» Гәзиттең номеры: 78

Оло юлға һуҡмаҡ һалыусы06.10.2017

Оло юлға һуҡмаҡ һалыусыУҡытыусы - үҙе абруйлы, үҙе мауыҡтырғыс һәм шул уҡ ваҡытта ауыр һөнәрҙәрҙең береһе, сөнки шәхес тәрбиәләү үтә лә яуаплы бурыс. Уҡытыусы белем дә бирә, йәшәргә лә өйрәтә. Оло тормошҡа һуҡмаҡ барыбыҙ өсөн дә мәктәп ишеге төбөнән башлана. Һәр ҡайһыбыҙҙың аң-даирәһе формалашыуында, дөрөҫ йүнәлеш алыуында ла уҡытыусының хеҙмәте ята. Бәлки, шуғалыр ҙа уларҙың яҡты образы күңел түрендә генә йәшәй.
Бына тағы сираттағы уҡыу йылы етте. Йәй буйы ял иткән, көс йыйған уҡыусылар менән бер рәттән, уҡытыусылар ҙа мәктәпкә ашыҡты. Хөрмәтле коллегам, 38 йыл ғүмерен балаларға рус теле һәм әҙәбиәте-нең серҙәрен асыуға арнаған Резида Әхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова ла, белем усағына юл алды.
1961 йылдың ғинуар айында Ураҙ ауылында донъяға килгән ул. Татыу, берҙәм, эшсән ғаиләлә үҫә. Атаһы - «Урал» кол-хозының иретеп-йә-бештереүсеһе, әсәһе - шәфҡәт туташы. Өс малай эргәһендә бер бөртөк кенә ҡыҙ булһа ла, иркә түгел, киреһенсә, әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була. Ауыл мәктәбен тамамлап, Өфө ҡала-һында Башҡорт дәү-ләт педагогия универ-ситетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булып, Ураҙ урта мәктәбенә эшкә ҡай-та. Йәш кенә көйө директорҙың ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары вазифа-һын башҡара. Күҙҙәре осҡонланып, көс-дәрте ташып торған, балалар өсөн барыһын да эшләргә әҙер, мәктәбем тип янып-көйгән педагог барыһына ла өлгөрә: уҡытырға ла, мәктәптән тыш сара-ларҙы ойошторорға ла, ата-әсәләр менән аралашырға ла, депутат булараҡ, ауыл халҡы менән тығыҙ бәйлә-неш булдырырға ла һ.б. Уның эш сәғәтенең сиге юҡ ине, шикелле.
(№ 78)

Ике аҙнаға туҡтатылды...06.10.2017

Ике аҙнаға
туҡтатылды

Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Учалы ҡалаһында бер магазин хужаһы законды боҙоп Тажикстан гражданын эшкә яллауы асыҡлана. Бынан тыш эш-ҡыуар сит ил кешеһе менән хеҙмәт килешеүе төҙөү тураһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция һорауҙары буйынса идаралығын иҫкәртмәй. Тик-шереү һөҙөмтәһе буйынса РФ Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында кодексының 18.15-се статьяһының 1-се һәм 3-сө өлөштәре буйынса административ эштәр ҡуҙғатыла. Был материалдарҙы суд ҡарап, яза рәүешендә ма-газиндың эшмәкәрлеге ике аҙнаға туҡтатылды.
(№ 78)

Беренсе этап тамам06.10.2017

Беренсе  этап тамамӘле яңы ғына Илсе халҡы газ яғыулығы менән ҡуллана башланы тип хәбәр иткәйнек. Көндәр һыуына башлауға күрше урынлашҡан Сәфәр ауылына ла «зәңгәр яғыулыҡ» килеп етте. Теүәл әйткәндә, 28 сентябрь тантаналы рәүештә газ тоҡандырылды. Бының өсөн 2 редуктор пункттары төҙөлә, ултыраҡ эсендә селтәр һалына.
Заманса коммуналь уңайлыҡҡа беренсе булып күсеүселәр араһында - Флүрә Закирйәнова. Өс тиҫ-тәнән ашыу ауыл мәк-тәбендә балаларға белем биргән мөғәл-лимә, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы, әле хаҡлы ялда. Тормош иптәше менән 30 йыл-дан ашыу элек төҙөгән иркен йорттары башта утын яғып йылытыла, һуңынан электр энергияһына күсәләр. Ләкин газ яғыулығы осһоҙораҡ та, уңайлыраҡ та - ауылға килеп етәсәге тураһында ишеткәс, өйҙө газлаштырыу өсөн кисектермәй документтар әҙерләүгә тотоналар, махсус йыһаз һатып алалар.
- Бик шатлыҡлы ваҡиға! - ти Флүрә апай, - Тормош еңелерәк булып ҡаласаҡ. Бөтә талап ителгән эште тиҙ һәм сифатлы башҡарған газ хеҙмәте белгестәренә рәхмәт әйтәм.
(№ 78)

