» Гәзиттең номеры: 83

Бүләктәр оторға ашығығыҙ!17.10.2017

Бүләктәр оторға ашығығыҙ!Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бына тағы сираттағы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы етте. Һәр ваҡыттағыса, яратҡан баҫмағыҙға яҙылып бүләктәр оторға ашығығыҙ! «Яйыҡ»ҡа 2018 йылдың беренсе яртыһына бөтә почта бүлексәләрендә лә яҙылырға була. Хаҡына килгәндә, ул артманы, шулай уҡ ҡалды, йәғни, 1 йылға яҙылыу өсөн 1538 һум 58 тин, 6 айға - 841 һум 26 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтары өсөн 1 йылға яҙылыу хаҡы - 1394 һум 06 тин, алты айға - 769 һум 02 тин. Редакция подпискаһы (үҙегеҙ килеп алған осраҡта) - 480 һум. Төбәгебеҙҙә башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫмаға яҙылырға ашығығыҙ. Бәлки, тап һеҙ еңеүсе булырһығыҙ!

«Аҙна һайын приз»
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә гәзит-журналдарға яҙылыусылар (кәм тигәндә алты айға) араһында конкурс ойошторола. «Яйыҡ»ҡа яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Лотерея һәр аҙна йәки ике аҙнаға бер уйнатыласаҡ. Уйында бәхетте һынау өсөн квитанцияны йәки уның күсермәһен редакцияға килтереү йәки хат аша ебәреү кәрәк. Көнкүрештә, өйҙә кәрәкле тауарҙарҙан торған приздар һеҙҙе көтә!
(№ 83)

«Төнгө бер йондоҙҙай юл яҡтыртып янып тора шағир йөрәге...»17.10.2017

Минең юлым
Шыбыр тиргә батмай ғына,
Һәлмәк кенә атланым.
Үҙем дә белмәйем, нисек
Яңылыш юлға баҫманым.

Сабаныраҡ, моңһоҙораҡ
Булһам да, тик ятманым.
Башҡа бәлә алһам алдым,
Дөрөҫлөктө яҡланым.

Ниндәй хәлгә тарыһам да,
Намыҫымды һатманым.
Үҙемдә булған ғәйепте
Башҡаларға яҡманым.

Аҡыл һатып булышманым,
Һүҙҙе бушҡа атманым.
Хәл ҡәҙәре дуҫтарымдың
Ышанысын аҡланым.

Донъя ҡыуып йәшәмәнем,
Ул ҡармаҡҡа ҡапманым.
Тормошта нисек йәшәүҙең
Башҡа юлын тапманым.
Байгилде ЯНБУЛАТОВ.
(№ 83)

Был донъяла ниҙәр бар?17.10.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Ғәрлек килтерерлек 1-се урынға килеп сыҡҡанбыҙ: HeadHunter порталы тик-шереүҙәре буйынса 56 процент Учалы ҡалаһы кешеләре яҡшы эш һәм юғары эш хаҡы артынан икенсе тарафтарға күсеп китеү тураһында хыяллана. Бәләкәй Ватандарынан төңөлөүселәр исемлегендә артабан Сибай (54 процент), Күмертау һәм Мәләүез (52-шәр процент) киләләр. Ишембай, Нефтекама һәм Благовещенск ҡалаларынан, хәлдәренән килһә, 47 процент халыҡ ҡасыр ине. Ә бына Өфөлә тормош күпкә яҡшыраҡтыр, 70 процент халыҡ бер ҡайҙа ла күсергә риза түгел. Даими йәшәү өсөн БР халҡына иң әүрәткес булып күҙалланған төйәктәр - Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец милли округтары.

Эксперттар раҫлауынса, байтаҡ рәсәйлеләр алдан туплаған запастарын тотоп бөткән, «экономиялы» йәшәргә аҙапланыуҙан, яңы аҡса сығанаҡтары эҙләүҙән төңөлгән, шуға ла күпләп банктарҙан кредит ала. Йыл башынан 700 миллиард һумға хәжәттәр арта. Ә дөйөм бурыс 12 триллион һум тирәһе икән.
(№ 83)

Ҡала юбилейға әҙерләнә17.10.2017

Киләһе йыл ҡалабыҙ үҙенең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Сараға әҙерлек башланды ла инде. Ҡаланы йәшелләндереүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ошо көндәрҙә депутаттар, ҡайһы бер предприятие етәкселәре, ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә 55 төп кедр ағасы ултыртты. Үҫентеләрҙе бушлай Урман хужалығы министрлығы Екатеринбург питомнигынан ҡайтартҡан.
Кедр ағасы йылдың һәр миҙгелендә лә йәшел булып ултыра. Бейеклеге 40-50 метрға етә, 800 йәшкә тиклем етә.
- Кәрәкле һәм сауаплы эш башҡарабыҙ. Ағастар ҙурайып йәшел «кейемдәре» менән учалыларҙы һәр ваҡыт ҡыуандырырҙар. Шуға ла уларҙы һындырмай һаҡлап үҫтерергә кәрәк, - тип билдәләне ҡала Советы депутаттары рәйесе, 10-сы мәктәптең директоры Хәҙис Нәсибуллин.
«Йәшмә» кинопаркы директоры Жәлил Солтанов ошо арала үҫентеләр ултыртылған урынды кәртәләп аласаҡбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе.
(№ 83)

Йәрминкә - муллыҡ билдәһе17.10.2016

Йәрминкә - муллыҡ билдәһеХалыҡ күптән көтөп алған сара - көҙгө йәрминкәләр башланды. Үткән шәмбе филармония артындағы майҙанда райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙҙәрендә етештерелгән продукцияны халыҡҡа тәҡдим итте. Ике көн эсендә 244 һатыу нөктәһе эшләне. 22 крәҫтиән-фермер хужалығы, 158 шәхси хужалыҡ, 22 шәхси эшҡыуар һәм шул иҫәптән Силәбе өлкәһенән 19 эшҡыуар үҙенең продукцияһы менән һатыу итте. 10 тонна картуф, 7 тонна йәшелсә, 11 тонна ит, 4 тонна бал һатылды.
(№ 83)

