» Гәзиттең номеры: 84

Вирус таралыуҙан туҡтамай20.10.2017

Һуңғы арала бөтә республиканы хәүефкә һалған бешмә вирусы таралыуҙан туҡтамай. 14 октябрҙә ҡурҡыныс ауырыу менән Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылындағы «Ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативында алты баш малдың зарарланыуы асыҡлана.
Тәүҙә Туймазы, Шаран, Бүздәк райондарынан шәхси хужалыҡтарҙан һәм ауыл хужалығы предприятиеларынан алынған 3,5 меңдән ашыу өлгөнө тикшереүгә ебәрәләр һәм тап ошо етештереү кооперативында вирустың антиматдәләре табылған. Әлеге ваҡытта улар менән бергә торған хайуандарҙың яҙмышы хәл ителә. Ферманан бөтәһе 146 баш эре мөгөҙлө мал алынасаҡ.
Ауылдың шәхси хужалыҡтарында вирус табылмаған, яҡын-тирәләге райондарҙың, шул иҫәптән Туймазы, Шаран районда-рындағы бер нисә ауыл советының да таҙа булыуы билдәле. Әле ферманы, ауылды тулыһынса эшкәртеү, дезинфекциялау бара. Дүшәмбенән Бүздәк районында 21 көнлөк карантин иғлан ителде. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа, күрше Туймазы районында сир асыҡланыу менән малдарға прививка яһалған. Ул бер аҙна эсендә сиргә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килтерә.
(№ 84)

Күбек майын татыныҡ, буҙаһын да эстек...20.10.2017

Күбек майын татыныҡ,  буҙаһын да эстек...Район ағинәйҙәр ҡоро Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда «Һөт байрамы» үткәрҙе. Йөкмәтке һәм киң масштаб буйынса республика фестивалдәренә тиң сараға «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ» тигән исем биргәндәр. Эйе, яҙғы ҡатыҡ ҡоро бесән көйшәгән һыйырҙың шыйыҡ һөтөнән яһалһа, көҙгө ҡатыҡ йәшел туғайҙарҙың һуттарын, тәбиғәттең бар сихәтен үҙенә ала бит. Был хаҡта сетерекле әйтем дә бар бит инде: «Көҙгө ҡатыҡ, көмөш 
ҡашыҡ - ҡыҙым менән кейәүемә, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ - улым менән киленемә».  Көҙгө ҡатыҡ татлыраҡ булыуҙан тыш, тағы ла бер әтнәкәһе бар: тап көҙгө мәл халыҡ иркен йәйләүҙәрҙән ҡышлау урындарына ҡайтҡан һәм ошо әһәмиәтле дәүергә күп халыҡ йолалары бәйле.

- Беҙ төбәктең йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашабыҙ, башҡорт милли мәҙәниәтен, көнкүреш йолаларын һаҡлауға, таратыуға күп көс һалабыҙ, - ти район ағинәйҙәр берекмәһе рәйесе Мәрзиә Солтанбаева. - Миндәктә, мәҫәлән, «Буҙа байрамы» үткәргәйнек. Килмәктә «Өләсәйем һандығы» сараһы ойошторолдо, Мансурға йыйылғанда халыҡ медицинаһы серҙәре менән уртаҡлаштыҡ. Ә әлеге байрам һөткә бағышланыуы ла осраҡлы түгел - халҡыбыҙҙың бик күп йолалары, туҡланыу алымдары фәҡәт «аҡ»ҡа бәйле.
Эйе, ата-бабаларыбыҙ һөттө шул тиклем ихтирам иткән, хатта, табу системаһы ла барлыҡҡа килә бит: ҡото китмәһен өсөн ысын исемен йыш ҡабатламай «аҡ» тип кенә атайҙар, һатырға, түгергә рөхсәт ителмәй һәм башҡа.
- Бик тә файҙалы сара, - тип иҫәпләй Ҡунаҡбай ауыл ултырағы башлығы Фазила Шаймарҙанова. - Ҡунаҡбайҙың үҙендә генә 2 көтөү йыйыла, 350-400 баш тирәһе мал. Шулай ҙа мал тотоусылар кәмей бара инде, ҡалаға яҡын урынлашҡас, йәштәрҙең бер өлөшө «ҡалалағыса» мал-тыуар аҫрамай йәшәргә күнеккән. Ә был байрамда һөттән нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләгә мөмкин икәнлеген күрһәләр, малсылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш артыр.
(№ 84)

Подписка дауам итә20.10.2017

Хөрмәтле
гәзит уҡыусыларыбыҙ!

