» Гәзиттең номеры: 88-89

Осраштыҡ, аралаштыҡ04.08.2014

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙа береһенән-береһе күркәм, матур йолалар, байрамдар үтеп тора. Беҙҙең Ҡаҙаҡҡол ауылында ла шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» сараһы уҙҙы. Ҡаҙаҡҡол борон-борондан ҡунаҡсыл ауыл.

Һабантуйҙар үтә, күрше ауылдарҙан аттар егеп, ҡыңғырауҙар тағып һайлауҙарға килә торғайнылар. Артистар ҙа һәр ваҡыт ситләтмәне. Дауахана, почта, мәктәп эшләне. Ауыл гөрләп тора ине. Яйлап барыһы ла ябыла бшланы, эш булмағас, йәштәр ҙә ситкә таралды. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Бик күркәм мәсет бар. Зиннур хәҙрәт Хажин халыҡҡа иман нуры тарата. Аҙан яңғыраған ауылда ҡот була тиҙәр. Күп йылдар элек ауылдан киткән, бөгөн иһә балаларын үҫтереп хаҡлы ялға сыҡҡан бер нисә ғаилә ауылға ҡайтты. Йорттар төҙөп, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Байрамға әҙерлектә лә дәртле пенсионерҙарыбыҙ әүҙем булды, йүгереп йөрөнөләр. Ауылыбыҙ бик матур ерҙә ултыра. Байрам айҡанлы халыҡ дәррәү ҡуҙғалып, уны тағы күркәмерәк итеп ебәрҙе.
(№ 88-89)

Ауылым уңғандары04.08.2014

Һәр ауылдың данлыҡлы һәм уңған, абруйлы кешеләре булған кеүек, Иманғол ауылы ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Бер Советтар Союзы Геройы (Ж.Ғ. Сөнәғәтуллин), бер Социалистик Хеҙмәт Геройы (Р.М. Ниғмәтуллин) - минең ауылдаштарым. Мәҡәләм дә ғәҙел, эшһөйәр, намыҫлы, ергә ереккән кешеләр хаҡында.

Миңсәғиҙә Әсмәндиәрова Рысай ауылында тыуып үҫеп, Иманғолға килен булып төшә. Килен оҙатҡанда әйтелгән «төшкән ереңдә таш булып бат» әйтеме уға тап килә. Марат Ғимадислам улы менән бергә йәшәгән тәүге йылдарынан уңған килен «Коммунар» колхозының Иманғол һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эш башлай. 1964 йылда, һыйырҙар ҡул көсө менән һауылғанда, 15-16 баш, механизацияға күскәс, 24-25 баш һыйыр һауып, тырыш Миңсәғиҙә алдынғылар рәтенә сыға. 1974 йылда Социалистик ярыш еңеүсеһе, 1975 йылда - 9-сы биш йыллыҡ ударнигы, III дәрәжә Хеҙмәт даны орденына лайыҡ була. 1981 йылда иң яҡшы күрһәткестәре өсөн «Янғантау» шифаханаһына путевка менән бүләкләнә. 1980 йылға тиклем һауынсы, һуңынан 1994 йылғаса мал һимертеү комплексында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғаиләлә 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер 4 ейәнсәре, бер бүләсәре бар. Ире Марат имадислам улы колхозда алдынғы механизаторҙарҙың береһе булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылда иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Әле Миңсәғиҙә Миндияр ҡыҙы өй усағын һүндермәй донъя көтә.
(№ 88-89)

Ярҙам04.08.2014

1949 йылдың 25 декабрендә Ташҡыя ауылынан Рауза һәм амир Сөләймәновтар ғаиләһендә баш бала булып бер ҡыҙ бала донúяға килә. Уға Фирүзә тип исем бирәләр.

