» Гәзиттең номеры: 75

Проблема хәл ителәсәкме?20.09.2017

Проблема хәл ителәсәкме?Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Башинформ» агентлығының туған телдәр-ҙе уҡытыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.
- Гөлназ Радмил ҡыҙы, ни өсөн «башҡорт теле - дәүләт теле» һәм «башҡорт теле - туған тел» тигән төшөнсәләр бер-береһенә ауаз-даш түгел? Быйылғы уҡыу йылына тиклем мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр аңлатһағыҙ ине. Ул ҡайһы кластарҙа һәм ниндәй күләмдә уҡытыла?

- Туған телде өйрә-неү - Рәсәй Федераци-яһы Конституцияһы менән билдәләнгән хоҡуҡ ул. Уҡыу план-дары хаҡында һүҙ алып барһаҡ, туған тел - белем биреү программаһындағы уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә ингән мотлаҡ предмет. Туған телде, беренсенән башлап, бөтә кластарҙа ла мотлаҡ өйрәнәләр.
Башҡорт телен мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытыу Башҡортостан Рес-публикаһы Конс-титуцияһы менән тәьмин ителә. Был предметты һәр кем үҙе һайлай. Ул белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар төҙө-гән уҡыу планына инергә тейеш. Былтырға тиклем беҙҙә ата-әсәләрҙең фекере коллегиаль органдар аша иҫәпкә алынды. Балаларға һәм ата-әсәләргә икенсенән алып туғыҙынсы класҡа тиклем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәҡдим ител-де. Был Башҡортостан Республикаһының Мә-ғариф тураһындағы законында билдәләнгән.
(№ 75)

Бурысыңды онотма20.09.2017

Бурысыңды онотмаРайон эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре көн һайын хоҡуҡ боҙоусыларға штрафтарҙы үҙ ваҡытында түләү зарурлығын һәм түләү тәртибен аңлаталар. Һалынған штраф 60 көн эсендә түләнергә тейеш.
Түләмәгән осраҡта законда ҡаралғанса, РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ошоға ярашлы материалдар судҡа ебәрелеп, был иһә штрафтың ике тапҡырға артыуына килтерәсәк, йә булмаһа 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу янай. Штрафты туранан-тура суд ултырышы алдынан ғына түләү ҙә язанан ҡотҡармай.
(№ 75)

Учалы ла сараға ҡушылды20.09.2017

Учалы ла сараға ҡушылдыИсемдәре оҡшаш яңғырағас, күп кешеләр бутайҙар, асыҡлыҡ индерергә кәрәк: «Милләттәр кросы» - халыҡ-ара ярыш, йыраҡ араларға йүгереү буйынса донъя чемпионаты 1972 йылға тиклем шулай аталған була, ә «Милли кросс» («Милләт кросы») - Рәсәй эсендә үткән сара. Илебеҙҙә 2004 йылдан алып, сәләмәт йәшәйеште пропагандалау, халыҡты спортҡа йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Беренсе этап - сентябрь айының 3-сө йәкшәмбеһендә үткәрелһә, бер аҙнанан иң көслө спортсылар Мәскәүҙә гран-при өсөн көрәшә.
Дистанция (1 километрҙан алып 12 километрға тиклем), башҡа шарттар урындарҙа үҙ аллы билдәләнә.
16 сентябрҙә уҙғарылған «Милли крос - 2017» ярышынан беҙҙең Учалы, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Хәйер, яңы саңғы-роллер трассаһы бының өсөн бик тә ҡулай (элек был ярыш ҡала урамдары буйлап үтһә, хәҙер рәхәт - саф һауа, тирә-йүндә сентябрь аҙағына ҡарамаҫтан һа-ман да йәшел ағастар, ә иң мөһиме - хәүефһеҙ, автомобилдәр юҡ).
(№ 75)

Киләсәк - йәштәр ҡулында28.09.2016

Киләсәк -  йәштәр ҡулындаЯл көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған Халыҡ-ара форум үтте. «Был сара былтыр Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарының йәштәр форматындағы дауамы. Форум үткәреү хоҡуғы алыу өсөн университетыбыҙ конкурста ҡатнашып, махсус федераль грантҡа эйә булды», - тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт университеты проректоры, яҡташыбыҙ Юлай Янбаев.
(№ 75)

