» Гәзиттең номеры: 85

Туберкулез - мәкерле сир24.10.2017

Туберкулез - мәкерле сирТуберкулез нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп ҡалған кешеләрҙең дә ауырыуы мөмкин.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процентлы хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡан аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация - балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе. Шуға ла сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, даими медицина тикшереүе үтергә онотмағыҙ.
(№ 85)

Урал түгел, Яйыҡ!24.10.2017

Урал түгел, Яйыҡ!«Урал батыр» эпосының аҙағын хәтерләйһегеҙме? Ошолай тип бәйән ителә:
«Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти,
- Уларҙан да өс йылға
Сылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар».

Яйыҡ-батыр һәм Яйыҡ йылғаһы тураһында һүҙ бара! Ә беҙҙә, йылға башланған урында руссалап «Бында Урал йылғаһы баш ала» тип кенә күрһәтелгән. Учалы башҡорттарының район ҡоролтайы вәкилдәре ошо яҙыҡлыҡты ниндәйҙер мәғәнәлә төҙәтте тиергә мөмкин: тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙың үрҙә килтерелгән юл-дары яҙылған стендты инешкә барып урынлаштырҙылар.
(№ 85)

Был донъяла ниҙәр бар?24.10.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Донъяла иң ҙур сәйәси берләшмә - 89 мил-лион ағзаны туплаған Ҡытай коммунистары партияһы XIX съездарын үткәрҙе. Беҙҙән айырмалы рәүештә бер ҙә социализмдан баш тартманылар һәм ошо дәүләт ҡоролошо менән дә иҡтисад үҫеше буйынса донъяла икенсе (ҡайһы бер методикалар буйынса иҫәпләгәндә - беренсе) урынға сыҡтылар. Ә социализм дәүерендә «көмөш» миҙал менән килгән СССР урынын биләгән РФ 6-сы (альтернатив иҫәп буынса - 12-се) урында тороп ҡалды.
- 100 йыл элек Октябрь революцияһы туптары яңғырауы беҙҙең илебеҙгә лә марксизм-ленинизмды еткерҙе. Был теория Ҡытай үҫешенә яңы һулыш бирә, - тип рәхмәт менән билдәләй ҠХР юлбашсыһы Си Цзиньпинь. Әлегә тиклем күрше илдә иң актуаль бурыс тип иҡтисади үҫеште күрһәләр, был йыйындан һуң халыҡтың етешерәк йәшәүе көн ҡаҙағына сығарыла. Икмәк булғас, йыр ҙа була инде ул. Әйткәндәй, әле лә Ҡытайҙа уртаса эш хаҡы 750 доллар тип самалана, беҙҙең аҡсаға айына 40-45 мең һум...
(№ 85)

Подписка дауам итә, өлгөрөп ҡалығыҙ!24.10.2017

Подписка дауам итә,  өлгөрөп ҡалығыҙ!2018 йылдың ярты һәм бер йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу йәйен үк старт алһа ла, подписка кампанияһының иң ҡыҙыуы октябрь айының башында башланды. 5 октябрҙән 15 октябргә тиклем декада иғлан ителде, халыҡҡа ошо арала баҫмаларға ташламалы хаҡтар менән яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бирелде. Подписка 20 декабргә тиклем дауам итәсәк, күп тә ҡалмаған инде. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был юлы ла һынатмаҫ, «Яйыҡ»ҡа дәррәү яҙылырҙар, тип ышанабыҙ.
Баҫмабыҙҙың, редакциябыҙҙың яҙмышы, ғөмүмән, һеҙҙең ҡулда. Тиражыбыҙ ни тиклем күберәк була, гәзитебеҙҙең киләсәге лә шул тиклем өмөтлө. Күреүебеҙсә, һуңғы ваҡыт башҡорт теле тирәләй күп низағтар бара. Телебеҙҙе һаҡлап митингтар ҙа ойошторола хатта. Уйлап ҡараһаң, бик хәүефле хәл. Милләтебеҙгә ҡурҡыныс янай түгелме һуң? Әгәр ҙә мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре аҙ уҡытылһа, төбәгебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзитенең баҫмаһы кәмеһә, башҡорт халҡының яҙмышы ла ҡыл осонда ҡаласаҡ, тигән һүҙ был.

