйлеләргә «Ҡурсаулыҡтар утрауҙары дуҫтары» хәрәкәтен хуплауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Башҡортостанда был тәҡдимде тәүгеләрҙән булып, ул мәлдә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Ирек Шәрәфетдинов хуплап сыға. Шул ваҡыттан алып фестивалде уҙғарыу матур традицияға әйләнә. Тәүҙә ул йыл һайын ойошторола, һуңғы ваҡытта ике йылға бер тапҡыр үткәрелә башланы.
(№ 73)

Оҫталыҡҡа һынау25.06.2014

Оҫталыҡҡа һынауСағыу йәйҙе кешеләр генә түгел, мал-тыуар ҙа һағынып көтөп ала. Ҡыш буйы ябыҡ биналарҙа тороу уларҙы ла ялҡыта, күрәһең. Тирә-яҡ йәшеллеккә күмелеү менән малдар йәйләүгә күсә, иркен яланда шифалы үләндәр менән туҡланған һыйырҙар шундуҡ көрәйеп, һөтөн арттыра.

Йылдағыса ошо осорҙа машина менән һыйыр һауыу операторҙарының конкурсын уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Быйыл был сара «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһының йәйләүендә үтте. Үҙҙәренең оҫталығын һынап ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға тип, «Рысай» предприятиеһынан, «Байрамғол» агрофирмаһынан, «Ташъяр», «Күмәс» йәм-ғиәттәренән, «Һәйтәк» агрофирмаһынан, «Аҡҡужа», «Прогресс» крәҫтиән-фермер хужалығынан 12 һауынсы килде. Ярышҡа килеүсе һауынсыларҙың хеҙмәт стажы төрлөһөнөң төрлөсә: берәүҙәр яңы ғына эш башлап тора, араларында өс-дүрт йыл, егерме биш, утыҙ, хатта ҡырҡ йыл эшләгәндәре лә бар. Һыйыр һауыу еңел түгел, быны ғүмерендә исмаһам бер тапҡыр булһа ла һыйыр һауып ҡараған һәр кем әйтә ала. Иртә таңдан торорға барыһының да хәленән килмәй, етмәһә йәй серәкәй-күгәүен бимазалай, ҡайһы ваҡыт һыйырҙарҙың эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел.
(№ 73)

Донъя хәлдәре25.06.2014

Донъя хәлдәреДонъяла иң ҡиммәт торлаҡтар исемлеге төҙөлдө. Беренсе урында Һиндостандан Мукеш Амбани атлы әҙәмдеке. Мумбаи ҡалаһында төҙөткән 27 ҡатлы йорто 1 миллиард долларҙан ҡиммәтерәк хаҡҡа баһалана. 6 кешелек ғаиләһен хеҙмәтләндереү өсөн ошо һарайҙа 600 ялсы ла йәшәй. Ә бит Һиндостанда күпселек халыҡ хәйерселектәң аръяғында көн күрә! Әйткәндәй, нефть-газ һәм сауҙа компанияларын нигеҙләүсе аталарының мираҫын һаман да бүлешә алмай, М. Амбани хәҙер инде 3 йыл ҡустыһы менән судлаша. Ҡомһоҙлоҡтоң сиге юҡтыр… Беҙҙекеләрҙән (йәғни СССР мираҫын талап байыусыларҙан) исемлектә икәү күренә. Украина миллиардеры Ринат Әхмәтов Лондондағы 2300 квадрат метрлыҡ фатиры менән 6-сы урында -221 миллион доллар. Роман Абрамович 8-се килә, шул уҡ кешелек әреғорттары ояһына әйләнгән Лондондағы йорто 140 миллион долларға баһалана.

АҠШ Угандаға ҡарата ла санкциялар ҡабул итте. Сәбәбе - был Африка илендә гомосексуализм өсөн енәйәт яуаплылығы ҡабул ителә. Үпкәләгәс, һаулыҡ һаҡлау системаларын үҫтереү өсөн вәғәҙә иткән аҡсаны ла бирмәйәсәктәр. Әйткәндәй, фәҡәт енси аҙғынлыҡ арҡаһында негрҙар ВИЧ-инфекциянан күпләп ҡырыла…
(№ 73)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.