» Гәзиттең номеры: 83-84

Йылдан-йыл күркәмләнә21.07.2014

Йылдан-йыл күркәмләнәҠалаға тормош биреүсе, бөгөнгө көндә лә йәшәйешен тәьмин итеүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының оло юбилейы алдынан ултыраҡ ярайһы йәмләнде.

Таҙалыҡ, төҙөклөк тураһында ғына әйтмәйбеҙ, төрлө йәнлектәрҙең скульп-тур һындары урамдарға үҙенсәлекле гүзәллек өҫтәне. Уларҙың янында фотоға төшөүселәр байтаҡ, был факт үҙе генә лә яңылыҡтың халыҡ күңеленә хуш килеүенә дәлил. Элек Ҡунаҡбай яғынан ҡалаға илткән трассала Айыу торһа, хәҙер «зоопарк» апаруҡ ишәйҙе.
Шул иҫәптән, Ленин һәм Горький урамдары киҫелешендә һомғол Боландар пәйҙә булды. Урамдарҙы биҙәү конструкциялары етештереү буйынса бөтә ил кимәлендә танылған «Айра» (Санкт-Петербург) фирмаһында яһатыла. Ҡала осонда урынлашҡас, килеүселәрҙе-китеүселәрҙе сәләмләп торған һымаҡ. Ә ҡаланың «арғы ҡапҡаһы» - элекке СПМ (милицияның стационар пункты) ҡаршыһында рокарий - таш һәм сәскәләр хасил иткән декоратив участка ҡоролдо. Бының өсөн мәрмәр онтағы Силәбенән килтерелә. Ошондай үҙенсәлекле клумба комбинаттың профилакторийы янында ла яһаласаҡ.
(№ 83-84)

Оҙон юлдың башында21.07.2014

Оҙон юлдың башында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, ил, донъя кимәлендә лә ҙур тау сәнәғәт предприятиеһына әүерелгән комбинат нисек, ҡасан, кемдәр тарафынан башланып киткән һуң? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп Рәүеф Насировтың «Руда һәм кешеләр» китабына мөрәжәғәт иттек.

Ул комбинаттың 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы 2004 йылда донъя күргән. Хеҙмәттә предприятиеның ғына түгел, ҡалабыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихы, уны бар итеү өсөн аяуһыҙ тир түккән эшселәр исемлеге лә бирелгән. Ошо китаптың бәләкәй генә өлөшөнөң ҡыҫҡартылған вариантын гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдыҡ.
«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты буш урында барлыҡҡа килмәгән тип бик дөрөҫ әйтәләр. Уны уратып алған тәбиғәт борон-борондан үҙенең байлығы менән дан тотҡан. Бында йәшәгән кешеләр йөҙҙәрсә йыл элек әле алтын, тимер мәғдәне тапҡан, төрлө таштарҙы, бигерәк тә йәшмә ташын, көнкүреш тормошонда, һуғышта уҡ осона ҡуйып файҙаланған.
(№ 83-84)

«Яратҡан эшем, ныҡлы ғаиләм бар»21.07.2014

«Яратҡан эшем, ныҡлы ғаиләм бар»Гүзәл заттарыбыҙҙың да был тормошта ир-уҙамандарынан бер ҙә ҡалышмай, ауыр эштәрҙе лә һис уфтанмай башҡарыуҙарына һоҡланып ҡарайһың.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында бихисап ҡатын-ҡыҙҙар көс түгә. Бында улар өсөн эштең ауыры, еңеле юҡ. Тормошоңдо сәнәғәт предприятиеһы менән бәйләгәнһең икән, ниндәй эшкә тотонһаң да зарланмайһың.
Тикшереү лабораторияһы - комбинаттың иң яуаплы бүлектәренең береһе. Оҫта, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. Һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәп, еренә еткереп башҡара. Лабораторияла концентраттың составын тикшереп, иретмәләргә химик анализ яһау, һыуҙың таҙалығын билдәләү, комбинатта сығарылған мәғдәндең сифатын тикшереү уларҙың эшенә туранан-тура бәйле.
(№ 83-84)

Һөнәргә тоғролоҡ21.07.2014

Һөнәргә тоғролоҡУчалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡала-районыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индереүсе предприятиеларҙың береһе. Төбәгебеҙҙең инфраструктураһы, социаль өлкәһе лә уға бәйле. Урындағы халыҡтың күпселеге комбинатта эшләй. Улар араһында ситтән күсеп килеп, комбинатҡа эшкә урынлашып, Учалыла ғүмерлеккә төпләнеп ҡалыусылар ҙа бар. Байрам алдынан уларҙың береһе менән осрашып һөйләшергә форсат тейҙе. Рәис Сафин тау-байыҡтырыу комбинатының алдынғы хеҙмәткәре исемен дә йөрөтә.

Рәис Рауил улы Ҡаҙағстанда тыуып үҫә. Тау һөнәрен үҙләштергәндән һуң, шахтала проходкалаусы булып хеҙмәт юлын башлай. Күпмелер ваҡыттан һуң шахталарын ябалар, егет эшһеҙ ҡала. Шул мәлдә танышы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә саҡыра, Рәис Рауил улы күп уйлап тормай, ризалаша. Үҙе кеүек эшһеҙ ҡалған 11 кеше менән бергә Учалыға юлланалар. Әсәһе сығышы менән Белореттан, шуға ла Башҡортостанға ул талпынып-ашҡынып тигәндәй ҡайта. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта тигәндәре шулдыр, күрәһең.
(№ 83-84)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.