» Гәзиттең номеры: 80

Ололарға күп кәрәкмәй бит!06.10.2017

Яңы Байрамғол ауылында ла Халыҡ-ара ололар көнө гөрләп үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, мәктәп уҡыусыларының сығыштарын ҡараны. Бигерәк тә ауылыбыҙҙың йәш йондоҙсоғо Ләйсән Золотареваның сығышы барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы Сажидә Шәрипова, ветерандар Советы рәйесе Лерман Фәтҡуллин ололарҙы байрам менән тәбрикләп телмәр тотолар.
Беҙгә хөрмәт күрһәткәндәре өсөн барыһының да исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ололарҙың күңелен күрер өсөн күп кәрәкмәй бит!
(№ 80)

Кисә гөрләп үтте06.10.2017

Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы Ҡолош ауылының мәҙәниәт йортонда «Аулаҡ өй» тип аталған кисә үтте. Байрамға тыл ветерандары, ололар һәм пенсионерҙар саҡырылғайны.
Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто коллективы ҡотлағандан һуң, һүҙ 40 йыл педагогик стажы булған, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, бөгөнгө көндә ауылдаштарын дингә өйрәткән абыстай Мөслимә Мөхәмәтйәроваға бирелде.
(№ 80)

Ветерандар менән күҙгә-күҙ осрашып06.10.2017

Ветерандар менән  күҙгә-күҙ осрашыпОшо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев төбәгебеҙҙең ветерандар активы менән осрашты. Оло быуын вәкилдәре менән осрашыу күптән традицияға әйләнгән, ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡала-районыбыҙҙа билдәле булған тәүтөҙөүселәр, хөрмәтле кешеләр. Ойошма-предприятиеларҙа оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, Учалыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән апай-ағайҙар. Әле лә улар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып баралар, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәйҙәр. Төбәгебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйәләр.
Фәрит Фәтих улы ветерандарҙы районыбыҙҙың бөгөнгөһө менән таныштырҙы, алдағы перспективалары тураһында бәйән итте. Ололар сәнәғәт предприятиелары, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы тармағындағы хәлдәр тураһында хәбәрҙар булды. Шулай уҡ район етәксеһе былтырғы осрашыуҙа протоколға индерелгән мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүен һөйләне. Белеүебеҙсә, быйыл ҡала-районыбыҙҙа бихисап эштәр башҡарылды. Рудник ҡасабаһында процедура кабинеты асы-лыуы халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ахун ауылы зыяратын ҙурайтыу күҙаллана, әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бара, биләмәне ҡамау өсөн материалдар һатып алынған.
(№ 80)

Уҡытыусы булыу - оло яуаплылыҡ06.10.2017

Уҡытыусы булыу - оло яуаплылыҡ5 октябрҙә уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне. Ошо айҡанлы район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев «Таусы» боҙ аренаһы кафеһында ҡала-районыбыҙҙың төрлө мәктәптәрендә белем биргән утыҙға яҡын педагог менән осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште.
- Бындай сара беренсе тапҡыр ойошторолдо. Мәктәп директор-ҙары, завучтар менән кәңәшмә-ләрҙә йыш осрашырға тура килә, ә ябай уҡытыусылар менән һирәк күрешәбеҙ. Төп маҡсатым - улар менән яҡын бәйләнеш булдырыу, борсоған һорауҙарын белеү, эш-мәкәрлектәре менән танышыу, - тине Фәрит Фәтих улы.

Аралашыу эшлекле килеп сыҡты. Педагогтар хакимиәт башлығы ме-нән бер өҫтәл артында сәй менән һыйланып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡытыусы-лар әйтеүенсә, бөгөнгө көндә ба-лаларҙың сәләмәтлеге насар. Ошо арҡала күптәргә дәрес темалары ауыр бирелә. 30 йыл элек менән сағыштырғанда айырма ҙур, тиҙәр. Проблеманың нәҫелдән килеүен, шулай уҡ психологик факторҙарҙың да йоғонто яһауын билдәләнеләр.
(№ 80)

«Аҙна һайын приз»17.11.2016

«Аҙна һайын приз»Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 15 сентябрҙән 2017 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында иғлан иткәйнек инде. Хаҡтарҙың төшөүен дә һөйөнсөләнек. Шулай ҙа тағы бер иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: 6 айға гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы - 767 һум 16 тин, 1 йылға - 1390 һум 27 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтары өсөн 6 айға - 709 һум 68 тин, 1 йылға - 1275 һум 41 тин.
Ә 13 октябрҙән 23 октябргә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үткәрелә. Был осорҙа хаҡтар тағы ла осһоҙораҡ. 1 айға «Яйыҡ»ҡа яҙылыу хаҡы ни бары 115 һум 7 тин. 6 айға - 690 һум 42 тин, бер йылға - 1251 һум 24 тингә генә төшәсәк. Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!
(№ 80)

