» Гәзиттең номеры: 81

Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ10.10.2017

Көсләп асҡан  күҙҙең нуры юҡ4 октябрҙә районыбыҙға эш сәфәре менән Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина килде. С. Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары менән осрашты. Әммә эш сәфәренең иң әһәмиәтле өлөшө - БР дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫештереү темаһына арналған пресс-конференция булғандыр.
Мәктәптәрҙә башҡорт теле ике йүнәлеш буйынса (дәүләт теле һәм туған тел сифаттарында) уҡытыла. Быйыл июль айында Йошкар-Ола ҡалаһында РФ Президенты эргәһендәге Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында, рус теленән башҡа Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыу тик ирекле рәүештә генә башҡарылыуы мөмкин, тип билдәләнде. Был яңылыҡ йәмәғәтселек араһында билдәле сыуалыш сығарҙы. Башҡорт теленең әһәмиәте һәм баһаһы төшөрөлә тип аңлаусылар юҡ түгел. Туған телебеҙҙе яҡлап митингтар үтте. Зөһрә Рәхмәтуллина, тел мәсьәләһен һис тә сәйәси юҫыҡҡа күсерергә ярамай тигән фекерҙә: башҡорт теле Башҡортостандың дәүләт теле булды һәм артабан да шулай булып ҡаласаҡ. Донъялағы хәлдәрҙең киҫкенләшә барыуын күҙ уңынан сығармау, берҙәм булыу зарур. Әлбиттә, дошмандар «төҫлө революция» тоҡандырыу хыялдарынан арынырға теләмәй. Ә бола ҡупһа кем зыян күрә - әлеге лә баяғы ябай халыҡ...
(№ 81)

Ҡырҡ йылдан да беленә10.10.2017

«Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә» тигәндәре дөрөҫ шул. Ул ваҡытта балиғ булып та өлгөрмәгән ҡыҙ 2016 йылдың 22 ғинуарында ҡаланың бер магазинынан «Lenovo A319» кеҫә телефонын сәлдергән була, хаҡы - 4290 һум. Бушлайға «заман уйынсығын» ҡулға төшөрөү оҡшап ҡалғандыр, шул уҡ магазиндан былтыр 8 октябрҙә «BQ S-5004 Paris» телефонын урлай, тигән шик бар.
- Барыбер тотолдо, РФ Енәйәт кодексының 161-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Дәлилдәр етерлек, тәфтиш бара, - тип хәбәр итте беҙгә Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең тәүтикшереүсеһе капитан Динара Фәсхетдинова.
Үрҙә «урлай» тип яҙһаҡ та, асыҡтан-асыҡ сит эйәлектәге милеккә ҡул һуҙылғас, был ҡылмыш «талау» тип баһалана икән.
(№ 81)

Король менән осрашты10.10.2017

Король менән осраштыМәскәүҙә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Сәғүд Ғәрәбстаны Короле Салман Бен Әбдел Әзиз Әл Сәғүдтең осрашыуы үтте. Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре, бәйләнештәрҙе нығытыу перспективалары тураһында һөйләшәләр.
Король белдереүенсә, ул Рәсәйҙе хеҙмәттәшлек өсөн төп илдәрҙең береһе тип иҫәпләй һәм үҙенең дәүләт сәфәре сиктәрендә мосолман республикалары етәкселеге менән осрашыуға ҙур әһәмиәт бирә.
(№ 81)

Ныҡлы ғаилә - ил күрке10.10.2017

Ныҡлы ғаилә -  ил күркеРеспублика көнө алдынан мәҡәләмдең геройҙары итеп күп балалы ғаиләне һайлауым юҡҡа түгел. Улар төбәгебеҙҙең демографияһын яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Балалар - Башҡортостаныбыҙҙың, милләтебеҙҙең киләсәге. Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө программалар ҡабул ителгән.
Дәүләтебеҙҙең ишле балалар тәрбиәләү батырлығын юғары баһалауы ҡыуаныслы. Был маҡсаттан 1998 йылда «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла башланы. Ошо ваҡыт эсендә уға ете меңдән ашыу гүзәл зат лайыҡ булды. Дәүләт наградаһы менән биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Ҡала-районыбыҙҙа 30 меңдән ашыу гүзәл зат, шуларҙың 700-ҙән ашыуы күп бала тәрбиәләй. 206 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ, сентябрь айында уларҙың сафы тағы тулыланды. Гөлнара Әғлиева, Лерида Дәүләтшина, Марина Динисламова, Гөлсөм Мостафина, Зөлфирә Насирова, Ирина Сивакова, Зарина Йортомбаеваға миҙал тапшырылды.
(№ 81)

