» Гәзиттең номеры: 77

Еңеү артынан еңеү27.09.2017

Еңеү артынан еңеүЯңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Ләйсән Золотареваның даны республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле булды. Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙә уҙғарылған «Таланттар иле» музыкаль конкурсында ҡатнашып ҙур еңеү менән ҡайтты.
Ҡыҙсыҡты ауылдаштары «Ауылыбыҙҙың йондоҙсоғо», тип юҡҡа йөрөтмәй. Исеменә күрә есеме үҙенә таман килеп кенә тора. Беренсе тапҡыр Ләйсән ауыл клубы сәхнәһендә дүрт йәшендә сығыш яһап тамашасыларҙы әсир итә. Ҡыҙҙың төрлө яҡтан талантлы икәнен бала сағынан уҡ һиҙеп ҡалған яҡындары, уның һәләтен үҫтереүгә бар тырышлығын һала.  Әле иһә уны ауылдаштары «оркестр-ҡыҙ» тип ҙурлай. Ысынлап та, йәш талант эйәһенең сығышын тулҡынланмай ҡарап булмай. 11 йәшлек балала шул тиклем дә талант булыр икән, тип һоҡланаһың, хатта көнләшеп ҡуяһың. Үҙе йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар уҡый, биш төрлө музыка ҡоралында уйнай. Ләйсән «Урал батыр» эпосын да тулыһынса яттан белә. Дүрт мең ярым юлды һәр кем иҫендә ҡалдыра алмай. Эпосты образдарға инеп, геройҙарҙың тауыштары менән һөйләүе үҙе бер тамаша.
(№ 77)

«Ләйсән» һынатманы27.09.2017

«Ләйсән» һынатманы13-15 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы» тип аталған Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Беҙҙең данлыҡлы «Ләйсән» ансамбле лә бөтә Башҡортостанды вәкилләп ҡатнаша.
Ҡатнашыу ғына түгел, тантананы асыу хөрмәте тап беҙҙең яҡташтарға күрһә-телә: беренсе булып сығыш яһап, «Беҙҙең байрам», «Зарифа», «Ҡороҡсолар»ҙы башҡаралар. Әлбиттә, тамашасыларға ныҡ оҡшай, сығыштары алҡыштарға күмелә.
(№ 77)

Тәртип ҡасан булдырылыр?27.09.2017

Тәртип ҡасан  булдырылыр?21 сентябрҙә БР Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев эш сәфәре менән районыбыҙға килеп китте.
Иң башта Өфө ҡунағы ҡала эргә-һендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына барҙы («Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағын-да, һуңғы дәүерҙә Белореттан «Таҙа ҡала плюс» йәмғиәте ҡуртымға алған) «Полигон» тип яңғырауыҡлы атал-һа ла, сүплек - сүплек инде: ҡайҙа ла сүп-сар тауҙары, ризыҡ базаһы өсөн геү килеп аҡсарлаҡ һәм ҡарға өйөрҙәре талаша, ҡапҡа янында ирәйеп тамаҡтары туйған эттәр серем итә... Тик был күренештәр бәлә түгел, ҡуртымсылар һүҙҙәрен-дә тормауҙары бәлә - улар бит үткән йылдың аҙағына сортировкалау линияһын эшкә егергә вәғәҙә итәләр ине. Ә бында барыһы ла элеккесә: йөк автомобилдәре килтергәнде бульдозер (ике техниканың береһе генә төҙөк) гөрөп тапата ла, шуның менән вәссәләм. Былай булғанда, беренсенән, күпме потенциаль сеймал тура мәғәнәлә ергә күмеп әрәм ителә. Ә икенсенән, полигон бик тиҙ арала шығырым тулып, артабан өйөр урын да ҡалмаясаҡ. Беҙҙең объект 2008 йылда файҙалана башланы, 20 йылға иҫәпләнгән, әммә яртылаш тулып та өлгөргән.

Илдар Рим улы ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәне, билдәле һығымталар яһалып, тейешле саралар күрелер-ҙер. Һәр хәлдә лә, министр был мәсьәләне йәнә күтәргәс, быйыл линия урынлаштырыласаҡ һәм эш-кә егеләсәк, тип ышандырҙылар сүп-сар өлкәһендә бизнес ҡорған эшҡыуарҙар.
(№ 77)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.