Хәтирәләр генә ҡалды17.10.2016

Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов сығышы менән Учалы районының Сораман ауылынан. Уның ниндәй дәрәжәләргә эйә булғанлығы, фән өлкәһендәге уңыштары хаҡында күп яҙалар һәм киләсәктә лә ул эш дауам итер, тигән уйҙамын. Шуға күрә ауылдашыбыҙҙың ҡаҙаныштарына туҡталып тормайынса фәҡәт уның тыуған ауылына бәйле йәшәйеше хаҡында хәтирәләрҙе яыртмаҡсымын.
(№ 83)

Теүәл һәм йыйнаҡ булырға кәрәк22.07.2015

Күп кеше хәтерләйҙер, заманында «прописка» тигән тµшµнсә була торғайны. Уның урынына «Граждандарҙың күсеп йµрµү, даими тороу һәм йәшәү урындарын һайлау иреклеге тураһында» федераль закон даими тороу һәм йәшәү урыны буйынса теркәлеү (регистрация) алымын ғәмәлгә индерҙе. Был шартты үтәү бµтә Рәсәй граждандарынан талап ителә. Кешеләрҙең теркәлеү һәм күсеп йµрµүҙәренә бәйле һорауҙар менән федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Учалы бүлеге начальнигы Радик Юнысовҡа мµрәжәғәт иттек.
-Радик Хәҙис улы, беҙҙең тµбәктә миграция ҡануниәтен боҙоу осраҡтарының ниндәй тµрҙәре күберәк асыҡлана?
- 20 һәм 45 йәш тулғас йә никахлашып фамилия алмаштырғас, 30 тәүлек эсендә кеше паспортын яңыртырға тейеш. Ошо дәүерҙән һуң ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Закон менән ҡаралмаған яҙыуҙар яҙылған осраҡта ла тµп документ булыуҙан туҡтай. Хәтерҙә, бер ир паспортына авторучка менән танышының телефон номерын яҙған ине. Әлбиттә, ундай паспорт менән эш итеп булмай, берҙән-бер сара - яңыртыу. Паспортты юғалтып, яңыһын алыуҙы үҙ ваҡытында хәстәрләмәгән осраҡтар ҙа бар. Бер ҡатын, 1995 йылда паспортым юғалғайны, тип килде. Ғәжәп, нисектер 20 йыл «ер менән күк араһында эленеп» тора алған! Бәғзе граждандар даими тороу йә йәшәү урыны буйынса теркәлмәйҙәр. Төп өлөштә - республиканың башҡа райондарынан һәм илдең башҡа төбәктәренән килеүселәр. Ундайҙар һаны 300 кешегә тиклем етә тип төҫмөрләргә мөмкин. Асыҡлана баралар, аңлатыу эше үткәрелә, барыбер теркәлергә тура килә. Ә киреләнгәндәр 19.15.1-се статья буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылалар.
- Ҡайҙалыр бараһың икән, күпме ваҡыт теркәлмәҫкә мөмкин?
(№ 83)

Афарин, наурыҙҙар!22.07.2015

Афарин, наурыҙҙар!Булған заманалар, һәр ауылда һабантуй үткәрелгән. Һуңғараҡ дәүерҙәрҙә колхоз-совхоздарҙың үҙәк усадьбаларында ғына ойошторолдо. Ә коллектив хужалыҡтар тәләф булғас, район һабантуйы ғына тороп ҡалды. Уныһы инде бµтә ауылдаштарҙың, айырыуса ситтә йәшәгәндәрҙең һирәкләп булһа ла осрашыуға ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алырлыҡ түгел. Хәйер, яҡшы бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай, элекке һабантуйҙар бµгµнгµ кµндә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм шәжәрә байрамдарына трансформацияланды тип әйтеү хата булмаҫтыр.
18 июль кµнµ Наурыҙҙа үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһы айырыуса һабантуйҙы хәтерләтте. Ҡапсығай тауы итәгендәге «Һыу аръяғы» тип аталған ҙур аҡланда һәр урам йәйләү ҡорған ине. Уртала - сәхнә. Ситтәрәк - тирмәләр, ағас ботағынан булһа ла, уйынсыҡтай матур йәйге ҡыуыштар (бесән мәлендә элек барыһы ла ошондайҙы ҡорор булған). Ә бер торлаҡты нисек атарға ла белмәй аптырап ҡалдыҡ - стеналары буралап һалынған, ҡыйығы - ҡыуышты хәтерләтә. Матур итеп ҡоймалар ҡуйылған, ошо урамда йәшәгән йә ошонан сыҡҡан абруйлы кешеләрҙең фотолары менән стендтар тулы мәғлүмәт бирә. Һәр урам мәҙәни программа ла әҙерләгән. Ә бейеү тәңгәлендә наурыҙҙарға бар тµбәктә тиңдәрҙе табыуы ҡыйындыр. «Ләйсән» бында ярала бит! Бына, мә¾әлән, бµгµнгµ кµндә ситтә йәшәһә лә, тыуған ауылын хµрмәт итеп килгән «Байыҡ» конкурсы призеры Радик Хәлиловтың бәләкәй улының бµркµт кеүек осоп бейеүенә һоҡланмаусылар булмағандыр. Күҙ генә теймәһен, балалар араһында үткәрелгән «Байыҡ» конкурсында уңышлы сығыш яһауын теләп ҡалайыҡ.
(№ 83)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.