Был донъяла ниҙәр бар?14.07.2015

  Был донъяла ниҙәр бар?- Республикала сүп-сар полигондары етешмәй, проблема бик киҫкен тора. Районығыҙҙа 2008 йылдан эшләй башлаған объекттың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарына тура килмәүе үкенес. Үлсәү контроле, сүпте эшкәртеү линияһы юҡ. Ҡуртымға алыусы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эшләргә бурыслы. Заманса технологияларҙы ҡулланыу иң отошло вариант. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, икенсел сеймал сифатында ҡулланыу. Тәбиғәтебеҙ бик үҙенсәлекле һәм гүзәл. Уны һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы. Экология мәсьәләһендә киләсәк заман юҡ. Уны бөгөн ҡайғыртырға кәрәк, - тине Илдар Һаҙыев.

Шаулап-гөрләп баш ҡалабыҙҙа БРИКС һәм ШОС саммиттары үтеп китте. Шөкөр. Был хаҡта айырым материал баҫылыр. Ә әлегә, рустарҙың йәмһеҙ яңғыраһа ла, бик тапҡыр әйтемен иҫкә алырға тура килә - «Сусҡа ҡайҙа ла бысраҡ табыр». Ниңә тигәндә, саммит алдынан республикабыҙ дошмандары, Башҡортостан ошондай дәрәжәле халыҡ-ара йыйын үткәрергә бөтөнләй әҙер түгел, тип саң ҡаҡтылар, дәлилдәре лә бар кеүек ине… Һүҙҙәре раҫ булманы - саммиттар бик юғары ойоштороу кимәлендә үтте. Юҡҡамы ни, сараға йомғаҡ яһап, пресс-конференция үткәргәндә РФ Президенты Владимир Путин республикабыҙ етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
(№ 81)

Һаҡсыл ҡараш кәрәк14.07.2015

Һаҡсыл ҡараш кәрәкУҙған йома БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев эш сәфәре менән Учалыла булды. Ҡала-район предприятиеларының экологик хәле менән яҡындан танышты, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән тирә-яҡ мµхитте һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерҙе.
Илдар Рим улы иң тәүҙә «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»нда туҡталды. Бында ул нейтралләштереү станцияһын, ҡал-дыҡтарҙы утилләш-тереү урынын һәм карьерҙы ҡараны. Предприятиела бер-нисә йылдан сәнәғәт ҡалдыҡтарын һаҡлау урыны тулһа, уларҙы карьер үҙәгенә түгергә планлаштыралар.
- Учалының тәбиғәте бик матур, икенсенән ер аҫты ҡаҙылмалары, мәғдән сығарыу ҙа алға киткән. Шулай булғас, экологик яҡтан ҡарағанда, проблемалар ҙа аңлашыла. Предприятиеларҙа экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса аныҡ эштәр башҡарылырға тейеш. Былтыр йәйге ташҡын ваҡытында тау-байыҡтырыу комбинатының байтаҡ күләмдәге таҙартылмаған бысраҡ һыуҙары райондың һәм Силәбе µлкәһенең һыу ятҡылыҡтарына ағып тµшµп ҙур проблема тыуҙырғайны. Сәбәптәрен кисек-мәҫтән асыҡлап, эҙемтәләрен бµтµрµргә ҡушылғайны. Комбинат тарафынан кәрәкле саралар планы тµҙµлдµ. Предприятиеның был эшкә яуаплы ҡарауҙарын, тирә-яҡ мµхит торошон яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыуҙарын билдәләп үтергә кәрәк,- тине Илдар Рим улы.

Тирә-яҡ мµхитте зарарлы тәьҫирҙән һаҡлау маҡсатында 2007 йылда Учалы сәнәғәт майҙансығында ташландыҡ һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһы сафҡа индерелде, етештереүсәнлеге тәүлегенә 15 мең кубометр тәшкил итә. Ошондай уҡ ҡоролмаларҙы комбинат оҙайлы йылдар «Үҙйылға» һәм «Йәштәр» ятҡылыҡтарында ла файҙалана. Шулай уҡ киләсәктә яңы таҙартыу ҡоролмаларын тµҙµү ҙә планлаштырылған. Әлеге ваҡытта «Уралмеханобр» институты менән килешеү тµҙµлә, тәҡдим ителгән технологияларға лаборатор тикшереүҙәр үткәрелә. Эштәрҙе атҡарып сығыу ваҡыты - 2015-2016 йылдар. Атмосфера һауаһын бысраныуҙан һаҡлау йәһәтенән предприятие йыл һайын ремонт эштәрен үткәреп тора, газ таҙартыу ҡорамалдары алмаштырыла. Барлыҡ ҡоролмалар ҙа тәбиғи газ яғыулығы менән эшләй.
(№ 81)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.