» Гәзиттең номеры: 86-87

Йәштәр һынатмай29.07.2014

Ҡалуй ауылының тәбиғәт ҡосағында ла «Киләсәк - йәштәр ҡулында» лозунгыһы аҫтында шаяндар һәм отҡорҙар уйыны үтте. Унда бөтәһе дүрт команда көс һынашты: Сораман, Наурыҙ, Зәйнәкәй һәм Ҡалуй ауылдарының йәштәр командалары. Уйын алдынан ҡатнашыусыларҙы Амангилде ауыл Советы башлығы Ләлә Лутова тәбрикләп үтте.
Тәүҙә командалар «визит карточкаһы» тәҠдим итте. Бында улар йәштәр тормошон, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәрен, донъяға ҡараштарын сағылдырған миниатюраларҙы күрһәтте. Артабан алып барыусы биргән ҡыҙыҡлы һорауҙарға отҡор һәм тиҙ яуап биреү туры үтте. Музыкаль турға һәр команда бик етди әҙерләнгән, сәхнәлә бөтәһе лә үҙҙәрен иркен тотто, йыр-бейеү, артислыҡ оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай итеп «Иң шаяндар» номинацияһында Сораман ауылы йәштәренең командаһы еңеүсе булды (капитаны Илһам Хәйруллин). «Иң музыкаль» тип Ҡалуй командаһы танылды (Илдар Мирсәйетов). «Отҡорҙар» номинацияһында Наурыҙ ауылы йәштәре еңде (Айгөл Ғарипова). Зәйнәкәй командаһы (Илһам Исламов) «Юғалып ҡалмаусылар» номинацияһына лайыҡ булды. Уйындан һуң Сораман, Ҡалуй, Зәйнәкәй ауылдары йәштәре шәп концерт ҡуйҙы. Байрам күңелле дискотека менән тамамланды.
Сараны үткәрергә ярҙам итеүсе шәхси эшҡыуар Ильяс Имелбаевҡа, Зәйнәкәй мәктәбе директоры Вил Лутовҡа, Учалы филармонияһы аранжировщигы Илдус Ғөбәйҙуллинға һәм Зәйнәкәй менән Ҡалуй ауылы йәштәренә оло рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ командаларҙы әҙерләүселәр - Сораман ауылы клубы мөдире Илзидә Ямаловаға, Зәйнәкәй ауылы китапханаһы мөдире Зөлфиә Бәкироваға, Нау-рыҙ ауылы ҡыҙы Айгөл Ғариповаға, Ҡалуй ауылы егете Илдар Мирсәйетовҡа, Сораман ауылы егете Илнур Ҡәләмовҡа ҙур рәхмәт.
(№ 86-87)

«Тау академияһы» гөрләй29.07.2014

«Тау академияһы» гөрләйЛагерь ҡапҡаларын асып, хан һарайҙары кеүек матур, бер иш йорттар араһынан төпкә үтәбеҙ. Тынлыҡ. «Бындай тынлыҡ беҙҙә заездар араһында һәм йоҡо сәғәттәрендә генә була», - тип ҡаршы алды беҙҙе Валентина Терешкова исемендәге лагерҙың водителе, экскурсоводы Рәфҡәт ағай. Эйе, беҙ балаларҙың «әүен баҙарына» киткән ваҡыттарына тура килгәнбеҙ икән.

...Бына, уянырға ваҡыт еткәнлеген белдереп, иғлан яң ғыраны. Шунан башланды шау-шыу! Һәр йорт эсендә бал ҡорттары геүелдәшәме ни! Ошо бер нисә минут эсендә генә лә балаларға бында бер ҙә күңелһеҙ булмағанлығын аңлауы ҡыйын түгел ине.
(№ 86-87)