Ҡайһы берәүҙәр, аҡса юҡ, тип яҙылмай. Әммә, бик теләгәндә гәзиткә яҙылырға ла мөмкинлеген табырға була. Хәҙерге заманда барлыҡ мәғлүмәтте интернеттан алабыҙ, тиҙәр күптәр. Тик компьютерҙа әҫәрҙәр, рухи ҡиммәттәр тураһында уҡып ултырмайһың бит инде. Унда нигеҙҙә сәйәси ығы-зығы, үлтереш һәм башҡа сүп-сар.
Подписка башланыуға күпмелер ваҡыт үтһә лә, Учалы почта бүлексәһенән алынған мәғлүмәттәр буйынса «Яйыҡ»ҡа ни бары 223 кенә кеше яҙылған. Әлбиттә, бик аҙ һан.
- Халыҡ гәзит-журналдарға, нигеҙҙә, ошо арала ныҡлап яҙыла башлай. Подпискаға баҫмаларҙың хаҡы юғары булыу ҙа йоғонто яһай. Был юлы ярай ҙа район, республика баҫмаларына хаҡ өҫтәлмәне, ә үҙәк баҫмалар ҡиммәтләнде. Кешеләр күбеһенсә «1000 советов»ҡа, «Аргументы и факты», «Йәшлек», «Учалинская газета» менән «Яйыҡ»ҡа яҙыла, уҡымлы, тиҙәр. Гәзиттәрҙең йөкмәткеһе лә бай булырға тейеш, уҡыусылар тәү сиратта шуға ла иғтибар итә, - тине подписка бүлеге начальнигы Динә Баймөхәмәтова.
(№ 85)

Был донъяла ниҙәр бар?25.10.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?РФ Хөкүмәте вице-премьеры, Рәсәй футбол союзы башлығы Виталий Мутко белдереү яһаны - 2018 йылда илебеҙҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының талисманы итеп бүре балаһы һайланды. Интернет буйынса тауыш биреүҙә ул юлбарыҫ һәм бесәй варианттарын артта ҡалдыра. Ҡушаматы - Забивака, гол индереү оҫтаһы икәнлегенә ишара яһала. Футболсыларыбыҙҙың нисек уйнауын күҙ уңында тотҡанда, йылғыр бүре түгел, тайыштабан айыу урынлыраҡ булыр ине, буғай!
(№ 85)

Дан йырланды игенсегә25.10.2016

Дан йырланды игенсегә21 октябрҙә ҡала филармонияһында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам сараһы ойошторолдо. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл эшсәндәрен тәбрикләп сығыш яһаны, хеҙмәт алдынғыларын наградланы.
- Бөгөн беҙ аграрийҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, улар-ҙың хеҙмәте менән ғорурланабыҙ. Ауыл хужалығы районыбыҙ иҡтисадының мөһим тармағы булып тора, халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Иҡтисади ауырлыҡтарға, һауа шарт-тарының тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт коллективтары, фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың тырышлығы менән мал аҙығы, иген фуражы әҙер-ләнде, етерлек орлоҡ һалынды. Һөт етештереүҙә үҫеш күҙәтелә, - тине ул.
(№ 85)

Сама белһәң - яҡшы22.07.2014

Сама белһәң - яҡшыБаштан уҡ аныҡ билдәләйек, телевидение - бер һүҙһеҙ ыңғай күренеш. Кеше экран алдында ял итә, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар була, аң даирәһен киңәйтә һәм башҡа.

