» Гәзиттең номеры: 74 » Страница 2

Ил төкөрһә, күл булыр!26.06.2014

Ил төкөрһә, күл булыр!11 июнь көнө «Аҡҡужа» дауылының ҡотороуы арҡаһында 3 бәләкәй бала тәрбиәләүсе Аида һәм Денис Ямаловтарҙың өр-яңы, туйлап та өлгөрмәгән йорттары нигеҙенә тиклем емерелеүе хаҡында яҙғайныҡ. Район хакимиәте сайтынан алып, ярҙам күрһәтеү реквизиттарын баҫабыҙ, моғайын изге күңелле кешеләр табылыр. Ил төкөрһә, күл була бит!
Банк получателя Доп.офис №8598/0321, кор/счет банка 30101810300000000601, БИК банка 048073601, счет получателя 40817810706498810492, Ф.И.О. получателя Ямалова Аида Данилевна.
(№ 74)

«Һары яу» баҫа26.06.2014

«Һары яу» баҫаСәскәлек, болон-көтөүлектәрҙә саранча масса рәүешендә таралыу сәбәпле район хакимиәте башлығы ҡарары менән 23 июндән алып ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Беҙҙән саҡ ҡына алдараҡ, 17 июнь көнө бындай режим Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында индерелгәйне. Ауыл хужалығы бүлеге белгестәре биргән кәңәште тағы ла ҡабатлайбыҙ - сабынлыҡ тирәһендә ҡоротҡос сиңерткәләр күбәйә башлай икән, улар ашап бөткәнсе үләнде сабып өлгөрөргә кәрәк.
(№ 74)

Аҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәше26.06.2014

Аҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәшеАлдан хәбәр итеүебеҙсә, БР матбуғаты көнө айҡанлы мөхәрририәттә 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар билдәләнде.

Күп кандидаттар араһынан кемделер айырып алыу, әлбиттә, анһат бирелмәне. Шөкөр, мәҡәлә-хәбәрнамәләрен ебәреп тороусылар байтаҡ. Яҙмаларҙың эксклюзивлығына, актуаллегенә, стиленә, гәзит уҡыусылар араһында резонанс барлыҡҡа килтереүенә иғтибар бирелде.
Ошо көндәрҙә лауреаттарға премия тапшырыу һәм редакция коллективы менән осрашыу тантанаһы үткәрҙек.
Гәзиттең баш мөхәррире Римма Солтанова ҡунаҡтарҙы тәбрикләп телмәр тотто, йөҙәрләгән-йөҙәрләгән яҡташтарыбыҙҙың илһам һәм көсөргәнешле хеҙмәт емеше булған «Яйыҡ»ты тағы ла уҡымлыраҡ, тағы ла фәһемлерәк итеү өсөн әһәмиәтле өлөш индергән лауреаттарға ихлас күңелдән рәхмәт әйтте.
(№ 74)

Ураҙа мөбәрәк булһын!26.06.2014

Ураҙа мөбәрәк булһын! 27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана.

Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был айҙа һәр мосолманға ураҙа тотоуҙы фарыз иткән. Һау-сәләмәт мосолманға, ябығыр өсөн түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн, был ғибәҙәтте үтәргә кәрәк.
Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғалары
Сәхәр ашағандан һуң
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл-лилләһи тәғәләә. Аллаһу әкбәр».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип, таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ - Бөйөк».
(№ 74)

«Аҡ үлем» шәүләһе һағалай26.06.2014

«Аҡ үлем» шәүләһе һағалайНаркомания ҡотолғоһоҙ һәм ҡот осҡос үлем икәнлеген күптәр белә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 5,8 меңдән ашыу наркоман теркәлгән, улар араһында мәктәп йәшендәге уҡыусылар, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ла бар.

Хатта 14 студентҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын-ҡыҙҙың да был сафта йылдан-йыл арта барыуы социаль сирҙең тамырҙары тәрәнгә китеүе тураһында һөйләй.
Наркоманияны иҫкәртеүҙә тест системаһын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ләкин Башҡортостандағы 65 меңләп студенттың ни бары бер мең самаһы ғына бындай тикшереү аша үтеүе проблеманы хәл итеүгә ынтылыштың яҡлау тапмауын аңлата. Юғары уҡыу йорттары етәкселәре, ғәҙәттә, тест үткәреү өсөн финанстың етерлек булмауына һылтана.
Наркоманияның күпләп таралыуына Афғанстанда етештерелгән әфиүн булышлыҡ итә.
(№ 74)

