» Гәзиттең номеры: 82

Хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәт!17.10.2017

Хеҙмәт алдынғыларына дан һәм хөрмәт!9 октябрь тендерҙа еңеп, Учалы юл ремонт-төҙөү идаралығы ҡаланан Иманғол ауылына тиклем 5,5 километр асфальт түшәү йөкләмәһен алды.
Предприятиеның баш инженеры Юлай Минһажев эштәр быйылдан башланасаҡ, тип самалай. Урыны-урыны менән элекке шоссе турайтыласаҡ, шуға ла электр, газ, элемтә селтәрҙәрен күсерергә кәрәк. «Яҙ еткәнде лә көтөргә кәрәк булмаҫ, барыһы ла ыңғай тора икән, ғинуар айынан уҡ ҡырсынташ ташый башларға мөмкин. Төп эш күләме 2018 йылға планлаштырылған бит, 2019 йылда юл сафҡа индереләсәк», - тип самалай Юлай Салауат улы. Бик мәслихәт, район властарының һәм йәмәғәтселектең нисәмә йыл юллауҙары бушҡа булманы, һыу тамсылап таш тишә! Был төҙөлөш Иманғол ултырағы ауылдары өсөн генә кәрәк түгел. Беренсенән, юл буйлап шәхси торлаҡ төҙөлөштәре киң йәйелдерелгән, байтаҡ кеше саң йотоп йәшәргә мәжбүр ине. Ә икенсенән, Иманғол аша бар-ғанда, Белорет һәм Өфөгә юл 12 километрға ҡыҫҡара. Илтабандан Ураҙға тиклем участкала асфальт ныҡ ҡына тетелеүен иҫәпкә алғанда, транспорт ағымының тос өлө-шө Иманғол аша йүнәләсәге көн кеүек асыҡ (Баҙарғол яғынан да юл асфальтлана килә, быйыл Учалы юл ремонт-төҙөү идаралығы йәнә 1 километр түшәне). Ошо сәбәпле халыҡ алдан борсола башланы - ауыр йөк автомобилдәре яңы юлды ла бик тиҙ арала юҡҡа сығарасаҡ бит. Проблеманы нисектер хәл итеү тураһында алдан уйлана башларға кәрәктер.
(№ 82)

Иртәрәк сығайым тиһәң14.10.2016

Иртәрәк сығайым тиһәң«Пенсия» һүҙе латинсанан тәржемә иткәндә «түләү» тигән мәғәнәгә эйә. Социаль яҡлауҙың был төрө ҡасан барлыҡҡа килгәндер - билдәһеҙ. Әллә күпме быуат элек, хатта боронғо Рим империяһында, хаҡлы ялға сыҡҡан хәрбиҙәргә пенсия тәғәйенләгәндәре генә мәғлүм. Элек өлкәнәйгән, сәләмәтлеге ҡаҡшаған хәлдә дәүләт хәстәрлегенә алыныу тураһында күптәр хыялланған ғына, айлыҡ түләүҙәр һәр кемгә тәтемәгән. Бөгөн дәүләтебеҙ пенсионерҙарҙы тулыһынса үҙ ҡурсауына алған, тип әйтергә мөмкин. Социаль түләүҙәр, льготалар менән файҙаланалар. Пенсиялары тотҡарлыҡһыҙ айҙың билдәле көнөндә бирелә. Йыл һайын индексациялана, хәҙер пенсионерҙар кәмендә 8-9 мең һум аҡса ала.
Рәсәйҙә әлеге ҡануниәт буйынса ҡатын-ҡыҙ - 55, ир-ат 60 йәштән хаҡлы ялға сыға. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә пенсионерҙар сафына ваҡытынан алдараҡ баҫырға хоҡуҡ бирелә. Бының өсөн күп кенә ҡағыҙҙарҙың ваҡытында дөрөҫ тултырылыуы кәрәк, юғиһә пенсияға документтар юллаған саҡта ҡыйынлыҡ-тар тыуыуы ихтимал.
(№ 82)

