» Гәзиттең номеры: 8

Өс быуын ҡатнашты07.02.2017

Район ағинәйҙәренең сираттағы ултырышы Килмәк ауылында үтте. Улар «Өләсәйем һандығы» тип исемләнгән бик матур кисә әҙерләгәндәр. Сарала мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Сәхнә бик матур биҙәлгән ине. Түрҙә өс һандыҡ урын алған, боронғо таҫтамал, сигелгән һөлгөләр эленгән, иҙәнгә балаҫ түшәлгән, һандыҡтар өҫтөнә ҡорама юрғандар, бирнә мендәрҙәр өйөлгән.
Сараны Ләйлә Бикбу-латова үҙе яҙған матур шиғырҙар менән асып ебәрҙе. Артабан һәр өләсәй һандығын асып, сығарған әйберҙәренең исемен, тарихын, улар-ҙың ҡайҙа ҡулланылғанын балаларға һөйләп аң-латты. Күренештәр йыр-моң, бейеү, шиғыр юлдары менән оҙатыла барҙы.
(№ 8)

Мансурға газ килде07.02.2017

[Мансурға газ килдеb]«Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең төбәктәрҙе газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһына ярашлы, районыбыҙҙа ауыл-ҡасабаларҙы «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыу буйынса һуңғы арала ҙур эштәр башҡарыла. Төбәгебеҙгә «зәңгәр яғыулыҡ» 1998 йылда килде. Тәүҙә ҡалаға, артабан ауылдарға газ торбалары һуҙылды. 2006-2008 йылдарҙа «Газпром» йәмғиәте инвестициялары иҫәбенә 89,3 километр арауыҡта Миндәк-Ураҙ һәм 31,4 километр оҙонлоғонда Ҡунаҡбай-Ахун йүнәлешендәге газ селтәрҙәре төҙөлдө. 18 ауылда өс меңдән ашыу йорт, 20-гә яҡын социаль объекттар - мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельд-шер-акушер пункттары «зәңгәр яғыулыҡ» менән йылытыла башланы. [/b]
(№ 8)

Хәүефле шылтыратыуҙар02.02.2016

Тормош алға бара. Шул иҫәптән ябай кешенең банк менән бәйле мөнәсәбәттәре лә заманға ярашлы үҙгәрҙе. Банк хеҙмәтләндереүе граждандарҙың йәшәгән урынынан сыҡмай ғына интернет селтәре аша үҙ аҡса иҫәбенә идара итә алыу мөмкинлеген булдырҙы. Был бик ҡулайлы, әммә уның кире яҡтары ла бар, кеше кеҫәһенә ҡул һуҙырға яратыусылар был ысулды үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Һуңғы айҙарҙа граждандарҙың банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашыусыларҙың тоҙағына ҡала-районыбыҙҙа йәшәүселәр ҙә йыш эләгә.
- Бер ай эсендә генә 10-лап ғариза ҡабул иттек. Факт-тар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылһа ла, енәйәтселәрҙең эҙенә төшөү бик ҡатмарлы.
(№ 8)

Был донъяла Ниҙәр бар02.02.2016

Был донъяла  Ниҙәр барЕвропала «шартһыҙ килем» концепцияһы нығына бара. Ҡыҫҡаса әйткәндә - дәүләт һәр гражданына (эшләгәнгә лә, эшләмәгәнгә лә) йәшәйеш мөмкинлеге тәьмин итергә бурыслы. Автоматизация, роботизация арҡаһында эш урындары кәмегәндә был айырыуса актуаль. Германияла эксперимент бара - бер төркөм немецтарға ай һайын 78 мең һум түләнә, бер генә талап - аҡсаны нисек тотҡандары тураһында отчет бирергә генә бурыслылар. Кемдер сәйәхәткә сығып китә, кемдер аҡсалы, әммә яратмаған эште ташлап, килеме самалыраҡ, әммә күптән әүрәткән шөғөлгә тотона. Быйыл Швейцарияла референдум үтәсәк - күпселек тауыш йыйыла икән, һәр граждандарына бушҡа ай һайын 2500 франк түләй башлаясаҡтар - 185 мең һум самаһы. Был өлкәлә иң алда Финляндия бара - 2017 йылдан алып һәр гражданына ай һайын беҙҙең аҡсаға 64-әр мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде.
(№ 8)

Малайҙар күберәк тыуа02.02.2016

Малайҙар күберәк тыуаДәүләттең ныҡлығы һәм тотороҡлоғо кешеләр йәшәйешенә туранан-тура бәйле. Ғаиләләрҙең әҙерәк тарҡалыуы, тыуған сабыйҙар һаны артыуы, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың кәмеүе илебеҙ үҫешенә тик ыңғай яҡтан ғына йоғонто яһар ине. Ә тап йәшәү кимәле юғары булған дәүләттәрҙә йәштәр ҡурҡмай ғаилә ҡора ала, социаль тормошҡа бәйле негатив күренештәр һирәгәйә. 2015 йылда ҡала-районыбыҙ буйынса ошо тәңгәлдәге хәлдәр тураһында ЗАГС бүлегенән белештек.
2011 йылдан алып ҡала-районыбыҙ буйынса законлы никахҡа инеүселәрҙең һаны кәмеүе күҙәтелә. Бына, мәҫәлән, 2013 йылда - 676, 2014-тә - 659 һәм 2015 йылда 541 пар мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән.
(№ 8)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.