Урланған һыйыр эҙенән26.06.2014

Был хәл 1943 йылдың сентябрендә, йәғни уңыш йыйып алыу ваҡытында булды. Оҙонгүл ауылында йәшәүсе Хәҙисә менән Түлебай Ғиззәтуллиндарҙың берҙән-бер һауын һыйырын урланылар. Түлебай бабай һыйыры урланғанын һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир Хәҙис Насретдиновҡа һөйләй. Ул колхоз рәйесе булып эшләгән ваҡыт. Уның ҡушыуы буйынса Түлебай бабай һуғыштан яраланып ҡайтҡан бригадир Хәлфетдин Әйүповҡа мөрәжәғәт итә. Ул тиҙ арала бер егеткә биш ир-егетте саҡырырға ҡуша. Йыйылған ир-атҡа нисек тә булһа бурҙарҙы тоторға тигән әмер бирелә. Шулай итеп, алты һыбайлы һыйыр һәм арба тәгәрмәстәре эҙҙәренән ҡыуа төшәләр. Баттал ауылына инмәйенсә эҙ Әбйәлил районының Өс күл ауылынан килеп, Рәхмәт ауылына ҡарай дауам итә. Ул ауылдан өс километр юл үткәс, Тайһары һаҙлығына кергән юл менән баралар. Һаҙлыҡ эсендә бурҙарҙың береһе ат туғара, икенсеһе һыйырҙы ағасҡа бәйләп торған була. Һуңғыһы һыбайлыларҙы күреп һаҙ эсенә ҡаса, уны ҡыуып етә алмайҙар. Тәүгеһен тотоп алып, һыйырҙы арбаға бәйләп, кире ҡайталар. Ауылда бурҙы бер иген һаҡлай торған келәткә бикләп ҡуялар. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир Йомабай Түлебаевҡа уны һаҡларға ҡушалар. Бурҙың атын тышап, түбә битенә ебәрәләр. Ҡотсәләм менән Хәлиулла тигән егеттәргә ҡасып ҡалған бурҙың килеүен күҙәтергә ҡушалар. Ике сәғәтләп көткәндән һуң бур һаҙлыҡтан сығып ат янына йүгерә. Егеттәр тиҙ арала быны һыбайлыларға хәбәр итә. Йүгәнһеҙ ат бер һулға, бер уңға табан борола. Алты һыбайлы ҡараҡты уратып, ат өҫтөнән төшөрөп, ауылдағы иптәше янына бикләп ҡуялар. Бурҙар хаҡында Миндәк ҡасабаһында йәшәүсе участка инспекторына хәбәр ебәрелә. Уларҙы иртәнге сәғәт 6-ға тиклем һаҡларға кәрәк, тигән яуап килә. Дүрт комсомолецты саҡырып, тотҡондарҙы һаҡларға ҡушалар. Мостафа Сөләймәнов, Ҡотсәләм Лоҡманов, Хәлиулла Ғәйнуллин, Хәлиф Алтынбаев алмашлап ҡараҡтарҙы һаҡлай. Иртәнсәк дүрт милиционер килеп, бурҙарҙы алып китә. Уларҙың кем, ҡайҙан булғанлығын белмәнек. Ун биш көн үткәс, райондың эске эштәр бүлегенән Хәлфетдин Әйүповҡа хат килде: «Бурҙарҙы тотоп килтереүселәргә һәм шәхсән һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ һаҡта тороусы комсомолецтарға халыҡ алдында ошо хатты уҡып рәхмәт әйтегеҙ. Бурҙар ҡыҙыу һуғыш яланынан ҡасып ҡайтҡандар, урманда йәшәргә өмөтләнгәндәр. Эшкә урынлашырға документтары булмаған».
Был ике ҡасҡын бур күрше Үрге Урал районынан булып сыҡты. Һәр береһе һигеҙ йылға хөкөм ителде.
(№ 74)

Ғилемгә әйҙәүсе26.06.2014

Беҙ, Уральск ҡасабаһы шәкерттәре, шәриғәт ҡанун ҡағиҙәләрен һәм ғәрәп яҙмаһы менән изге Ҡөрьән Кәримде дөрөҫ итеп уҡыу буйынса Исламдың башланғыс нигеҙен тамамланыҡ.
Әлхәмдүлилләәһи, Фатима Жәлилова Уральск ҡасабаһында дини дәрестәр ойоштороп, беҙгә белем алырға форсат биргәне өсөн сикһеҙ шатбыҙ. әрәп яҙмаһы менән уҡырға, яҙырға, намаҙ һәм шәриғәт тәртиптәрен, дини ғәмәлдәрҙе, йолаларҙы дөрөҫ итеп үтәргә өйрәндек.
Беҙҙең мөғәллимәбеҙ Фатима Фуат ҡыҙы иман нуры сәсеп йәшәй, күңеле уның яҡты, сырайы асыҡ, ҡылған изге ғәмәлдәре менән шәкерттәрен генә түгел, ә үҙе менән аралашҡан бөтә кешеләрҙе лә һөйөндөрә.
Уның үҙ эшен күңел биреп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуына һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр дәрестә мосолман тормошонда булырға тейешле күркәм сифаттар тураһында, хикмәтле хәҙистәрҙән һабаҡ алырлыҡ мәғлүмәттәр менән зиһенебеҙҙе байыттыҡ.
Уйлап ҡараһаң, Фатима Фуат ҡыҙы ла беҙҙең кеүек үк динһеҙлек заманалары хөкөм һөргән осорҙа тыуған, тәрбиәләнгән, белем алған. Әммә ул бала саҡтан Аллаһтың барлығына ышанған, шул ышанысынан тайпылмаған, хасил булған ғилемен кешеләргә өйрәтеүсе, халҡым, милләтем, телем тип, иманыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу ниәте менән янып йәшәүе уға тағы ла ихтирам, мәртәбә өҫтәй.
(№ 74)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.