Изге байрам мөбәрәк булһын!29.07.2014

Изге байрам мөбәрәк булһын!Йыл буйына йыйылған йән һәм тән бысрағынан арыныу, таҙарыныу өсөн мосолман илендә күркәм бер ай бар. Ул да булһа - Рамаҙан. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән башлап бөтә пәйғәмбәрҙәргә Аллаһы раббил-ғаламин хәҙрәттәре ураҙа ғибәҙәтен фарыз, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс итеп биргән. Йәһүдтәрҙә лә, гректарҙа ла, римлеләрҙә лә, ҡытайҙарҙа ла - бөтәһендә лә бойороуҙарҙы үтәүҙе, тыйыуҙарҙан тыйылыуҙы талап иткән үҙенсәлекле йолалар була. Ураҙа - мосолман кешеһенә тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа өйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә күнегеү мәҙрәсәһе. 28 июндә ҡояш байыу менән изге Ураҙа айы башланды. Һәм, ниһайәт, рухтары, имандары көслө булғандар, нәфселәрен тыя белгәндәр Ураҙа ғәйетен байрам итте. «Кемдең Рамаҙан айында тотҡан ураҙаһы ҡабул була, ул кеше әсәнән яңы тыуған бала шикелле гонаһһыҙ булыр», - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бына шундай ҡөҙрәткә эйә ул Ураҙа.

«Рамаҙан айы - бик тә мөбәрәк бер ай. Уның тәүҙәге ун көнө - рәхмәт көндәре, урталағы ун көнө - гонаһтарҙан таҙарыу, аҙаҡҡы ун көнө мәғфирәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр», - ти пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул тағы ла: «Рамаҙан айында һулыш алыуҙарығыҙҙың һәр береһе - Аллаһты данлау, йоҡоғоҙ - Аллаһты ололау, һеҙ эшләгән игелекле эштәрҙең һәр береһе ҡабул ителә, доғаларығыҙ яуап таба. Шуға ла ихлас күңел менән Аллаһтан ураҙа тотоу өсөн көс, Ҡөрьән уҡып барыу өсөн теләк һәм ҡеүәт һорағыҙ», - тип әйтә.
(№ 86-87)

Селпәрәмә килгән хыялдар29.07.2014

Селпәрәмә килгән хыялдарВиталий Корнюков Украинаның Луганск өлкәһе Краснодон ҡалаһында 1989 йылда тыуып, шунда үҫә. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк балалар баҡсаһына йөрөй, мәктәпте тамамлай. Белем алыуын һөнәрселек лицейында дауам итә, газ һәм электр ярҙамында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт юлын шахта төҙөү предприятиеһында башлай. Аҙаҡтан шунда уҡ ер аҫты хеҙмәткәре булып урынлаша, фатир, автомобиль һатып ала, әсәһенең шәхси хужалығында ярҙам итә. Тау инженеры белгесе булырға ниәтләй һәм тау-техник университетына уҡырға инә. Икенсе курсты тамамлағас, өс йыл дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Альбина менән августа туй яһарға әҙерләнәләр, аҡса туплайҙар, саҡырыласаҡ ҡунаҡтар исемлеген теүәлләйҙәр. Әммә йәштәрҙең хыялдарын, уй-теләктәрен дәүләт эсендәге сәйәси ҡаршылыҡтар селпәрәмә килтерә.
(№ 86-87)

«Һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ»29.07.2014

«Һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ»Украинаның көньяҡ-көнсығышында барған хәрби бәрелештәр хаҡында телевидение, гәзит-журналдар аша ишетеп беләбеҙ. Үҙенең, яҡындарының, ғаиләһенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, урындағы тыныс халыҡ күпләп Рәсәйгә ҡасырға мәжбүр.

Был йәһәттән рәсәйлеләр Украинанан килеүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә: торлаҡ, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм башҡа йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Интернет селтәренән алынған мәғлүмәттәр буйынса, БР-ҙа әлеге мәлдә бөтәһе 1000-гә яҡын Украина гражданы теркәлгән.
Был йәһәттән үҙ төбәгебеҙҙә хәлдәр нисек һуң? Ошо хаҡта Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте идаралығының Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Радик Юнысов менән әңгәмәләштек.
(№ 86-87)

Ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ!29.07.2014

Ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ! Ағымдағы йылдың һуңғы алты ай һөҙөмтәләре районыбыҙҙа криминоген хәлдең көсөргәнешле булыуы хаҡында һөйләй.