Ҡартлыҡтағы бәхет - иң ҙуры бит ул02.10.2017

Ҡартлыҡтағы бәхет -  иң ҙуры бит улБәләкәй саҡта, ололарҙың йәштәргә, беҙҙең кеүек тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ, тип теләгәндәрен аңламай торған инек. Йылдар үтеү менән ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә яҡшы төшөнәһең. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөү үҙе ҙур бәхеттер. Ошондай парҙарҙы күргән һайын, беҙгә лә улар кеүек матур тормош кисерергә яҙһын ине, тип теләйһең.
Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе Фәүжиә һәм Шәрәфетдин Хөснөт-диновтар шундай ғаи-ләләрҙең береһе. Үҙҙәре тураһында мәҡәлә яҙырға теләгәнемде әйткәс, тәүҙә оҙаҡ ҡына риза-лашманылар. Шулай ҙа өгөтләй торғас, саҡ күн-дерҙем. Улар тураһында ауылдаштары ғына түгел, ҡалғандар ҙа белһен әйҙә.
Йорттары йылға эргә-һендә генә, матур урында урынлашҡан. Ҡапҡа-ны асып, эскә үтәбеҙ. Ишек алдында тимер-томор өйөмдәре күренә. Ғәҙәттә, ололарҙың ишек алдында үлән генә үҫә бит, шуға ла был тимерҙәрҙе нимә эшләтәләр икән, тип эстән генә аптырап ҡуйҙым.
Хужабикә өйҙә ине. Зәңгәр күҙле, 80 йәшен ваҡлауға ҡарамаҫтан, мөләйемлелеген таш-ламаған ул.
(№ 78)

Байрамғол ағинәйҙәре02.10.2017

Байрамғол ағинәйҙәреБайрамғол яҡтарына юл йыш төшә. Халҡы бигерәк ҡунаҡсыл, барған һайын әйҙүкләп көтәләр. Уларға килгән һайын йәшәүгә көс-дәрт алып, күтәренке кәйеф менән ҡайтаһың. Йыр-бейеүгә маһирлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел, бәләкәйенән алып 80 йәшен ваҡлаған әбей-бабайына тиклем сәхнәлә уттай тыпырлап баҫып торалар. Яңы Байрамғол ағинәйҙәрен генә алайыҡ, үҙҙәре йырлай ҙа, бейей ҙә, төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнайҙар. Улар барыһы ла мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Әхирәттәр» фольклор төркөмө ағзалары.
Ғөмүмән, фольклор төркөмө 1960 йылдарҙа уҡ ойошторола, бөгөнгө ағинәйҙәр, ә ул заманда данлыҡлы «Ләйсән» бейеү ансамбленең йәш солисткалары Яңы Байрамғол ауылының ҡумыҙсылар ансамбле менән бергәләшеп төрлө мәҙәни сараларҙа йыш ҡатнашалар. Йылдар үтеү менән үҙҙәре ошо апайҙарҙың урынына алмашҡа киләләр. Бөгөнгө көндә улар «Байрамғол егеттәре» вокал ансамбле менән ауылдың йөҙөк ҡашы, тип әйтһәң дә була. Бер саранан да ситтә ҡалғандары юҡ, район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнашалар. Ауылдар буйлап гастролдәргә лә йыш сығалар. Ҡайҙа барһалар ҙа тамашасылар үҙҙәрен алҡышлап көтөп ала.
(№ 78)

Тормошо китапҡа торошло30.09.2016

[Тормошо китапҡа торошлоb]Рысай ауылында йәшәүсе Сәмиғә Әлимбаева 90 йәшен тултырған. Ғүмер көҙөн кисереүсе был кешенең тормош юлы үҙе бер китапҡа торошло. Яҙмыш яҙған әҫәрҙең биттәрен асҡан һайын әңгәмәсем күҙҙәренән йәштәрен тәгәрәтеп илап та, аҡ тештәрен ялтыратып көлөп тә ала. Хәтирәләрҙең бер бәләкәй генә өлөшө менән танышып өлгөрҙөк, әммә ул ғына ла бөгөн беҙҙең аҡса юҡлыҡҡа, үҙебеҙсә ҙур ауырлыҡтарға зарланыуыбыҙ бер ни түгел икәнен аңлау өсөн етте. Ҡағылып-һуғылып үҫкән, күпкә түҙгән, күпте кисергән апайҙың сыҙамлылығы, күңел көрлөгө ныҡ тәьҫирләндерҙе.
Сәмиғә Арслан ҡыҙы 1926 йылда Абҙаҡ ауылында донъяға килә. Атаһы, унан һуң әсәһе иртә баҡыйлыҡҡа күсәләр. Ҡыҙсыҡ атаһының бер туған ҡустыһы ҡулын-да ҡала. Үҙҙәренең береһенән-береһе кесе биш балаһы булған ғаилә өҫтәмә тамаҡты яратып тормағандыр инде. Йәше тулып мәктәпкә барырға ваҡыт етһә лә, балаларҙы ҡарашырға кәрәк, тип еңгә бикәсен уҡырға ебәрмәй. [/b]
(№ 78)