2018 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы дауам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Яйыҡ»ҡа 6 айға яҙылыу хаҡы - 841 һум 26 тин.
Ветерандар өсөн 6 айға -769 һум 02 тин.
Редакция подпискаһы (үҙегеҙ килеп алған осраҡта) - 480 һум.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Мөхәрририәт.
(№ 84)

Республика стипендиаттары20.10.2017

Республика  стипендиаттарыБР Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле мәктәп уҡыусыларына стипендиялар билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың 100 ҡыҙ-егеттәре ай һайын 700 һум менән дәртләндерелә. Аҡсаһынан да алда бындай исемлеккә эләгеү үҙе абруй ҡаҙаныу инде!
Башлыҡ стипендиаттары араһында Учалы районынан да ике егет бар.

Арсен Танһыҡҡужин ҡаланың 5-се мәктәбендә 11-се класта уҡый. 1-се кластан алып тик «бишле» билдәләренә өлгәшә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндән сығып эш итәлер: бик күп фәндәр менән берсә ҡыҙыҡһына, төрлө кимәлдә рус теле һәм әҙәбиәте, математика, йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ, география буйынса олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүсе булды - бындай ҡаҙаныш районыбыҙҙа, бәлки, бөтөнләй булғаны ла юҡтыр әле. Танылған тел белгесенең яратҡан яҙыусыһы - Лев Толстой, яратҡан шағиры - Владимир Высоцкий.
- Олимпиадаларҙа ҡатнашыу минең үҙем өсөн кәрәк. Белемеңде объектив рәүештә күҙалларға ирек бирә, киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итә, - ти егет.
Ул «Юғары иҡтисад мәктәбе» университеты үткәргән «Иң юғары проба» Бөтә Рәсәй ярышында бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән һәм иҡтисадсы булырға ҡарар иткән. «Иҡтисад - теүәл һәм гуманитар фәндәрҙе берләштергән дисциплина, минең өсөн бик ҡыҙыҡ. Юғары иҡтисад мәктәбе ойошторған лагерҙа ла булып ҡайттым - ныҡ оҡшаны, шуға ла икеләнергә урын ҡалманы», - тип белдерҙе әңгәмә ваҡытында. Хыялына ирешеү өсөн әлеге мәл инглиз теле буйынса әҙерлеккә айырыуса баҫым яһай. Әйткәндәй, ҡаҙаныштары рус теле һәм әҙәбиәтендә булһа ла, башҡорт телен дә беләм, ти ҡала егете. Афарин!
(№ 84)

Алтын ҙур булмай24.10.2016

Алтын ҙур булмай]«Буйым бәләкәй булһа ла, эй һылыуҡай,
Йөрәккәйем минең елә эсемә һыймай.
Алтын ҙур булмай, эй һылыуҡай,
Давай сыҡ миңә кейәүгә, былай эш бармай!»[/b]
(№ 84)

Яҙыл һәм бүләк от24.10.2016

Яҙыл һәм бүләк отНиһайәт, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Конкурс «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто менән берлектә ойошторола, унда «Яйыҡ» гәзитенә яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Бәхетеңде һынайым тиһәң, ни бары киләһе бер йыллыҡҡа, ярты йыллыҡҡа баҫмабыҙға яҙылырға һәм уның квитанцияһын йәки күсермәһен редакцияға килтерергә, булмаһа хат аша ебәрергә кәрәк.
Уйын тураһында 10 көн элек рәсми иғлан итеү менән ҡатнашырға теләүселәр һаны бермә-бер артты. Тәүге отошто 163 квитанция араһынан башланыҡ һәм, тәү сиратта, төп призға эйә булыусы билдәләнде. Ул - ҡалала йәшәүсе Баныу Ғиззәтуллина. Ул графин һәм стакандар йыйылмаһы отто.
(№ 84)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.