» Гәзиттең номеры: 80-81

Ольга-Райхан15.07.2014

Ольга-Райхан«Йә Аллаһ, беҙҙе тура юлдан алып бар»
(«Фатиха» сүрәһе).

- Беҙҙең Хамаян Магниттан Ольга исемле мари ҡыҙы алып ҡайтҡан икән, - тигән яңылыҡты ауыл халҡы төрлөсә ҡабул итте. Үҙебеҙҙекеләр бөткәндер инде, тип был хәлде бөтөнләй оҡшатмаусылар ҙа, килтергән икән, берегеп тороп ятһындар, тип битараф ҡына ҡул һелтәүселәр ҙә булды. Шулай ҙа йәш кәләш барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Ахунға сит килен көн дә төшмәй бит, һирәк кенә.
Ысынында Ольга бөтөнләй сит милләттән түгел ине: атаһы - татар, әсәһе генә мари нәҫеле. Үҙҙәре Мишкә районының бәләкәй генә рус ауылында йәшәгәндәр. Хамаян менән заводта эшләгән саҡта танышып, йәрәшкәндәр. Өйләнешергә ата-әсәһенең ризалығын алыр өсөн ҡайтҡандар.
Бөҙрә сәсле, аҡ һылыу йөҙлө, мөләйем ҡарашлы Ольганы Хамаяндың күмәк туғандары бик яраттылар. Әсәһе Васфи әбей киленгә Райхан тип мосолман исемен ҡуштырып, никах та уҡытып ҡуйҙы.
Хамаяндың (тулы исеме Мөхәммәтйән) атаһы Мөхәммәтйәр күптән инде икенсе ғаилә менән тора ине. Уның ризалығын алырға барғас: «Был ҡыуаныслы ваҡиғаны «Ҡыҙыл туй» менән билдәләйбеҙ», - тине. Әйтте - үтәне.
Ахунда Мөхәммәтйәр заты үҙҙәре бер төрлө - ғорур, тәүәккәл кешеләр. Туйҙы шәп итеп, яңыса үткәрҙеләр. Хамаян гармунда уйнап, йәш кәләшкә былай тип йырланы:
- Ғүмерлек йәр булһын тип,
һине һөйҙөм тиң итеп.

Эй һылыу ине Ольга-Райхан был мәлдә, эй бәхетле ине! Үҙе лә матур тауышы менән йырланы, еңел кәүҙәһе менән килешле итеп бейене. Туйҙа кәләш яғынан бер кемдең дә булмауы һис берәүҙе борсоманы, аҙаҡ танышырбыҙ тинеләр.
Туйҙан һуң ҡалаға эшкә йыйынған йәштәрҙе шып туҡтаттылар. Бында йәшәрһегеҙ, өй һалышырбыҙ, тип ярҙам вәғәҙә иттеләр. Хамаяндың колхозда эшләйһе килмәй ине. Арлы-бирле һуғылып йөрөнө лә, атаһы вафат булғас, Ахундан йыраҡ түгел «Ҡарағайлы урман хужалығы»на эшкә китте. Был ваҡытҡа йәш ғаиләнең Фәниә исемле ҡыҙҙары тыуҙы. Улдары Илдус тыуғас, Ольганың әсәһе Миңһылыу апайҙы, еткән Оксана ҡыҙы менән бергә, үҙҙәре янына күсереп килтерҙеләр. Урман эше ауыр, әммә яҡшы түләйҙәр. Ғаилә күмәкләшеп эшкә егелде. Өсөнсө улдары Ирек тыуғас, Ольга күберәк өйҙә булды. Лесник итеп үрләтелгән ире яҙыу-һыҙыу эшенә Оксананы йөрөттө. Ағай-энене бик яҡын итә ине Хамаян, урман байлығын йомарт таратты.
Был яҡтарҙағы етеш тормош Миңһылыу апай өсөн ожмахҡа тиң ине. Ҡыуана-ҡыуана донъя көттө ул: мал, ҡош-ҡорт аҫрай, балалар уның ҡарамағында. Етмәһә кейәүенең урман эшенә лә барғылай. Балаларының бергә, бер тирәлә йәшәүенә лә (улы Яша Магнитогорскиҙа тормош ҡорҙо) шатланып, шөкөр итә.
Ғаилә ишәйә, мәңге урманда йәшәмәҫбеҙ тип, үҙҙәре өсөн бура тергеҙҙеләр. Әммә Хамаян ул бураны һатты, башта мал йыябыҙ, һуңынан өй һалабыҙ тине. Ольга иренең һәр һүҙенә һис ҡаршылыҡһыҙ риза. Шулай булмай, уның Хамаяны әсәһенә лә, һеңлеһенә лә яҡшы мөнәсәбәттә, балаларын ярата. Ә Яша ҡустыһы менән күптәнге дуҫтар ине.
Ә бер көндө ире Ольганы ауылға үҙ әсәһенең өйөн йыйыштырышырға алып ҡайтты. Кисен килеп алырмын тип, ашығып, урманға елдерҙе. Сәй эсергә лә èнмәгән улының шулай тиҙ китеүенә аптырап ҡалды Васфи әбей. Их, уның нимәгә шулай ярһып йөрөүен белһә икән әсә… Юлына арҡыры ятыр, атының ялдарына йәбешеп туҡтатыр, аҡылына килтерер, иманына ҡайтарыр ине…
(№ 80-81)

Ҡумыҙ теле - ҡумыҙ сере14.07.2014

Ҡумыҙ теле - ҡумыҙ сереҠумыҙ - башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә.