Хеҙмәттәшебеҙгә - юғары исем10.10.2016

Хеҙмәттәшебеҙгә -  юғары исем6 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Ә бының алдынан Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Сәнәғәт, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт һәм полиграфия, фән һәм мәғариф эшмәкәрҙәре араһынан 40 кеше һөнәри ҡаҙаныштары өсөн юғары исемдәр, Маҡтау ҡағыҙҙары, ордендар менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында гәзитебеҙ хәбәрсеһе Илфат Янбаевтың да булыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.
- Һеҙ бөгөн лайыҡлы рәүештә үҙегеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн баһа алаһығыҙ. Ошо наградалар һеҙҙең әүҙем эшләгән, коллективты туплай белгән кешеләр булыуығыҙ хаҡында һөйләй. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республиканың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, бындай кешеләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә буласаҡ, - тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов.
(№ 80)

Олатайым менән ғорурланам10.10.2016

Йортона һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр ул. Мин үҙемдең олатайым, әсәйемдең атаһы - Ғәбитов Ғәбиҙулла Садиҡ улы тураһында һөйләргә теләйем. Ул 1921 йылдың 15 майында Иҫке Байрамғол ауылында тыуған. Бала саҡтан атайһыҙ ҡала, тырыш, зирәк була. Йыл һайын ауыл көтөүсеһенең ярҙамсыһы булып эшкә сыға. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем мал артынан йүгереү, һауа торошо менән иҫәпләшмәй ҡырҙа йөрөү уны ныҡ сыныҡтыра.
Әүеш күлен дуҫтары менән бер ярынан икен-сеһенә, буйына йөҙөп сығырға оҫтарып китәләр. Олатайымдың бер туған ҡустыһы Рәжәп бабай малайҙарҙың әйберҙәрен икенсе ярға ташып йөрөр булған.
1941 йылдың мартында ветеринар ярҙамсыһы булып эшләп йөрөгәнендә уның ҡулына повестка тотторалар. 28 март көнө Шәрип, Иҫке Байрамғол ауылынан өс егет армияға китә. Олатайымды икенсе эшелон менән Көнба-йышҡа, Белоруссияға ебәрәләр. Брест ҡәлғә-һенән 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан Кортуза-Береза ҡалаһына эләгеп әрме хеҙмәтен башлай. Төрлө күнекмәләрҙе өл-гөлө үтә ул.
22 июнь көнө физкуль-туранан һуң һалдаттар казармала үҙ эше менән булышҡан ваҡытта: «Тревога! К оружиям!» - тигән команда яңғырай. Казарманан сығыуға баш осонан самолеттар оса башлай. Шунда бөтәһе лә һуғыш башланғанын аңлай. Олатайымдың часы бер ҡала янында оборонаға эләгә. 70-80 самолет эвакуацияға әҙерләнеп ятҡан ҡоралһыҙ халыҡ өҫтөнә бомбалар ташлайҙар. Илаш, ыҙғыш башлана. Ил һаҡсылары самолеттарға ҡаршы ут асалар, береһен атып төшөрәләр. Һалдаттарға: «Отступить!» командаһы яңғырай һәм Ҡыҙыл армия артҡа сигенә башлай.
(№ 80)

Эш кәрәк йәштәргә, эш!10.10.2016

Эш кәрәк йәштәргә, эш!Халыҡты ҡыҙыҡ-һындырған социаль мәсьәләләр араһында эш менән тәьмин ителеү тәүге урында тора. Эш хаҡы булһа, кеше социаль проблемаларын аҙмы-күпме үҙе лә хәл итә ала. Һуңғы арала күптәрҙең төбәгебеҙҙә эш юҡлыҡҡа зарланғанын ишетергә тура килә. Айырыуса улар араһында йәштәрҙең күп булыуы борсоуға һала. Яңы уҡып бөтөп ҡулдарына диплом алған ҡыҙ-егеттәргә нимә эшләргә һуң, сөнки һөнәре буйынса ла, тормошта ла тәжрибәләре юҡ.
(№ 80)

Бәшмәк мул булды10.10.2016

Бәшмәк мул булдыБыйылғы ҡоро йәй мул емеш-еләк менән ҡыуандырманы. Уңған хужабикәләрҙән бигерәк тәбиғәт байлыҡтары менән сауҙа итеп бер аҙ аҡса эшләп алырға ниәтләүселәр көйәләнде. Шулай ҙа көҙгә ҡарай йышайған ямғырҙар бәшмәк һатып килем алыу өмөтөн уятты. Ысынлап та, үҙәк баҙарҙа, рөхсәт ителмәһә лә, үҙәк майҙандағы «Гастроном» ҡаршыһында сауҙа бара. Уҙған аҙнала ғына 5, 10 литрлыҡ биҙрәләр, хатта тас, табаҡтарға тултырылған гөрөздә, баллы бәшмәк (халыҡ телендә- «опята») теҙелешкән ине. Был аҙнала иһә бәшмәк һатыусылар һаны һирәгәйгән. Баллы бәшмәктең 10 литры өсөн - 450, бәләкәйенә - 350 һум һорайҙар. Тауарҙары үтмәй күрәһең, һатыулашҡанда 300-200-гә лә алырға була. Гөрөздәнең биҙрәһе 400 һум.
Хаҡлы ялдағы Фәнил Әбдрәшитов бәшмәккә «һунар»ҙы ике аҙна самаһы элек башлаған.
(№ 80)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.