Ниндәйҙер тапшырыу оҡшамай икән, бер кем дә ҡарарға мәжбүр итмәй бит, икенсе каналға күсер ҙә ҡуй. Исмаһам, был тәңгәлдә тулы иреккә эйә булдыҡ. Тик кире яҡтарын да иҫтән сығарырға ярамай. Бәғзе кешеләр телевизор янында ғүмеренең өстән бер өлөшөн үткәрә, ти! Саманан сығыу, әлбиттә, яҡшы түгел.
Күҙ боҙола. Төрлө алыҫлыҡҡа күсеп ҡарарға яраҡлашҡан бит, ә бында бер нөктәгә төбәлеп ултырыла. Ныҡ ҡысҡыртып ҡарарға күнекһәң, ҡолаҡ та насар ишетә башлай.
(№ 85)

Был донъяла ниҙәр бар?22.07.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Рәсәй Президенты Владимир Путин БРИКС ағзаларын Өфөлә уҙғарыласаҡ ошо ҙур ваҡиғаға саҡырып сығыш яһаны. БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының VI осрашыуында Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
- Барығыҙҙы ла киләһе йылға Өфөлә үткәреләсәк БРИКС саммитына саҡырабыҙ! - тине Владимир Путин.
Рәсәй Президенты әйтеүенсә, илебеҙ берекмә эшендәге күсәгилешлелекте тәьмин итәсәк, Бразилия рәйеслеге осоронда билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе иҫәпкә аласаҡ, эште яңы идеялар менән байытырға, донъя, төбәк кимәлендәге мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа БРИКС-тың әһәмиәтен нығытыу йәһәтенән сара күрергә тырышасаҡ. Киңәйтелгән ултырыш йомғаҡтар буйынса ҡабул ителгән Форталеза декларацияһында «Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Рәсәйҙең БРИКС-тың VII саммитын 2015 йылда Өфөлә үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупланы» тип белдерелә.

* Күптән түгел дәүләт думаһы депутаттары «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеү тураһында закон ҡабул итте. 26 октябрҙә бер нисә региондан тыш бөтә Рәсәй халҡы сәғәттәрен бер сәғәткә артҡа күсерәсәк. Идеяны медиктар һәм башҡа эксперттар хуплап сыҡты. Бындай ваҡыт менән йәшәү кешенең биологик сәғәтенә тура килә тип иҫәпләнә.
(№ 85)

Эштәренең һөҙөмтәһе бар22.07.2014

Эштәренең һөҙөмтәһе барҘур йортҡа нимә кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тигән әйтемде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ауылдарыбыҙҙың да хәле шуға оҡшаш. Ҙурында ла, бәләкәйендә лә хәл ителергә тейешле проблемалар бер үк кимәлдә. Һыу үткәрергә, юлдарҙы төҙөкләндерергә һәм башҡаһын эшләргә кәрәк.

Хакимиәт башлыҡтары проблемаларҙы хәл итеү юлын эҙләй, сараһын табырға тырыша. Әлбиттә, бар нәмә лә финанс мөмкинлектәргә бәйле. Аҡса булһа юлы ла һалына, мәктәбе лә төҙөкләндерелә, күҙ асып йомған арала һыу скважинаһын да ҡаҙып бирәсәктәр.
2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса ҡала-районыбыҙ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, республика Президентының 31 миллион һумлыҡ грантына эйә булды. Был аҡса ауыл Советы хакимиәттәренә, ҡала ултырағына бүлеп бирелгәйне. Әйтергә кәрәк, республиканың финанс ярҙамы ауылдарҙа байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә ярҙам иткән.
Уҙған аҙнала ауыл Советтары башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә ултыраҡтарҙың бюджет аҡсаһын нисек үҙләштереүҙәре тикшерелде.
(№ 85)

Ике байрам бер юлы22.07.2014

Ике байрам бер юлы19 июлдә учалылар Ҡала көнө менән бергә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был күркәм байрам сараһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Рөстәм Зәки улы оҙаҡламай сафҡа индереләсәк яңы балалар баҡсаһында төҙөлөш барышы менән танышты. 2012 йылда төҙөлә башлаған социаль объектты былтыр тапшырырға тейештәр ине, әммә подрядсыларҙың эштәрен еренә еткереп башҡармауҙары арҡаһында төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды. Уҙған йыл ҡаланың юбилейына килгәнендә республика башлығы төҙөүселәрҙең эшен тулыһынса тәнҡитләне, технологияны боҙоуҙарында ғәйепләне.
(№ 85)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.