Шуға ла республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә.
Музыка белгесе һәм фольклорсы Л.Н. Лебединский ҙа ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки б.э. тиклем 6-4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостан археологы Нияз Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә.
(№ 80-81)

Тауис ҡына етмәй14.07.2014

Тауис ҡына етмәйМиндәктә иң мауыҡтырғыс тамаша - Баҙамшиндарҙың ҡош-ҡорт аҙбары була торғандыр. Ғәжәйеп матур, үҙенсәлекле ҡоштарҙы ҡарарға экскурсияға киләләр икән.

Наталия Баҙамшина Магадан ҡалаһынан. Санкт-Петербургта университет тамамлай, эш башлай һәм… Миндәккә күсеп килә. Ҡасабалағы өләсәһендә йыш ҡунаҡлаған була, бала саҡ дуҫы Искәндәргә кейәүгә сыға. Бөгөнгө көндә йәштәр «Ут-ҡош» («Жар-птица») тип аталған шәхси йорт хужалығында өлгө кимәлендә ҡошсолоҡ менән мәшғүлдәр. Күл буйында күркәм йорттары төҙөлөп бөтөү өҫтөндә генә әле, ә блоктарҙан һалынған ҡош аҙбары күптән әҙер. Шығырым тулы, ниндәй генә тауыш сығармайҙар, төрлө-төрлө сағыу төҫтәренән күҙ ҡамаша.
(№ 80-81)

Ҡасабаның киләсәге бар14.07.2014

Ҡасабаның киләсәге барМиндәк ауыл Советына 8 ултыраҡ ҡарай (Миндәк, Аһылай, Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа, Ҡобағош, Озерный, Оҙонгүл), 4600-ҙән ашыу кеше йәшәй. Был cығарылышта Миндәк ҡасабаһының үҙе менән сикләнергә булдыҡ.

Ҡасаба административ-территориаль йәһәттән Тау аҫты, Иҫке Прииск, Рафиҡ һәм Килмәк кварталдарынан тора. Ә Ҡарағужа - яҡын булһа ла, айырым ауыл статусына эйә. Заманында гөрләп торған, төбәктең сәнәғәт флагманы булған ҡасаба бөгөн нисек йәшәй - ошо хаҡта 2012 йылдан Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы вазифаһын биләгән Ришат Мөнир улы ибәҙуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул үҙе 1978 йылғы, төп сығышы әлиәхмәрҙән. Ике юғары белемгә эйә, Озерный мәктәбендә уҡытыусы, Килмәктә - директор булып хеҙмәт итте. Ҡатыны Зилә Рим ҡыҙы менән 5 һәм 10 йәшлек ике бала үҫтерәләр.
Беренсе һорауыбыҙ халыҡ һаны тураһында. Сөнки социаль һәм иҡтисади үҫештең нигеҙ ташы - фәҡәт кеше һаны динамикаһы.
(№ 80-81)

Беренселек беҙҙә14.07.2014

Беренселек беҙҙәБөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы уҙҙы.

Унда Башҡортостан буйынса 250-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ярыш өс турҙа үтте. Беренсеһендә ҡатнашыусылар эпосты яттан һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтте. Районыбыҙҙың Мулдаҡай мәктәбенән Зарема Әминева үҙенең тасуири башҡарыуы һәм ҡобайырҙы тулыһынса белеүе менән I урынды яуланы. Артабан ҡатнашыусылар «Урал батыр» өҙөктәрен сәхнәләштереп, «визитка» тәҡдим иттеләр. Районыбыҙ исеменән Учалы ауылы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыш яһаны: Эмиль Варин, Дим Шаһабутдинов, Булат Шәрифйәнов, Алина Ғәбитова. Был ике этапта учалылар 1, 2-се урындарҙы яуланы. Жюри ағзаларының талаптары ҡаты ине: ҡатнашыусыларҙың ижади һәм башҡарыу оҫталыҡтарынан алып, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай белеүҙәре, артислыҡ һәләттәре, орфоэпия ҡәғиҙәләрен күҙәтеүҙәре. Шулай ҙа Учалының йәш сәсәндәре һынатманы, конкурстың өс этабында ла уңышлы сығыш яһап, команда иҫәбендә I урын яуланылар.
(№ 80-81)

Йөҙ процентҡа үтәлгән14.07.2014

Йөҙ процентҡа үтәлгәнРәсәй почтаһы көнө - иң «йәш» һөнәри байрамдарҙың береһе. 20 йыл элек, йәғни 1994 йылда, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән раҫланған был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.

Яңы Байрамғол почта бүлексәһе дүрт ауылды хеҙмәтләндерә: Яңы Байрамғол, Һөйәрғол, Ҡәйепҡол һәм Муса. Бына инде ун бер йылдан ашыу бүлексәне ғәҙел һәм талапсан Сажидә Шәрипова етәкләй. Уның белдереүенсә, бүлексәлә хәлдәр яҡшы бара. Матбуғатҡа яҙылыу планы 100 процентҡа үтәлгән. Беренсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатты бөтәһе 550 йорт алдырған, икенсе ярты йылда ла был һан һаҡланған. Тимәк, яҙылыу эше бер кимәлдә килә. Барлыҡ баҫмаларға хаҡтар күтәрелгән мәлдә уҡыусыларҙы юғалтмау еңелдән булмағандыр.
- Беҙҙең ауылдарҙа уҡырға яратҡан кешеләр йәшәй. Күпселеге гәзит-журналдарға өҫтөнлөк бирә. Шуның менән отабыҙ. Күрше ауылдарҙың бүлексәләре, халыҡ иҫәбе күберәк булғас, бандероль, посылка, заказлы хат менән дә килем ала, ә беҙ тик яҙылыуға ғына таянабыҙ, - ти Сажидә Шәүкәт ҡыҙы.
(№ 80-81)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.