» Гәзиттең номеры: 87

Муллыҡ байрамы үтте31.10.2017

Ахун ауылы мәҙәниәт йортонда алтын көҙҙө ҡаршылап «Көҙгө муллыҡ» тип исемләнгән байрам йәрминкәһе уҙғарылды.
Матур сарала ауыл халҡы, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышы тантанаға айырыуса йәм өҫтәне. Йәрминкәлә барлыҡ коллективтар һыйлы өҫтәл әҙерләгәйне. Күргәҙмәгә ҡуйылған табындар йәшелсә-емештән, төрлө аш-һыуҙан һығылып торҙо.
Балалар баҡсаһы учреждениелары айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр. Үҙҙәренә исем дә тапҡандар - «Көҙгө фантазиялар». Табындарында татлы ризыҡтар, салаттар, йәшелсәләрҙән эшләнгән сувенирҙар һәм башҡаһы күренә. Флүзә Хажиева, Рәүфә Абдрахманова, Финзилә Хәбирова, Алһыу Сөнәғәтуллина, Рәсимә Хажиева, Сулпан Ғайсина коллективтары менән таныштырып үтте, матур итеп йыр башҡарҙылар.
(№ 87)

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр31.10.2017

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрБайрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек тә алдынғылыҡты бирмәһә, әле лә һынатмайҙар. Заманында «Байрамғол» совхозы тирә-яҡта дан тотһа, хәҙер иһә үҙенең алмашсыһы - «Байрамғол» агрофирмаһы» юғары күрһәткестәре менән ҡыуандыра.
«Иң мөһиме - ауыл хужалығы тармағы йәшәп килә», - тип ҡыуана ошо тирәлә көн күргән оло быуын ветерандары. 80 йәштәрен ваҡлаған апай-ағайҙар үҙҙәренең ең һыҙғанып совхозды күтәрәбеҙ, тип ал-ял белмәй эшләгәндәрен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйҙәр. Күптән түгел Яңы Байрамғол ауылының аҡһаҡалдары менән осрашырға тура килде. Һәр береһенең ғүмер юлы ауыл хужалығы менән бәйле.
Рифҡәт Ғабдулла улы Игликов оҙаҡ йылдар «Байрамғол» совхозында механизатор булып хеҙмәт итә.
(№ 87)

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар31.10.2017

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡларОшо көндәрҙә район хакимиәтенең террорҙарға ҡаршы комиссияһы тактик күнекмәләр үткәрҙе. Ошондай легенда ҡуйылды: йәнәһе лә, «Таусы» Боҙ аренаһында, тамашасылар урындығы аҫтында шикле полиэтилен пакет табыла. Ни эшләргә тип оҙаҡ баш ватырға түгел, инструкцияларҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Был осраҡта ла барыһы ла теүәл үтәлде - шартлатҡыс булырҙай әйберҙе тап иткән хеҙмәткәр шундуҡ һаҡ посына мөрәжәғәт итә. Унда дежурҙа торған иптәш «112» телефоны аша кисектермәй Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә доклад яһай.
(№ 87)

Тырыш хеҙмәттең емеше лә татлы31.10.2017

Тырыш хеҙмәттең  емеше лә татлы27 октябрҙә Учалы район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл эшсәндәрен ошо тантана менән ысын күңелдән тәбрикләне.
- Районыбыҙ аграрийҙары йылды лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Баҫыуҙарҙан 28 мең тонна иген йыйып алынды, гектарынан уртаса уңыш 20 ц тәшкил итте. Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда рекорд ҡуйылды. Малсыларҙың да фиҙаҡәр хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Хужалыҡтарҙа йылҡы, эре мөгөҙлө малдың һаны ишәйә. Һөт һауыу буйынса районыбыҙ респуб-ликала лидерҙар рәтендә. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Районыбыҙҙың төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашыуы ултыраҡтарҙы газификациялауға, һыу менән тәьмин итеүгә, со-циаль учреждениеларҙы төҙөкләндереүгә мөмкинлек бирә. Ағымдағы йылда ғына хужалыҡтарға 10,5 миллион һум субсидия бүленгән, «Ауыл биләмәләрен үҫтереү» программаһына ярашлы 8 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Артабан да ауыл хеҙмәтсәндәренең һөнәренә тоғро ҡалып, тырышып эшләүҙәрен теләйем. Еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ бирһен, - тине Фәрит Фәтих улы.
(№ 87)

Был донъяла ниҙәр бар?31.10.2017

Был донъяла  ниҙәр бар? √ Быйыл Рәсәйҙә ғүмерҙә булмаған рекорд ҡуйылды - тулайым 132 миллион тонна иген урып алынды (былтыр ҙа тарихта булмаған күрһәткескә ирешкәйнек - 121 миллион тонна тирәһе булды). Тик бына РФ Халыҡ хужалы-ғы академияһының Агросәнәғәт сәйәсәте үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Василий Узун самалауынса, Рәсәйҙә 10 миллионлап тонна игенде һаҡларлыҡ урын етешмәй.
- Илебеҙ потенциалы 1 миллиард 300 миллион кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ирек бирә. Иртәме-һуңмы, әммә тап шулай буласаҡ, - тип сығыш яһаны Дәүләт Думаһының аграр һорауҙар буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Айрат Хәйруллин. (Белешмә өсөн - Рәсәйҙең үҙендә 146-147 миллион кеше иҫәпләнә).