Бөгөнгә иң таралған енәйәттәрҙең береһе - мал урлау. Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегендә мал юғалыу буйынса 76 (+40) осраҡ теркәлгән, 9 (+3) эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полицияның участка уполномоченныйҙары, ауыл Советтары башлыҡтары менән бергә, 37 осраҡты административ комиссия ҡарамағына йүнәлткән. Бындай төр тәртип боҙоуҙар өсөн 300-500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Ҡылмыш ҡабатлана икән, яза күләме ике тапҡырға арта.
әҙәттә халыҡ мал ҡайҙа йөрөүен, уғрылыҡ башҡарылған көнөн, ваҡытын әйтә алмай. Шуға ла енәйәтселәрҙе «ҡыҙыу эҙҙәр» буйынса тотоп булмай, полиция хеҙмәткәрҙәренең эше ҡатмарлаша. әҙәттә енәйәт төнгө ваҡытта башҡарыла.Ҡарауылсылар йә йоҡлай, йә эскән була, йә бөтөнләй сығып киткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Фермалар күп осраҡта кәртәләнмәй, биләмәһе яҡтыртылмай.
Йәйге осорҙа, мал ҡарауһыҙ көтөүлектәргә сыҡҡас, уғрылыҡ осраҡтары тағы ла арта. Малды ойошҡан рәүештә көтмәү, ауыл хакимиәте башлыҡтарының был мәсьәләгә битараф ҡарауҙары, халыҡтың үҙ малына ҡарата яуапһыҙлығы - барыһы ла эште тотҡарлай. Шуға ла малды иҫәпкә алыуҙы, тамға һалыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороуығыҙҙы һорайбыҙ. Әгәр ҙә ниндәй ҙә булһа мал урлау осрағы хаҡында хәбәрҙар булһағыҙ, 6-28-42 (уголовный розыск), 02 (дежур часы) телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
(№ 86-87)

Ғариза яҙыу шарт29.07.2014

Ғариза яҙыу шартБелеүебеҙсә, 2014 йылдан мотлаҡ пенсия страховкалауы буйынса страховкалаусы һайлауҙың тәртибе үҙгәрҙе.

Страховкалаусы булып РФ-тың Пенсия фонды йәки һеҙҙең ҡарамаҡҡа дәүләттеке булмаған пенсия фонды сығыш яһай ала. Әгәр ҙә һеҙ пенсия тупланмалары менән эш итеүҙә шәхси компанияны һайлайһығыҙ икән, страховкалаусығыҙ булып барыбер РФ-тың Пенсия фонды ҡаласаҡ. Элек дәүләттеке булмаған пенсия фондын һайлауығыҙҙы белдереп, теләгән пунктта ғариза яҙып була ине. Мәғлүмәттәр пенсия фондына тапшырылып, тупланмалар дәүләттеке булмаған пенсия фондына күсерелде. Хәҙер иһә теге йәки был фондҡа күсеү йәки пенсия тупланмалары менән артабан эш итмәү тураһындағы ғаризаны Рәсәй Пенсия фондының теләгән бер клиент хеҙмәтендә яҙырға мµмкин. Был эште элеккесә почта йәки курьер аша ла атҡарып була, тик был осраҡта ҡултамғаның ысынбарлыҡҡа тап килеүе нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фонды сайтында алырға була.
(№ 86-87)

Гүзәл тамаша29.07.2014

Гүзәл тамашаҠала көнө сиктәрендә Учалыла балалар коляскалары парады үтте. Унда барлығы 60 ғаилә ҡатнашты.