Ятып ҡалғансы, атып ҡал14.10.2016

Ятып ҡалғансы, атып ҡал2014 йылда Башҡортостанда «Урындағы инициативаларҙы яҡлау» программаһы буйынса пилот проекты булдырылғайны. Әлеге ваҡытта Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Бөтә Донъя банкы менән берлектә республика буйынса ошо программаны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бара. Был программа ауылдар өсөн генә түгел, ҡала өсөн дә тәғәйенләнгән.
Уның башҡа программаларҙан төп айырмаһы шунда - халыҡтың ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, хеҙмәттәшлек итеүе. Көстәрҙе берләштереп кенә инфраструктураны үҫтерергә, киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итергә мөмкин тип бара белгестәр. Әгәр ҙә федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленә икән, субсидия күләменең 5 процентын ауыл Советы хакимиәте, 3 процентын ауыл халҡы (ҡалала - 15 процентын хакимиәт, 5 процентын - халыҡ) үҙе йыйырға тейеш була. Бүленгән аҡса күләме 1 млн һумдан артмаҫҡа һәм проект бер йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш. Быйыл был программа буйынса республика бюджетынан 300 млн һум аҡса бүленде.
(№ 82)

Изге айҙы йомғаҡлап22.07.2015

Изге айҙы йомғаҡлап«Хафиз» һүҙе ни аңлатҡанын беләһегеҙме? Ғәрәп теленән «яттан белеүсе» һәм «һаҡлаусы» мәғәнәһендә тәржемә ителә икән. Мәғлүм булыуынса, изге Ҡөрьәндең бер хәрефе лә үҙгәртелмәҫкә тейеш. Ун дүрт быуат элек Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с) төшөрөлә башлаған сүрәләрҙең сафлығын һаҡлау өсөн хафиздар кәрәк була ла инде.
Аңлашыла, хәҙерге заманала мосолмандар-ҙың төп китабының ҡағыҙҙағы баҫмалары бихисап, шулай ҙа хафиздар институты (ниндәйҙер бурыс башҡарған төркөм мәғәнәһендә) һаҡланып килә. Ғәйәт ҙур күләмдә аяттарҙы яттан белеүҙән тыш, уларҙы дөрөҫ һәм матур итеп декламациялауҙа сикһеҙ камиллашырға мөмкин бит. Ҡөрьән-хафиздарға мосолманлыҡта өлгө булырға ынтылыу ҙа шарт итеп ҡуйыла.

Изге Рамаҙан айында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың һорауы буйынса илебеҙгә 120 дәрәжәле хафиз килә, шул иҫәптән 9 кеше - Башҡортостанға. Был алым беренсе тапҡыр ҡулланылмай икән, ә бына Учалыға килгәндәре әлегә тиклем юҡ. Ҡала һәм район имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закировтың юллауы буйынса быйылғы Рамаҙан айында төбәгебеҙҙә доғалар өлгө кимәлендә дөрөҫ яңғыраны - Төркиәнән Әрдәм хәҙрәт ҡунаҡ булып килә.
(№ 82)

Һынауҙар уңышлы үтте15.07.2014

Һынауҙар уңышлы үттеБДИ-ла йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы тиҙәр бит халыҡта. Ғариза яҙып, кәрәкле документтарҙы тапшырғас, алдан билдәләнгән көндө пропуск, паспорт алып, имтихан үтәсәк пунктҡа йүнәлдем. Килеп инеү менән мине мәктәп вәкилдәре ҡаршы алды.

Етди тон менән кем булыуымды һоранылар, паспортымды асып ҡаранылар, шунан ғына эскә индерҙеләр. Телефонымды, сумкамды ингән урында ҡалдырырға ҡушҡан ир-егет, иҫ йыйған арала, металл детекторы аша үҙемде «тикшереп» тә өлгөрҙө. Ҡағиҙәләрҙең ҡәтғи икәнен белһәм дә, улай уҡ ҡаты булыр тип көтмәгән инем. Тейешле аудиторияға барып еткәнсе шәхесемде асыҡлаусы тағы бер «тикшереү» булды. Һәр һынау - ул стресс, әҙерлектән тыш, психика ныҡлығы БДИ-ны уңышлы тапшырыуҙа мөһим роль уйнайҙыр. Уҡыусыларға ысын күңелдән сыҙамлылыҡ теләнем.
(№ 82)

