» Гәзиттең номеры: 87-88

Күңелле һәм файҙалы үтә03.08.2015

Күңелле һәм файҙалы үтәЙәйге каникулдар - бала саҡтың иң күңелле хәтирәләренең береһе. Бигерәк тә әгәр ул телевизор йәки компьютер алдында түгел, ә тиҫтерҙәр менән аралашып, уйын-көлкө менән уҙһа. Тап ошо маҡсатта мәктәптәрҙән тыш, мәҙәниәт йорттарында ла балалар өсөн йәйге лагерь ойошторола.
Учалы ауылының район мәҙәниәт йорто ла көн дә ике сәғәткә күңел асыу үҙәгенә әүерелә. 40-ҡа яҡын бала июль башынан лагерға йөрөй. Күптән түгел генә директор вазифаһын биләгән Минзәлә Яхина етәкселегендәге коллектив кескәйҙәрҙе үҙенсәлекле шөғөлдәр, ҡыҙыҡлы программалар менән йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған
.
Лагерь эшмәкәрлеге һауа шарттарына ҡарап йә бина тышындағы майҙансыҡта, йә клуб эсендә ойошторола. Көн дәртле музыка аҫтында физик күнекмәләрҙән һәм бер тауыштан девиз яңғыратыуҙан башлана. Артабан төрлө ҡыҙыҡлы уйындар китә. Төркөм вожатыйҙары заманса бейеү ҙә һалған. Балалар уны флешмоб менән башҡара.
(№ 87-88)

Ижады Ирәмәл тауы кеүек03.08.2015

Ижады Ирәмәл тауы кеүек«Талха ағай ҡайтҡан», - тигән хәбәрҙе ишеткәс тә Ураҙ ауылына юлландыҡ. ¤йµ эргәһенә туҡтауыбыҙға Талха ағай ишекте асып:
- Һин кем булаһың? - тип ҡаршы алды. Шулай тиеп һорар ҙа шул, мин Талха ағай менән барлығы ике тапҡыр ғына осрашҡаным бар. Уның менән оҙаҡ итеп аралашырға ла насип булманы. Үҙем менән таныштырғас:
- Беләм, һинең турала күп һµйләнеләр, - тигәс, күңелгә йылы инде.
Уның менән һµйләшкән-аралашҡан арала мин уны үҙемә µр-яңынан астым. Уның А.П.Чеховтың әҫәрҙәрен яратып уҡыуын, боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон тыңларға яратыуын белдем. Үҙебеҙҙең Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Эдгар Вилдановтың ижадын маҡтап телгә алды.
-Мин электрон китаптарға кире ҡараштамын. Компьютерға ҡарап, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуҙың йәме бармы? Күҙҙәр ҙә тала бит. Берәй ҙур катастрофа булһа, электрон китап та, интернет та юҡҡа сығасағын яҡшы беләбеҙ. Ә ябай китап кәштәләрҙә быуаттар буйы һаҡланасаҡ, китап - мәҙәниәттең нигеҙе. Китаптан башҡа әҙәм балаһы кәмселекле кеше, китаптан башҡа үҙен-үҙе юғалтасаҡ, - ти ул.

Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, күҙ генә теймәһен, 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек һәм аң-зиһене үткер, хәтере яҡшы.
Йыл һайын иртә яҙ Ураҙҙағы бәләкәй генә йортона ҡатыны Әсмә апай менән күсеп киләләр ине, ҡыш булһа Мәскәүгә ҡайталар.
Тик быйыл Әсмә апай баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, (ауыр тупрағы еңел булһын), үҙе генә килгән. Һәр һүҙе һайын күҙҙәренә йәш алып, хәләл ефетен хәтерләне. Талха ағай: «Ҡанаттарым һынды минең ул булмағас», - ти.
Эш µҫтәлендәге ҡалын дәфтәрҙәргә күҙем төштө.
(№ 87-88)

Ярҙам ҡулы һуҙыусылар03.08.2015

Ярҙам ҡулы һуҙыусыларРәсәй хәйриә фонды (Русфонд) илебеҙҙә йәшәүселәрҙең хәйриә эшендә ҡатнашыу кимәлен баһалаған. Тикшереү Рәсәйҙең 54 төбәгендә үткәрелә. Һөҙөмтәләр буйынса төҙөлгән рейтингта Башҡортостан республикаһы өсөнсө урынды биләй. Был күрһәткестәр халҡыбыҙҙа башҡаларға ярҙам итеү хисе көслө булыуы хаҡында һөйләй.
Һау-сәләмәт кешенең артыҡ иҫе китмәһә лә, тап ошо мәлдә донъяла ҡанға мохтаж булыусылар бихисап. Ул юл-транспорт һәләкәтенә тарыусыларға, ауыр сир менән донъяға килгән сабыйҙарға, операция яһатырға мәжбүр булыусыларға һәм башҡаларға һауа һымаҡ кәрәк. Тимәк, донор булыу ҡан тура килгән кешенең ғүмерен ҡотҡарыу тигән һүҙ. Республика ҡан тапшырыу станцияһы белгестәренең күсмә бригадаһы донорҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында ярты йыл һайын ҡала-райондар буйлап йөрөп «донор көндәре» ойоштора. Аҙна башынан Учалы ҡалаһының үҙәк дауаханаһында, Туңғатар, Уральск, Миндәк ауылдарының участка дауаханаларында ҡан тапшырыу мөмкинлеге булды.
(№ 87-88)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.