Бында семәрле тирмәләр, мөһабәт караптар, тылсымлы әкиәт геройҙары ла бар ине. Әлбиттә, комбинаттың юбилейы ла ҡатнашыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Берәүҙәр ҡеүәтле БелАЗ машинаһын һынландырһа, икенселәр экскаватор йәки тау эшселәре ҡорамалдарына мөрәжәғәт иткән. Шуныһы үҙенсәлекле, конкурсанттар коляска биҙәү менән генә сикләнмәгән, ә тотош ғаиләләре менән бер тематиканы һайлап, сағыу костюмдар ҙа әҙерләп кейгән.
Конкурс булғас, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Гран-прины «Мухомор» коляскаһы менән Хәйбуллиндар ғаиләһе яуланы. I урынға - «БелАЗ машинаһы» менән Рәсүлевтар, II урынға «Тирмә» ҡорған Исхаковтар сыҡты. III урын «Экскаватор» коляскаһы өсөн Фазыловтарға бирелде. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.
(№ 86-87)

Ямғырлы һәм ҡарлы йәй29.07.2014

Ямғырлы һәм ҡарлы йәйБыйыл синоптиктар йәйҙе түҙеп торғоһоҙ эҫе, ҡайһы берәүҙәр хатта ҡоролоҡ буласаҡ, тип фаразланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡояштың ҡыҙыу нурҙарында рәхәтләнеп оҙаҡ ҡойонорға тура килмәне.

Ысынлап та, тәүҙә йәй республиканың ҡайһы бер төбәктәре өсөн ҡоро килде. Бигерәк тә май-июнь айҙарында эҫе булды, дым етешмәүе арҡаһында тау битләүҙәре һарғайҙы, үлән насар күтәрелде, баҫыуҙарға саранча һөжүм итә башланы. Ергә ямғыр тамсылары төшөүен түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ. Ләкин төбәгебеҙгә эйәләшкән болот китерен онотто. Бер туҡтауһыҙ әйләнеп килеп яуҙы. Беҙҙә генә түгел, тотош республикала бына инде нисә аҙна һауа торошо ямғырлы һәм һалҡын тора. Ә 19 июль көнө бар ғаләмде аптыратып, Ҡотой ауылында һәм күрше Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында боҙ һәм ҡар яуған.
Метеостанция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, июлдә генә 101,80 мм яуым-төшөм булған. Норма буйынса - 89 мм. Ерҙә дым күп, ошо арҡала үҫемлектәр зыян күрә. Ауыл хеҙмәтсәндәренең дә хәле шәптән түгел. Әлбиттә, һыуыҡ көндәрҙең ыңғай яғы бар - саранча бөтөп ҡалды, исмаһам. Әммә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы тотҡарлана, әгәр ҙә август айы ла ямғырлы була ҡалһа, былтырғы һымаҡ баҫыуҙарға инеү ҡатмарлашасаҡ.
(№ 86-87)

Йәштәр тауышы29.07.2014

Һәр ижади быуын йәмғиәтебеҙҙең рухи үҫешен, тарихын сағылдырыусы булып сығыш яһарға бурыслы. Үтелгән тормош упҡынында батып ҡалыу яҙыҡ булыр ине. Һәр яҙыусы әҙәбиәтебеҙгә яңы рух өрөргә һәм йәшәгән дәүеребеҙгә ауаздаш булыуҙы төп бурысы итеп ҡуйырға тейеш.
Мин һеҙҙең менән таныштырған йәштәр ҙә, әҙәбиәткә ниндәйҙер кимәлдә яңылыҡ килтерер, киләсәкте дауам итер, үҙ заманының йәшәү рәүешен, хәл иткес мәсьәләләрен күтәреп сығыр, үҙ халҡының күҙе лә, ҡолағы ла булыр, тигән өмөттәмен.
Йәштәр тауышына иғтибар бүлеп, уларға артабан ярҙам итеү - беҙҙең төп маҡсат. Илһам шишмәләре ҡоромаһын, әҙәбиәттә яңынан-яңы үрҙәр яуланһын. Яңы донъя ҡорған йәки донъяны яңынан асҡан кеүек ижад итһендәр ине. Учалы яҙыусылар ойошмаһына килгән ҡулъяҙмаларҙан һайлап алып, шуларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.
(№ 86-87)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.