Табиптар етешмәй15.07.2014

Табиптар етешмәйУчалыла эш сәфәре менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева булып китте. Дәүләттең юғары вәкәләтле власть органында Һаулыҡ һаҡлау комитетында ағза булып торғас, визит медицина системаһына бәйле булды. «Закондар ҡабул итеү менән генә сикләнмәй, уларҙың нисек тормошҡа ашыуын да күҙәтеү зарур», - ти Мәскәүҙәге вәкилебеҙ.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында хирургия, травматология, гемодиализ, көндөҙгө стационар, балалар бүлексәләре эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Ҡәнәғәт ҡалыуы тураһында белдерҙе, шул иҫәптән 56 карауат-урынға иҫәпләнеп, ысынбарлыҡта 70-ләгән пациентты хеҙмәтләндергән көндөҙгө стационар тураһында: «…һәр район да бындай бүлексә менән маҡтана алмай», - тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта хирургия корпусының ныҡ иҫкереүенә борсолдо, яңыһын төҙөргә булышлыҡ итеү тураһында һүҙ сығарҙы.
«Урал» балалар шифаханаһында ла булды. Был учреждение барлыҡҡа килеүгә үҙ ваҡытында тап Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы үҙе лә тос өлөш индергәйне.
(№ 82)

Хәүефһеҙлек - тәүге урында15.07.2014

Хәүефһеҙлек - тәүге урындаКәңәшмәлә муниципаль район территорияһында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, халыҡты көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙан ҡурсалау мәсьәләләре ҡаралды. Төп доклад менән район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комитет рәйесе Иран Ҡужагилдин сығыш яһаны.

Уның һөйләүенсә, район территорияһында ғәҙәттән тыш хәлдәр тәбиғи характерҙа. 2014 йылда һыу ташыу күҙәтелмәне, район инфраструктураһына зыян килмәгән.
Һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ булыу сәбәпле, саранчаларҙың масса рәүешендә таралыуы күҙәтелә. Ошо арҡала районда ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Бөгөн ҡоротҡос бөжәктәрҙе юҡ итеү маҡсатында, 7000 га тирәһе майҙанда эшкәртеү эштәре бара.
(№ 82)

Был донъяла ниҙәр бар?15.07.2014

Был донъяла ниҙәр бар?* Украинаның Сит ил эштәре министры урынбаҫары Данило Лубкивский, Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн ике шарт ҡуябыҙ, тип белдерҙе. Беренсенән, «террористарға» ярҙам итеүҙе туҡтатыу. Икенсенән, Ҡырымды кире ҡайтарыу. Террорист тигәне - борон-борондан үҙ ерҙәрендә йәшәгән, тоҙһоҙ, халыҡтан һорамай сик үҙгәртеүҙәр арҡаһында ғына Рәсәй сигенән тышта ҡалған урыҫтар. Замананың ике йөҙлө стандарттары шул була инде. Майҙанға сығыусылар законлы власты законһыҙ юлдар менән алып ырғытҡанда үҙҙәрен «азатлыҡ өсөн көрәшеүселәр», «халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар» тип атай ине, ә уларҙың баҫымына ҡаршы сығырға баҙнат итеүселәр, йәнәһе лә «террорсы». Ә Ҡырым тураһында һүҙ сығарыу ҙа урынһыҙҙыр. Тимәк, яҡын арала мөнәсәбәттәр тәртипкә инеүгә өмөт юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Украина сәйәсмәндәре артынан килгән ҙур эттәргә арҡа терәп сәлешләнгән сәбйәшкәне хәтерләтә.
(№ 82)

Аҡ сәскәләр бүләккә15.07.2014

Аҡ сәскәләр бүләккәНыҡлы ғаилә - ил тотҡаһы, тиҙәр. Рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт, лайыҡлы шәхес булып китер балалар татыу, тулы ғаиләләрҙә ярала. Тап уларҙың тәрбиәһе, белем биреүе илде алдынғы табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, төҙөүселәр һәм башҡа һөнәр белгестәре менән тәьмин итә.

Йәмғиәтебеҙҙә никах һәм ғаилә идеалдарын нығытып, тормош ауырлыҡтарына ҡарамайынса күп йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп атлаған парҙарҙың данын күтәреп, алтынсы йыл рәттән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Байрам айҡанлы, Учалы ЗАГС бүлексәһендә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн!» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте.
Миҙал 25 йылдан ашыу татыулыҡта йәшәгән, иленә тоғро хеҙмәт иткән, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән парҙарға тәғәйенләнгән.
(№ 82)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.