Ата-әсәһен шатландырып, беренсе класҡа уҡырға бара. Тик ошо мәлдә генә ете йәшлек ҡыҙыҡайҙы менингит тигән ауырыу аяҡтан йыға. Күпмелер ваҡыт Үрге Урал дауаханаһында ятҡас, ул мәрткә китә. Вафат булған тип уйлап, ҡыҙыҡайҙы морг бүлмәһенә сығарып һалалар. Ҡайғынан шаңҡып ҡалған өләсәһе Мөслимә Ташҡыяға кискә генә ҡайтып етә. Аталары урып-һуғыу эшенән һис тә бушай алмағанлыҡтан, Фирүзәне алып ҡайтыу уйы менән, ике туған Сәмсетдин ағаһы Үрге Уралға юл тота. Аллаһы Тәғәләнең мөғжизәһенән, моргка инеүенә генә туғаны күҙҙәрен асып ебәрә. Көтөлмәгән хәлдән Сәмсетдин нисек ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй.
Фирүзә дауаханала хәтһеҙ ваҡыт ята. Шул осорҙа шәфҡәт туташтарының, табиптарҙың йылы мөғәләмәһе уны тотошлайы менән арбай. Һауығып сығыуға ҡыҙыҡай ҡәтғи ҡарарға килә: киләсәктә мотлаҡ табип һөнәрен һайлаясаҡ. Уйнағанда ла ул хыялын эшкә егә: ҡурсаҡтарын дауалау менән мәшғүл була. Йылдар үтә. Мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Сибай ҡалаһындағы медучилищеға уҡырға инә. Дәүләт имтихандарын тик «бишле»гә тапшырған студент өсөн медицина институтында артабан юғары белем алыу мөмкинлектәре асыла. Әммә ошо мәлдә, туғыҙ баланы етем итеп, атайҙары яҡты донúяны ҡалдыра. Йәш фельдшерға хыялы менән хушлашыуҙан башҡа сара ҡалмай.
(№ 88-89)

Бурыстан нисек ҡотолорға?04.08.2014

Бурыстан нисек ҡотолорға?Район хакимиәтендә «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Учалы МТС-ы»-ның бөгөнгө хәле тураһында кәңәшмә үтте.

Әлеге ваҡытта ике предприятие эшмәкәрлеге лә район хакимиәте тарафынан етди контролгә алынған. Хужалыҡтар әлеге хакимиәт башлығы идара иткәнгә тиклем ҙур күләмдә банктан кредит юллай, мөлкәттәрен залогҡа һала. «Водоканал» һәм «Учалы электр селтәрҙәре» йәмғиәттәре поручитель ролендә сығыш яһай. «Рысай» МУП-ы - 28, ә «Учалы МТС-ы» 18 миллион һумлыҡ бурысҡа бата. Әлбиттә, аҡсаны алғас, уны ҡайтарырға ла кәрәк. Банктан еңел генә ҡотолоп булмағанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Тәүҙә кредиттарын яйлап түләйҙәр, әммә һуңынан бурыстары күбәйә. Эш хаҡы менән тотҡарлыҡтар башлана, һалым инспекцияһы, пенсия фонды менән иҫәпләшеүҙәр ҡатмарлаша. Мәҫәлән «Учалы МТС-ы»-ның ғына эшселәренә 1 миллион 200 мең һум күләмендә бурысы йыйылған. Һуңғы йылдарҙа һауа шарттарының насар булыуы ла бәкәлдәренә һуға. Предприятиелар көтөлгән уңышты йыя алмай. Килемдәре сығымдарын ҡапламай. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы хужалыҡ етәкселәренә проблемаларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәклеген әйтте. Шулай уҡ ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, депутаттарға ауыр мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләргә ҡушылды.
(№ 88-89)

Иң мөһиме - сифат04.08.2014

Иң мөһиме - сифатУҙған аҙнала Наурыҙ ауыл Советында эш сәфәре менән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев булып ҡайтты.

Унда ул социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты. Билдәле булыуынса, уҙған йылдың яҡшы һөҙөмтәләре өсөн ҡала-районыбыҙ республиканан грант алыуға өлгәште. 31 млн һумлыҡ аҡсаны ауыл Советтарына бүлеп биреү ҡарар ителде. Был йәһәттән Наурыҙ ауылы хакимиәтенә 500 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
- Йәһүҙә ауылында һыу мәсьәләһе киҫкен тора ине, хәҙер ундағы халыҡ ҡойоло булды, - тип аҡсаның файҙаланыу даирәһе менән таныштырҙы ауыл хакимиәте баш-лығы Закир Ғарипов. - Наурыҙҙың өс урамында скважина ҡаҙҙыттыҡ. Уларҙың хаҡы 200 мең һумға төштө. Шулай уҡ аҡсаларҙың бер өлөшө Наурыҙ ауылының мәҙәниәт йортон, балалар баҡсаһын, Мәҫкәү ауылы балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
(№ 88-89)

Илселә байрам үтте04.08.2014

Йәй - йыл миҙгеленең иң сағыу һәм күңелле мәле. Ауыл халҡын берләштереп, уларға ял бүләк итеп, Илселә күркәм байрам ойошторолдо.

