» Гәзиттең номеры: 79

Был донъяла ниҙәр бар?06.10.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Ҡысытмаған урынды тырнау беҙҙең илгә генә хас түгел. Украина президенты яңы законға ҡул ҡуйҙы - уҡыусы ниндәй генә милләт кешеһе булмаһын, 5-се кластан һуң уҡытыу тик украин телендә генә рөхсәт ителә. Әлбиттә, бик күптәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе, айырыуса - милләттәштәре Украинала күп йәшәгән Венгрия. Сит ил эштәре министры Петер Сийярто әфәнде асыҡтан-асыҡ үс алыу менән янаны: «П.Порошенко Европаға инеү тураһында күп һөйләй. Был хаҡта онотһон! Беҙҙең ил Украинаға отошло бөтә инициативаларға ҡаршы торасаҡ». Бер тинлек ҡуян, биш тинлек зыян, тип хәҙер үҙе лә терһәк тешләйҙер инде... РФ Дәүләт Думаһы ла «...Украинала ерле халыҡтарҙың һәм аҙ һанлы милләттәрҙең туған телдә белем алырға хоҡуғы» тураһында ҡарар ҡабул итте, юғиһә, рус телен дә факультатив, ирекле рәүештә генә уҡырға тура киләсәк бит.
(№ 79)

Спорт - ихтыяр көсөн нығыта06.10.2017

Спорт -  ихтыяр көсөн нығытаМәктәптә уҡығанда иң яратҡан дәрестәрҙең береһе физкультура була торғайны. Ауыр мәсьәләләрҙән, баш күтәрмәй яҙыуҙарҙан һуң физик күнегеүҙәр эшләй башлаһаң, шундуҡ арығанлығың ҡул менән һыпырғандай юҡҡа сыға. Тиҫтерҙәр менән туйғансы һикереп, уйнап, төрлө зарядкалар яһауы бигерәк күңелле ине. Иң мөһиме - был дәрес балаларҙы сыныҡтырып үҫтерә. Ә инде уҡытыусы һөнәрен яратып, бар күңелен һалып башҡарһа, уҡыусыларына абруй һаналһа икеләтә ҡыуаныс.
Ҡаланың 3-сө лицейының физкультура уҡытыусыһы Фәрит Хәлит улы Ғайсин тап шундай кешеләрҙең береһе. 30 йыл ғүмерен яратҡан эшенә арнап, балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индерә ул.
Фәрит Хәлит улы Мулдаш ауылында тыуып үҫә. Ауылдарында башланғыс кластарҙа уҡып, урта мәктәпте Мулдаҡайҙа тамамлай. Уҡығанда уҡ иң яратҡан дәресе физкультура була, футбол, хоккей менән әүҙем шөғөлләнә. Аттестат һуң спорт юлынан китергә уйлай, әммә ауыл балаһы тыуған еренә яҡын булырға тейеш, тигән маҡсат менән документтарын ауыл хужалығы техникумына алып барып тапшыра. Икенсе курсты тамамлауға хәрби хеҙмәткә алына.
(№ 79)

Был донъяла ниҙәр бар?04.10.2016

РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец яңы закон проекты әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Ҡабул ителә икән, медицина страховкаһы түләмәгән граждандар өсөн хеҙмәтләндереү тик үҙҙәренең иҫәбенә башҡарыласаҡ. Рәсәйҙә 75 миллион самаһы эшкә һәләтле кеше иҫәпләнә, 7 миллионы страховкаланыу фондына тин дә түләмәйенсә дауаханаларға йөрөй. Ике осло проблема инде. Бер яҡтан - беҙ түләгән аҡсаның тос өлөшө башҡалар елкәһендә йәшәргә күнеккән алкоголиктарҙы, асарбаҡтарҙы айындырыу-дауалау өсөн заяға китә. Ә икенсе яҡтан - эш таба алмаған йүнле кешеләр ҙә ныҡ күп, яңы реформа улар өҫтөнә күтәрә алмаҫлыҡ йөк булып ятыуы ихтимал.
(№ 79)

Ябай ҙа ул, бөйөк тә04.10.2016

Ябай ҙа ул, бөйөк тә «Тыңлауһыҙ уҡыусылар, күҙ талдырып дәфтәр тикшереүҙәр, бөтмәҫ пландар, отчеттар, өҫтәүенә кластан тыш саралар. Билдәле генә эш сәғәте лә юҡ. Башҡалар эштән һуң ял итә, яратҡан шөғөлөнә тотона, ә уҡытыусыныҡы - үҙенә эйәреп ҡайта. Ысынлап та, ситтән ҡараһаң, бик ауыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа эш.
- Әммә минең өсөн түгел! Сөнки оҡшай үҙемә. Дәрес әҙерләйем икән, илһамланып китеп әҙерләйем - бер әҫәр яҙаммы ни! Иртән мәктәпкә барғанда: «Бөгөн нимә тиерҙәр? Мин теләгәнсә, эҙләнеү эшенә тотоноп китә алырҙармы? Проблемалы һорауҙарға яуап табыр-ҙармы?» - тигән уй борсой. Шунан инде «3»-кә генә уҡыған уҡыусым: «Һы, дәрес тиҙ генә үтте лә киттеме шул?» - тип аптыраһа, күңелгә рәхәт булып китә. Тимәк, ҡыҙыҡһындыра алдым!
Балалар ихлас бит улар. Коридорҙан үткәнсе, әллә күпме уҡыусы һау-лыҡ һораша - шулай тейеш булған өсөн түгел, ә һине күреүгә ҡыуанып, иғтибарыңды үҙенә йә-леп итергә тырышып. Мин дә уларҙы күреүемә шатмын. Ҡайһыһына йылмайып баш ҡағам, кемдеңдер арҡаһынан һөйәм. Мин уларҙың шул мөнәсәбәтен үҙемә ышаныс белдереү тип аңлайым. Етерлек ки-мәлдә белем бирә, өлкән иптәш, кәңәшсе, юл күрһәтер маяҡ була алырыма ышаналар. Сөнки улар өсөн мин - уҡытыусы!»
(№ 79)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.