» Гәзиттең номеры: 79-80

Йәш сәсәндәр һынатмай14.07.2015

Йәш сәсәндәр һынатмайЙәмле Бөрйән районы ерендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Быйыл ул 17-се тапҡыр ойошторолдо. «Ағиҙел» лагерында зональ этапта еңеп сығыусы республикабыҙҙың 28 командаһынан 112 кеше көс һынашты. Учалы районы уҡыусылары йыл һайын ярышта үҙ оҫталығын күрһәтеп, төбәк данын яҡлай. Бына быйыл да Учалы ауылы башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусылары Булат Шәрифйәнов, Дим Шаһабутдинов, Эмиль Варин һәм Мулдаҡай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зарема Әминева вәкилләгән команда ҙур уңышҡа өлгәште.
Ярыш ике этапта уҙа. Тәүгеһендә эпосты тулыһынса ятлаусылар көс һынаша. Улар араһынан гран-прины беҙҙең Зарема яулай! Ҡобайырҙан өҙөк сәхнәләштереүҙә лә беҙҙекеләр алдынғылыҡты бирмәй. Һөҙөмтәлә, Учалы командаһы юғары баҫҡыс - I урында.

Мулдаҡай ауылы ҡыҙы Зарема конкурста тәүге йыл ғына ҡатнашмай. 2014 йыл республикала I урынға өлгәште ул. Эпосты ятлауҙы йәш сәсәниә түбәнге кластарҙа уҡ башлай. Халыҡ ижадына һөйөүҙө унда Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әминева уята. 8 класта етәксе менән уҡыусы эшкә етди тотоналар - «Урал батыр» эпосын ятан һөйләүселәр конкурсының республика этабына сығыу маҡсат итеп ҡуйыла. Әлбиттә, 4500-ҙән ашыу юлдан торған тексты тулыһынса хәтерҙә ҡалдырыу ауыр хеҙмәт. Был эш көн һайын атҡарылған. Зарема әйтеүенсә, ул тәбиғәттән бирелгән феноменаль хәтергә эйә түгел, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм теләк булһа һәр уҡыусы ҡобайырҙы үҙләштерә ала.
(№ 79-80)

Эштәрен намыҫлы үтәйҙәр14.07.2015

Эштәрен намыҫлы үтәйҙәрБөгөнгө тормошто интернет селтәренән тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эҙләү төймәһенә баҫ ҡына - кәрәкле мәғлүмәт һанаулы ваҡыт эсендә хасил була, ҡарамай ҡалған тапшырыу, кино йә иһә музыка - барыһын да табырға мөмкин. Әммә, таяҡ ике осло. Компьютер мониторына, планшет экранына текәлгән йәш быуын ҡулына китап, гәзит-журнал алып уҡыуҙы онотто. Яҙылыусылар юҡ икән, тимәк баҫмаларҙың тиражы кәмей, киләсәктәге яҙмышы шик аҫтына ҡуйыла. Шулай ҙа, Советтар Союзы осоронда баҫма һүҙгә генә ышанып күнеккән урта һәм оло быуын әлегә гәзит-журналдарҙан айырылмай.
Почта хеҙмәткәр-ҙәренең халыҡ менән алып барған эше лә һөҙөмтәләрен бирә. Етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы гәзит-журнал таратыусыларҙың хеҙмәтен тағы бер баһалап, дан йырлау артыҡ булмаҫ.

Ахун ауылында 1200 самаһы йорт иҫәпләнә, шуларҙың 800-гә яҡыны гәзит-журналдарҙы даими алдыра. Республика баҫмаларынан «Башҡортостан ҡыҙы», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел», «1000 советов», «Тридевятое царство», «Непоседа» журналдарына, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Өмөт», «Комсомольская правда» гәзиттәренә өҫтөнлөк бирелгән. Татар телендә сыҡҡан «Диләфрүз», «Ҡыҙыл таң», «Манзара», «Юлдаш» гәзиттәрен алдырыусылар күп. Райондағы «Яйыҡ» менән «Учалинская газета»ны ла ҡалдырмайҙар, һәр баҫма 100-әр экземпляр яҙҙырыла. Бынан тыш, почта бүлексәһе бандероль, посылка, заказлы хат алыу-ебәреү хеҙмәтен күрһәтә, һатыуҙа аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары ла бар.
(№ 79-80)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.