Көндөң моңһоу булыуы байрам дәртен һүрелтмәне. Коляскалар парады сараның төп биҙәге булғандыр, моғайын. Йәш ғаиләләр фантазиялары еткәнсе ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырып, халыҡты ҡыуандырырға ашыҡты. Берәүҙәр йәмле йәй булып биҙәнһә, икенселәр самолет төҫөн алған ине. Йәштәрҙең ваҡыттарын йәлләмәй ғаилә менән конкурста ҡатнашыуҙары һөйөндөрҙө. Һөҙөмтәлә, гран-приға ат егеп, «батша-батшабикәне» (Эвелина, Аделина ҡыҙҙарын) килтергән Әлфинур һәм Венер Хажиәхмәтовтар лайыҡ булды. Беренсе урын Ян исемле улын Ян-1 самолетына «ултыртҡан» Светлана Бурмистроваға, икенсе урын - сәскә, күбәләк, шарҙар менән биҙәлгән «Йәй»ҙе алып килеүсе Гөлнара һәм Эльмир Солтановтарға бирелде.
Байрам бәҫен мини футбол, волейбол буйынса ярыштар, башҡа төрлө уйындар күтәрҙе. Сыбаркүлдән тап улар өсөн килтерелгән батутҡа балалар сикһеҙ ҡыуанғандыр. Ауыл йәштәре тарафынан ойошторолған йырлы-бейеүле тамаша килгән ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Күрешеп, аралашып, күңелле ял итеп алған халыҡ саранан бик ҡәнәғәт таралды.
(№ 88-89)

«Байыҡ» еңеүселәре04.08.2014

«Байыҡ» еңеүселәреКүгәрсен районында алтынсы йыл рәттән «Байыҡ» республика балалар конкурсы үтте.

Унда 3 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен яратыусылар көс һынашты. Ярышта Учалы төбәгенән, һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, үҙ оҫталығын биш үҫмер күрһәтте. Һөҙөмтәлә, Илгиз Сөләймәнов «Йыл асышы» тип табылды, Заһир Саҙрыев «Өмөт» номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Үҙенең «Һыбайлы» бейеүе менән абруйлы жюри ағзаларын һоҡландырған Яңы Байрамғол ауылы ҡыҙы алты йәшлек Ләйсән Золотарева II урынға өлгәште. Малайҙар араһында өсөнсө баҫҡысты Азамат Рәхимов биләне. Ә Озерныйҙан Рафиҡ Ишмөхәмәтов лайыҡлы беренсе урынды яулап ҡайтты. Бар ҡатнашыусыларға «Афарин!» тиергә генә ҡала.
(№ 88-89)

Баҙарға сыҡтым әле04.08.2014

Баҙарға сыҡтым әлеҠалалағы үҙәк баҙарҙың яңы урынға күсеүе һатыусыларҙың эшенә ҡамасауламаны, буғай. Шау-гөр килгән тауыштар әллә ҡайҙан ишетелеп тора.

Һәр сауҙа урынында була торған кеүек, төрлө халыҡ, төрлө тауар, төрлө аҙыҡ еҫтәре - баш әйләнеп китә, хатта. Ә сауҙа өҫтәлдәрендә нимә генә юҡ: йәш бәрәңге, һөт-ҡаймағынан алып, бүлмә гөлдәренә тиклем - барыһы ла урын алған бында. Тик һатып алыусыларға ҡарағанда, һатыусылар күберәк күренә. Улар араһынан төпкә уҙған һайын үҙеңдә һәр сауҙа итеүсенең өмөтлө, тапҡыр ҡарашын һиҙәһең, бындай хистәр бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ та тыуҙыра кеүек, ләкин тауарҙарҙан һынырға әҙер торған кәштәләргә ҡарап бар донъя онотола.
Быйылғы һауа торошо емеш-еләк йыйырға, һатырға яратыусыларҙы бер ни тиклем ҡыйын хәлгә ҡалдырҙы.
(№ 88-89)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.