Был донъяла ниҙәр бар?28.09.2016

АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған тәғлимәт шәрәмәтен мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт иткәне өсөн. Хатта дәүләт иҫәбенә махсус дәреслектәр ҙә таратыласаҡ. Әйткәндәй, Америкалағы дини (һәм дингә ҡаршы) ойошмаларҙың аҡса әйләнеше йылына 1,2 триллион доллар тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең 2016 йылға бюджеты - 247,4 миллиард доллар тирәһе. Америкала бар дин - Алтын Ботҡа табыныу, йәғни бизнесҡа әйләндерелеп бөтөлгән инде. Уйҙырма саентология сиркәүен нигеҙләүсе Рон Хаббард туранан-тура әйткән була бит - «Мең доллар кәрәк икән - бензоколонка ас, миллион кәрәк икән - яңы дин булдыр». Бындай яңылыҡтарҙы уҡығандан һуң Америкалағы етеш тормош бер ҙә әүрәткес булып күренмәй.Был донъяла ниҙәр бар?
(№ 78)

.. санаңды йәй әҙерлә07.07.2015

.. санаңды йәй әҙерләЙәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль күрһәткесенән түбәнәйгәс тә, кешеләрҙе йылылыҡ, уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡта булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү шарт. Ошоға бәйле район хакимиәтендә Урал аръяғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының 2015-2016 йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгеленә әҙерлеге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса зональ кәңәшмә уҙҙы.
Унда БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫарҙары Альфред Зиннәтуллин һәм Дмитрий Масютин, коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, тармаҡ ойошмалары етәкселәре, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет райондарының, Сибай, Межгорье ҡала биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бүлек етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә район-ҡалаларҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, ресурс һәм хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр кимәле, Ростехнадзор идаралығы тарафынан быға тиклем асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәре ҡаралды.
(№ 78)

Татыу йәшәү үҙе матурлыҡ07.07.2015

Татыу йәшәү үҙе матурлыҡОҙаҡ йылдар татыу, иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер итеүсе ғаилә парҙары һәр саҡ һоҡландыра. Бөгөн һүҙем Илтабан ауылында йәшәүсе ғаилә - үҙҙәренең тырышлығы, ярҙамсыллығы, егәрлелектәре менән ихтирам яулаған Рәйлә Ибәтулла ҡыҙы менән Булат Ғәли улы Ғатауллиндар тураһында. Донъя ауырлыҡтарын күп күрергә тура килһә лә, улар һәр саҡ бер-береһен ихтирам итеп, терәк-таяныс булып, аңлашып ғүмер кисерәләр.
- Ваҡыт тигәнең ҡалай тиҙ үтә икән, яңы ғына өйләнешкән кеүек инек, 50 йыл ғүмер үтеп тә киткән, - тиҙәр улар. Булат Ғәли улы 1941 йылда Илтабан ауылында тыуған. Атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, ул һуғышҡа алынғанда әсәһе Булатҡа йөклө булып ҡала. Яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмай, биш балаһын етем ҡалдыра.

Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, Булат Ғәли улына ла бәләкәйҙән егелеп эшләргә тура килә. Бала ғына ваҡытынан күбә тарттырырға йөрөй. Ете класты тамамлап, баштан-аяҡ колхоз эшенә бирелә. Ураҡ эштәрендә лә, сәсеүҙә лә, мал аҙығы ташыуҙа ла, көтөү көтөүҙә лә ҡатнаша.
- Хәтеремдә, 1957 йылда хөкүмәткә иткә тип, Өфөгә һарыҡ алып барырға ҡуштылар. 500 баш малды дүрт кеше ҡыуабыҙ. Мейәстә уларҙы вагонға тейәп, баш ҡалаға тиклем оҙатырға тейешбеҙ. Вагон көтөп 10 көн ятырға тура килде. Һарыҡтарҙы ҡала ситенә сығарып көтәбеҙ ҙә, төнгөлөккә баҡсаға ябабыҙ. 10 көн шулай хитландыҡ, ниһайәт, вагон бирҙеләр, тейәнек. Өлкәндәр ҡайтып китте, мин иптәшем менән оҙатып барабыҙ. Юл оҙон, һарыҡтарыбыҙ һыуһай. Поезд станцияла туҡтаһа, тиҙ генә һыу килтерәбеҙ. Беҙҙе аңдып ҡына торалар икән, сыҡҡан арала һарыҡтарыбыҙҙы урлайҙар. Барһаҡ, бер-нисә баш етмәй. Нимә эшләргә, елкәгә һалыуҙары бар. Үҙебеҙ ҙә шуҡ, хисапсылар күрмәгән арала бер һарыҡты ике тапҡыр кәртә аша ырғытып тултырҙыҡ. Ҡайтҡас аҡса биреп ҡыуандырҙылар, - тип хәтерләй Булат ағай. Комбайнда ярҙамсы булып эшләргә лә тура килә, шул мәлдәрҙәге бер ваҡиға күңелендә ныҡ уйылып ҡалған.
(№ 78)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.