Был донъяла ниҙәр бар?20.09.2016

(№ 75)

Абдулла Солтанов - Почетлы граждан20.09.2016

14 сентябрь, яңы һайлауҙарға һанаулы көндәр ҡалғанда, 3-сө саҡырылыш район Советының һуңғы 49-сы сессияһы уҙғарылды. Һуңғы ултырыш булһа ла, бик эшлекле үтте. Район бюджетына үҙгәрештәр индерелде, дөйөм файҙаланыуҙағы һыу объекттарын файҙаланыу ҡағиҙәләре, стационар булмаған сауҙа нөктәләрен урынлаштырыу тәртибе раҫланды, башҡа күп һорауҙар ҡаралды.
Муниципаль район Со-веты рәйесе Дамир Кә-римов 4 йыл ағымында башҡарылған эшкә от-чет яһаны. 2012-2016 йылдарҙа 49 ултырыш үткәрәләр, 705 ҡарар ҡа-бул ителә. Саҡырылыш дәүерендә 19 йәмәғәт фекер алышыуҙары (пуб-личные слушания) үт-кәрелә. Советтың даими комиссиялары 123 тапҡыр ултырышҡа йыйыла, унда төрлө-төрлө өлкәләрҙәге 581 һорау ентекләп ҡа-рала. Шулай уҡ депутат корпусы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн 67 яҡташыбыҙҙы муниципаль район Сове-тының Почет грамоталары менән бүләкләне, 106 яҡташыбыҙға БР һәм РФ наградалары биреүҙе юл-ланы.
(№ 75)

Имен-аман үтте20.09.2016

Ниһайәт, сираттағы һайлауҙар ҙа имен-аман үтеп китте. 18 сентябрҙә ҡала-районыбыҙҙа 65 һайлау участкаһы эшләне. Учалылар РФ Дәүләт Думаһына, Учалы район Советына, ҡала Советына, шулай уҡ Мансур (7-се округ), Учалы (3-сө округ), Миндәк (6-сы округ) ауыл Советтарына депутаттар һайланылар.
Учалы ҡала-районын-да һайлауҙар ойошҡан рәүештә барҙы. Ҡала-ның 3-сө лицейында урынлашҡан 3152-се һайлау участкаһына ха-лыҡ һигеҙ тулмаҫтан уҡ килә башланы. Биләмәлә 1612 һайлаусы иҫәпләнә. Сәғәт иртәнге 10-ға 85 кеше тауыш биргән ине.
(№ 75)

Был донъяла ниҙәр бар?30.06.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?Республика йортондағы оператив кәœәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә дәүләт һәм муниципаль ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында әйтте. Был документ Рәсәй Президентының «май указдары»н үтәүгә йүнәлтелгән. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары республика ҡаҙнаһынан бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн 1,2 миллиард һумды өҫтәмә бүлеүҙе күҙ уңында тота.
Тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, социаль өлкә һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында һүҙ бара, - тине Рөстәм Хәмитов. - Был ҡарарҙың үтәлеше 97 мең кешенең килемендә сағыласаҡ. Шулай итеп, үрҙә күрһәтелгән бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә быйыл тупланма бюджеттан, хеҙмәт хаҡының үткән йылдарҙағы кимәлен һаҡлап, 10 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына муниципалитеттар менән аҡсаны тәғәйен кешеләргә туранан-тура күсереү тураһында килешеүҙәр төҙөргә йөкмәтте.

РФ Пенсия фонды «Мотлаҡ пенсия страховкалауы буйынса иң яҡшы страховкалаусы» тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны. Беҙҙең республиканан 108 предприятие, учреждение ҡатнашты. Шуларҙың 16-һы Башҡортостандың иң социаль яуаплы эш биреүселәре тип танылды. Еңеүселәр араһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының да булыуы төбәгебеҙгә мәртәбә өҫтәй.
(№ 75)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.