√ Санкт-Петербург губернаторы Г.Полтавченко РФ хөкүмәтенә рәсми хат яҙҙы - Рәсәйҙең «мәҙәни баш ҡалаһында» икмәккә ҡытлыҡ, хаҡ күтәрелеүе ихтимал. Бар сәбәп - тирмәндәргә бойҙай килтереү өсөн вагондар етешмәй, ти. Тарих ҡабатланып ҡуймаһын инде! 1917 йылдың башында ла Рәсәйҙә аш етерлек була, тик төрлө сәбәптәр менән Петроградҡа ташыу ритмдан сыға. Сираттар теҙелә башлау Февраль революцияһы тоҡаныуға бик тә булышлыҡ итә.
(№ 87)

Төбәк данын таратып01.11.2016

Тормош шулай инде, берәүҙәр «...хәҙер барыһы ла тик аҡсаға ҡоролған, кеше мөнәсәбәттәренә урын ҡалманы. Ә йәштәр тамам аҙҙы!» - тип ләстит һата, икенселәр иһә буш ваҡыттарында бер ниндәй түләү талап итмәйенсә тик йөрәк ҡушыуы буйынса бар йәмәғәт өсөн кәрәкле эштәрҙе ихлас күңелдән башҡара. Юҡҡамы ни, Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелде. Ауырыу сабыйҙарҙы хәстәрләйҙәр, экологик өмәләр үткәрәләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре күҙәтелеүҙе контроль аҫтына алалар, сит ил делегацияларын хеҙмәтләндерәләр, бәләгә юлыҡҡан йәнлектәрҙе ҡайғырталар һ.б. Бындай йәштәргә һоҡланмау мөмкин түгелдер.
(№ 87)

Тәүәккәллек - ярты уңыш01.11.2016

Тәүәккәллек - ярты уңышb]«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмай бер бөтөн булып сығыш яһарға өйрәтә, сәнғәттән алыҫ кешеләрҙе йырлата, бейетә. Быйыл да конкурста иң креатив, иң ҡыйыу биш ғаилә көс һынашты: Йомағужиндар, Зариповтар, Күсәйевтар, Абзаловтар, Камаловтар. Уларҙың һәр ҡайһыһында, кәм тигәндә, ике бала тәрбиәләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ваҡыт һәм көс табып үҙҙәрен күрһәтеүҙәре оло маҡтауға лайыҡ. [/b]
(№ 87)

Был донъяла ниҙәр бар?01.11.2016

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр көндән-көн ҡырҡыулана бара, аҙағы хәйерле булһын инде. Билдәле «Валдай» дискуссия клубы сессияһында РФ Президенты В.В. Путин хәлде үҙенә хас ирония менән баһаланы: «Геополитик көсөргәнеште кәметергә бик тә ризабыҙ. Тик бына был яҡшы маҡсатҡа кемдер Рәсәйҙе ҡәбергә тығыу аша ирешергә ниәтләнә икән, был беҙҙе һис тә ҡәнәғәтләндермәй!» Һәм Рәсәй өсөн милли идея ниҙән ғибәрәт икәнлеген билдәләне: рәсәйлеләр өсөн ни яҡшы, тап шул беҙҙең милли идея.
(№ 87)

Хәйерле сәғәттә!01.11.2016

[Хәйерле сәғәттә!b]Кисәңге Учалы муниципаль районы 4-се саҡырылыш Советының икенсе ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорау - контракт буйынса яңы район хакимиәте башлығын тәғәйенләү. Закондарға ярашлы, 31 октябрь, был ултырышҡа тиклем, махсус комиссия бөтә яуап биргән кандидаттарҙы һайлап алып, депутаттарға тәҡдим итте: Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев һәм Альберт Любик улы Мостафин. Асыҡ тауыш биреп, Совет депутаттары Ф.Ф. Дәүләтгәрәевты һайланы, ошо хаҡта тейешле ҡарар ҡабул ителде. Шундуҡ Фәрит Фәтих улы контрактҡа ҡул ҡуйҙы.[/b]
(№ 87)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.